Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БР ФА битенән йүнәлтелде)
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы
Нигеҙләү датаһы 1991[1]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Өфө
Рәсми сайт anrb.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
Карта

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (ҡыҫҡаса БР ФА) — Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт фәнни учреждениеһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йыл 6 февраль Указы менән республиканың фәнни-техник потенциалын һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү өсөн ойошторолған. Академия республиканың һәм уның күп милләтле халҡының фәнни үҫеше мәсьәләләрен хәл итә, республика ойошмалары, вуздары һәм предприятиеларының тикшеренеү, инновацион эшмәкәрлеген интеграциялауҙа әүҙем ҡатнаша, фән менән мәғариф араһындағы бәйләнеште нығыта, республика ғилми йәмәғәтселегенең Рәсәйҙең һәм донъя илдәренең фәнни берләшмәләре менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының эше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланыусы республика ғилми-техник программаларына һәм Республика Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнә.

Фәнде күренекле хеҙмәттәр йә беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә хеҙмәттәр менән байытҡан ғалимдар Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең ватан һәм халыҡ-ара абруйға эйә булған иң билдәле ғалимдары, шулай уҡ Академияның почетлы һәм сит ил ағзаһы итеп һайлана.

Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары идаралыҡ органы — дөйөм йыйылыш, уға Академия ағзалары, фән докторҙары инә. Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы устав, бүлексәләрҙе һәм филиалдарҙы ойоштороу, ҡайтанан ойоштороу һәмбөтөрөү тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итә, фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләй, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының ғилми-ойоштороу эшмәкәрлеге һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тураһындағы отчет докладын раҫлай һ.б. Дөйөм йыйылыш Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президентын, вице-президенттарын, баш ғилми секретарын, Президиумын һәм уның бүлексәләренең академик-секретарҙарын һайлай.

2011 йылдың 4 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында йәшерен тауыш биреү юлы менән Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, профессор Рәмил Бәхтизин Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп һайлана[2].

2015—2021 (15.06) йылдарҙа Фәндәр академияһын Әлфис Ғаязов етәкләне. 2021 йылдың 15 июнендә Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп Камил Нурулла улы Рамазанов тәғәйенләнде[3].

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында филиалы бар.

1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ойоштороу йыйылышы була, унда ойоштороусылар араһынан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәүге академиктары һайлана.

1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының беренсе дөйөм йыйылышы үтә, унда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп О. Ә. Ҡайбышев һайлана.

О.Ә. Ҡайбышев инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе М. Ғ. Рәхимов ҡул ҡуйған Указ сыға. Указға ярашлы, ул саҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенә ингән Башҡортостан фәнни үҙәгенең бөтә институттары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы составына индерелә. Әммә был Рәсәй Фәндәр академияһы етәкселеге менән яраштырылмай эшләнә. Өфөнөң фәнни йәмәғәтселеге уртаға бүленә. Мәсьәлә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Ю. С. Осипов менән М.Ғ. Рәхимовтың осрашыуында хәл ителә. Өфөнөң академик институттарын Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенән сығарып, туранан-тура РФА Президиумына буйһонған Рәсәй Федерацияһы Өфө фәнни үҙәге составында ҡалдырырға, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тармаҡ институттарын индерергә (быға тиклем фәнни үҙәк составында булмаған Механика институты менән Юғары һығылмалылыҡ институтынан башҡалары) ҡарар сығарыла.

Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһы президиумының Өфөләге биналары Башҡортостан Фәндәр академияһына тапшырыла. Башҡортостанда 2 президент — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенттары — һайлана.

1996—2003 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының хеҙмәттәрен берләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Уртаҡ фәнни-ойоштороу структуралары булдырыла: ғилми советтар, аспирантура, докторантура, «Ғилем» нәшриәте. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы инфраструктураһын (мәғлүмәт селтәре, китапхана, поликлиника, автобаза, балалар баҡсалары, ял базаһы һ.б.) уртаҡ файҙаланыу ойошторола.

