Эстәлеккә күсергә

Салауат Юлаев (хоккей клубы)

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Салауат Юлаев
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 1961
Элекке исемдәре: СКСЮ (1989 йылға тиклем)
Өй аренаһы: Өфө-Арена (8 070)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: КХЛ
Дивизионы: Чернышёв

Конференцияһы: Көнсығыш
Баш тренеры: Томи Ламса
Генераль директор: Рәсәй флагы Александр Курносов
Капитан: Рәсәй флагы Григорий Панин
Аффилир-клубы: Торос
(Юғары Хоккей Лигаһы)

Толпар
(Йәштәр Хоккей Лигаһы)

Трофейҙар: Рәсәй чемпионаты
2008,2011

Гагарин кубогы



Континент кубогы
2010
Конференцияла еңеүҙәр: 1 (2010-2011)
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: 2 (2008-2009, 2009-2010)
Дивизионда еңеүҙәр: 3 (2008-2009, 2009-2010, 2017-2018)
Рәсми сайт: http://hcsalavat.ru
Аффилир КМС: БЮТ

«Салауат Юлаев» хоккей клубы — Өфө ҡалаһында 1961 йылда ойошторолған шайбалы хоккей командаһы. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Гагарин Кубогын яулаусы, Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында дүрт тапҡыр еңеүсе. Европалағы иң көслө хоккей командаларының береһе[1].

Торпедо 0-6 Салауат Юлаев, 1983 йыл

«Салауат Юлаев» хоккей клубы 1961 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә ойошторола. 1963 йылдың көҙөнә тиклем «Салауат Юлаев» СССР-ҙың беренсе лигаһының «Б» класы буйынса ҡатнаша. 1961 йылда СССР-ҙың хоккей федерацияһы «Салауат Юлаев» командаһын 2-се эшелон совет хоккейы беренселегенә индерә, «А» класы буйынса 1-се матчты уйнай. «Салауат Юлаев» 1964 йылдың 15 ноябрендә Түбәнге Тагил ҡалаһында «Спутник» командаһы менән 5:1 иҫәбе менән ҡалып үткәрә. «А» класында беренсе шайбаның авторы Бронислав Селиванов була.

«Салауат Юлаев» Болгария, Дания, Латвия, Польша, Румыния, Финляндия, Хорватия, Чехословакия, Швейцария, Швеция йыйылма һәм клуб командалары менән 77 халыҡ-ара матч үткәрә (66 еңеү, 5 отошһоҙ, 5 еңелеү (2000 йылдың яҙы). Беренсе халыҡ-ара матч 1961 йылдың 30 декабрендә Өфөлә «Висмут» менән уйнала.

Бөтә клуб тарихында иң яҡшы бомбардир — Владимир Быков.

1978 йылда «Салауат Юлаев» совет хоккейының юғары лигаһына сыға һәм тәнәфестәр менән 5 йыл уйнай (1978/1979, 1980/1981, 1982/1983, 1985/1986, 1986/1987). 1992 йылдан «Салауат Юлаев» Милләт-ара хоккей лигаһында, 1997 йылдан — Рәсәй хоккей лигаһында уйнай. 2007/2008 йылдар миҙгелендә клуб — даими чемпионатта, ә унан һуң Рәсәй чемпионатында еңә.

Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008/09: Үкенесле еңелеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат Юлаев» Рәсәй чемпионатын еңгәс, бөтә Рәсәй көслө командалыры кеүек яңы барлыҡҡа килгән Континенталь хоккей лигаһында ҡатнаша башлай. Миҙгел алдынан Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Нэшвилл Предаторз» Милли хоккей лигаһы клубы һөжүмсеһе Александр Радулов менән килешеү төҙөлә. Уның Рәсәйгә ҡайтыуы МХЛ һәм КХЛ араһында ҙур ғауға тыуҙыра, сөнки Радуловтың МХЛ клубы менән ғәмәлдәге контракты була.

Асыш кубогы өсөн уйында Ярославлдең «Локомотив» хоккей клубын 4:1 иҫәбе менән еңә, артабан даими чемпионатты 129 мәрәй йыйып еңәләр (икенсе урында булған «Аҡ Барста» — 122 мәрәй). Тәүге миҙгелдә Континент кубогы тапшырылмай, даими миҙгелдең еңеүсеһе тип «Салауат Юлаев» билдәләнә. Плей-офф уйындарының тәүге раундында команда көтмәгәндә даими чемпионатта 16-сы урын алған Омскиҙың «Авангардына» отола һәм Гагарин кубогы уйындарынан төшөп ҡала. Европа аренаһында «Салауат Юлаев» үҙ төркөмөндә тәүге урынды яулай һәм ярымфиналға сыға. Шунда ул ике уйын һөҙөмтәләре буйынса Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына отола (2:1; 1:3).

Команданың сығыш яһауы уңышһыҙ тип билдәләнә һәм баш тренер Сергей Михалев эшенән ҡыуыла. Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Вячеслав Быков «Салауат Юлаевтың» яңы баш тренеры була. Вячеслав Быков — Игорь Захаркин тандемы менән контракт ике йылға төҙөлә.

2009/10: БиЗ тандемы бронза килтерә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел алдынан клуб Рәсәй йыйылма командаһы уйынсылары һәм донъя чемпиондары Сергей Зиновьев һәм Дмитрий Калинин менән килешеү төҙөй һәм командаға Патрик Торесен килә. Чемпионат барышында алмашыу һөҙөмтәһендә команданы Петр Счастливый тулыландыра. Клубтан Алексей Терещенко һәм Игорь Щадилов китә.

