Марат (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Марат | |
Marat | |
Яҙыу | Латин алфавиты |
---|---|
Soundex | M630 |
Кёльнская фонетика | 672 |
Caverphone | MRT111 |
Фамилия с идентичным написанием | Marat[d] |
Марат Викимилектә |
Марат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла Марат исеме бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе версия буйынса, Марат исеме ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «көтөп алынған» тигәнде аңлата. Шулай уҡ икенсе тәржемә — «маҡсат, теләк»[1]. Икенсе версия буйынса, Марат исеме СССР-ҙа Жан-Поль Мараттың исеменән киң таралған. Ул интернациональ булып китә, бигерәк тә татарҙар араһында тарала[2].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Марат Ибраһим улы — (1948 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Абдуллин Марат Мансур улы — техник фәндәр кандидаты, профессор.
- Азаматов Марат Мостафа улы (1941—2002), СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры.
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Балаев Марат Сергеевич — көрәшсе, Рәсәй ҡатнаш көрәш сәнғәте мастеры, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры.
- Баһауетдинов Марат Риф улы (24 июль 1947 йыл) — СССР хужалыҡ эшмәкәре.
- Бәшәров Марат Ғәлимйән улы — Рәсәй театр, кино, телевидение актёры һәм алып барыусы.
- Вәкилов Марат Ғәлимйән улы (9 декабрь 1950 йыл) — хоҡуҡ белгесе, суд органдары ветераны.
- Вәлиев Марат Дәүләт улы (5 сентябрь 1943 йыл) — ғалим-инженер‑механик.
- Гәрәев Марат Миңләхмәт улы (1958) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы, тенор.
- Ғафаров Марат Фазылтдин улы (30 июль 1942 йыл) — уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист.
- Ғибәҙуллин Марат Мулланур улы (1956), ғалим-хәрби табип.
- Ғиниәтуллин Марат Ғиндулла улы (1953) — Рәсәй зоотехнигы, ғалим, юғары мәктп уҡытыусыһы.
- Ғәлиев Марат Ғәлиәкбәр улы (1957) — табиб, ғалим-хирург.
- Даукаев Марат Фуат улы (12 сентябрь 1952 йыл) — балет артисы.
- Дәүләтшин Марат Булат улы (1951) — хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер-төҙөүсе.
- Зарипов Марат Зиннур улы — Рәсәй профессиональ хоккейсыһы.
- Зәйнуллин Марат Вәли улы (5 ноябрь 1935 йыл — 13 май 2016 йыл) — башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре.
- Измайлов Марат Наил улы — Рәсәй футболисы, ярым һаҡсы.
- Илһамов Марат Әҡсән улы (8 апрель 1934 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Ишемғолов Марат Баязит улы (29 август 1948 йыл — 24 сентябрь 2013 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре.
- Ишмияров Марат Хафиз улы (1947) — инженер-механик, иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- Ихсанов Марат Мөхәмәтдин улы (1941), мәғариф ветераны, йәмәғәтсе.
- Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры.
- Кирәев Марат Солтан улы (1947—2006), хужалыҡ эшмәкәре
- Кәбиров Марат Миҙхәт улы (15 ғинуар 1956 йыл — 16 март 2016 йыл) — спортсы, тренер.
- Кәбиров Марат Рәфил улы (23 август 1970 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм сценарист.
- Кәримов Марат Нәби улы (9 ғинуар 1930 йыл) — шағир, тәржемәсе, журналист.
- Кәримов Марат Фазыл улы (15.10.1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре.
- Ҡаранаев Марат Закир улы (1962) — төҙөүсе.
- Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (7 ғинуар 1941 йыл) — ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе.
- Ҡорбанғәлиев Марат Шамил улы (26 май 1949 йыл — 9 февраль 2022 йыл) — актёр.
- Ҡунафин Марат Һәүбән улы (1 июнь 1963 йыл) — хирург.
- Латыпов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре.
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2 февраль 1937 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре.
- Минасов Марат Шамил улы (1951), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәте ветераны.
- Минһажетдинов Марат Хәләф улы (18 май 1934 йыл — 2 июль 1972 йыл) — башҡорт совет фольклорсыһы һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Мирғәзәмов Марат Парис улы (26 февраль 1942 йыл) — партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.
