Башҡортостан: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: az:Başqırdıstan
137 юл: 137 юл:
[[an:Baixkiria]]
[[an:Baixkiria]]
[[ar:باشقورتوستان]]
[[ar:باشقورتوستان]]
[[az:Başqırdıstan Respublikası]]
[[az:Başqırdıstan]]
[[be:Башкартастан]]
[[be:Башкартастан]]
[[be-x-old:Башкартастан]]
[[be-x-old:Башкартастан]]

20:30, 10 февраль 2012 өлгөһө

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Башкортостан
Башҡортоста́н Респу́бликаһы
 

Башҡортостан Флагы Башҡортостан Гербы

Башҡала

Өфө

Майҙаны

30-сы

- Барлығы
- һыу өҫтө %

143 600 км²
күп түгел

Халҡы

7-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

4 104 336 (2002)

Федераль округ

Иҙел буйы

Иҡтисади район

Урал

Дәүләт теле

башҡорт, урыҫ

Президент

Рөстәм Хәмитов

Премьер-министр

Дәүләт йыйылышы рәйесе

Константин Толкачев

Гимн

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны

РФ субъекты коды

02, 102

ISO 3166-2 коды

RU-BA

Сәғәт бүлкәте

YEKT, UTC+05:00[d] һәм Азия/Екатеринбург[d][1]

Башҡортоста́н Респу́бликаһы (Башҡортостан) — Рәсәй Федерацияһы төбәге. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. Тик, Рәсәй Федерацияһы Конституцион судының 2001 йылғы 6 декабрҙә 250-О асыҡламаһына ярашлы, башҡаса аңлатыла. Иҙел буйы федераль округына Һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш.


Халҡы

Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. Уларҙың 2 626 613-ө ҡалала, 1 447 723-ө ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9%-н, йәғни 1 923 233-н ирҙәр тәшкил итә. Эре ҡалалары - Өфө (баш ҡала, 1 042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (122,3 мең кеше), Октябрьский (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2% -ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8%), урыҫтар (36,3%), татарҙар (24,1%) тәшкил итә.[2]

Йылдар Халыҡ һаны (кеше) шул иҫәптән
Башҡорттар Урыҫтар Татарҙар
1897 1,991,000
1913 2,811,000
1926 2,547,000
1939 3,158,969 671,188 1,281,347 777,230
1959 3,341,609 737,711 1,418,147 768,566
1970 3,818,075 892,248 1,546,304 944,505
1979 3,844,280 935,880 1,547,893 940,436
1989 3,943,113 863,808 1,548,291 1,120,702
2002 4,104,336 1,221,302 1,490,715 990,702
2010 4,072,102 1,172,287 1,432,906 1,009,295



Тарихы

I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеү нигеҙендә, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай.

Географияһы

Башҡортостан Республикаһы — Көньяҡ Урал тауҙарының түбәләре (иң бейек нөктәһе – Ямантау, 1 640 м.), карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәт ландшафты. Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең кв.км.

Республика территорияһында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан.

Башҡортостандағы йылғалар

Иң ҙур йылғалары: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары.

Башҡортостан күлдәре

Башҡортостандағы күлдәр һаны 2700 тирәһендә.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Башҡортостанда нефть, тәбиғи газ, күмер, тимер рудаһы, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.

Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр кольчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер рудаһы, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған.

Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай.

Климаты

Башҡортостан климаты континенталь. Республика биләмәһендә уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8° C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙа уртаса темпратура — -18° C булһа, июлдә — +18° C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300-600 мм. Вегетация миҙгеле — 120-135 көн.

Температура

Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә. Һауа температураһының абсолют минимумы — -41 С°, абсолют максимум — +35С°. 0С° аша ныҡлы сығыуы яҙ көнө 4—9 апрелгә, көҙ көнө 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. 0-дән юғары температуралы яҡынса 200—205 көн, тауҙарҙа 188—193 көн. Аҙаҡҡы ҡырау төшөү 21—30 майҙа, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә. Көҙгөһөн беренсе ҡырау төшөү 10—19 сентябрҙә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә.

Яуым-төшөм

Йыллыҡ яуым-төшөм — 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера циркуляцияһы менән бәйле, яуым-төшөмдөң айырмалы булыуы күҙәтелә. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70% апрель— октябрь айҙарына тура килә.

Ҡар ҡатламы

Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Уртаса 153-165 көн, таулы райондарҙа 171-177 көн ҡар ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106-126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240 — 300 кг/м3.

Үҫемлектәр донъяһы

Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була.

Урмандар республиканың 40%-н биләй. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә.

Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй.

Иҡтисады

Башҡортостан — индустриаль-аграр республика. Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт етештереүе буйынса 10 урынды, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса 3-сө урынды һәм төп фондтар буйынса 7-се урынды биләй. Республикала 500-ҙән артыҡ сәнәғәт предприятиеһы эшләй. Алдынғы сәнәғәт төрө — машиналар төҙөү. Был өлкәлә приборҙар етештереү, нефть һәм химия машиналары төҙөү, авиация һәм машиналар төҙөү һ.б. тағы ла барлығы 200 ашыу предприятиены берләштерә.

Ҡалалар

Райондар

Иҫкәрмәләр

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  2. Был бүлек 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса яҙылды.