«Салауат Юлаев» өсөнсө тапҡыр рәттән даими чемпионатты һәм Континент кубогын еңә. Үткән миҙгелдәге кеүек Өфө командаһы 129 мәрәй йыя (икенсе урында булған СКА командаһында — 122 мәрәй). Гагарин кубогы уйындарының тәүге раундында «Салауат Юлаев» өс еңеүгә тиклем серияла дүрт уйында Екатеринбургтың «Автомобилист» хоккей клубын еңә. Икенсе стадияла алты уйында Нижнекамскиҙан «Нефтехтимик» отола. Көнсығыш конференцияһы финалында «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барс» командаһына серияла 2:4 иҫәбе менән отола һәм үҙ тарихында дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионатының бронза миҙалын ала.

Миҙгел алдынан клуб швед ҡапҡасыһы Эрик Эрсберг, Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе һәм Донъя чемпионы Олег Сапрыкин, һөжөмселәр Александр Свитов һәм Якуб Клепиш менән көсәйә. Ә Александр Пережогин команданан китә.

«Салауат Юлаев» даими чемпионатта Көнсығыш конференцияһында икенсе урын яулай. Гагарин кубогының тәүге раундында «Себер» командаһын дүрт уйында үтә. Плей-офф икенсе стадияһында принципиаль дәғүәсеһен — Ҡазандан «Аҡ Барсты» биш уйында серияла еңә. Конференция финалында «Салауат Юлаев» ете уйында магнитогорскиҙың «Металлург» командаһын ота һәм үҙ тарихында тәүгегә Гагарин кубогы финалына сыға. Финалда Өфө хоккейсыларына Көнбайыш конференцияһы финалында «Локомотив» хоккей клубын еңгән «Атлант» эләгә. Юлаевсыларға дәғүәсеһен отор өсөн биш уйын үткәрергә тура килә. «Салауат Юлаев» үҙ тарихында тәүгегә Гагарин кубогын һәм икенсегә Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын еңә. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса КХЛ иң яҡшы бомбардиры Александр Радулов була.

2011 йылдың май айында Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин менән килешеүҙәр ваҡыты бөтә. Уларҙың контрактары ҡыйбат булғанға белгестәр менән килешеүҙәр яңынан төҙөлмәй. Яңы баш тренер итеп Сергей Михалёв тәғәйәнләнә.

2011/12: Тренерҙар алмашыныуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел тамамланғас команданан Александр Ерёменко, Дмитрий Калинин, Кирилл Кольцов, Владимир Антипов һәм Патрик Торесен кеүек мөһим уйынсылар китә. Клуб Игорь Мирнов, Игорь Радулов, Максим Сушинский һәм Антти Пильстрем менән көсәйә.

Миҙгел алдынан йыйылыуҙар ваҡытында яңы баш тренер Сергей Михалёв һәм команданың йондоҙо Александр Радулов араһында конфликт хәл килеп сыға. Был һүҙҙәрҙең көсөн Александр үҙе нығыта. Ул твиттерҙа үҙенең дуҫына Евгений Малкинға «mal, menya trener za…l, obmenna poroshu» тип яҙа. Был хат хәбәрҙән таҫмаһына үтә һәм тиҙ генә хоккей рунетының төп мемға әйләнә.

«Салауат Юлаев» һәм «Атлант» араһында асыш кубогы өсөн уйын бортында ярославлдең «Локомотив» командаһы булған ЯК-42 самолетының авиаһәләкәте арҡаһында туҡтай. Яңынан ҡабат уйында «Салауат Юлаев» үҙ тарихында икенсегә Асыш кубогын еңә — «Атлант» 5:3 иҫәбе менән отола, ә «юлаевсылар» уйын барышында 0:3 иҫәбе менән еңелеп бара. Әммә был уңыш локаль ғына була, ғәмәлдәге ил чемпионы даими чемпионатта тотороҡһоҙ сығыш яһай. Ноябрҙә үк Сергей Михалёв отставкаға китә. Ваҡытлыса баш тренер вазифаһын башҡарыусы роленә команданың тренер штабына 2001 йылдан кергән Венер Сафин тәғәйәнләнә. Венер Сафин һаҡсы Олег Твердовскийҙан һәм һөжүмселәр Максим Сушинский менән Якуб Клепиштан баш тарта. Баш тренерҙы алмаштырғас команданың уйыны тигеҙләнә һәм «Салауат Юлаев» даими чемпионатты үҙ конференцияһында бишенсе урында тамамлай. Гагарин кубогының тәүге раундында «Салауат Юлаев» алты уйында ҡазандың «Аҡ Барс» хоккей клубына еңелә.

2012/13: Радуловһыҙ тәүге миҙгел

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел алдынан команданан һуңғы йылдарҙа иң мәргән уйынсыһы һөжүмсе Александр Радулов китә. Александрҙың клуб менән ғәмәлдәге контракты булғанға күрә, уның күсеүе өсөн ЦСКА 250 миллион һумға тиң булған рекорд компенсация Өфө клубына түләй.

Миҙгел барышында отставкаға команданың баш тренеры Венер Сафин китә, уның урынына Владимир Юрзинов-кесе килә. «Салауат Юлаев» даими чемпионатты үҙ конференцияһында бишенсе урында тамамлай. Конференция сирекфиналында Өфө хоккейсылары магнитогорскиҙың «Металлургын» ете уйында үтә. Артабан шулай уҡ ете уйында «Салауат Юлаев» «Аҡ Барсҡа» еңелә һәм миҙгелен тамамлай.

