Эстәлеккә күсергә

Кабул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Кабул
пушту һәм дари کابل
Флаг
Флаг
Ил

Афғанстан

Координаталар

34°31′58″ с. ш. 69°09′57″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

18 район

Мэр

Мөхәммәт Юныс Науандиш

Майҙаны

275 км²

Высота НУМ

1800 м

Халҡы

(агломерация) 3 071 400 кеше (2011)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4:30

Телефон коды

+93-20

Һанлы танытмалар
Кабул (Афғанстан)
Кабул
Кабул
Ҡала күренеше

Кабу́л (пушту һәм дари کابلКабуль[1]) — Афғанстандың баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаһы. Кабул йылғаһы ярында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә. Газни, Ҡандағар, Герат һәм Мазари-Шәриф ҡалалары менән автотрасса тоташтыра. Кабулда туҡыма, мебель, шәкәр һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары етештерелә.

Ҡала халҡы — 615 900 кеше (2006 йыл, иҫәп)[2], агломерации — 3 071 400 кеше (2011 йыл, иҫәп)[3].

Ҡала боронғо замандарҙа Кубха исеме аҫтында һинд дини йыйынтығы Ригведала һәм зороастризмдың изге китабы Авестала телгә алына[4]. Ригведа ҡаланы тауҙарҙа йәшәү өсөн идеаль урын булараҡ маҡтай[5]. Ҡала ахеменидтар тарафынан баҫып алынғансы мидеецтар ҡулы аҫтында була. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ҡала ул осорҙа «Ҡабура» тип атала башлаған була. Был һүҙҙе грек астрологы Клавдий Птолемей ҡуллана[4]. Ҡала зороастризмдың, буддизмдың һәм индуизмдың мәҙәни үҙәгенә әйләнә. Ҡаланы һүрәтләүҙең тағы ла бер сығанағы булып, баҫып алғандан һуң уйһыулыҡты тикшергән Бөйөк Александрҙың яҙмалары тора. Ләкин яҙманы ышаныслы тип иҫәпләп булмай, сөнки Александр яҡында урынлашҡан ҙур булмаған ҡаланы һүрәтләгән булырға мөмкин. Аҙағыраҡ регион Селевкидтар империяһының өлөшө булып китә, ә һуңынан һинд Маурҙар империяһы[4] составына инә.

Беҙҙең эраға тиклем II быуатта Кабул Һиндостандан грек-бактриестар тарафынан яулап алына, б.э.т. I быуат урталарында ҡаланы Һинд-скиф батшалығы баҫып ала. Дөрөҫөрәге, регион «Хоу Ханьшу» ҡытай йылъяҙмаһында Гаофу (高附) тип телгә алына. Был ҙур кенәзлек була, халыҡ һиндостанлыларға оҡшаш, һуғышсан түгел, яҡшы сауҙагәрҙәр. Улар йә һиндостанлылар, йә бактрийцы, йә парфи бойондороҡлоғона эләгәләр. Шулай ҙа 100 йыл үткәс ҡала император Куджула Кадфиз идара иткән Кушан батшалығы власы аҫтына эләгә һәм беҙҙең эраның III быуатына тиклем уларҙың ҡул аҫтында ҡала[6].

Б.э. 230 йылында кушандар Сәсәниҙәр империяһынан еңеләләр һәм бойондороҡло дәүләт булып ҡалалар, Кабул ҡалаһын үҙ ирке менән баҫҡынсыларға тапшыралар[4]. Б.э. 420 йылында Сәсәниҙәр Кидариттар ҡәбиләһе тарафынан ҡыуылалар, ә уларҙы үҙ сиратында 460-сы йылдарҙа эфталиттар ҡыуа. Ҡала Ашина төрөк ҡағанатының бер өлөшө булып китә[7]. Ҡала менән 60 быуын дауамында төрөк кенәздәре идара итә. Ҡала беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған ҡурғаулау стеналары төҙөй[7]. Ҡайһы бер тарихсылар Кабулға Камбоджа тигән санскрит исем тағалар һәм короллектең исеме тап ҡала исеменән килеп сыҡҡан тип фараз ҡылалар[8][9]. Башҡа әҫәрҙәрҙә ҡала «Кофес» йәки «Кофене» тип телгә алына. Ҡытай монахы Сюаньцзан ҡаланы «Каофу» тип телгә ала[10].

