Эстәлеккә күсергә

Бельгия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бельгия Короллеге
нидерл. Koninkrijk België
франц. Royaume de Belgique
нем. Königreich Belgien
Ҡалып:Бельгия байрағы гербы Бельгия
Бельгия байрағы Бельгия гербы
Милли девиз: «Eendracht maakt macht" (нидерл. )
«L’union fait la force» (франц. 
)
«Einigkeit macht stark» (нем. )
"Сила благодаря единству»
Гимн: Бельгия гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1830 (яулау)
1839 (ҡабул итеү) (Нидерландтан иленән)
Рәсми телдәр Нидерланд теле, немец теле, француз теле
Баш ҡала Брюссель
Иң ҙур ҡалалары Брюссель, Антверпен, Гент, Льеж, Шарлеруа, Брүгге
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Король
Премьер-министр
Филип
Шарль Мишель
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
139 урын
30 528 км²
6,4
Халыҡ
  • Барыһы (2009)
  • Тығыҙлыҡ
78 урын
10 414 336[1]
334 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Кеше башына
29 урын
389,793 млрд[2] $
36 415[2] $


Интернет-домен .be, .eu



Бе́льгия (нидерл. België, [ˈbɛlɣijə]; франц. Belgique, [bɛlˈʒik], нем. Belgien, ˈbɛlɡi̯ən]), тулы рәсми атамаһы — Бе́льгия Короллеге[3][4][5][6] (нидерл. Koninkrijk België, франц. Royaume de Belgique, нем. Königreich Belgien) — Европаның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 30 528 км², халыҡ һаны — 11 521 238 кеше[7](2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Баш ҡалаһы — Брюссель. Төньяҡта Нидерланд менән, көнсығышта Германия, көньяҡ-көнсығышта Люксембург һәм көньяҡ-көнбайышта Франция менән сиктәш. Төньяҡ-көнбайышта Төньяҡ диңгеҙе менән йыуыла.

Идара итеү формаһы — Конституцион парламент монархияһы, Бельгияның административ-территориаль ҡоролош формаһы — федератив дәүләт.

Рәсми телдәре: француз, нидерланд һәм немец телдәре[4]. Аҡса берәмеге — евро[4].

Бельгия — этномәҙәни, дини, раса һәм милли төрлөлөгө киң булған күп милләтле дәүләт.

Бельгия — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (1945), Бельгия — Халыҡ-ара валюта фонды (1945), Реконструкция һәм үҫеш халыҡ-ара банкы МБРР (1945), Европа Советы (1949), Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО (1949), Евразия иҡтисади хеҙмәттәшлеге — ЕЭС (1958); 1993 йылдан алып Европа союзы, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЭСР) (1961), Европа Советы Хәүефһеҙлек Советы (1975); 1995 йылдан — Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОБСЕ), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО) (1995), Шенген зонаһы (1995), еврозона (1999) ағзаһы[4].

Тарихи яҡтан Бельгия Түбәнге Ерҙәр — төбәк булараҡ билдәле булған, хәҙерге Бенилюксҡа (уға шулай уҡ Төньяҡ Франция һәм Көнбайыш Германия өлөштәре ингән) ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ өлкәнең бер өлөшө булған. Илдең исеме кельт ҡәбиләһе этнонимынан — б. э. т. 16 йылда барлыҡҡа килгән Белгика рим провинцияһы (лат. Gallia Belgica)[8] исеменән килеп сыҡҡан.

Бельгия почта маркаһы, 1932 йыл
Брюсселдә федераль парламент бинаһы
Файл:Belgium RegProv russian.PNG

Беҙҙең эра башында Бельгия биләмәһенә кельт сығышлы белгтар ҡәбиләһе күсеп килә. Б. э. т. 54 йылда, хәҙерге Бельгияға тап килеүсе Галлияның төньяғын Юлий Цезарь ғәскәрҙәре яулап ала, һәм консулдың "Галлия һуғышы тураһындағы яҙмалар"ында: «белгтарҙың яртыһын үлтерҙек, ҡалғандарын ҡол иттек…» кельттар тураһында шулай яҙа. V быуатта Көнбайыш Рим империяһы ҡолатылғандан һуң, рим Галлия провинцияһын боронғо германдарҙың франк ҡәбиләләре яулай, һәм артабан бында короллек ойоштора.

XIII—XIV быуаттарҙа Бельгия биләмәһе Англия һәм Франция араһындағы көрәш аренаһы була. Урта быуаттарҙа Бельгия Бургунд герцоглығы составына ингән.

Бельгия революцияһы, 1834 йылғы картина
  • 1477—1556 — Мария Бургундскаяның династия никахы бургунд биләмәһен Изге Рим империяһы составына индерә.
  • 1556—1713 — Испания составында. Һикһән йыллыҡ һуғыш Бельгия биләмәләрен протестант Нидерландынан айырыуға башланғыс һала.
  • 1713—1792 — Изге Рим империяһы составында Австрия Нидерланды булараҡ.
  • 1792—1815 — Франция составында.
  • 1815—1830 — 1815 йылғы Вена конгресы ҡарарына ярашлы, Нидерланд составында була. Әммә Бельгияла күптәр (тәү сиратта, нидерланд теленең һәм протестанттар конфессияһының роле көсәйеүенән ҡурҡҡан франк телле халыҡ һәм католик руханиҙары) көсләп Нидерланд менән берләштереүҙән ҡәнәғәт булмаған.
  • 1830 йылдың 23 сентябре — Бельгия революцияһы, шул уҡ йылда Бельгия Берләштерелгән Нидерланд Короллеге составынан сыға һәм бойондороҡһоҙлоҡ ала. Бельгия Леопольд I (1831 йылдан алып король) етәкселегендә нейтраль короллеккә әүерелә.

XIX быуат аҙағында ил иҡтисады бик әүҙем үҫешкән. Бельгия континенталь Европаның тимер юлы төҙөлгән тәүге иле була (Мехелен-Брюссель, 1835 йыл).

XIX быуат аҙағында Бельгия колониаль державаға әүерелә. 1885—2008 йылдарҙа Конго (хәҙерге — Конго Демократик Республикаһы «Конго бойондороҡһоҙ дәүләте» атамаһы менән) Бельгия короле Леопольд II биләмәһе була. Колонияны файҙаланыу капитал туплауҙың һәм Бельгия сәнәғәтен үҫтереүҙең мөһим сығанаҡтарының береһе була. 1908 йылдан алып колония Бельгия Конгоһы исемен ала (үҙ биләмәһен король Бельгия файҙаланыуына тапшыра).

Ипр харабалары, 1919 йыл

Бельгия Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҙур зыян күрә[9], уны был илдә һаман да «Бөйөк һуғыш» тип йөрөтәләр. Илдең күпселек өлөшө баҫып алынған булһа ла, бөтә һуғыш дауамында Бельгия һәм Англия ғәскәрҙәре илдең Төньяҡ диңгеҙ менән Изер йылғаһы араһында ҡыҫылған бер өлөшөн тотоп торған.

Ипр ҡалаһының фажиғәле тарихы — һуғыш барышында ул тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға, бында һуғыш тарихында беренсе тапҡыр ағыулау газы (хлор) ҡулланыла. Ике йылдан һуң бында ҡулланылған иприт ошо ҡаланың исеме менән аталған.

1925 йылдың 3 апрелендә Бельгия менән Нидерланд араһында 1839 йылғы килешеүҙе ҡайтанан ҡарау тураһында килешеү төҙөлгән. Бельгияның оҙайлы нейтралитетын бөтөрөү һәм Антверпен портын демилитаризациялау.

1940—1944 йылдарҙа Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында Бельгияны немецтар биләй. Хөкүмәт Англияға ҡаса, король Леопольд III Германияға күсерелә (депортация), ул 1940 йылдың 28 майында капитуляция тураһында актҡа ҡул ҡуя.

Германияла генерал фон Фалькенхаузен етәкселегендә немец хәрби идаралығын индереү.

1944 йылдың 3 сентябрендә инглиз ғәскәрҙәре Брюсселде азат итә. 1945 йылдың 11 февралендә уң социалист Ахилл ван Аккер етәкселегендә хөкүмәт ойошторола.

1949 йылдың 4 апреле — Бельгия НАТО составына инә.

1957 йыл — Бельгия Европа иҡтисади берләшмәһенә (ЕЭС) инә.

1993 йылдың 31 июле — Бельгия короле Бодуэн вафат була, уның ҡустыһы Альберт II тәхет вариҫы була.

2001 йыл — кронпринц Филипптың һәм уның хәләл ефете Матильданың тәүге балаһы, династияны дауам итеүсе тыуа.

2003 йыл — парламент һайлауҙары һөҙөмтәһендә Ги Верхофстадт йәнә премьер-министр була.

2003 йыл — Бельгия (Нидерландтан һуң) донъяла бер енесле никахтарҙы законлаштырған икенсе дәүләт булды.

2006 йылдың 12 ғинуарында — Бельгия — Европа Именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОБСЕ) рәйесе.

2008 йылдың 19 декабрендә «Fortis» Бельгия финанс компанияһын һатыу арҡаһында тоҡанған ғауға менән бәйле, Бельгия премьер-министры Ив Летерм отставкаға китә. Ил премьер-министры вазифаһына Фламанд христиан-демократик партияһы лидеры Херман ван Ромпёй тәғәйенләнде. Херман ван Ромпёйҙың яңы хөкүмәтенә уның элгәргеһе етәкселек иткән шул уҡ биш сәйәси партия вәкилдәре инә. 2010 йылдың 13 июнендә сираттан тыш парламент һайлауҙары үтһә лә, хөкүмәт формалаштырылмай. Бельгия хөкүмәтһеҙ йәшәгән 540 көнөн байрам итеп билдәләй, шул рәүешле донъя рекорды ҡуя[10]. 2011 йылдың 6 декабрендә Элио ди Рупо етәкселегендәге яңы министрҙар кабинеты батшаға ант килтерә.