2013/14: Тәүге көмөш миҙал

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими чемпионатта «Салауат Юлаев» көнсығыш конференцияһында дүртенсе һәм дөйөм таблицала һигеҙенсе урындарға күтәрелә. Конференцияның сирек финалында команда ете уйын һөҙөмтәһендә Түбәнге Новгородтың «Торпедоһын» ота. Плей-оффтың икенсе раундында алты уйында «Барыҫ»ты дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Көнсығыш конференцияһының финалында иһә «Салауат Юлаев» биш уйын һөҙөмтәһендә Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһынан дүрт тапҡыр еңелеүгә дусар була. Шулай итеп, миҙгел йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан хоккейсылары лигала өсөнсө урын ала һәм үҙ тарихында тәүгегә Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.

2014/15: Гросс эпохаһы тамамлана

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгелдәр араһы ваҡытында командана бер-нисә мөһим уйынсы китә: Игорь Мирнов «Аҡ Барс» менән контракт төҙөй, Никита Филатов «Юграға» күсә, Сергей Зиновьевтың килешеү ваҡыты бөтә, Виталий Прошкин карьераһын тамамлай, Брент Сопел АХЛ-ға китә, ә Андрей Василевский Милли хоккей лигаһы клубы «Тампа Бэй Лайтнинг» менән йәш уйынсы контрактын төҙөй. Клуб Евгений Скачков, Игорь Скороходов, Дмитрий Сёмин, Александр Кутузов һәм Виталий Коваль менән тулылана. Мөһим уйынсыларҙы юғалтыу, даими чемпионат барышында үткәрелгән уңышһыҙ трансфер политикаһы команданың баш тренеры Юрзинов һәм генераль менеджер Олег Гросс араһында конфликтҡа күсә. Һуңғыһы 2014 йылдың декабрендә отставкаға ҡыуыла. Шулай итеп Олег Гросстың «Салауат Юлаев» командаһында 2006 йылдан 2014 йылға тиклем дауам иткән һәм клуб тарихында иң уңышлы булған эпохаһы тамамлана.

Чемпионат барышында команданың генераль бағыуысыһы «Урал» хәйриә фондының активтарына арест һалынғас ҡыйынлаҡтар барлыҡҡа килә. 2015 йылдың февралендә бөтә Башҡортостан хоккей вертикаленең генераль бағыусыһы алмашыныуы үтә: клубтың яңы генераль бағыусыһы итеп ЯАЙ АКБО «Башнефть» нефть компанияһы була. Команданың етәкселегендә лә үҙгәрештәр була. Клуб президенты вазифаһына Сергей Молчанов килә, ә генераль директоры Александр Семак була.

Даими чемпионатта «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында алтынсы урын яулай. Конференция сирекфиналында команда биш уйында магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына еңелә. Миҙгел тамамланғас баш тренер Владимир Юрзинов менән контракт оҙайтылмай.

2015/16: Яңы команда һәм бронза миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 1 май көнөндә команданың баш тренеры итеп Анатлоий Емелин тәғәйәнләнә, яңы генераль менеджер Леонид Вайсфельд була. Ҡапҡасылар Никлас Сведберг, Рафаэль Хакимов, һаҡсылар Роман Дерлюк, Филипп Метлюк, Сами Лепистё, Захар Арзамасцев, һөжүмселәр Сергей Соин, Энвер Лисин, Александр Нестеров, Линус Умарк, Артем Чернов һәм Игорь Григоренко менән килешеүҙәр төҙөлә. Миҙгел башланыр алдынан Александр Кутузовты ЦСКА командаһына Андреас Энгквист менән Николай Прохоркинға алмаштыралар. Сентябрҙә Иван Лекомцевты «Авангардҡа» Максим Гончаров урынына алмаштыралар. Миҙгел барышында командаға Максим Майоров, Кирилл Кабанов һәм Олег Сапрыкин киләләр. 1 октябрҙә насар һөҙөмтәләр арҡаһында Анатолий Емелинды Игорь Захаркин алмаштыра, ә Емелин баш тренер ярҙамсыһы роленә күсә. Команданың һөҙөмтәләре яҡшыра.

Даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса «Салауат Юлаев» конференцияла дүртенсе урында урынлаша. Гагарин кубогының тәүге раундында «Аҡ Барс» ете уйында отола. Шул уҡ хәтлем уйын омскиҙан «Аванард» командаһын үтер өсөн кәрәк була. «Салауат Юлаев» һуңғы өс йылда икенсе тапҡыр конференция финалына сыға. Һәм өсөнсө йыл рәттән магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына биш уйында отола. Миҙгел тамамланғас команданың баш тренеры Игорь Захаркин менән килешеү ике йылға оҙайтыла.

2016/17: артҡа ике аҙым

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Команданан Дмитрий Макаров, Денис Хлыстов, Кирилл Кабанов, Владимир Сохатский, Рафаэл Хәкимов, Иван Вишневский, Олег Сапрыкин, Артем Чернов, Роман Дерлюк, Филипп Метлюк һәм Николай Прохоркин китә. Ә клубтың составын Денис Куляш, Константин Корнеев, Евгений Бодров, Кирилл Капризов, Дмитрий Воробьёв, Андрей Литвинов, Григорий Ващенко, Александр Кудреман һәм Иван Федотов тулыландыра. Шулай уҡ «Салауат Юлаев»тың әле Төньяҡ Америкала уйнаған Сергей Бойковҡа хоҡуғы барлыҡҡа килде.[2]. Миҙгел барышында команда составын Игорь Макаров, Денис Паршин, Томаш Мертл һәм Евгений Коротков тулыландыра. Команда даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында ғына тамамлай, ә плей-оффтың беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына биш уйында еңелә. Даими чемпионат барышында «Салауат» үҙ тарихында КХЛ-да тәү тапҡыр рәттән туғыҙ тапҡыр еңелә.

