Эстәлеккә күсергә

Тәһран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Тәһран
تهران
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Иран

Остан

Тәһран

Координаталар

35°42′ с. ш. 51°25′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

22 муниципаль округ

Мэр

Мәхәммәд Багер Ғәлибаф

Майҙаны

707 (1500)[1] км²

ДК бейеклеге

1200 м

Рәсми теле

фарсы теле

Халҡы

8 778 535[2] кеше (2012)

Тығыҙлығы

10000 кеше/км²

Агломерация

13 422 366 (ҙур Тәһран)[3]

Милли состав

фарсылар, әзербайжандар,
мазендерандар, курдтар,
әрмәндәр, ғәрәптәр

Конфессиональ составы

мосолмандар (96%), христиандар,
бахаиҙар, йәһүдтәр,
зороастрийҙар

Этнохороним

'Техрани́ (бер.), техраниа́н (күп.)

Сәғәт бүлкәте

UTC+3:30

Телефон коды

+98 21

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

tehran.ir
 (фарс.) (инг.)

Тәһран (Иран)
Тәһран
Тәһран

Тәһран — Иран дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.

Тәһран һүҙенең фарсыса яҙылышы (нәстәғлик)

Ҡаланың рәсми сайтынан күренеүенсә, Тәһран атамаһы «төптә», «аҫ яҡта» мәғәнәһе биргән (تهтәһ) һәм «тау итәге» тигәнгә тап килгән иҫке (ران ран) һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән. Шул рәүешле, Тәһран һүҙен "тау итәгендә" урынлашҡан тип тәржемә итергә була. Ҡала, ысынлап та, Точал тауынан көньяҡта урынлашҡан.[4]

Башҡа риүәйәт, «Тегеран» парфяндарҙың Тиран ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан тип раҫлай, ул Ирандың хәҙерге баш ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан. Үҙенең исеме «Тир йәшәгән урын» тип тәржемә ителә (зороастрий мифологияһында ямғыр илаһы)[4][5].

Өсөнсө теория буйынса, Тәһран «йылы урын» тигәнде аңлата һәм  Шемиран тигән («һалҡын урын») биҫтә атамаһына ҡапма-ҡаршы итеп ҡабул ителгән[6].

Гөлөстан һарайында «Кәрим-хан һиләүәте» («Хелват-е Карим-хан»), 1759 йыл

Ғалимдар үткәргән ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, Тәһран хәҙерге урынға беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыллап әүәл йәшәгән инде. Күскенселәр сүлдәге эҫенән ҡасып Эльбурс янына ҡасып килгән.

1228 йылда монголдар баҫып ингәс, улар яулап өлгөрмәгән Тәһран ҡалаһына халыҡ күпләп күсеп ултыра һәм ҡала әһәмиәтле сауҙа үҙәгенә әүерелә.

Тәһрандың төньяғындагы Илаһиә торама районы

XVIII быуатта Тәһрандың халыҡ һаны яҡынса 100 мең кеше тәшкил итә. Айырыуса ҙур тиҙлек менән халыҡ һаны XX быуатта үҫә.

Тәһранда халыҡ һаны үҫеше тарихы
1891 1922 1932 1956 1966 1980 1986 1991
Халыҡ 160,000 210,000 249,504 1,512,082 2,719,730 5,361,335 6,042,584 6,475,527
Тығыҙлыҡ (кеше/км²) 6,540 8,590 10,200 15,120 9,610 9,600 8,430 8,990
Йыллык артыу, % 3 4 4,6 5,9 5,8 4,1
Мигранттар һанының артыуы 3,800 1,700 24,900 25,900 47,500 35,000
Чыганак: Atlas de Téhéran et Mansour Ohadi

Тегеран донъяның фарсы телле иң эре ҡалаһы булып тора. Ҡала халҡы этник йәһәттән төрлөр, хатта төрлө телдәр һәм диалекттар фарсы теленең тәһран диалектын барлыҡҡа килтергән, ул Иран өсөн стандарт һанала.

Шулай уҡ Тегеран халҡының күпселек өлөшө исфахан, йәзид, шираз, йәһүди-тажик диалекттарында һәм дари телендә һөйләшә [7]

Ҡулланылыш буйынса икенсе урында — әзербайжан теле[8][9].

Шулай уҡ, курдтар, гиләндәр, лурҙар, бәлүждәр, төркмәндәр, ғәрәптәр, әрмәндәр, ассириялылар йәмәғәттәре бар[10]

Тәһран халҡының күпселеге — шиғыйҙар, улар 96 % тәшкил итә.

Бәһаиҙар - 2,8 % (200 мең самаһы кеше). Христиандар ҙа бар, уларға беренсе сиратта Әрмән апостол сиркәүе, Урыҫ правослау сиркәүе, Ассирия сиркәүе инә[11].

Йәһүдиҙәр йәмғиәтенә 16—18 мең кеше инә. Тәһранда 18 синагога бар[11]. Зороастризм йәмғиәтенә 10 мең кеше йәлеп ителгән[11]. Башҡа дини әҙселеккә сөнниҙәр, әҙ һандағы сикхтар, индуистар, буддасылар, мандейҙар, йәзидтәр, суфыйҙар инә.

Ил Ҡала
Америка Ҡушма Штаттары Америка Ҡушма Штаттары Лос-Анджелес[12]
Корея республикаһы Көньяҡ Корея Сеул[13]
Флаг ОАЭ БҒӘ Дубай[14]
Филиппин Филипин Манила
Беларусь Беларусь Беларусь Минск[15]
Тажикстан Тажикстан Дүшәнбе
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Мәскәү
Венесуэла Венесуэла Каракас
Куба Куба Гавана
  1. Мэрия Тегерана
  2. World Gazetteer: World - largest cities (per geographical entity)
  3. http://www.sci.org.ir/portal/faces/public/sci_en
  4. 4,0 4,1 تاريخچه تهران 2009 йыл 24 ғинуар архивланған.
  5. تهران چگونه پایتخت شد؟
  6. Ahmad Kasravi. Kārvand-e Kasravi / Ed. Yahyā Dokā. Téhéran, 1973. P. 273-83.
  7. https://web.archive.org/web/20081014035050/http://www.tehran.ir/Default.aspx?tabid=12511
  8. Azerbaijanis (author Brenda Shaffer), page 206. // Encyclopaedia of Modern Asia. Volume 1: Abacus to China. Editors: David Levinson and Karen Christensen. New York: Charles Scribner’s Sons, 2002, LXVII+ 529 pages. ISBN 978-0-684-31242-2

  9. Teheran — LookLex Encyclopaedia 2010 йыл 17 декабрь архивланған.
  10. All about Oscar
  11. 11,0 11,1 11,2 Eliz Sanasarian: Religious Minorities in Iran. Cambridge University Press, Cambridge 2000, ISBN 0-521-77073-4
  12. http://www.lacity.org/SisterCities/html/11.htm 2009 йыл 24 февраль архивланған.
  13. http://english.chosun.com/w21data/html/news/200707/200707110009.html(недоступная ссылка)
  14. http://en.wikipedia.org/wiki/Dubai
  15. [1] 2017 йыл 25 май архивланған.