Бельгия — (нигеҙләнгәне бирле) конституцион монархия һәм (1980 йылдан) федератив дәүләт. Дәүләт башлығы — король, әлеге ваҡытта — Филипп I (2013 йылдың 21 июленән). 2005 йылда король ғаиләһен ҡарауға ҡаҙнанан 14,5 миллион доллар самаһы бүленде[11]. Хөкүмәт башлығы — премьер-министр, әлеге ваҡытта — Александр Де Кро (2020 йылдың 1 октябренән). Ҡағиҙә булараҡ, парламент һайлауҙарында иң күп тауыш йыйған партия вәкиле премьер-министр була. Хөкүмәт батша тарафынан тәғәйенләнә, ул закондарҙы раҫлай, парламентты тарҡатыу хоҡуғына эйә, бөтә инстанцияларҙың министрҙарын һәм судьяларын тәғәйенләй. Шулай уҡ хөкүмәт составын парламент раҫларға тейеш. Конституция хөкүмәттә тел тигеҙлеген үтәүҙе талап итә: министрҙарҙың яртыһы — нидерланд, яртыһы француз телле берләшмә вәкилдәре булырға тейеш.

Федераль парламент — ике палаталы. Парламенттың түбәнге палатаһы — вәкилдәр палатаһы (нидерл. Kamer van volksvertegenwoordigers, франц. Chambre des Représentants), юғары палата — сенат (нидерл. Senaat, франц. Sénat). Ике палата ла дүрт йылға бер тапҡыр тура тауыш биреү юлы менән һайлана. Дәүләттең 18 йәше тулған бөтә граждандары тауыш биреү хоҡуғына эйә. Сенатта 71 депутат ултыра (уларҙың 40-ы — тура дөйөм тауыш биреү юлы менән, 31-е төбәк парламенттары тарафынан һайлана). Вәкилдәр палатаһында — тура тауыш биреү юлы менән һайланған 150 депутат[1].

Бельгия — ҡайһы берҙә икеләтә федерация тип аталған федератив дәүләт, сөнки Бельгия бер үк ваҡытта өс төбәккә һәм өс тел берләшмәһенә (ҡара: Административ бүленеш) бүленә. Төбәктәрҙең яуаплылыҡ зонаһына — урындағы иҡтисадҡа етәкселек итеү, йәмәғәт эштәре (мәҫәлән, юл төҙөлөшө), экология мәсьәләләре һ. б., тел берләшмәләренең яуаплылыҡ зонаһына, иң элек, мәҙәниәт менән бәйле мәсьәләләр, шул иҫәптән мәғариф, фәнни эшмәкәрлек һәм спорт инә.

Һәр төбәктең һәм һәр тел берләшмәһенең үҙ парламенты һәм хөкүмәте бар, ләкин ике яҡтың да килешеүе буйынса Фламанд төбәге менән Нидерланд берләшмәһе парламенты һәм хөкүмәте берләштерелде. Шулай итеп, Бельгияла алты хөкүмәт һәм алты парламент бар. Федераль хөкүмәт ҡалған биш хөкүмәттең ғәмәлдәрен координациялау, шулай уҡ оборона, сит ил эштәре, дөйөм дәүләт иҡтисади һәм аҡсалар сәйәсәте, пенсиялар, һаулыҡ һаҡлау кеүек дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәләләр өсөн яуап бирә.

Суд власы пирамида формаһында ойошторолған, уның нигеҙен гражданлыҡ юстицияһында мировой суд (фр. Justice de paix, нид. Vrederechter) тәшкил итә, һәм һәр суд кантонында (фр. Canton judiciaire, нид. Gerechtelijk kanton) булған енәйәти юстицияла — полиция судтары (фр. Tribunal de Police, нид. Politierechtbank), ә иң юғарыһы — Кассацион суд (фр. Cour de cassation, нид. Hof van Cassatie). Бельгия суд кантондарына һәм суд округтарына бүленгән. Һәр суд округы (фр. Arrondissement judiciaire, нид. Gerechtelijk arrondissement) граждандар мәсьәләләре палатаһынан (фр. chambres civiles, нид. kamer voor burgerlijke zaken), енәйәти мәсьәләләр палатаһы (фр. chambres correctionnelles, нид. kamer voor strafzaken) һәм йәштәр мәсьәләләре палатаһынан (фр. chambres de la jeunesse, нид. kamer voor jeugdzaken), хеҙмәт судтарын (фр. Tribunal du Travail, нид. Arbeidsrechtbank) һәм сауҙа судтарын (фр. Tribunal de Commerce, нид. Rechtbank van koophandel) үҙ эсенә алған беренсе суд инстанцияһынан (нид. rechtbank van eerste aanleg) тора. Шулай уҡ граждандар, сауҙа һәм иҡтисади мәсьәләләр палаталарынан (нид. kamer voor burgerlijke zaken, handels- en economische zaken), енәйәти мәсьәләләр палатаһынан (нид. kamer voor strafzaken), йәштәр мәсьәләләре палатаһынан (нид. kamer voor jeugdzaken) һәм хеҙмәт палатаһынан (фр. Cour du Travail, нид. Arbeidshof) торған биш аппеляция суды (фр. Cour d’appel, нид. Hof van beroep), — Брюссель, Льеж, Монсе, Генте һәм Антверпенда, һәм һәр провинцияла — присяжныйҙар суды (фр. Cour d’Assises, нид. Hof van assisen) бар.

Контроль палатаһынан һәм Дәүләт советынан (фр. Conseil d’Etat, нид. Raad van State) тыш, Бельгия федераль власының төрлө институттары араһында килеп тыуған конфликттарҙы көйләү маҡсатында 1983 йылда булдырылған Конституция суды (фр. Cour constitutionnelle de Belgique, нид. Grondwettelijk Hof van België) бар[12].

Бельгия 70 халыҡ-ара ойошмаһына инә. Бельгия 1957 йылдың 25 мартында Европа иҡтисади берләшмәһенә ингән. Бельгия 1949 йылдан шулай уҡ НАТО ағзаһы.

2007 йылғы сәйәси кризис

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылдың 10 июнендә федераль һайлауҙарҙан һуң либералдар һәм христиан социалистары партиялары (федераль) милли хөкүмәт булдырырға маташты. Бельгияның тағы ла ярлыраҡ көньяғында (Валлония) эшләүсе француз телле партиялар төбәктәрҙең автономияһын киңәйтеүгә ҡаршы килә, илдең байыраҡ төньяҡ өлөшөн күрһәтеүсе фламанд партиялары ошондай һөҙөмтәгә ынтылды.

Ил менән ярты йыл буйына Ги Верхофстадт етәкселегендәге техник хөкүмәт идара итә.

2008 йылдың 20 мартында, 3 айлыҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, Ив Летерм яңы коалицион хөкүмәттең премьер-министры булыуға өлгәштәе, уның составына биш: ике фламанд һәм француз телле Валлониянан өс партия инә.

2010 йылғы Парламент һайлауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 13 июнендә парламент һайлауҙарында Вәкилдәр палатаһында Барт де Вевер етәкселегендә Яңы фламанд альянсы милләтселек партияһы иң күп тауыш һәм урындар алды; Элио ди Рупо етәкселегендә Валлония Социалистик партияһы икенсе урын алды.

2014 йылғы Парламент һайлауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Депутаттар палатаһына һуңғы һайлау 2014 йылдың 25 майында уҙҙы. Уларҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

Партия Тауыштар проценты Алынған урындар
Яңы фламанд альянсы 20,3 % 33
Социалистик партия (Франция берләшмәһе) 11,7 % 23
Христиан демократтары һәм фламандтар 11,6 % 18
Асыҡ фламанд либералдары һәм демократтары 9,8 % 14
Реформаторлыҡ хәрәкәте 9,6 % 20
Социалистик партия (Фландрия)]] 8,8 % 13
Йәшелдәр! 5,3 % 6
Гуманистик демократик үҙәк 5,0 % 9
Бельгияның хеҙмәт партияһы 3,7 % 2
Фламанд мәнфәғәте 3,7 % 3
Эколо 3,3 % 6
fr DéFI 1,8 % 2
Халыҡ партияһы fr Parti populaire 1,5 % 1
башҡалар 7,2 %

Сығанаҡ[1]

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бельгияның административ бүленеше (ҙур һүрәттә провинциялар, бәләкәйендә төбәктәр күрһәтелгән)

Бельгияла административ бүленештең икеләтә системаһы:

  • Бельгия өс төбәккә бүленгән, уларҙың икәүһе провинцияларға бүленә:
    • Фламанд регионы
      • Антверпен провинцияһы
      • Лимбург провинцияһы
      • Көнсығыш Фландрия провинцияһы
      • Көнбайыш Фландрия провинцияһы
      • Фламанд Брабанты провинцияһы
    • Валлония регионы
      • Эно провинцияһы
      • Льеж провинцияһы
      • Люксембург провинцияһы
      • Намюр провинцияһы
      • Валлон Брабанты провинцияһы
    • Брюссель регионы
  • Шулай уҡ Бельгия өс тел берләшмәһенә бүленә:
    • Фламанд берләшмәһе (Фламанд регионы һәм Брюссель баш ҡала регионы)
    • Франция берләшмәһе (Валлон регионы һәм Брюссель баш ҡала регионы)
    • Немец телле берләшмә (Льеж провинцияһының бер өлөшө)

Географик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бельгияның физик картаһы
Бельгия картаһы
Бельгия картаһы

Бельгия биләмәһе өс географик районға бүленә: төньяҡ-көнбайышта яр буйы тигеҙлеге (түбән Бельгия, диңгеҙ кимәленән 100 метрға тиклем), үҙәк яйла (диңгеҙ кимәленән урта Бельгия, диңгеҙ кимәленән 100—200 метрҙа) һәм көньяҡ-көнсығышта Ардендар ҡалҡыулығы (бейек Бельгия, диңгеҙ кимәленән 200—500 метрҙа).

Түбән Бельгия — нигеҙҙә ҡом дюналары һәм польдерҙар. Дамбалар йәки диңгеҙҙән ситтәрәк киптереүсе каналдары булған баҫыуҙар менән һыу баҫыу хәүефе янаған һәм һыу баҫыуҙан һаҡланған уйһыу ер участкаларын (диңгеҙ кимәленән түбәнерәк булмаған хәлдә лә) польдерҙар тип атайҙар. Польдерҙар тупраҡтың уңдырышлылығы менән айырылып тора. Көнбайыш польдерҙары, Лис һәм Шельда араһында Фламанд уйһыулығы, урыны менән ҡомло тупраҡлы ҡалҡыулыҡлы район ята. Фламанд уйпатлығы аръяғында Кемпен географик өлкәһе урынлашҡан. Кемпен ландшафты башлыса ылыҫлы урмандарҙан, болондарҙан һәм кукуруз баҫыуҙарынан тора.