2017/18 — тәүге сит илдән баш тренер менән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үткән миҙгел тамамланғас уҡ команданан баш тренеры Игорь Захаркин, уның ярҙамсылары Кирилл Кореньков һәм Анатолий Борщевский китә. 2017 йылдың 24 мартында яңы баш тренер итеп Финляндия белгесе Эркка Вестерлунд ҡуйыла[3]. Ул команданың тарихында тәүге сит ил тренеры була. Шулай уҡ командаға өсөнсөгә Илья Зубов, клуб тарихында тәүге Дания иленән уйынсы Филип Ларсен, 2016 йылда Юниорҙар йәрминкәһендә һайланған Доминик Кубалик, «Себер» хоккей клубынан Йоонас Кемппайнен, Түбәнге Новгородтан Максим Осипов, Андрей Кареев күсә. 2018 йылдың ғинуарында клуб етәкселеге генераль менеджер Леонид Вайсфельд менән контракты тамамлап ҡуялар[4]. «Салауат Юлаев» 2010 йылдан алып тәүгегә Чернышёв дивизионында беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогында конференция ярымфиналына тиклем етә.

2018/2019 — Николай Цулыгин Өфө тренеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үткән миҙгелдән һуң «Салауат Юлаев» етәкселеге Эркка Вестерлундҡа яңы контракт бирмәҫкә булы. Уның урынына баш тренер итеп «юлаевсы» Николай Цулыгин тәғәйенләнә. «Салауат Юлаев» составын ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсылар Сергей Терещенко, Артем Сергеев, һөжүмселәр Владимир Жарков, Александр Кадейкин, Дмитрий Кугрышев, Вячеслав Основин һәм Петр Хохряков тулыландыра. Миҙгел барышында команданың генераль директоры итеп Александр Курносов ҡуйыла, ә спорт директоры вазифаһында Роман Беляевты Василий Чижов алмаштыра[5]. Уйынсылар араһында үҙгәрештәр була: Артем Федоров урынына икенсе тапҡыр Өфөгә Никита Филатов килә, ә Вячеслав Основинды Александр Бурмистров алмаштыра. Ярославлгә киткән Максим Осипов урынын Павел Коледов яулай, шулай уҡ Алексей Семёнов һәм Максим Рыбин команда составын тулыландыра. Гагарин кубогы өсөн плей-оффында «Металлург» (4-2 серияла иҫәп) һәм «Автомобилист» (4-1) хоккей клубтарын үтә, 2011 йылдан бирле лигала иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә һәм КХЛ бронза миҙалдарын яулай.

Команданың төп ҡапҡасыһы Юха Метсола менән өс йылға контракт төҙөлә, ә клубҡа Михаил Пашнин, Евгений Лисовец, Сакари Маннинен, Владислав Картаев һәм Никита Сошников. Өфө менән килешеүҙәр ваҡыты Йоонас Кемппайненда, Владимир Ткачевта һәм Антон Бурдасовта тамамлана.

Сығыш яһауҙар тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1992—1993
1/8 финалы: «Торпедо» Ярославль — «Салауат Юлаев» 2-0 (4:2, 9:7 бул)
  • 1993—1994
1/8 финалы: «ЦСКА» Мәскәү — «Салауат Юлаев» 1-2 (3:2 бул, 1:5, 3:4 ө.в.)
1/4 финалы: «СКА» Санкт-Петербург — «Салауат Юлаев» 2-0 (6:4, 4:3)
  • 1994—1995
1/8 финалы: «Итиль» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 0-2 (2:5, 0:6)
1/4 финалы: «Салават Юлаев» — «Торпедо» Ярославль 2-0 (2:1, 3:2 бул)
1/2 финалы: «Динамо» Мәскәү  — «Салауат Юлаев» 2-1 (4:3 ө.в., 1:2, 2:1)
  • 1995—1996
1/8 финалы: «Кристалл» Саратов — «Салауат Юлаев» 0-2 (2:4, 1:4)
1/4 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 2-0 (5:1, 4:3)

«Салауат Юлаев» шайба менән хоккей буйынса Рәсәй чемпионаттарының даими беренселектәрендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Салауат Юлаев» шайба менән хоккей буйынса Рәсәй чемпионаттарының даими беренселектәрендә
Миҙгел Урын У Е ӨВЕ (+БСЕ) Т ӨВО (+БСО) О КШ ҮШ ±Ш М
2001-2002 9 51 21 2 6 0 22 126 127 -1 73 47.71
2002-2003 8 51 20 3 9 2 17 107 87 +20 77 50.33
2003-2004 9 60 24 0 7 2 27 134 140 -6 81 45
2004-2005 13 60 19 1 7 2 31 114 156 -42 68 37.78
2005-2006 7 51 21 0 11 2 17 128 110 +18 76 49.67
2006-2007 5 54 30 1 12 1 10 152 108 +44 105 64,81
2007-2008 1 57 37 5 0 4 11 183 119 +64 125 73

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, Т — тигеҙ иҫәптәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, ШК — керетелгән шайбалар, ҮШ — үткәргән шайбалар, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты

