Венгрия
| |||||
Гимн: «Himnusz» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 17 октябрь 1918 ( Австрия-Мажарстан) | ||||
Рәсми тел | Венгр (мажар) | ||||
Баш ҡала | Будапешт | ||||
Эре ҡалалар | Будапешт, Дебрецен, Мишкольц, Сегед, Печ, Дьёр, Ниредьхаза, Кечкемет, Секешфехервар | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр |
Каталин Новак Виктор Орбан | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
109 93 030 км² 0,74% | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Перепись (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
9 982 000[1] чел. (83) 10 014 324[2] чел. 107,7 чел./км² (94) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
196,196 млрд.[3] долл. 19 647[3] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
147,874 млрд.[3] долл. 14 808[3] долл. | ||||
КПҮИ (2008) | ▲ 0,805[4] (очень высокий[4]) (36 урын) | ||||
Этнохороним | Венгр (мажар) | ||||
Валюта | Венгр форинты (HUF, 348) | ||||
Интернет-домен | .hu, .eu | ||||
Код ISO | HU | ||||
МОК коды | HUN | ||||
Телефон коды | +36 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +1 (CET) |
Ве́нгрия (Мажарстан, мадьярса Magyarország) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. 2004 йылдан алып Европа Берлеге ағзаһы. Словения, Австрия, Украина, Румыния, Сербия һәм Хорватия илдәре менән сиктәш.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт телендә венгр атамаһы урыҫ теленән күскән. Башҡорт ғалимдарының күбеһе мадъяр атамаһын ҡуллана. Урта быуатта ғәрәп ғалимдары (Ибн Саид аль-Магриби, Абу-ль-Фид, Закарийа ибн Мухаммед ал-Казвини һ.б.) мадъярҙарҙы «башҡорт» тип атай. Европа телдәрендә ошондай формалар осрай: франц. hongrois, нем. Ungar(n), ингл. Hungarian(s), швед. ungrare
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт биләмәһе башлыса тигеҙлектәрҙән тора. Дунай йылғаһының уң яҡ яры 150—200 м бейеклектәге Дунантул тигеҙлеге һәм Урта Венгр тауҙарының массивтарынан тора. Дәүләттең төньяҡ-көнбайышында Кесе Дунай түбәнлегенең көньяҡ өлөшө (Кишалфүлд), төньяҡ-көнсығышта Карпат тауҙарының итәктәре. Иң бейек нөктәһе булып Матра массивындағы Кекеш тауы иҫәпләнә, бейеклеге 1015 метр. Көнбайышта 500—800 метр бейеклектәге Альп тауҙары итәктәре һуҙылған.
Ҡаҙылма байлыҡтары: боксит, күмер, нефть, табиғи газ, уран, марганец, тимер мәғдәне.
Климаты— уртаса континенталь. Уртаса температура −2…-4°С (ғинуар), +20…+22,5°С (июль).Йыллыҡ яуым-төшөм 450—900 мм тәшкил итә. Көнбайышта ҡоролоҡтар була. Яуым-төшөм башлыса йәй баштарында һәм көҙ көндәре була.
Тауҙарҙа һәм бейек ерҙәрҙә һоро урман һәм кәҫле-карбонатлы тупраҡ булһа, Тиса, Дунай киңлектәрендә аллювиаль тупраҡ.Әлфүлдә уңдырышһыҙ татырлы тупраҡтар осрай. Венгрия биләмәләренең яҡынса 20%-ын урмандар ҡаплаған. Урмандар башлыса тауҙарҙа һаҡланып ҡалған.
Хайуандар донъяһы: ҡуян, ялман, йомран, төлкө, терпе. Ҡоштарҙан — турғай, миләш турғайы, тумыртҡа, ябалаҡ таралған.Ҡамыштар үҫкән ерҙәрҙә һыу ҡоштары ла бар.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрияның төп халҡын венгерҙар тәшкил итә (92,3 %).
Илдең 95 % халҡы венгер телен туған тел тип иҫәпләй. Венгр теле Урал телдәре ғаиләһенең фин-уғыр тармағына ҡарай. Уларҙың ҡәрҙәш телдәре булып ханттар һәм мансиҙар тора.
Әҙ һандағы милләттәргә немецтар (1,2 %), сиғандар (1,1 % — 8 %), йәһүдтәр (1 %), румындар (0,8 %), словактар (0,4 %), хорваттар (0,2 %) һәм сербтар (0,2 %) инә.