Урта Бельгия — Кемпен менән Самбра менән Маас үҙәндәре араһындағы район. Был Самбра һәм Маас яғына хәрәкәт иткәндә яйлап күтәрелгән балсыҡ тигеҙлектәр өлкәһе. Бельгияның иң уңдырышлы тупрағы ошонда урынлашҡан. Был районда урбанизация үҫешкәнлектән, тәбиғи ландшафттар һирәк, шулай ҙа Брюсселдән көньяҡтараҡ әле һаман биш мең гектар майҙанда бук урманы (нид. Zoniënwoud, фр. Forêt de Soignes) һаҡланып ҡалған. Урта Бельгияға Эно провинцияһы һәм нид. Haspengouw, фр. La Hesbaye (Лимбург провинцияһының көньяҡ территориялары һәм Льеж провинцияһының төньяғы) географик өлкәләре биләмәләре ҡарай. Был уңдырышлы ерҙәрҙә башлыса ҙур ауыл усадьбалары (утарҙары) ятҡан һөрөнтө ерҙәр һәм болондар урынлашҡан.

Бейек Бельгия тәү сиратта халыҡтың тығыҙлығы һәм урмандарҙың күплеге менән айырылып тора. Рельеф таулы булғанлыҡтан, ауыл хужалығы үҫешмәгән, уның ҡарауы, был төбәк күп туристарҙы йәлеп итә. Бейек Бельгия Самбра һәм Маас йылғалары үҙәндәренән көньяҡҡа табан башлана. Был йылғалар үҙәндәре аръяғында уҡ Кондроз (фр. Condroz) географик өлкәһе — 200—300 метр бейеклектәге тәпәш ҡалҡыулыҡтар башлана. Был өлкәгә Эно, Льеж һәм Намюр провинцияларының өлөштәре ҡарай. Артабан Ардендар — бейек ҡалҡыулыҡтар (йәки хатта тәпәш тауҙар) урынлашҡан. Ардендар башлыса урман менән ҡапланған, ә уралып ятҡан юлдар валлон һөйләшендә аралашҡан кешеләр йәшәгән бәләкәй ауылдарҙы үҙ-ара бәйләй. Арденндарҙың (бөтә Бельгияның да) иң бейек нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 694 метрҙа урынлашҡан Ботранж тауы (фр. Botrange) тауы.

Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгияның төньяҡ өлөшөндә ҡеүәтле мезокайнозой ултырма япмаһы аҫтында кембрий алды кристалл нигеҙе ята. Йылға үҙәндәре буйлап көньяҡҡа хәрәкәт иткәндә фундамент урыны менән яланғаслана, ә илдең көньяғында көслө денудацияға дусар булған герцин йыйырсыҡлы ҡоролмалар рәүешендә күренә. Бельгияның төньяғында ирегән боҙло һыуҙарҙың бер нисә тапҡыр яһаған йоғонтоһо һөҙөмтәһендә лёсс киң таралған[13].

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар: таш күмер (Кампинда һәм Маас һәм Самбр йылғалары үҙәндәре буйлап); ҡурғаш, цинк, баҡыр, һөрмә (Ардендар); гранит, ҡомташ, мәрмәр.

Бельгия климаты — бөтөн Көнбайыш Европаға хас уртаса диңгеҙ, океан климаты. Бельгия климатына йомшаҡ һәм ямғырлы ҡыш һәм ямғырлы йәй хас. Һауа торошо ғәҙәттә болотло. Бельгияла ҡар һирәк була, ҡайһы бер йылдарҙа бөтөнләй яумай, ҡышын ҡырау төшөүе мөмкин. Йәй һалҡынса; Бельгия өсөн циклонлы һауа торошо хас. Эҫе һауа торошо — һирәк һәм оҙайлы булмаған күренеш.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡабандар, боландар, европа ҡоралайҙары, үрғуяндар, тейендәр, урман сысҡандары башлыса Ардендар тауҙарында осрай. Һаҙлыҡтарҙағы ҡыуаҡлыҡтарҙа һоро ағуналар, ҡурпысыҡтар (вальдшнеп), ҡырғауылдар (фазан), өйрәктәр осрай.

Бельгия — юғары үҫешкән постиндустриаль дәүләт[14]. Иҡтисадтың нигеҙе — хеҙмәтләндереү өлкәһе (тәү сиратта транспорт һәм сауҙа) һәм сәнәғәт.

Өҫтөнлөктәре: металл продукция һәм туҡыма етештереүсе иң мөһим предприятиеларҙың береһе. Фландрия хай-тек индустрияһында төп төбәк булып тора, Антверпен — бөтә донъя алмас менән сауҙа итеү үҙәге. Юғары үҫешкән химия сәнәғәте. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә эйә булған яҡшы белемле һәм юғары мотивациялы күп телле эшсе көстәр. Америка транснациональ нефть компаниялары (ТНК) өсөн ылыҡтырғыс урын. Төньяҡ диңгеҙ аша һәйбәт һыу транспорты селтәре, Антверпендан Гентҡа тиклем Рейнға инеү юлы.

Көсһөҙ яҡтары: дәүләт бурысы тулайым милли продукттан яҡынса 87,7 % Еврозонала рөхсәт ителгән кимәлдән 60 %-ҡа артығыраҡ (2006 йыл мәғлүмәттәре). Төбәктәрҙең ҡайһы берҙәрендә хроник һәм квалификацияһы булмаған эшһеҙҙәр һаны күп. Хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡытынан алда пенсияға йыш сығыуы арҡаһында дәүләт пенсия түләүҙәре кимәленең юғары булыуы. Европа союзы буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда бюрократия күберәк.

Бельгия Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына (ОЭСР) (Organization for Economic Co-operation and Development — OECD), Европа союзына (ЕС) инә, ил 1999 йылда Европа валюта союзының тәүге ағзаһы була.

Башлыса Самбра һәм Маас йылғалары үҙәнендә ҡорос, цемент һәм химия продукттары етештереү тупланған. Иң эре сәнәғәт ҡалалары — Монс, Шарлеруа, Намюр һәм Льеж. Элегерәк был районда шулай уҡ күмер сығарыу алып барылған, әммә 1980-се йылдарҙа һуңғы шахталар ябылған. Льеж — ҡорос сәнәғәте үҙәге. Химия сәнәғәте продукцияһы — ашламалар, буяуҙар, фармацевтик матдәләр, шулай уҡ төрлө пластмассалар. Нефть химияһы сәнәғәте үҙәге Антверпенда урынлашҡан, Брюсселдә Solvay ҙур химия һәм фармацевтика компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Урта быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килгән туҡыусылыҡ (текстиль) сәнәғәтенә мамыҡ, етен, йөн, синтетик туҡыма эшкәртеү инә. Туҡыу сәнәғәте продукцияһының иң мөһим төрҙәренең береһе — келәмдәр һәм юрғандар (одеяло). Туҡыу сәнәғәтенең төп үҙәктәре — Гент, Кортрейк, Турне, Вервье. Брюссель, Брюгге һәм Мехелен боронғо селтәрҙәр етештереү үҙәктәре булараҡ билдәле (ҡара: Фламанд селтәре).

Сәнәғәттең башҡа тармаҡтары — алмас эшкәртеү (тәү сиратта Антверпенда), цемент һәм быяла етештереү, ағас эшкәртеү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте. Бер нисә автомобиль производствоһы бар.

Бельгия иҡтисады халыҡ-ара баҙарға көслө йүнәлеш алған.

Төп импорт тауарҙар — аҙыҡ-түлек продукттары, машиналар, эшкәртелмәгән алмастар, нефть һәм нефть продукттары, химия сәнәғәте продукттары, кейем-һалым һәм текстиль. Төп экспорт тауарҙары — автомобилдәр, туҡланыу продукттары, тимер һәм ҡорос, эшкәртелгән алмас, текстиль, пластмассалар, нефть продукттары һәм төҫлө металдар.

1970—1980 йылдарҙа илдең иҡтисади үҙәге Валлониянан Фландрияға күсә. Был Валлония иҡтисадының традицион тармаҡтарының — күмер һәм ҡара металлургияның кәмеүенә бәйле. Әлеге ваҡытта күмер сығарыу бөтөнләй туҡтатылған, металлургия иһә иҡтисадтың мөһим тармағы булып ҡала, әммә уның әһәмиәте ныҡ кәмегән. Хәҙер Фландрия иҡтисады күберәк инвестициялар ала. Фландрияла ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәргә (ингл. research and development) ҙур иғтибар бүленә. Валлонияла эшһеҙлек кимәле Фландрияға ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ.

Энергетиканың төп тармағы — атом яғыулығы. Бельгияла ике АЭС бар, береһе — Антверпендан алыҫ түгел, икенсеһе — Юи районында. Әлеге ваҡытта илдә электр энергияһының 75%-ы АЭС-тарҙа етештерелә.

Бельгияла үҫешкән транспорт системаһы бар. Антверпен порты — Европала күләме буйынса икенсе порт. Шулай уҡ эске транспорт та яҡшы үҫешкән.

Ауыл хужалығы продукцияһы эске тулайым продукттың 1,4 % ғына тәшкил итә (2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса), әммә бындай түбән күрһәткес ауыл хужалығының насар үҫеше тураһында түгел, ә иҡтисадтың башҡа тармаҡтарының көслө үҫеше тураһында һөйләй. Иң мөһим үҫемлектәре — бойҙай, һоло, арыш, арпа, шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм етен. Малсылыҡ — башлыса һыйыр малы һәм сусҡа үрсетеү. Һыра ҡайнатыу һәм сыр етештереү кеүек традицион аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармаҡтары ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнгән.

2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, йән башына табыш 31 800 $ тәшкил иткән. Иҡтисад структураһында ауыр сәнәғәттең байтаҡ өлөшөнә ҡарамаҫтан, хеҙмәтләндереү өлкәһе эске тулайым продукттың 72,5%-ын тәшкил итте. 2017 йылдың майына Бельгияла хеҙмәткә түләүҙең уртаса күләме айына 3401 €[15] (3821.72 $, брутто) һәм 2170 €[16] (2438.35 $, нетто) тәшкил итә. 2019 йылдың 1 ғинуарына Бельгияла минималь эш хаҡы күләме айына 1562.59 € (брутто) һәм 1472 € (нетто) тәшкил итә[17][18][19][20][21].