Рәсәй чемпионатының плей-офф уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1996—1997
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Северсталь» Череповец 2-1 (7:2, 0:3, 1:0)
1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Кристалл» Саратов 2-0 (5:2, 7:1)
1/2 финалы: «Торпедо» Ярославль — «Салауат Юлаев» 2-0 (2:1, 2:1 ө.в.)
Өсөнсө урыны: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 1-2 (4:3, 0:1 ө.в., 4:5 от)
  • 1998—1999
1/8 финалы: «Молот-Прикамье» Пермь — «Салауат Юлаев» 3-1 (2:0, 3:4, 2:1 бул, 1:0)
  • 2002—2003
1/4 финалы: «Локомотив» Ярославль — «Салауат Юлаев» 3:0 (2:1, 3:2 бул, 2:1)
  • 2005—2006
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Спартак» Мәскәү 3:0 (3:2 бул, 2:1, 5:4)
1/4 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан  — «Салауат Юлаев» 3:0 (4:2, 3:1, 3:1)
  • 2006—2007
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «СКА» Санкт-Петербург 3:0 (2:1 ө.в., 4:2, 3:2 бул)
1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «ЦСКА» Мәскәү 2:3 (5:2, 1:3, 4:3 ө.в., 0:1, 1:3)
  • 2007—2008
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Амур» Хабаровск 3:1 (2:1, 2:0, 2:3, 7:2)
1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Северсталь» Череповец 3:0 (3:1, 2:1, 3:0)
1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» Ҡазан 3:1 (3:0, 1:2, 4:3, 4:3 ө.в.)
Финал: «Салауат Юлаев» — «Локомотив» Ярославль 3:2 (0:3, 2:0, 4:1, 0:1, 4:1)

Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының даими беренселектәре һәм плей-офф уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О М Ш ДУ
2008-2009 56 38 4 1 3 2 8 129 203-116 1
2009-2010 56 37 4 3 3 1 8 129 215-116 1
2010-2011 54 31 9 2 2 1 9 109 176-120 3
2011-2012 54 23 3 4 4 1 18 89 173-152 8
2012-2013 52 24 2 3 6 0 17 88 148-140 9
2013-2014 54 25 3 3 4 3 16 94 155-140 8
2014-2015 60 25 2 1 4 1 27 86 158-173 14
2015-2016 60 29 3 2 1 3 22 101 179-156 9
2016-2017 60 21 2 4 10 3 20 88 169-174 14
2017-2018 56 26 4 1 3 2 20 88 151-139 10
2018-2019 62 24 6 1 5 5 21 72 158-140 11
2019-2020
Бөтәһе 624 303 42 25 45 22 186 1073 1885-1566

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны

  • 2008—2009
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Авангард» Омск 1:3 (3:2 ө.в., 0:1 бул, 2:3 ө.в., 1:4)
  • 2009—2010
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Автомобилист» Екатеринбург 3:1 (5:1, 4:1, 3:4, 8:1)
1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Нефтехимик» Түбәнге Кама 4:2 (6:2, 1:2 ө.в., 0:1, 1:0, 2:1 ө.в., 2:1)
1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» Ҡазан 2:4 (3:4, 1:2 ө.в., 2:3 ө.в., 4:2, 2:1, 1:2)
  • 2010—2011
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Себер» Новосибирск 4:0 (5:2, 3:1, 6:2, 5:0)
1/4 финал: «Аҡ Барс» Ҡазан — «Салауат Юлаев» 1:4 (2:3 ө.в., 1:3, 1:2 ө.в., 4:0, 0:1)
1/2 финалы: «Салауат Юлаев» — «Металлург» Магнитогорск 4:3 (4:3, 4:0, 1:2 ө.в., 4:2, 3:4, 3:5, 1:0)
Финал: «Салауат Юлаев» — «Атлант» Мытищи 4:1 (2:1 ө.в., 3:1, 3:2, 0:4, 3:2)
  • 2011—2012
1/8 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан  — «Салауат Юлаев» 4:2 (0:3, 3:2 ө.в., 4:3 ө.в., 3:0, 1:2, 3:2)
  • 2012—2013
1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 3:4 (3:4 ө.в., 2:0, 1:4, 3:2, 2:1, 4:5, 0:2)
1/4 финалы: «Аҡ Барс» Ҡазан  — «Салауат Юлаев» 4:3 (2:3, 0:2, 3:0, 5:3, 4:3 ө.в., 3:4 ө.в., 4:3)
  • 2013—2014
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Торпедо» Түбәнге Новгород 4:3 (1:3, 0:1, 2:1 ө.в., 4:2, 4:2, 2:6, 2:1)
1/4 финалы: «Барыс» Астана — «Салауат Юлаев» 2:4 (2:3 ө.в., 5:2, 2:5, 2:3 ө.в., 2:1, 2:3)
1/2 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 4:1 (3:2, 3:2 ө.в., 0:4, 1:0, 1:0 ө.в.)
  • 2014—2015
1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск» — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:0, 1:2, 2:1, 6:4, 2:1)
  • 2015—2016
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» 4:3 (4:1, 5:2, 0:3, 4:1, 3:4, 0:8, 3:2)
1/4 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 3:4 (2:3 ө.в., 5:4, 1:3, 1:2, 3:2, 3:1, 1:2)
1/2 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 4:1 (3:2 ө.в., 6:1, 2:3, 3:1, 3:2 ө.в.)
  • 2016—2017
1/8 финалы: «Аҡ Барс» — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:1, 2:1, 3:4, 2:1, 2:1 ө.в.)
  • 2017—2018
1/8 финалы: «Салауат Юлаев» — «Авангард» Омск 4:3 (6:4, 2:7, 3:5, 4:2, 2:1, 2:3, 3:2 ө.в.)
1/4 финалы: «Салауат Юлаев» — «Трактор» Силәбе 3:4 (1:2, 3:2 ө.в., 3:2, 1:4, 1:0, 1:7, 1:2)
  • 2018—2019
1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Салауат Юлаев» 2:4 (2:1 ө.в., 1:4, 1:5, 2:1 ө.в., 1:2 ө.в., 2:3 ө.в.)
1/4 финалы: «Автомобилист» Екатеринбург — «Салауат Юлаев» 1:4 (0:1, 2:0, 1:2 ө.в., 2:4, 1:4)
1/2 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 4:2 (4:3 ө.в., 4:1, 1:5, 4:2, 2:3 ө.в., 1:0 ө.в.)
  • 2019—2020
1/8 финалы: «Авангард» Омск — «Салауат Юлаев» 2:4 (5:2, 2:3 ө.в., 3:6, 1:5, 3:6, 1:4)