Күрше дәүләттәрҙә лә байтаҡ венгер милләтле халыҡ йәшәй. Бигерәк тә Украинала (Карпат аръяғында), Словакияла, Румынияла (Трансильванияла), Сербияла (Воеводинала), Хорватияла.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дингә табыныусыларҙың иң ҙур өлөшө булып католиктар тора(51,9 %). Шулай уҡ кальвинсылар (15.9 %), лютерандар (3 %) грек-католиктары (2,6 %), башҡа христиандар (1 %). Дине мәғлүм булмағандар — 25,6 %.
Эре ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала | Венгерса атамаһы | Медье | Халыҡ һаны (2011) |
Будапешт | Budapest | Будапешт | 1 729 040 |
Дебрецен | Debrecen | Һайду-Биһар | 211 320 |
Мишкольц | Miskolc | Боршод-Абауй-Земплен | 167 754 |
Сегед | Szeged | Чонград | 168 048 |
Печ | Pécs | Баранья | 156 049 |
Дьёр | Győr | Дьёр-Мошон-Шопрон | 129 527 |
Ньиредьхаза | Nyíregyháza | Сабольч-Сатмар-Берег | 119 746 |
Кечкемет | Kecskemét | Бач-Кишкун | 111 411 |
Секешфеһервар | Székesfehérvár | Фейер | 100 570 |
Сомбатһей | Szombathely | Ваш | 78 884 |
Сольнок | Szolnok | Яс-Надькун-Сольнок | 72 953 |
Татабанья | Tatabánya | Комаром-Эстергом | 67 753 |
Капошвар | Kaposvár | Шомодь | 66 245 |
Бекешчаба | Békéscsaba | Бекеш | 62 050 |
Эрд | Érd | Пешт | 63 631 |
Веспрем | Veszprém | Веспрем | 61 721 |
Залаэгерсег | Zalaegerszeg | Зала | 59 499 |
Шопрон | Sopron | Дьёр-Мошон-Шопрон | 60 548 |
Эгер | Eger | Һевеш | 56 569 |
Надьканижа | Nagykanizsa | Зала | 49 026 |
Сәйәси система
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡанундар сығарыусы власть булып бер мандатлы Венгрия парламенты тора(Милли йыйын)(386 урын).
2004 йылдың 25 авгусында хөкүмәт кризисы рөхсәт ителә. Һөҙөмтәлә элекке премьер министр Петер Медьеши отставкаға китә. Уның урынына Венгерия социалистик партияһы тарафынан йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министр, мультимиллионер Ференц Дюрчань һайлана.
Етәкселек иткән социалистар һәм ирекле демократтар партиялары коалицияһы кризисының төп сәбәптәре булып, финанс-иҡтисади проблемалар тора.
Кризис в правящей коалиции социалистов и свободных демократов связан, прежде всего, с накопившимися финансово-экономическими проблемами, которые включают в себя огромный бюджетный дефицит (почти 6 % в 2003), завышенный курс национальной валюты, небывалый рост внутренней и внешней задолженности страны (свыше 50 миллиардов долларов). Отражаясь на социальной сфере, эти проблемы вызывают недовольство населения. В результате недавние выборы в Европарламент венгерские социалисты проиграли Союзу молодых демократов.
В апреле 2006 в Венгрии прошли новые парламентские выборы.
Венгерская социалистическая партия (ВСП) получила 186 из 386 мандатов, её союзник по правительственной коалиции — Союз свободных демократов — 18 мандатов. Их соперники — Венгерская гражданская партия (ФИДЕС) — на выборах выступала единым списком с Венгерским демократическим форумом.
Парламентские выборы в апреле 2010 года кардинально изменили политический ландшафт Венгрии. Победу одержала Венгерская гражданская партия (ФИДЕС), получив 262 депутатских мест в парламенте (более двух третей мест). Венгерская социалистическая партия получила 59 мест, националистическая партия Движение за лучшую Венгрию — 47 мест. В парламент прошла также партия Политика может быть другой — 16 мест.
29 июня 2010 года парламент страны избрал новым президентом Венгрии Пала Шмитта, золотого медалиста по фехтованию на Олимпийских играх 1968 и 1972 годов; Шмитт вступил в должность 6 августа 2010 года[5].