Фәндәр академияһының структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәндәр академияһы бүлексәләре

  • Социаль һәм гуманитар фәндәр бүлексәһе
  • Физика-математика һәм техник фәндәр бүлексәһе
  • Ер һәм тәбиғәт байлыҡтары тураһындағы фәндәрбүлексәһе
  • Химия-технология фәндәре бүлексәһе
  • Биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһе
  • Медицина фәндәре бүлексәһе

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы буйһоноуындағы ғилми ойошмалар:

  • Гербицидтар һәм үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр технология ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тәжрибә-эксперименталь производствоһы Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет ойошмаһы
  • Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты дәүләт бюджет учреждениеһы
  • «Баштехинформ» республика ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт комплексы дәүләт автономиялы учреждениеһы
  • «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Төбәк тикшеренеүҙәре институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Ҡулланма тикшеренеүҙәр институты дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы
  • Үткәргес торба гидравликаһы үҙәге
  • Аграр тикшеренеүҙәр үҙәге
  • «Ғилем» нәшриәте[4]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән республика башҡарма власть органдарының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған ғилми ойошмалар

  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы дәүләт фәнни учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты дәүләт унитар предприятиеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы дәүләт фәнни учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы Нефть эшкәртеү институты дәүләт унитар предприятиеһы

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәнни-методик етәкселекте тормошҡа ашырған ғилми ойошмалар

  • Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешенең именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең «Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт фән учреждениеһы
  • Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының «Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» (тәжрибә хужалыҡтары менән) дәүләт фәнни учреждениеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтың «Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы
  • Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының «БашНИПИСпром» Башҡортостан төҙөлөш материалдары ғилми-тикшеренү проект институты дәүләт унитар предприятиеһы
  • «Тәжрибә заводы» дәүләт унитар предприятиеһы
  • «Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы
  • «„Биоплант“ биотрансплантаттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәи етештереү институты» дәүләт унитар предприятиеһы

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президиумда 31 кеше. Шулар араһында:

Академияның Президенттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары[7] (2012)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының элекке ағзалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзалары булғандар:

  1. Абалкин Леонид Иванович (1930—2011) — иҡтисадсы
  2. Айытов Н. А. (1925—1999) — социолог, философ, 1964—1988 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фәнни коммунизм кафедраһы мөдире
  3. Алмазов В. А. (1931—2001) — кардиохирург
  4. Әмиров Р. З. (1923—1995) — кардиолог
  5. Айыуханов М. Б. (1924—2000) — аграрий
  6. Байымов Р. Н. (1937—2010) — филолог
  7. Бәхтизин Н. Р. (1927—2007) — үҫемлек белгесе
  8. Бикбаева Ә. И. (1926—2004) — отоларинголог
  9. Буслаев Ю. А. (1929—2001) — органик булмаған химия өлкәһендәге ғалим
  10. Валеев Д. Ж. (1940—2002) — философ, культуролог
  11. Ғәзизов Ф. М. (1937—2008)
  12. Ғөбәйҙуллин М. С. (1920—2008)
  13. Дәүләтов Э. Ғ. (1947—1998)
  14. Донелли А. С. (Alton S.Donelly) (1920—2007)
  15. Иванов В. Т. (1929—2003)
  16. Ильюшин А. А. (1911—1998)
  17. Исмәғилев Заһир Ғариф улы (1917—2004) — совет башҡорт композиторы
  18. Ишмухаметов А. И. (1932—2004)
  19. Ҡаһарманов Н. Ф. (1929—1996)
  20. Казаков В. П. (1934—2010)
  21. Казанцев Ю. В. (1935—2011)
  22. Мостай Кәрим (1919—2005) — башҡорт яҙыусыһы
  23. Кирпичников П. А. (1913—1997)
  24. Коган Л. Н. (1923—1997)
  25. Конарев В. Г. (1915—2005)
  26. Кузеев Р. Ғ. (1929—2005)
  27. Кузеев Р. Ғ. (1923—1998)
  28. Ҡунаҡбаев С. А. (1901—1996)
  29. Кучеров Е. В. (1924—2005)
  30. Лякишев Н. П. (1929—2006)
  31. Мәүлиов М. Р. (1928—2000)
  32. Мазунов В. А. (1942—2011)
  33. Миначев Х. М. (1908—2002)
  34. Минскер К. С. (1929—2003)
  35. Мирзажанзадә А.Х, (1928—2006)
  36. Мозжерин В. И. (1926—2008)
  37. Монаков Ю. Б. (1942—2011)
  38. Наливкин В. Д. (1915—2000)
  39. Осипьян Ю. А. (1931—2008)
  40. Рахманҡолов Д. Л. (1939—2008)
  41. Садиҡов Ф. Б. (1929—1998)
  42. Сәйеттбатталов Ғ. Ғ. (1928—2010)
  43. Сәйәхов Ф. Л. (1934—2002)
  44. Спивак А. И. (1923—2007) — тау эше
  45. Старова Н. В. (1923—2005)
  46. Солтанов Ф.Ф, (1928—2003)
  47. Сөнәев З. И. (1929—2001)
  48. Тенишев Э. Р. (1921—2001)
  49. Тереғолов Р. Ғ. (1922—1998)
  50. Трофимук А. А. (1911—1999)
  51. Ураҡсин З. Ғ. (1935—2007)
  52. Усманов Х. Ф. (1923—2009)
  53. Фролов К.В, (1932—2007)
  54. Халиҡов Ғ. Ә. (1931—2007)
  55. Хангилдин В. Х. (1907—1997)
  56. Чуркин Ю. В. (1935—1998)
  57. Шакиров Ж. Т. (1914—2006) — умартасы
  58. Шатилов И. С. (1917—2007)
  59. Яншин А. Л. (1911—1999) — геолог, СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһен һәм СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Геология һәм геофизика институтын нигеҙләүселәрҙең береһе
  60. Яхимович В. Л. (1913—1994) — геолог
  61. Заянчковский И. Ф. (1917—2010) — ветеринария, билдәле яҙыусы