Чемпиондар лигаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат Юлаев» Рәсәй чемпионы булараҡ, Европа чемпиондар лигаһының тәүге һәм берҙән-бер миҙгелендә — 2008/09 йылдарҙа ҡатнаша. Өфө клубынан башҡа, Рәсәйҙән тағы ла Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы сығыш яһай.

Төркөм уйындарында бер тапҡыр ҙа еңелмәйенсә, «Салауат Юлаев» ярымфиналда ике уйын һөҙөмтәһе буйынса «Металлург» хоккей клубынан еңелә.

«Салауат Юлаев» 2008/2009 йылдар миҙгелендә Чемпиондар лигаһы уйындарында
  • Төркөм этабы:
«Салауат Юлаев» — «Ческе Будеёвице» Чехия 7-1 (1-0, 3-0, 3-1)
«Слован» Братислава, Словакия — «Салауат Юлаев» 2-4 (1-0, 1-3, 0-1)
«Ческе Будеёвице» — «Салауат Юлаев» 0-3 (0-2, 0-1, 0-0)
«Салауат Юлаев» — «Слован» 8-2 (1-1, 4-1, 3-0)
  • 1/2 финал:
«Металлург» Магнитогорск, Рәсәй — «Салауат Юлаев» 1-2 (0-0, 0-2, 1-0)
«Салауат Юлаев» — «Металлург» Магнитогорск 1-3 (0-0, 1-0, 0-3, 0-2 ps)

Шпенглер кубогында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат Юлаев» йылдың һуңғы көндәрендә Швейцарияның Давос ҡалаһында үткәрелгән халыҡ-ара Шпенглер кубогында дүрт тапҡыр ҡатнаша (2007, 2012, 2014, 2019). Өфө клубы ике тапҡыр турнирҙың финалында уйнай, әммә төп трофейҙы еңә алмай.

Шпенглер кубогы 2007
«Мёллер Пардубице», Чехия — «Салауат Юлаев» 0:5 (0:1, 0:2, 0:2)
«Адлер Мангейм», Германия — «Салауат Юлаев» 1:6 (1:2, 0:2, 0:2)
«Салауат Юлаев» — Канада 2:3 (1:2, 1:0, 0:1)
«Салауат Юлаев» — «Давос», Швейцария 5:6 (3:1, 0:2, 2:3)
Финал: Канада — «Салауат Юлаев» 2:1 (0:0, 2:1, 0:0)
Шпенглер кубогы 2012
«Салауат Юлаев» — «Фрибур-Готтерон», Швейцария 1:5 (1:0, 0:2, 0:3)
«Витковице», Чехия — «Салауат Юлаев» 4:5 ө.в. (2:1, 2:2, 0:1, 0:1)
Сирекфинал: «Давос» — «Салауат Юлаев» 7:5 (5:1, 2:2, 0:2)
Шпенглер кубогы 2014
«Женева-Серветт», Швейцария — «Салауат Юлаев» 3:2 (3:0, 0:2, 0:0)
«Йокерит», Финляндия — «Салауат Юлаев» 3:4 (1:2, 1:2, 1:0)
Сирекфинал: «Салауат Юлаев» — «Медвешчак», Хорватия 3:0 (1:0, 0:0, 2:0)
Ярымфинал: «Давос» — «Салауат Юлаев» 3:4 Б (2:0, 0:1, 1:2, 0:0, 0:1)
Финал: «Салауат Юлаев» — «Женева-Серветт» 0:3 (0:0, 0:2, 0:1)
Шпенглер кубогы 2019
«Амбри-Пиотта», Швейцария — «Салауат Юлаев» 4:1 (2:0, 1:1, 1:0)
ТПС, Финляндия — «Салауат Юлаев» 4:3 (1:1, 3:0, 0:2)
Сирекфинал: «Оцеларжи Тршинец», Чехия — «Салауат Юлаев» 3:2 (1:0, 1:2, 1:0)
«Өфө-Арена»

Ойошторолғандан башлап «Салауат Юлаев» командаһы «Труд» стадионында асыҡ һауала сығыш яһай. 1967 йылдан башлап команда уйындарын Өфөләге спорт һарайында үткәрә башлай, 2007 йылда «Салауат Юлаев» үҙе өсөн махсус төҙөлгән төҙөлгән Боҙ һарайы — «Өфө-Арена»ға күсә.

«Өфө-Арена» — Башҡортостан Республикаһындағы яһалма боҙло иң ҙур спорт ҡоролмаһы. Ул 2007 йылда Өфө архитекторҙары проекты буйынса төҙөлә, ҡала үҙәгендә, Ленин урамында, ваҡытында «Труд» стадионы булған ерҙә урынлашҡан. Боҙ һарайының хоккей майҙаны, 8070 урынлыҡ трибунаһы, спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, 100 урынлыҡ конференц‑залы булған пресс‑үҙәк, аппарат‑студиялы комплекс, ресторан бар.