Динамикалы үҫешкән һәм тығыҙ Бельгия тимер юл селтәре La Brugeoise et Nivelles (хәҙер Bombardier Transportation-дың BN бүлексәһе) кеүек компанияларҙы махсус яңы технологияларҙы үҫтерергә дәртләндерҙе.

Фәне һәм техникаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгия фәне һәм техникаһы үҫешенә индерелгән асыштарҙы илдең бөтә тарихы дауамында күҙәтергә мөмкин. XVI быуатта Көньяҡ Нидерланд ғилми мөхиттә иң йоғонтололар иҫәбенә инеүсе картограф Герард Меркатор, анатом Андреас Везалий, үләндәр үҫтереүсе Ремберт Додунс һәм математик, инженер Симон Стевин кеүек ғалимдары менән билдәле була[22][23].

XVII Быуаттың тәүге яртыһында Валлон сым тимер етештереү алымы Швецияла таралған һәм 260 йыл буйына ҡулланылған.

Бөйөк Индустриаль революция осоронда иҡтисади яҡтан әһәмиәтле ер аҫтынан күмер сығарыу тау эше өлкәһендә юғары квалификациялы махсус тикшеренеүҙәргә мохтаж булған.

XIX быуат аҙағы һәм XX быуат Бельгияның ғәмәли фәндәрҙә һәм теоретик фундаменталь тикшеренеүҙәрҙә ҙур уңыштары менән билдәләнә. Химик-технолог Эрнест Гастон Сольве һәм инженер Зеноб Теофил Грамм исемдәре фәнни төшөнсәләргә: 1860 йылдарҙа Сольве процесына һәм Грамм динамо-машинаһы һымаҡ асыштарға бирелә. Киңәйә барған Ғаләм теорияһының авторлығы Жорж Леметрҙың (башҡа ғалимдар менән бер рәттән) асышы тип таныла[24].

Физиология һәм медицина буйынса өс Нобель премияһына, химия буйынса бер Нобель премияһына һәм физика буйынса бер Нобель премияһына бельгийлылар лайыҡ була[25]:

  • Жюль Борде, «Иммунитет менән бәйле асыштар өсөн» (1919);
  • Корней Хейманс, «Тын алыуҙы көйләүҙә синус һәм аорталь механизмдарҙың ролен асҡан өсөн» (1938);
  • Альбер Клод, Кристиан де Дюв, Джордж Паладе, «Күҙәнәктең структур һәм функциональ ойошторолоуына ҡағылышлы асыштар өсөн» (1974);
  • Илья Пригожин, «Кире ҡайтмаҫ процестар термодинамикаһы буйынса, айырыуса диссипатив структуралар теорияһы өсөн» (1977);
  • Франсуа Энглер, «Хәҙерге ваҡытта ЦЕРН-да ҙур адронлы коллайдерҙа ATLAS һәм CMS эксперименттарында алдан әйтелгән элементар өлөшсәнең табылыуы менән раҫланған субатом өлөшсәләр массаһының барлыҡҡа килеүен аңларға ярҙам иткән механизмды теоретик яҡтан тапҡан өсөн» («За теоретическое обнаружение механизма, который помогает нам понять происхождение массы субатомных частиц, подтверждённого в последнее время обнаружением предсказанной элементарной частицы в экспериментах ATLAS и CMS на Большом адронном коллайдере в ЦЕРН») (2013).
Бельгия халҡының 2022 йылға йәш-енес пирамидаһы
2019 йылға ҡарата Бельгия райондары буйынса халыҡтың тығыҙлығы
Бельгия (Бельгия)
Красная точка
Брюссель
Красная точка
Гент
Красная точка
Антверпен
Красная точка
Левён
Фламанд ромбы

2021 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, Бельгия халҡы 11 521 238 кеше тәшкил итә[7].

Бельгия халҡының барыһы ла тиерлек ҡалала йәшәй — 2021 йылда 98,1 %[32].

Бельгия халыҡтың тығыҙлығы менән айырылып тора (бер км²-ға 376 кеше), был параметр буйынса Европала Монако кеүек ҡайһы бер кәрлә дәүләттәрҙән генә ҡалыша. Илдә иң юғары тығыҙлыҡ Брюссель-Антверпен-Гент-Лёвен ҡалалары менән сикләнгән районда күҙәтелә («фламанд ромбы»). Халыҡтың иң түбән тығыҙлығы — Ардендарҙа (Люксембург провинцияһы).

2010 йылда Фламанд төбәгендә халыҡ һаны яҡынса 6 251 983 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән иң күп халыҡ йәшәгән Антверпен (483 505), Гент (243 366) һәм Брюгге (116 741) ҡалалары. Валлонияла халыҡ һаны 3 498 384 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән иң күп халыҡ йәшәгән Шарлеруа (202 598), Льеж (192 504) һәм Намюр (108 950) ҡалалары. Брюсселдә баш ҡаланың 19 округ муниципалитетында 1 089 538 кеше йәшәй, шуларҙың өсәүһендә, Андерлехт, Брюссель һәм Схарбекта, 100 000 ашыу кеше иҫәпләнә[33].

Бельгия халҡының йәш һәм енси структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 0-14 йәш: 17,22 % (малайҙар 1 033 383 / ҡыҙҙар 984 624);
  • 15-24 йәш: 11,2 % (ир-егеттәр 670 724 / ҡатын-ҡыҙҙар 642 145);
  • 25-54 йәш: 39,23 % (ир-егеттәр 2 319 777 / ҡатын-ҡыҙҙар 2 278 450);
  • 55-64 йәш: 13,14 % (ир-егеттәр 764 902 / ҡатын-ҡыҙҙар 775 454);
  • 65 йәш һәм өлкәнерәк: 19,21 % (ир-егеттәр 988 148 / ҡатын-ҡыҙҙар 1 263 109) (2020 йыл күрһәткестәре)[32].

Уртаса йәш

  • Дөйөм күрһәткес: 41,6 йәш
  • Ир-ат: 40,4 йәш
  • Ҡатын-ҡыҙ: 42,8 йәш (2020 йыл күрһәткес)[32]

Халыҡ һанының үҫеүе

  • 2020 йылдан 2021 йылға халыҡ һаны 0,59%-а үҫте.
  • Тыуым коэффициенты: 11,03
  • Үлем коэффициенты: 9,71.
  • Бельгияла таҙа миграция 1000 кешегә 4,58 мигрант тәшкил итә (2021 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, донъяла 25-се урын).[32]

Халыҡтың енси составы

  • Тыуғанда: 1,05 ир-ат / ҡатын-ҡыҙ
  • 0-14 йәш: 1,05 малай / ҡыҙ
  • 15-24 йәш: 1,04 ир-егет / ҡатын-ҡыҙ
  • 25-54 йәш: 1,02 ир-ат / ҡатын-ҡыҙ
  • 55-64 йәш: 0,99 ир-ат / ҡатын-ҡыҙ
  • 65 йәш һәм шунан өлкәнерәк: 0,78 ир-ат / ҡатын-ҡыҙ
  • Дөйөм һандың нисбәте: 0,97 ир-егет/ҡатын-ҡыҙ. (2020 йыл мәғлүмәттәр буйынса).[32]

Балалар үлеме күрһәткестәре

  • Дөйөм күрһәткес: 3,24 үлем /1000 тыуым
  • Ир-ат: 3,68 үлем /1000 тыуым
  • Ҡатын-ҡыҙ: 2,78 үлем /1000 тыуым (2021 йыл мәғлүмәттәре буйынса)[32]

Көтөлгән уртаса ғүмер оҙонлоғо

  • Дөйөм күрһәткес: 81,65 йәш
  • Ир-ат: 79,02 йәш
  • Ҡатын-ҡыҙ: 84,4 йәш (2021 йыл мәғлүмәттәре буйынса)[32]

Ҡатын-ҡыҙ түллелегенең дөйөм күрһәткесе

2021 йылға мәғлүмәттәр буйынса, Бельгияла йәшәгән бер ҡатынға уртаса 1,77 бала тура килә. 1994 йылдағы ошондай уҡ күрһәткес 1,50 бала тәшкил иткән[32]. Аналогичный показатель за 1994 г. составил 1,50 ребёнка[34].

Халыҡтың этник һәм тел составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Доля коренных бельгийцев в населении Бельгии на региональном и национальном уровнях с 2000 по 2021 год

Ил халҡын тәшкил иткән ике төп төркөм — фламандтар (халыҡтың 60%-ы самаһы) һәм валлондар (халыҡтың 40%-ы самаһы). Фламандтар Бельгияның биш төньяҡ провинцияһында (ҡара: Фландрия төбәге) йәшәй һәм нидерланд телендә, уның күп һанлы диалекттарында (ҡара: Бельгияла Нидерланд теле) һөйләшә. Валлондар Валлонияның биш көньяҡ провинцияһында йәшәй, француз, валлон һәм башҡа ҡайһы бер телдәрҙә һөйләшә. The World Factbook мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылға Бельгия халҡының этник составы: 75,2 % — бельгийҙар, 4,1 % — итальяндар, 3,7 % — мароккандар, 2,4 % — француздар, 2 % — төрөктәр, 2 % — голландтар, 10,6 % — башҡа этник төркөмдәр[32]. Бельгия телдәре йөрөтөүселәр һаны буйынса: голландия теле — 60 %, француз теле — 40 %, немец теле — 1 % әҙерәк[32]. 2021 йылға ҡарата, Бельгия халҡының 67,3%-ын төп халыҡ, 20,1%-ын сит илдәрҙән килеп сыҡҡан бельгийҙар һәм 12,6 % иммигранттар тәшкил иткән[35].

Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Бельгия французсаға яҡын дәүләт була, һәм фламандтар һәр ваҡыт халыҡтың күпселеген тәшкил итһә лә, тәүҙә берҙән-бер дәүләт теле француз теле була. Хатта Фландрияла ла француз теле оҙаҡ ваҡыт урта һәм юғары белемдең берҙән-бер теле булып ҡала.

Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Бельгияла нидерланд телле халыҡтар эмансипацияһы өсөн хәрәкәт башлана. Һөҙөмтәлә «тел көрәше» (нидерл. taalstrijd) барлыҡҡа килгән. Көрәш 1960-сы йылдарға һөҙөмтә бирә башланы. 1963 йылда рәсми осраҡтарҙа телдәрҙе файҙаланыуҙы регламентлаусы закондар пакеты ҡабул ителә. 1967 йылда Бельгия Конституцияһының нидерланд теленә рәсми тәржемәһе баҫылып сыға. 1980 йылға илдең ике төп теле лә хоҡуҡта тиңләштерелә. 1993 йылда Бельгия федерация субъекттары булған төбәктәргә бүленә. Нидерланд теле Фламанд төбәге биләмәһендә берҙән-бер рәсми тел булып тора.

