Ҡариҙел районы
Ҡариҙел районы | |
Ҡариҙел районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 февраль 1932 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Караидельский район |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Ҡариҙел |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 25 533 кеше (2017)[1] |
Майҙан | 3786 км² |
Почта индексы | 4523ХХ |
Рәсми сайт | karaidel.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 34744 |
Ҡариҙел районы Викимилектә |
Ҡариҙел районы (рус. Караидельский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ҡариҙел ауылы. Районда 27,5 меңдән күберәк кеше йәшәй.
Район 1932 йылдың 20 февралендә ойошторолған. Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан. Майҙаны – 3 786 квадрат километр, шуның 2 347 квадрат километрын урман биләй.
Район үҙәге Өфөнән 217 километр алыҫлыҡта ята, иң яҡын тимер юл станцияһы – “Суртан күле” (Пермь крайы).
2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 13 меңдән ашыу башҡорт, 7 меңдән күберәк татар, 5 меңдән ашыуыраҡ урыҫ, бынан тыш, башҡа милләттәр ҙә йәшәй.
Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыу һаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде "икенсе Швейцария" тип тә йөрөтә.
Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Өрөш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Дала ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән.
Районды Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы киҫеп үтә.
2001 йылда Ҡариҙел йылғаһы аша понтон күпер һалынған.
2019 йылда Ҡариҙел районында Башҡортостандың йөҙ йыллығына яңы күпер төҙөлдө. Уның оҙонлоғо 324 метр, юлдың киңлеге 9 метр.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Был төбәк дүрт «Советтар Союзы Геройы»н биргән, улар – Петр Георгиевич Корочкин, Николай Кириллович Романов, Сергей Павлович Черепахин, Нурлы Миңлеәхмәт улы Миңлеәхмәтов.
- Рәсәй Геройы исеменә Владимир Ришат улы Әлимов лайыҡ булған.
- Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Василий Семенович Дульцев лайыҡ булған.
- Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы [13.03.1938—19.04.2002), Тула өлкәһе «Щёкиноазот» комбинатының 1956—1996 йылдарҙағы өлкән аппаратсыһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1971), Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Байҡы-Юныс ауылынан[2].
- Йыһангирова (Зангирова) Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (3.09.1927) — почта хеҙмәте ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе[3].
- Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы (11.11.1963), мәҙәниәт эшмәкәре, 1984 йылдан райондың «Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Яҡуп ауылынан[4].
- Пантюхин Анатолий Алексеевич (23.10.1932—31.05.2017) — табип-терапевт, 1969—1989 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[5].
- Риянов Рәйес Мәсәлим улы (Рәйес Риян) (14.03.1934—30.03.2015), журналист, яҙыусы, шағир. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡариҙел ауылынан.
- Салиева Эмма Алексеевна (29.03.1969), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1992 йылдан Уразай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
- Сәҙертдинов Зөфәр Сәҙертдин улы (8.03.1924—21.04.2017), совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1975—1986 йылдарҙа СССР-ҙың монтаж һәм махсус төҙөлөш эштәре министры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Черепахин Сергей Павлович (1.10.1923—4.02.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Байҡы ауылынан[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2018)
- ↑ Исторический календарь / 2017 / Сентябрь. Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2017 йыл 21 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 август 2017)
- ↑ Мунирова Рафиля Мугаллимовна. Отдел культуры. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
- ↑ С минуты молчания начали работу оперативного совещания районной администрации по понедельникам 5 июня. Муниципальный район Караидельский район. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2017)<
- ↑ Башкирская энциклопедия — Черепахин Сергей Павлович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡариҙел районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Муниципаль райондың рәсми сайты 2011 йыл 12 октябрь архивланған.
- Башҡортостан Республикаһы сайтында 2011 йыл 30 ғинуар архивланған.
- YouTube сайтында Башкирское родословие: Унлар
- YouTube сайтында Башкирское родословие: Танып
- YouTube сайтында Башкирское родословие: Балыксы
- YouTube сайтында Башкирское родословие: Ельдяк
- Башҡортостан. 29 ноябрь 2012 й. №238 (26328)