«Өфө-Арена» беренсе тамашасыларҙы 2007 йылдың 27 авгусында Рәсәй һәм Канада йәштәр йыйылма командаларының Боҙ һарайын асыуға арналған матчында ҡабул итә. Ошо йылдың октябрендә бында көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә.

«Салауат Юлаев» үҙ боҙондағы беренсе рәсми матчты 2007 йылдың 19 декабрендә үткәрә. 2008 йылдың 11 апрелендә бында үҙ тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы, ә 2011 йылдың 16 апрелендә КХЛ чемпионы (2010/2011) була. 2013 йылда Өфөлә үткән йәштәр йыйылма командалары араһында донъя чемпионатының һәм 2014 йылдағы йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы уйындары был спорт ҡоролмаһында үтә.

«Өфө-Арена» — яһалма боҙло ике хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (8250 һәм 650 урынлы трибуналар).

2010 йылдың август айында опера йырсыһы Рафаэль Рәхмәтуллин башҡарыуында «Минең йөрәгем мәңгегә йәшел» (рус. Моё сердце навеки зеленое) гимны донъя күрә (йыр һәм һүҙҙәр авторы — Азамат Моратов)[6].

2015 йылдың 16 февралендә генераль бағыусы — «УРАЛ» хәйриә фонды «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслауҙы туҡтатыуы тураһында белдерҙе[7]. 2015 йылдың 28 февралендә Гагарин кубогының конференция сирекфиналының тәүге уйыныда уйынсылар яңы бағыусы булған яңы формала сығалар, формала «Башнефть» нефть компанияһының эмблемаһы була[8].

2017/2018 йылдар миҙгеленән башлап формала «Жилстройинвест» һәм «Талҡас» компанияларының, ә шлемдарҙа МЕГА сауҙа үҙәгенең эмблемалары килеп сыға.

«Салауат Юлаев» командаһының бөтә тренерҙары:

  • СССР Владимир Штырков (1961—1963)
  • СССР Юрий Субботин (1963—1968)
  • СССР Владимир Каравдин (1968—1975)
  • СССР Валерий Никитин (1975—1979)
  • СССР Марат Азаматов (1979—1983)
  • СССР Виктор Садомов (1983—1987)
  • СССР Сергей Михалёв (1987—1990)
Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған көнө
1 Рәсәй флагы Андрей Кареев 19 ноябрь, 1994
77 Юха Метсола 24 февраль, 1989
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған көнө
2 Рәсәй флагы Павел Коледов 20 сентябрь, 1994
5 Рәсәй флагы Алексей Семёнов 10 апрель, 1981
11 Рәсәй флагы Григорий Панин 24 ноябрь, 1986
Белоруссия Евгений Лисовец 12 ноябрь, 1994
36 Дания Филип Ларсен 7 декабрь, 1989
Рәсәй флагы Михаил Пашнин 11 май, 1989
92 Рәсәй флагы Захар Арзамасцев 6 ноябрь, 1992
93 Рәсәй флагы Артём Сергеев 20 февраль, 1993
94 Рәсәй флагы Станислав Гәрәев 13 август, 1994
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған көнө
8 Рәсәй флагы Эдуард Ғиматов 22 ғинуар, 1994
Рәсәй флагы Владислав Картаев 10 февраль, 1992
Сакари Маннинен 10 февраль, 1992
16 Рәсәй флагы Максим Майоров 26 март, 1989
17 Рәсәй флагы Вячеслав Солодухин 31 июль, 1988
18 Рәсәй флагы Дмитрий Кугрышев 18 ғинуар, 1990
Рәсәй флагы Никита Сошников 14 октябрь, 1993
25 Рәсәй флагы Владимир Жарков 10 ғинуар, 1988
41 Рәсәй флагы Владислав Лукин 24 ғинуар, 1997
62 Рәсәй флагы Пётр Хохряков 16 ғинуар, 1990
67 Швеция Линус Умарк 5 февраль, 1987
69 Рәсәй флагы Александр Бурмистров 21 октябрь, 1991
70 Теему Хартикайнен 3 май, 1990
78 Рәсәй флагы Александр Кадейкин 4 октябрь, 1993

Команданың ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйынсыларҙың бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат Юлаев» хоккей мәктәбенең билдәле тәрбиәләнеүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ирек Ғимаев — Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, өс тапҡыр дөнъя чемпионы, четырёхкратный чемпион Европы, обладатель Кубка Канады, восьмикратный чемпион СССР.
  • Игорь Кравчук — атҡаҙанған спорт мастеры, ике тапҡыр олимпик чемпионы, донъя һәм Европа чемпионы, ике тапҡыр СССР чемпионы. Рәсәйҙең юниор йыйылма командаһының баш тренеры (U-18).
  • Марат Азаматов — РСФСР атҡаҙанған тренеры, «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбенең беренсе директоры.
  • Александр Семак — атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа чемпионы, ике тапҡыр СССР чемпионы.
  • Сергей Ғимаев — атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡыр СССР чемпионы, өс тапҡыр иң яҡшы Һаҡсы, Рәсәй-2 һәм Матч каналдарында спорт комментаторы.
  • Венер Сафин — спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997), Салауат Юлаев (1995—1999) командаһының капитаны була, өлкән тренер булғанда, Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе (2007/2008), (2010/2011) һәм Гагарин кубогына эйә булды (2010/2011). 2012 йылдың декабренә тиклем «Салауат Юлаев»тың баш тренеры.
  • Рәил Мөфтиев — халыҡ-ара класслы спорт мастеры, Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997), тренер.
  • Андрей Василевский — ҡапҡасы, донъя чемпионы (2014), йәштәр донъя чемпионаттарының көмөш һәм бронза миҙалсыһы.