Уңыштарға өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, тел проблемалары әле һаман ил халҡының ике төп төркөмө араһында көсөргәнешле хәлдәргә килтерә. Шулай итеп, 2005 йылда Брюссель-Халле-Вилворде ике телле һайлау округын бүлеү проблемаһы саҡ хөкүмәттең отставкаһына һәм сәйәси көрсөккә килтермәне.

Иммигранттар һәм этник аҙсылыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгияның мөһим этник аҙсылығы — немецтар. Уларҙың һаны яҡынса 70 000 кеше тәшкил итә. Немецтар тупланып йәшәгән урындар (Валлонияның көнсығышында) тәү сиратта мәҙәниәт мәсьәләләрендә ҙур автономияға эйә булған немец телле берләшмә составына инә.

Иң ҙур мигранттар төркөмө — итальяндар, Конго Демократик Республикаһынан (элекке Бельгия Конгоһы), Төркиәнән, шулай уҡ Марокконан һәм башҡа ғәрәп илдәренән сыҡҡан кешеләр.

Төрлө сығанаҡтарға ярашлы, Бельгияла 150—200 мең Төркиә мигранттары йәшәй, улар иҫәбенә этник төрөктәр ҙә, курд әҙселеге вәкилдәре лә инә. Ошо ике этник ойошма вәкилдәре араһында ваҡыты-ваҡыты менән низағ сыға. 2006 йылдың апрелендә, мәҫәлән, Брюсселдең үҙәгендә курдтар инициативаһы менән төрөктәргә ҡаршы йүнәлтелгән манифестация үткәрелә. 2007 йылдың 2 апреленә ҡарата төндә Бельгияның баш ҡалаһында, НАТО штаб-фатиры һәм ЕС биналары янында, этник төрөктәр менән курд иммигрант общинаһы вәкилдәре араһында бәрелештәр була. Һөҙөмтәлә ете кеше ҡулға алына һәм тағы ла бер нисә кеше йәрәхәтләнә. «Барыһы ла төрөк үҫмерҙәренең курд йәштәренең ҙур булмаған төркөмөнә һөжүменән башланды», — тип белдерҙе Брюссель полицияһының матбуғат секретары Йохан Верлейен. Тәртип урынлаштырырға тырышҡан полицейскийҙарға ла ҡаршылыҡ күрһәтелгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, урамдағы бәрелештәрҙә 250-гә яҡын кеше ҡатнашҡан, башлыса йәштәр. Бәрелештәр барышында билдәһеҙ кешеләр, курд общинаһы үҙәге тип иҫәпләнгән кафеға ут төртөп, тарҡау митингылар ойошторған. Бельгиялағы этник-ара ҡаршылыҡтар менән бәйле конфликт хәле киҫкен сәйәси проблема булып тора, әлегә унан сығыу юлы табылмаған[36].

Брюсселдә шулай уҡ испандар, гректар, поляктар һәм башҡа милләт кешеләре йәшәй[33]. 2016 йылға ҡарата, Бельгия халҡының 69,8%-ын ерле халыҡ, 16,5%-ы — беренсе быуын иммигранттары, 13,7%-ы — икенсе быуын иммигранттары тәшкил итә[37]. 2019 йылға ҡарата, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы баһалауынса, Бельгияла 17,2 % тәшкил итеүсе 2 миллион иммигрант йәшәгән[38].

Енәйәтселек һәм раса мәсьәләһе менән бәйле көсөргәнешлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Судтарҙа ҡаралған ғәйепләүҙәрҙең 19%-ы проценты һәм бәлиғ булмағандар яһаған хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 24%-ы Европа сығышлы булмаған кешеләргә ҡағыла. 2002 йылда, мосолман үҫмере талауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепле тип табылһа ла, судтан иҫкәртеү генә алғандан һуң, был мәсьәлә ҙур ғына бәхәскә килтерә. Был суд ҡарары ғәмәлдән сығарылғандан һуң ғына ҡаршылыҡтар туҡтап ҡала[39].

Терроризм һәм енәйәтселек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Интерпол һәм урындағы гәзиттәр кеүек төрлө сығанаҡтар буйынса Брюссель халыҡты радикаллаштырыу һәм кешеләрҙе Әл-Ҡаидә кеүек террористик ойошмаларға йүнәлтеү үҙәктәренең береһе булып иҫәпләнә. Вербовка ғәҙәттә мәсеттәрҙә башлана, артабан был кешеләр төп әҙерлекте Афғанстанда үтә. 2005 йылда Ираҡта үҙ теләге менән үлемгә барыусы террорсы Мюриель Дегок (Muriel Degauque) хәҙерге терроризм тарихында көнбайыштан сыҡҡан тәүге террорсы булараҡ билдәле булды. Ул Брюсселдә түгел, ә иң ҙур енәйәтселек күрһәткестәре менән билдәлелек алған Шарлеруа ҡалаһында шөғөлләнгән.

Бельгия шулай уҡ аҙ һанлы милләттәргә ҡаршы күрә алмаусанлыҡ нигеҙендәге енәйәттәр, шул иҫәптән Ханс Ван Темсеның (Hans Van Themsche) эше һәм раса нигеҙендә башҡа көс ҡулланыуҙар был проблеманың көнүҙәклеген һәм Бельгия халҡының раса мәсьәләһе менән борсолоуын асыҡлай.

Франция полицияһы 2015 йылдың 13 ноябрендә Парижда терактта ҡатнашҡан 11 кешенең 3-сөһө Бельгия сығышлы йәки Бельгияла йәшәйҙер тип уйлай[40].

2016 йылдың 22 мартында иртән Брюсселдә теракттар серияһы булды. Аэропортта һәм метрополитенда өс шартлау яңғыраған. Һөҙөмтәлә 34 кеше һәләк була һәм 250-нән ашыуы яралана[41].




2019 йылға Бельгияла дин[42][43]

  Католиктар (54.0%)

  Протестанттар (3.0%)

  Православие динлеләр (1.0%)

  Башҡа христиандар (2.0%)

  Динһеҙҙәр (Иррелигиозны) (31.0%)

  Мосолмандар (5.0%)

  Буддистар (0.3%)

  Иудейҙар (0.3%)

  Башҡа диндәр (4.0%)

The World Factbook мәғлүмәттәренә ярашлы, 2009 йылға ҡарата Бельгия халҡының дин буйынса составы: 50%-ы — католиктар, 2,5%-ы — протестанттар һәм башҡа христиандар, 5,1%-ы — мосолмандар, 0,4%-ы — йәһүдтәр, 0,3%-ы — буддистар, 9,2%-ы — атеистар, 32,6%-ы — башҡалар[32]. Бельгия Конституцияһы дин тотоу иркен гарантиялай.

2019 йылға ҡарата Бельгия халҡының дин буйынса составы: 54%-ы — католиктар, 31%-ы — динһеҙҙәр (иррелигиозны), 5%-ы — мосолмандар, 3%-ы — протестанттар, 1%-ы — православие динен тотоусылар, 2%-ы — башҡа христиандар, 0,3%-ы — буддистар, 0,3%-ы — йәһүдтәр, 4%-ы — башҡа диндәгеләр[42][43].

Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә дин уҡытыу (йәки курстар) бөтә мәктәп сәғәттәренең яҡынса 7 % тәшкил итә[44]. Тәҡдим ителгән диндәр төрлөлөгө уҡыусыларҙың һайлауына ҡарап билдәләнә. Мәктәптә ете йәки унан күберәк билдәле бер динде өйрәнергә теләүселәр булһа, мәктәп кәрәкле уҡытыусы бирергә йәки алмаштырыусы курс бирергә тейеш. Курстың йөкмәткеһе күп осраҡта аныҡ уҡытыусының өҫтөнлөк итеүенә бәйле, әммә ҡайһы бер конфессиялар үҙҙәренең курстарын стандартлаштыра. Мәҫәлән, «ортодоксаль христианлыҡ» программаһына православие сиркәүе уҡытҡан православие нигеҙҙәре индерелгән[45]. Башҡа мотлаҡ предметтар кеүек үк, уҡыусылар дин нигеҙҙәре буйынса имтихан тапшыра һәм уҡыу йомғаҡтары буйынса аттестатҡа билдә ҡуйыла. Динде өйрәнергә теләмәүселәр әхлаҡ курсын йәки философия һәм гражданлыҡ яуаплылығы курсын (philosophie et citoyenneté) һайлай ала[46].

Берҙәм мәҙәни майҙандың булмауы Бельгия мәҙәни тормошоноң үҙенсәлеге булып тора. Ғәмәлдә мәҙәни тормош тел берләшмәләре сиктәрендә туплана. Бельгияла дөйөм дәүләт телевидениеһы, гәзиттәре һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары юҡ. Шулай уҡ ике телле университеттар (король хәрби мәктәбенән тыш) һәм ҙур ғилми йәки мәҙәни ойошмалар юҡ.

Һынлы сәнғәт (живопись)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ганс Мемлинг — фламанд урта быуат рәсем сәнғәтенең күренекле вәкиле башҡарған «Ҡот осҡос хөкөм» картинаһы (фрагмент)

Ренессанс осоронда уҡ Фландрия үҙенең һынлы сәнғәте (фламанд примитивистары) менән дан тота. Һуңыраҡ Фландрияла Рубенс йәшәгән һәм ижад иткән (Бельгияла Антверпенды әле лә Рубенс ҡалаһы тип атайҙар). Әммә XVII быуаттың икенсе яртыһында фламанд сәнғәте яйлап тарҡалыуға дусар бара. Һуңыраҡ Бельгияла рәсем сәнғәте романтизм, экспрессионизм һәм сюрреализм стилдәрендә үҫешә. Билдәле Бельгия рәссамдары — Джеймс Энсор (экспрессионизм һәм сюрреализм), Констант Пермеке (экспрессионизм), Леон Спиллиарт (символизм), Франц Ричард Унтербергер (романтизм), Ги Гюйгенс (fr Guy Huygens), Рене Магритт (сюрреализмдың иң мөһим вәкилдәренең береһе тип иҫәпләнгән).