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрия 19 медье (өлкәгә) һәм республикаға буйһонған, медьеға тиңләштерелгән Будапешт ҡалаһына бүленгән. Медье һәм хакимиәт үҙәктәре исемдәре тура килмәй, төрлөсә атап йөрөтөлә.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венгрия уртаса күләмле ҙур табышлы иҡтисадҡа эйә.[6] Европа берләшмәһе иҡтисадының бер өлөшөн тәшкил итә. 1990-сы йылдарҙа, социалистик иҡтисадтан һуң баҙар иҡтисадына күсеү ҡыҫаларында ил иҡтисадты либиралләштереүҙе кисергән. Венгрия 1995 йылдан алып Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ағзаһы булып тора. [7] Шулай уҡ 1996 йылдан Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы[8], 2004 йылдан Европа Берлеге ағзаһы.
Тулайым эске продуктта ауыл хужалығы 7,1 %, сәнәғәт 29,7 %, хеҙмәт күрһәтеү тармағы 63,3 % тәшкил итә. 2013 йылғы мәҡлүмәттәргә ҡарағанда, Венгрия экспорты 93.01 миллиард доллар тәшкил итә[9]; төп партнерҙары: Германия (25.6 %), Румыния (6.2 %), Словакия (6.1 %), Австрия (6.0 %), Италия (4.8 %), Франция (4.8 %), Бөйөк Британия (4.2 %), һәм башҡалар.[10] Төп экспорт тауарҙары — машиналар һәм йыһаздар (53.5 %), башҡа эшләнмәләр (31.2 %), аҙыҡ-түлек 8,7 %, яғыулыҡ һәм электр энергияһы (3.9 %), сеймал (3.4 %).
Венгрия экспорты 89.51 миллиард доллар тәшкил итә[9]; төп партнерҙары: Германия (25.1 %), Рәсәй (8.8 %), Ҡытай (7.4 %), Австрия (7.1 %), Словакия (5.6 %), Польша (4.8 %), Италия (4.5 %), Нидерланд (4.2 %) .[11] Төп импорт тауарҙары — машиналар һәм йыһаздар (45.4 %), башҡа эшләнмәләр (34.3 %), яғыулык һәм электр энергияһы (12.6 %), аҙыҡ-түлек (5.3 %), сеймал (2.5 %) (2012).
Төп иҡтисад тармаҡтары — тау байыҡтырыу, мәғдәнселек, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, текстиль, химикаттар (күбеһенсә фармацевтика), автотранспорт. Төп ауыл хужалығы культуралары — бойҙай, кукуруза, көнбағыш, картуф, шәкәр сөгөлдөрө.
Байрамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фаршанг — венгр масленицаһы.
- Пасха
- Раштыуа
- Изге Иштван көнө — 20 август билдәләнгән Венгрияның төп байрамы.
- 1848 йылғы Венгрия революцияһы көнө — 15 март билдәләнә.
- Хеҙмәт байрамы — 1 май.
- Венгрия Республикаһы көнө.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Вишеград ҡалаһы
-
Венгрия парламенты бинаһы
-
Король Стефандың тажы
-
Изге Стефан базиликаһы
-
Кекеш
-
Диошдьёр ҡәлғәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Hungarian Central Statistical Office 2008 йыл 22 сентябрь архивланған.. Retrieved 2008-12-19.
- ↑ [http://epp.eurostat.ec.europa.eu/tgm/table.do?tab=table&init=1&language=en&pcode=tgs00079&plugin=1 Population and living conditions in Urban Audit cities, core city Total population in Urban Audit cities], eurostat.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Report for Selected Countries and Subjects
- ↑ 4,0 4,1 Human Development Index and its components 2019 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ Hungary's parliament elects Pal Schmitt president, Reuters (29 июня 2010 года).
- ↑ http://data.worldbank.org/about/country-and-lending-groups#High_income
- ↑ http://www.oecd.org/about/0,3347,en_33873108_33873438_1_1_1_1_1,00.html
- ↑ http://www.wto.org/english/thewto_e/countries_e/hungary_e.htm
- ↑ 9,0 9,1 https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/hu.html 2009 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/fields/2050.html#hu 2016 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/fields/2061.html#hu 2016 йыл 6 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт венгерского Парламента
- Сайт посольства Венгрии в России 2009 йыл 5 октябрь архивланған.
|