«Салауат Юлаев» составында Рәсәй чемпиондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2011: Колесник Виталий, Еременко Александр, Эрсберг Эрик, Кольцов Кирилл, Григорьев Михаил, Рязанцев Александр, Староста Томаш, Блатяк Мирослав, Прошкин Виталий, Кутейкин Андрей, Кондратьев Максим, Твердовский Олег, Калинин Дмитрий, Нильссон Роберт, Свитов Александр, Клепиш Якуб, Таратухин Андрей, Счастливый Петр, Козлов Виктор, Григоренко Игорь, Кольцов Константин, Козлов Вячеслав, Антипов Владимир, Торесен Патрик, Зиновьев Сергей, Радулов Александр, Панков Александр, Сапрыкин Олег.
  • 2008: Тарасов Вадим, Гниличка Милан, Еременко Александр, Бойков Александр, Ҡотдосов Артур, Доронин Павел, Щадилов Игорь, Логинов Александр, Блатяк Мирослав, Прошкин Виталий, Кольцов Кирилл, Кутейкин Андрей, Филипп Радек, Твердовский Олег, Чернов Михаил, Сидякин Андрей, Гордеев Артем, Заварухин Николай, Шкотов Алексей, Тарасов Дмитрий, Нуртдинов Руслан, Григоренко Игорь, Таратухин Андрей, Зачупейко Сергей, Чистов Станислав, Терещенко Алексей, Кольцов Константин, Антипов Владимир, Пережогин Александр, Воробьев Владимир, Волков Игорь, Микеска Михал, Медведев Алексей.

«Салауат Юлаев» составында уйнаған билдәле уйынсылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
24.09.2011 Амур — Салауат Юлаев

Республиканың башҡа хоккей командалары менән хеҙмәттәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Принципиаль ярышташтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауат Юлаев» өсөн иң мөһим ярышташ итеп Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубын атарға була[13][14][15]. Был клубтар араһында уйындарҙы «Йәшел дерби», «Ҙур йәшел дерби» йә «Татар-башҡорт дербиһы»[16][17] тип атайҙар. «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барс» — Гагарин кубогын беренсе булып еңгән командалар. Дерби үҙенең исемен командаларҙың формалары төҫө оҡшаш булғанға килеп сыға. Был көсөргәнешле уйынды ике республиканы сағыштырыуға бәйләйҙәр.

Уйындар 118
«Салауат Юлаев» еңеүҙәре 55
«Аҡ Барс» еңеүҙәре 56
Тигеҙ иҫәптәр 7
Шайбалар айырмаһы 316-326

«Салауат Юлаевтың» башҡа принципиаль дәғүәселәренә Магнитогорскиҙан «Металлург» һәм Омскиҙан «Авангард» командаларын индерергә мөмкин.

  • «Салауат Юлаев» — КХЛ команда трофейҙарын тулыһынса йыйған ике командаларҙың береһе: Гагарин кубогы, Асыш кубогы, Континент кубогы һәм Всеволод Бобров бүләге.
  • Клуб иң тәүге булып КХЛ-да 1000 шайба керетә. Юбилей шайбаһын Игорь Мирнов керетә.
  • «Югра» командаһына ҡаршы уйында Александр Радулов 6-сы секундта гол керетә. Был гол Рәсәй чемпионаттарының иң тиҙ шайбаһы була.
  • «Салауат Юлаев» — КХЛ тарихында ике ете уйынлы плей-офф серияһын рәттән еңгән тәүге команда.
  • Команда 2013/14 йылдар миҙгеленең даими беренселегендә бөтә 54 уйында ла бер булһа гол керетә. Бындай ҡаҙаныш башҡа бер командала ла юҡ.
  • 2017 йылдың 31 авгусында «Сочи» клубына ҡаршы уйында (11:3) «Салауат Юлаев» тәү тапҡыр КХЛ-да 11 гол керетә, КХЛ-да бығаса бер кем дә ике период эсендә 10 гол керетмәй һәм бер команданан 10 төрлө уйынсы бер уйында гол керетмәй.[18].
  1. Top 250 Européen, Saison 2017/18
  2. Добро пожаловать в «Салават Юлаев» 2016 йыл 6 май архивланған.
  3. Эркка Вестерлунд назначен главным тренером 2017 йыл 26 май архивланған.
  4. «Салават Юлаев» расторг контракт с Леонидом Вайсфельдом
  5. Василий Чижов назначен спортивным директором ХК «Салават Юлаев»
  6. На новый гимн «Салавата Юлаева» снимут клип
  7. БФ «Урал» объявил о приостановлении финансирования ХК «Салават Юлаев».
  8. Новым спонсором "Салавата Юлаева" может стать "Башнефть".
  9. Игорь Захаркин официально назначен главным тренером уфимского «Салавата Юлаева» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 8 октябрь (рус.)
  10. «Салават Юлаев» расторг контракт с главным тренером Игорем Захаркиным. «Спорт Mail.Ru» - Официальный сайт, 2017, 3 март(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
  11. Николай Цулыгин – главный тренер ХК «Салават Юлаев» 2018 йыл 14 июнь архивланған.
  12. Томи Ламса – новый главный тренер ХК «Салават Юлаев»
  13. Самый принципиальный соперник «Ак Барса» сменил главного тренера
  14. Игорь Мирнов: "Я знаю, кто самый принципиальный соперник «Ак Барса»
  15. Самый принципиальный соперник для Ак Барса. Опрос болельщиков в группе vk.com
  16. Так будет всегда. «Зелёное дерби» собрало аншлаг в Уфе
  17. Татаро-башкирское дерби
  18. «Салауат Юлаев» рекордтары