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академиктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һайланған йыл Исем-шәрифе Махсуслашыу өлкәһе
1 2012 Аббас М. Гуманитар фәндәр
2 1998 Батай Ж. физика-математика фәндәре
3 1998 Бэнерджи С. химия, физика-математика фәндәре
4 2012 Виллемс Р. биология, ауыл хужалығы фәндәре
5 2002 Каган А. химия фәндәре
6 1998 Какач С. техник фәндәр, физика-математика фәндәре
7 1998 Крам Л. физика-математика фәндәре
8 1991 Лэнгдон Т. техник фәндәр
9 1995 Лэхи Р. физика-математика фәндәре
10 1991 Мадьяри А. ауыл хужалығы фәндәре
11 1991 Падманабхан К.А. техник фәндәр
12 1998 Теофанус Т.Дж. техник фәндәр
13 2012 Туған И. Гуманитар фәндәр

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына бюджеттан аҡса бүлеү: 2003 йылда — 65 млн һум, 2004 йылда — 77 млн һум, …, 2010 йылда — 253 млн һум, 2011 йылда — 227 млн һум[12].

Фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла торған аҡса ике өлөшкә бүленгән: фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм дәүләт ғилми-техник программалары.

Фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм инновацион эшләнмәләрҙе финанслау эре Федераль маҡсатлы программалар, шулай уҡ «Роснано», «РОСТЕХНОЛОГИИ» кеүек корпорациялар аша тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәндең төрлө өлкәһендә 18 премия булдырған: Н. А. Айытов исемендәге, Д. Ф. Варфоломеев исемендәге, Г. В. Вахрушев исемендәге, С. А. Гаврилов исемендәге, В. К.Ғирфанов исемендәге, Зәки Вәлиди (ҡарағыҙ: Ә. Ә. Вәлидов) исемендәге, К. П. Краузе исемендәге, Г. Х.Ҡоҙаяров исемендәге, Р.Ғ.Кузеев исемендәге, С. А.Ҡунаҡбаев исемендәге, А. Ф. Леонтьев исемендәге, Р. Р.Мәүлитов исемендәге, С. Р. Рафиҡов исемендәге, М. И. Тоҡомбәтов исемендәге, Г. Н. Тереғолов исемендәге, К. Р. Тимерғәзин исемендәге, А. А. Трофимук исемендәге, М. И.Өмөтбаев исемендәге.

Академия нәшер иткән журналдар: «Башкирский экологический вестник» (НИИБЖД менән берлектә), «Вестник Академии наук Республики Башкортостан», «Проблемы востоковедения», «Экономика и управление: научно-практический журнал» (Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы менән берлектә).


  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Новым президентом Академии наук Республики Башкортостан стал Бахтизин Р. Н.
  3. И.о. президента Академии наук Башкортостана назначен Камиль Рамазанов. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
  4. Издательство «Гилем»
  5. Президиум АН РБ
  6. Башҡортостан Фәндәр академияһы Президенты вазифаһын башҡарыусы билдәләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 29 сентябрь
  7. Академики АН РБ на официальном сайте Академии фәндәре РБ
  8. Академия Фәндәре Республики Башкортостан
  9. Махмуд Аббас стал академиком Академии фәндәре Башкортостана 2014 йыл 27 июль архивланған.
  10. Махмуд Аббас стал академиком Академии наук Башкортостана. 2014 йыл 27 июль архивланған.
  11. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 270 бит
  12. Доклад президента Академии наук Республики Башкортостан Р. Н. Бахтизина 2019 йыл 6 март архивланған.