2009 йылдың 2 июнендә Брюсселдә Бельгия сюрреалист рәссамы Рене Магриттың (1898—1967) яңы музейы асыла. Экспозицияға 250-гә яҡын эш индерелгән — шулай итеп, ул донъяла иң абруйлыһы тип танылды. Музей Король нәфис сәнғәт музейҙары комплексында урынлашҡан[47].

Шағир-новатор Пол Остайендың иң билдәле шиғырҙарының береһе

Әҙәбиәттә тел принцибы буйынса бүленеш байтаҡҡа көслөрәк. Франк телендәге әҙәбиәт француз традицияларына тартыла, был, атап әйткәндә, Бельгияла күп кенә француз яҙыусыларының (мәҫәлән, Бодлер) эшләүенә бәйле.

Фландрия әҙәбиәтенә бәйле хәл күпкә ҡатмарлыраҡ. XIX быуатта Фландрия әҙәбиәте ике ағымға бүленгән: береһенең вәкилдәре — француз, икенсеһе нидерланд телдәрендә яҙған. Тәүге ағым вәкилдәренең эштәрен типик бельгий әҙәбиәте тип атарға мөмкин, сөнки бер телле илдә бындай әҙәбиәттең килеп сығыуы мөмкин түгел ине. Был төркөмдөң иң билдәле әҫәре — фламанд яҙыусыһы Шарль де Костерҙың «Тиль Уленшпигель һәм Ламма Гудзак тураһында легенда». Әлеге ваҡытта ул бик күп телдәргә тәржемә ителгән һәм «Фландрия Библияһы» исемен алған. Әммә француз телле фламанд әҙәбиәтенең күп өлөшө хәҙер онотолған: валлондарға һәм бигерәк тә француздарға ул ҡыҙыҡ түгел, ә фламандтар уны француз телен белеү кимәленең түбән булыуына бәйле уҡымай (элек, француз теле берҙән-бер дәүләт теле булған саҡта, уны белеү кәрәк ине; хәҙерге осорҙа нидерланд теле француз теле менән тиңләштерелә).

Икенсе төркөм вәкилдәре башлыса Фландрия эмансипацияһы яҡлы һәм йыш осраҡта милләтселәр була. Был төркөмдөң иң билдәле вәкиле — шағир Гвидо Гезелле. Ул француз теленә генә түгел, Нидерландта ҡабул ителгән нидерланд теле вариантына ла ҡаршы сығыш яһай. Уның шиғырҙары көнбайыш фламанд диалектында яҙылған һәм хәҙерге фламандтарға бик үк аңлайышлы түгел. Бельгияның ҡайһы бер билдәле шағирҙары: Гвидо Гезелле (көнбайыш фламандса яҙған), Эмиль Верхарн (фламандлы, французса яҙған), Морис Метерлинк (фламандлы, французса яҙған).

XX быуат фламанд әҙәбиәте параллель рәүештә үҫешкән һәм халыҡ-ара әҙәби процестарҙың йоғонтоһон кисергән: мәҫәлән, Сирил Бёйссе натуралист булған, ә Стейн Стрёвелс һәм Феликс Тимерманс неоромантизмға яҡын.

Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары араһындағы осорҙоң әһәмиәтле авторҙары — шағир-экспрессионист Пол Ван Остайен, яҙыусылар Герард Валсхап, Виллем Элсхот һәм Марникс Гейссен. Икенсе донъя һуғышы барышында магик (тылсымсы) реалистар Йохан Дэне һәм Хубер Лампоның тәүге романдары донъя күрә. Ул тамамланған осор Антон ван Вилдероде, Кристин Д’Хан шиғырҙары һәм Луи-Поль Боон романдары менән билдәләнә. Был осорҙа әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына дәғүә итеүселәр исемлегенә ингән шағир һәм яҙыусы Хюго Клаус иң билдәле фигура булып тора[48][49].

1960 йылда Эдди Ван Влит һәм Херман де Конинк тәүге тапҡыр ижадҡа тотона, Иво Михилс һәм Поль де Виспеларе яҙҙы. 1980-се йылдарҙа Луи-Поль Боон традицияһын Моника ван Памел һәм Валтер ван ден Херман де Брук дауам итә. Ул ваҡыттағы яңы исемдәр — Кристин Хеммерехтс һәм Эрик де Кёйпер, Пол Хосте һәм Анна Провост, Жефа Герартса һәм Стефан Хертманс. Том Лануа һәм Херман Брюсселманс 1990-сы йылдар быуынына ҡарай.

Бельгия — француз телле (bande dessinée) комикстың иң ҙур үҙәктәренең береһе. XX быуат башында тап ошонда был жанр әүҙем үҫешә. Репортёр-сәйәхәтсе Тинтин тураһында комикстар серияһы ижад иткән рәссам һәм сценарист Эрже донъя кимәлендә танылыу яуланы. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Франция индустрия үҙәгенә әүерелә, шулай ҙа Бельгияла Le Lombard и Dupuis кеүек ҙур нәшриәттәр «Смурфы», «Торгал», «Счастливчик Люк» кеүек BD сериялы популяр сериялар сығарыуҙы дауам итә.

Бельгияла роман стиленән башлап (XI быуат) һәм ар-нувоға (XX быуат башы) тиклем бик күп күренекле архитектура өлгөләре һаҡланған. Бельгияның иң билдәле архитекторы — Виктор Орта (1861—1947), ар-нувоның иң мөһим архитекторҙарының береһе.

Архитектура яғынан иң ҡыҙыҡлы ҡалалар: Брюгге, Гент, Антверпен, Брюссель, Мехелен. Валлонияла ҡаланан тыш архитектура өлгөләре — ҡәлғәләр, ауыл хужалығы ихаталары урынлашҡан.

Бельгия үҙенең аш-һыуы менән дан тота. Юғары дәрәжәле ресторандарҙың күбеһен Красный гид Мишлен кеүек йоғонтоло гастрономик белешмәләрҙә табырға мөмкин. Бельгия үҙе кеүек үк, Бельгия аҙығы ла герман һәм латин йоғонтоһо ҡатнашмаһынан ғибәрәт. Бельгия халҡы вафли һәм ҡыҙҙырылған картуф яратыусылар репутацияһына лайыҡ булды. Ике ризыҡ та Бельгияла барлыҡҡа килгән. Милли ризыҡтар: салат менән ҡыҙҙырылған ит һәм ҡыҙҙырылған мидиялар[50].

Callebaut, Côte d’Or, Neuhaus, Leonidas (шоколад етештереүсе), Guylian һәм Godiva кеүек Бельгия шоколадының һәм пралине тигән кәнфит төрҙәре брендтары бөтә донъяла билдәле һәм киң һатыла.

Илдә 400—500 йыл дауамында 500-ҙән ашыу һыра маркаһы етештерелә. XVI быуаттан алып Бельгия һыра ҡайнатыусылары конфедерацияһы йәшәп килә. Уның штаб-фатиры 300 йылдан ашыу Брюсселдәге Гранд-Пластағы боронғо йортта урынлашҡан, ошонда уҡ — ентекле экспозициялы музей ҙа эшләй. 2016 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО Бельгия һыра ҡайнатыу мәҙәниәтен бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерҙе[51].

Бельгия телекоммуникациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгиялағы телекоммуникациялар бик юғары кимәлдә. Мобиль элемтә, телевидение, Интернет, радио инфраструктуралары үҫешкән. Бельгияның Интернеттағы домены — «.be».

Бельгияла 61 интернет-провайдер бар. Улар 5,1 миллион интернет ҡулланыусыны хеҙмәтләндерә (2004 йыл мәғлүмәттәре)[52]).

1998 йылда Бельгияла 79 FM-радиостанция, 7 АМ-станция һәм 1 ҡыҫҡа тулҡынлы станция була. 8,075 миллион радио тыңлаусы хеҙмәтләндерелә. 1997 йылда 25 телевидение станцияһы һәм 10 ретранслятор була. Әлеге ваҡытта бөтә ил буйынса 4,72 миллион телевизор һатып алынған.

Функциональ грамоталылыҡ кимәле артылған, өлкәндәр араһында грамоталылыҡ — 98 %.

Бельгияла мәғариф Берләшмәнең компетенцияһына инә. Фламанд Берләшмәһе — илдең нидерланд телендә һөйләшеүсе өлөшөндә, ә француз Берләшмәһе Бельгияның франк телендә һөйләшеүсе өлөшөндә белем биреү мәсьәләләрендә компетентлы булған. Һөнәри белем биреү йорттарының һаны (урта һәм юғары) — 380-гә яҡын.

Бельгия юғары уҡыу йорттары һәм университеттары 2004—2005 йылдарҙа академик йүнәлештә бакалавр-магистр системаһын индерә. Быға тиклем юғары белем биреү системаһы, атап әйткәндә, бер циклдың база курсы, ике циклдың база курсы һәм академик курс, булды, әммә ул бөтөрөлдө. Бакалавр-магистр тибы буйынса ойошторолған юғары белем ике типҡа бүленә:

  • юғары профессиональ белем
  • академик белем

Юғары һөнәри белем биреү бакалаврҙар һәм оҫталар курстары менән сикләнә һәм 22 юғары мәктәптә тәҡдим ителә.

Академик белем биреү бакалавр һәм магистр курстарынан тора. Академик белемде университеттарҙа һәм институттарҙа/колледждарҙа алырға мөмкин[53].

Лёвенск католик университеты, Гент университеты.

Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар эске тулайым продукттың 9,6 % тәшкил итә, шуларҙың 71,4 % — дәүләт сығанаҡтарынан, 28,6 % — шәхси сығанаҡтарҙан (2005)[54].

Бельгияның Социаль тәьминәт министрлығы халыҡты социаль яҡлау менән шөғөлләнә. Норматив пенсия йәше 65 йәш тәшкил итә. 2025 йылдан уны 66-ға, ә 2030 йылдан 67-гә тиклем арттырыу күҙаллана[55].

Бельгияның транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгия тимер юлы континенталь Европала беренсе урынды биләй. Әлеге ваҡытта тимер юл транспорты бик популяр: 2009 йылда тимер юлдар 220 миллиондан ашыу пассажир ташыған[56]

Юлдары

  • дөйөм оҙонлоғо: 149 018 км (яҡынса 1 км² майҙанға 4,38 км, 2002),
  • магистралдар: 1729 км
  • төбәк юлдары: 12 610 км
  • ҡалғандары: 134 679 км

Һыу юлдары

Һыу юлдары 2043 км тәшкил итә (1532 км даими рәүештә коммерция маҡсатында файҙаланыла).