- Миһранов Марат Ғәлихан улы (1955), ғалим-зоолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Мортазин Марат Фәхрислам улы (26 декабрь 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй ислам белгесе, тәржемәсе, университет уҡытыусыһы.
- Мөслим Марат (тулы исеме — Мөслимов Минимулла Нәбиулла улы; 10 май 1909 йыл — 17 август 1975 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе.
- Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20 март 1940 йыл — 29 август 2012 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре.
- Муллағәләмов Марат Сабит улы (1930) — хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән.
- Мырҙанов Марат Мырҙан улы (28.10.1937 — 25.09.2012) — ғалим-хирург.
- Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (20 июль 1962 йыл) — СССР һәм партия эшмәкәре.
- Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы (18.04.1928—18.07.1996), педагог-методист.
- Нафиҡов Марат Зәки улы (22 февраль 1948 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Рысбаев Марат Кашаф улы (8 март 1933 йыл — 29 апрель 2015 йыл) — СССР, партия һәм сәнәғәт эшмәкәре.
- Рәхимов Марат Науруз улы (1958), ғалим-химик‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Сафин Марат Мөбин улы — Рәсәй тенниссыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
- Солтанов Марат Абдыразак улы — ҡырғыҙ дәүләт эшмәкәре.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (5 апрель 1957 йыл — 6 ғинуар 1996 йыл) — философ, социолог, ғалим.
- Сәғитов Марат Усман улы (8 июль 1925 йыл — 15 ноябрь 1988 йыл) — астроном-ғалим, гравиметрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Сәйетов Марат Шакир улы (2 май 1934 йыл) — врач, СССР һәм партия эшмәкәре.
- Сәйфуллин Марат Вәзих улы (1955), театр актёры.
- Тойғонов Марсель Марат улы (19 декабрь 1970) — микробиолог. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005).
- Түләбаев Марат Сәйфулла улы 18 ноябрь 1939 йыл) — СССР, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре.
- Үтәшев Марат Мөхәр улы (1 ноябрь 1938 йыл) — ғалим-юрист, политолог, партия органдары хеҙмәткәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Фазлыев Марат Мөҙәрис улы (8 май 1967 йыл) — ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Фәйзуллин Марат Рәйес улы (Татурас) (ингл. Marat Fayzullin (Taturas) (7 ноябрь 1982) — Рәсәй музыканты, композитор һәм музыкаль продюсер, тауыш режиссёры.
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—2018) — опера йырсыһы (баритон), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Хөсәйенов Марат Әсҡәт улы (1944—2016) — хужалыҡ эшмәкәре.
- Хәкимов Марат Нурый улы (1952) — дәүләт именлеге органдары ветераны, подполковник (1996).
- Хәмиҙуллин Мара́т Өмөтбай улы (2 ғинуар 1936 — 12 ғинуар 2011) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Шәйҙуллин Марат Ғәвис улы (1931—2007) — хужалыҡ эшмәкәре.
- Шәмиғолов Марат Абдулла улы (1 август 1926 йыл — 15 май 1981 йыл) — СССР тренеры.
- Шәрипов Марат Сабит улы (1962 йыл) — йырсы, педагог, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2010). Филология фәндәре кандидаты (1988).
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы (29 март 1970 йыл) — актёр.
- Әхмәтзарипов Марат Әғзәм улы (1956), дирижёр, музыкант.
- Юнысов Марат Сабир улы (18 март 1940 йыл) — үзбәк һәм Рәсәй химик ғалимы.
- Янбаев Марат Салауат улы (10 апрель 1947) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре.
- Янборисов Марат Хәбиб улы (1951—1.01.2021), ғалим-тарихсы.
Башҡа мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марат — 1921—1943 йылдарҙа «Петропавловск» совет Балтик флотында линкорҙың исеме.
- «Марат» — Эстонияла 1926 йылда нигеҙләнгән һәм 2016 йылда ябылған трикотаж фабрикаһы.
- Марат — Ҡырымдың Джанкой районында юҡҡа сыҡҡан ауыл.
- Марат — Пенза өлкәһе Башмаков районындағы ауыл.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