Үткәргес торба юлдары

Эшкәртелмәгән нефть үткәреүсе торбалар 161 км тәшкил итә; нефть продукттары 1167 км; тәбиғи газ 3300 км.

Диңгеҙ порттары

  • Антверпен[57] — донъялағы иң ҙур порттарҙың береһе
  • Брюгге[58] (Зебрюгге порты «Диңгеҙ Брюггеһы») — Европаның иң ҙур порттарының береһе
  • Гент[59]
  • Остенде

Эске порттар

Брюссель[60], Льеж[61]

Бельгияның ҡораллы көстәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгия ҡораллы көстәре 1830 йылда ойошторолған. 2012 йылға ғәмәлдәге хәрби составтың дөйөм иҫәбе 34 000 кеше (32 мең хәрби һәм 2 мең граждан хеҙмәткәре) тәшкил итә[62]. Баш командующий — король Филипп I (2013 йылдың 21 июленән). Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше — 18 йәш. Ҡораллы көстәре бюджеты — 3,4 миллиард € (2008 йыл). Бельгия Ҡораллы көстәре өлөшө эске тулайым продуктының 1,3%-ын тәшкил итә[39].

Ҡораллы көстәре дүрт төп компоненттан торған берләшкән структураға ойошторолған:

  1. Ер өҫтө ғәскәрҙәре, йәки Армия
  2. Һауа ғәскәрҙәре, йәки Һауа көстәре
  3. Хәрби-диңгеҙ флоты
  4. Ғәскәрҙәрҙең медицина компоненты

Хәрби компоненттарға оператив командование Оборона министрлығы ҡарамағындағы Операциялар һәм әҙерлек буйынса кадрҙар ведомствоһы алдында отчёт тота, уны ведомстволарҙың Операциялар һәм әҙерлек буйынса начальниктар комитеты ярҙамсыһы, шулай уҡ оборона министры етәкләй.

Бельгияның халыҡ-ара мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылдың 25 июлендә Бельгия-Люксембург иҡтисади союзы ойошторола. Һуңыраҡ союзға Нидерланд та ҡушылған. 1932 йылда илдәр иҡтисади һәм таможня кәртәләрен әкренләп кәметеү тураһында өс яҡлы килешеү төҙөгән[63].

1944 йылдың 5 сентябрендә Лондонға өс ил хөкүмәте тарафынан һөргөнгә ебәрелгән Бенилюкс таможня союзын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла, һәм ул 1948 йылда үҙ көсөнә инә. Союз 1960 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була, ул 1958 йылдың 3 февралендә Гаагала килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә Бенилюкс Иҡтисади союзы менән алмаштырыла.

1949 йылдың 4 апрелендә Бельгия Брюсселдәге штаб-фатиры менән Төньяҡ Атлантик килешеүе ойошмаһына ойоштороусы ил булараҡ инә.

1951 йылдың 18 апрелендә Бельгия биш Европа иле менән бергә Европа күмер һәм ҡорос берекмәһен (ЕОУС) ойоштороу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя.

1957 йылда алты дәүләт, шул иҫәптән Бельгия, 1993 йылда рәсми рәүештә Европа берләшмәһе (ЕС) тип үҙгәртелгән Европа иҡтисади берләшмәһенә (БЭС, Дөйөм баҙар) һәм атом энергияһы буйынса Европа берләшмәһен ойоштора.

1964 йылда Бельгия Ундар төркөмөнә инә.

Шенген килешеүенә 1985 йылдың 14 июнендә биш Европа дәүләте (Бельгия, Нидерланд, Люксембург, Франция, Германия) ҡул ҡуя, ул 1995 йылдың 26 мартында үҙ көсөнә инә.

Күҙәтеү органының штаб-фатиры Европа ирекле сауҙа ассоциацияһында (ЕАСТ) һәм Европа комиссияһының штаб-фатиры Брюсселдә урынлашҡан. Европарламент Страсбургта һәм Брюсселдә пленар ултырыштар үткәрә. Европа союзының иҡтисади һәм социаль комитеты, союздың консультатив органы, айына 1 тапҡыр Брюсселдә йыйыла. ЕС-ның Төбәктәр Комитетының пленар сессиялары Брюсселдә йылына 5 тапҡыр үтә.

Бельгия 2007 йылдың июнендә Ядро терроризмы акттарына ҡаршы көрәш буйынса глобаль башланғысҡа ҡушылды.

Башҡортостан менән бәйләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт байрамдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бельгияла 12 рәсми дәүләт байрамы бар. Уларҙың икәүһе һәр ваҡыт йәкшәмбегә тура килә.

Байрам Дата
Яңы йыл 1 ғинуар
Пасха үҙгәрә
Пасхаль (поливальный) дүшәмбе Пасханан һуң 1-се дүшәмбе
Хеҙмәт көнә 1 май
Раббының күккә олғашыуы (Вознесение) Пасханан һуң 6-сы кесаҙна
Изге Троица көнө Пасханан һуң 7-се йәкшәмбе
Изге Рух көнө Пасханан һуң 8-се дүшәмбе
Бельгияның Милли көнө 21 июль
Раббы Анаһының олғашыуы 15 август
Бөтә Изгеләр көнө 1 ноябрь
Ярашыу көнө 11 ноябрь
Раштыуа 25 декабрь

21 июлдә Бельгияның Милли көнө — илдең төп байрамы билдәләнә. Тап ошо көндә 1831 йылда король Леопольд I Бельгия парламентына конституцияға тоғролоҡҡа ант бирә. Был көндө Брюсселдә хәрби парад (Гран-бейеү) үткәрелә, ә Гентта урамда ҙур бейеү һәм музыка фестивале үтә.

Бельгияла билдәләнеүсе рәсми булмаған байрамдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Байрам Дата
Богоявление 6 ғинуар
Изге Валентин көнө 14 февраль
Бельгиялағы Фламанд общинаһы көнө 11 июль
Бельгиялағы Француз общинаһы көнө 27 сентябрь
Мәрхүм барлыҡ тоғро кешеләр көнө 2 ноябрь
Бельгияның немец телендә һөйләшеүсе общинаһы көнө 15 ноябрь
Король байрамы 15 ноябрь
Изге Николай байрамы 6 декабрь

Географик планда Бельгияға Европаның бөтә илдәренән тиерлек барыу мөмкинлеге был илгә туристик маршрутты популяр яһай.

2005 йылда 6,7 миллион кеше Бельгияға сәйәхәт ҡылған[64]. Туристарҙың өстән ике өлөшө яҡын урынлашҡан илдәрҙән — Франциянан, Нидерландтан, Германиянан һәм Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшкән Короллегенән килгән.

Туризм индустрияһы Бельгия тулайым эске продуктының 2,1 % етештерә (10 миллиард АҠШ долларына яҡын) һәм эшкә һәләтле халыҡтың 3,3 % (142 000 кеше) эш бирә[65].

1993 йылда эшкә яраҡлы халыҡтың 2 % туризм индустрияһында күрше илдәргә ҡарағанда аҙыраҡ мәшғүл булған[66]. Туризм яр буйы инфраструктураһы йәһәтенән яҡшы үҫешкән Ардендар тауҙарында һәм яр буйҙарында айырыуса сәскә ата[67]. Брюссель һәм Фландрия төрҙәре (Брюгге, Гент һәм Антверпен) мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған бик күп туристарҙы йәлеп итә[64].

Бельгия 2007 йылғы Халыҡ-ара иҡтисади форумда тәҡдим ителгән "Сәйәхәттәр һәм туризм өлкәһендә конкуренцияға һәләтлелек буйынса исемлек"тә 21-се урынды биләй. Исемлектә Бельгия күрше илдәргә ҡарағанда түбәнерәк тора[68].

Һуңғы йылдарҙа сит ил туристары һаны үҙгәрмәй тиерлек, ләкин туристар килтергән табыш 9,863 миллиард АҠШ долларына тиклем артты (2005 йылға).

Футбол һәм велоспорт Бельгия халҡы араһында иң популяр спорт төрҙәре булып тора. Бельгия ҡапҡасыһы Жан-Мари Пфафф (Jean-Marie Pfaff) футбол тарихында иң бөйөк ҡапҡасыларҙың береһе тип танылды. Бельгияла йәшәүсе Эдди Меркс (Eddy Merckx) донъялағы иң бөйөк велосипедсыларҙың береһе һанала. Уның иҫәбендә Тур де Франсҡа 5 еңеү һәм велоспортта башҡа бик күп наградалар. Уның бер сәғәт эсендәге рекорды 1972 йылда ҡуйылған һәм 12 йыл буйына беренсе урында торған. Бельгия спортҡа донъяла тиҙ арала беренсе урын яулаған ике тенниссыны, Ким Клейстерс менән Жюстин Эненды, һәм башҡа бик күп спортсы-призёрҙарҙы бирҙе.

Бельгиялағы Спа ҡалаһында Формула 1 класында автоуҙыштар буйынса Гран-при үтә, Бельгия трассаһы донъяла билдәлеләрҙең береһе булып тора һәм уҙышсыларға ла, көйәрмәндәргә лә оҡшай. Бельгияның билдәле автоуҙышсылары: Жаки Икс, Тьерри Бутсен, Бертран Гашо, Франсуа Дюваль, Оливье Жендебьян һәм башҡалар.

1920 йылда йәйге Олимпия уйындары Антверпенда үтте.

Бельгияла күп тапҡыр халыҡ-ара велосипедсылар ярыштары ойошторолған:

  • Ronde van Vlaanderen
  • Liège-Bastogne-Liège
  • La Flèche Wallonne
  • Gent-Wevelgem

2000 йылда Бельгияла һәм Нидерландта футбол буйынса Европа чемпионаты үткәрелде.

2018 йылда Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионатында Бельгия йыйылмаһы 3-сө урын ала. 2021 йылда Европа чемпионатында (ЧЕ-2020) Бельгия сирек финалда турнирҙың буласаҡ еңеүселәренән, Италия командаһынан, еңелде.

  • Белгика — Бельгияға хәҙерге исемен биргән Рим провинцияһы (лат. Gallia Belgica).
  • 1914 йылда Европа дәүләттәре
  • Бельгияла сәйәси кризис (2007—2011)
  1. 1,0 1,1 1,2 People ::Belgium 2019 йыл 12 сентябрь архивланған. — CIA World Factbook Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «cia» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. 2,0 2,1 Belgium. International Monetary Fund. Дата обращения: 1 октябрь 2009.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; atlas төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 БЕЛЬГИЯ. Большая российская энциклопедия — электронная версия. Дата обращения: 18 ноябрь 2020. Архивировано 29 ноябрь 2020 года. 2020 йыл 29 ноябрь архивланған.
  5. ОКСМ. www.classbase.ru. Дата обращения: 17 июль 2020. Архивировано 25 август 2011 года.
  6. Поиск ответа. www.gramota.tv. Дата обращения: 17 июль 2020. Архивировано 14 апрель 2021 года.
  7. 7,0 7,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка4 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Поспелов, 2002, с. 63
  9. Победа Антанты - победа России. Ч. 2. Маленькая героическая Бельгия - первая жертва немецкой агрессии. btgv.ru. Дата обращения: 28 август 2022. Архивировано 28 август 2022 года.
  10. Новое правительство Бельгии принесёт присягу королю во вторник. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 21 сентябрь 2017 года.
  11. Институт Европы РАН. Дата обращения: 1 июнь 2015. Архивировано из оригинала 7 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 7 сентябрь архивланған.
  12. Информационно-поисковая система «Экспортные возможности России» (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  13. Бельгия // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  14. Бельгия // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 83. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  15. Average salary. Дата обращения: 27 март 2017. Архивировано 17 май 2017 года.
  16. Belgian Tax Calculator. Belgiumtaxcalculator.com. Дата обращения: 27 март 2017. Архивировано 19 март 2017 года. 2017 йыл 19 март архивланған.
  17. Minimum Wage in Europe — Google Public Data Explorer. Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано 26 апрель 2019 года.
  18. Statistics Explained. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 18 декабрь 2019 года.
  19. Архивированная копия. Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2014 года.
  20. Combien gardez-vous net de votre salaire brut? | Attentia. Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано 23 апрель 2019 года.
  21. Belgian Tax Calculator. Belgiumtaxcalculator.com. Дата обращения: 27 март 2017. Архивировано 19 март 2017 года. 2017 йыл 19 март архивланған.
  22. Plantaardigheden.nl — Rembert Dodoens: iets over zijn leven en werk Dodoens/Dodonaeus. Дата обращения: 12 апрель 2008. Архивировано 10 июнь 2007 года.
  23. Stevin biography. Архивировано 9 июнь 2007 года. 2007 йыл 9 июнь архивланған.
  24. 'A Day Without Yesterday': Georges Lemaitre & the Big Bang. Дата обращения: 12 апрель 2008. Архивировано из оригинала 26 апрель 2017 года. 2007 йыл 6 июль архивланған.
  25. MLA style: «Create a List». Nobelprize.org. Nobel Media AB 2013. Web. 24 Nov 2013. <https://www.nobelprize.org/nobel_prizes/lists/all/create.html?active=1&cat_all=all&year1=Type+year&year2=Type+year&laureate=Type+a+name+or+names+of+a+Laureate&location%5B%5D=27&location%5B%5D=75&location%5B%5D=231&location%5B%5D=233&born1_year=0&born1_month=0&born1_day=0&born2_year=0&born2_month=0&born2_day=0&citation=Type+a+word+or+words+from+the+prize+motivation+text&sorting=default 2017 йыл 23 июль архивланған.>
  26. 26,00 26,01 26,02 26,03 26,04 26,05 26,06 26,07 26,08 26,09 26,10 26,11 26,12 26,13 26,14 26,15 26,16 26,17 26,18 26,19 26,20 26,21 26,22 26,23 26,24 26,25 26,26 26,27 26,28 26,29 26,30 26,31 26,32 26,33 26,34 26,35 26,36 26,37 26,38 26,39 26,40 26,41 26,42 26,43 https://statbel.fgov.be/en/themes/population/structure-population#figures
  27. 27,00 27,01 27,02 27,03 27,04 27,05 27,06 27,07 27,08 27,09 27,10 27,11 27,12 27,13 27,14 27,15 27,16 27,17 27,18 27,19 27,20 27,21 27,22 27,23 27,24 27,25 27,26 27,27 27,28 27,29 27,30 27,31 27,32 27,33 27,34 27,35 27,36 27,37 27,38 27,39 27,40 27,41 27,42 27,43 27,44 27,45 27,46 27,47 27,48 27,49 27,50 27,51 27,52 27,53 база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  28. 28,00 28,01 28,02 28,03 28,04 28,05 28,06 28,07 28,08 28,09 28,10 28,11 28,12 28,13 (unspecified title)Статбель.
  29. база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  30. https://statbel.fgov.be/en/themes/population/structure-population
  31. Статбель
  32. 32,00 32,01 32,02 32,03 32,04 32,05 32,06 32,07 32,08 32,09 32,10 Belgium. The World Factbook. Дата обращения: 27 август 2021. Архивировано 9 ғинуар 2021 года.
  33. 33,0 33,1 Архивированная копия. Дата обращения: 8 май 2007. Архивировано из оригинала 25 июнь 2007 года.
  34. Архивированная копия. Дата обращения: 5 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 28 июнь 2007 года. 2007 йыл 28 июнь архивланған.
  35. Origin | Statbel. statbel.fgov.be. Дата обращения: 10 февраль 2022. Архивировано 18 февраль 2022 года.
  36. Дарья Юрьева. В Брюсселе прошла рубка капусты. Российская газета (3 апрель 2007). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 14 ғинуар 2010 года.
  37. L’impact économique de l’immigration en Belgique. nbb.be. Дата обращения: 26 ноябрь 2020. Архивировано 1 декабрь 2020 года.
  38. International Migrant Stock 2019 (United Nations database, POP/DB/MIG/Stock/Rev.2019). Дата обращения: 26 ноябрь 2020. Архивировано 8 март 2021 года.
  39. 39,0 39,1 Defensie La Défense. Дата обращения: 4 апрель 2008. Архивировано из оригинала 14 июнь 2011 года. 2011 йыл 14 июнь архивланған.
  40. Quinze jours après les attentats de Paris, le point sur l'enquête et les questions en suspens. 2015-11-27 (фр.). Le Figaro. Дата обращения: 30 ноябрь 2015. Архивировано 30 ноябрь 2015 года.
  41. Double attentat à Bruxelles: la Belgique touchée en plein coeur (фр.). Le Soir (22 март 2016). Дата обращения: 22 март 2016. Архивировано 22 март 2016 года.
  42. 42,0 42,1 Eurobarometer 90.4: Attitudes of Europeans towards Biodiversity, Awareness and Perceptions of EU customs, and Perceptions of Antisemitism. — European Commission. 2020 йыл 13 март архивланған.
  43. 43,0 43,1 Survey: discrimination. europa.eu. Eurobarometer (сентябрь 2019). Дата обращения: 6 декабрь 2021. Архивировано 18 май 2020 года.
  44. Преподавание знаний о религии в светской школе: европейский опыт правового регулирования [1]. www.nravstvennost.info. Дата обращения: 4 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 11 июль 2017 года. 2017 йыл 11 июль архивланған.
  45. Религиозное образование в Европе и перспективы преподавания религиозных знаний в России. pravostok.ru. Дата обращения: 4 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2015 года.
  46. Уроки религии в государственной школе — норма светского правового государства — Церковь и Время. mospat.ru. Дата обращения: 4 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  47. В Брюсселе открылся музей Рене Магритта. Lenta.ru (2 июнь 2009). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 8 август 2011 года.
  48. Китайский писатель Гао Синцянь стал лауреатом Нобелевской премии по литературе // newsru.com 12 октября 2000. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 4 март 2016 года.
  49. Известный бельгийский писатель Хюго Клаус ушёл из жизни при помощи эвтаназии // newsru.com 20 марта 2008. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 16 июль 2020 года.
  50. Belgium: Background and History. Архивировано 28 сентябрь 2007 года.
  51. Beer culture in Belgium (ингл.). UNESCO. Дата обращения: 25 июль 2017. Архивировано 22 ноябрь 2017 года.
  52. Top20 стран Европы по количеству активных пользователей Интернета. Дата обращения: 8 июнь 2022. Архивировано 13 март 2013 года.
  53. Посольство Бельгии, Москва, Российская Федерация. Дата обращения: 29 апрель 2008. Архивировано 18 декабрь 2007 года.
  54. Core Health Indicators. Архивировано 19 ғинуар 2012 года.
  55. Jean-François Munster. Pension à 67 ans: tout ce qu’il faut savoir (фр.). Le Soir (23 июнь 2015). Дата обращения: 13 ғинуар 2016. Архивировано 1 август 2015 года.
  56. Jaarverslag NMBS. Дата обращения: 22 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2010 года. 2010 йыл 15 декабрь архивланған.
  57. http://www.portofantwerp.com/ 2008 йыл 17 май архивланған. порт Антверпен
  58. https://www.zeebruggeport.be/ 2007 йыл 4 февраль архивланған. порт Брюгге
  59. http://www.havengent.be/ 2008 йыл 7 апрель архивланған. порт города Гент
  60. http://www.havenvanbrussel.irisnet.be/ 2007 йыл 25 июнь архивланған. внутренний порт Брюсселя
  61. http://www.portdeliege.be/ 2012 йыл 11 март архивланған. внутренний порт Льежа
  62. Бельгийскую армию сократили с опережением графика - СМИ, РИА Новости (02.01.2012). 27 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  63. Государства Альпийского региона и страны Бенилюкс в меняющейся Европе / Под ред. В. Я. Швейцера. — М.: Весь Мир, 2009. — С. 353. — 544 с. — ISBN 978-5-7777-0455-9.
  64. 64,0 64,1 Travel And Tourism in Belgium. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 5 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 5 ғинуар архивланған.
  65. アーカイブされたコピー. Дата обращения: 2 март 2007. Архивировано 5 март 2007 года.
  66. Архивированная копия. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 2 март 2018 года.
  67. Diplomatie.be. Дата обращения: 4 апрель 2008. Архивировано 3 октябрь 2018 года.
  68. World Economic Forum — Competitiveness Index. Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2010 года.

Ҡалып:Бельгия в темах

Ҡалып:Бенилюкс

Ҡалып:Франкоязычные страны