Беҙҙең эраның I быуатында Кабул уйһыулығына күпләп Юэчжи халҡы, йәғни көнсығыш сарматтар күсенә, шулай уҡ христиан дине үтеп инә башлай[11].

Ислам һәм монгол яулауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламдың баҫып инеүе Афғанистанға б.э. 642 йылында, Кабул бойондороҡһоҙ саҡта килеп етә. Ғәрәп баҫҡынсылары тәүҙә бөтә регионды ла исламға бойһондора алмай, полководец Абдур Рахман бин Саманға 600-сө йылдар аҙағында, ҡаланы ташлап китер алдынан, урындағы тик 12000 кешене генә исламға йәлеп итеү мөмкин була[12]. 870 йылда ғәрәптәр Кабулды Яҡуп ибн Лейс етәкселегендә ҡабаттан баҫып алғансы мосолмандар аҙсылыҡты тәшкил итәләр. Яҡуп ибн Лейс регионда беренсе мосолман династияһын булдыра. Шулай итеп мосолмандар ҡалала һәм регионда элитаны тәшкил итәләр.

Кабулда үҙенең көсө менән билдәле булған нығытма урынлашҡан. Уға бер генә юл илтә. Унда мосолмандар йәшәй, ә ҡалала Һиндостандың ҡафырҙары урынлашҡан.

— Истахри, 921 год[13]

Артабанғы йөҙйыллыҡтар дауамында ҡала Саманидтар, Ғәзнәүиҙәр, Гуридтар һәм Хорезмшаһтар дәүләттәре ҡарамағына аҫтына күсә. 1200-се йылдарҙа монголдар яуы үтә, орда үҙенең юлында бөтә нәмәне яндыра, юҡ итә һәм Кабулды бөлгөнлөккә төшөрә. Күп сығанаҡтар, Сыңғыҙхандың ейәнен үлтереүгә үс итеп, монголдарҙың урындағы халыҡ араһында күпләп һуйыш ойоштороуы тураһында телгә ала. Монголдарҙың баҫып алыуынан һуң яңы дәүләттәр барлыҡҡа килә, ә Кабул Сағатай улусы составына инә. Монгол-татар яуы мәлендә Афғанстандың күп халҡы, исламдың йоғонтоһон таратып, Һиндостанға ҡаса, ә һуңғараҡ Дели солтанлығын булдыра. Бабур осоронда Кабул ваҡытлыса Бөйөк Моголдар дәүләтенең баш ҡалаһы була. Бабур Кабулда ерләнгән.

Марокконан ғәрәп ғалимы Кабулды ошолай һүрәтләй:

Артабан беҙ Кабулға киттек; ҡасандыр ул ҙур ҡала булған, ә хәҙер афғансылар тип аталыусы фарсылар ҡәүеме йәшәгән ауыл. Улар ҡалалар һәм артылыштарға хужа булып торалар һәм ҙур көскә эйәләр. Афғансыларҙың күбеһе юлбаҫар. Уларҙың иң ҙур тауы Кух-и Сөләймән тип атала.

— Ибн Баттута (1304–1369)[14][15]

Тимуридтар һәм Моголдар дәүере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бабур һәм уның улы Хумаюн

XIV быуатта Кабул Аҡһаҡ Тимер батшалығының эре сауҙа үҙәгенә әйләнә. 1504 йылда ҡала Һиндостандың Тимериҙәр хакимы — Бабурҙың штаб-фатиры була, һуңғараҡ Бөйөк Моголдар империяһының мөһим үҙәктәренең береһе булып китә.

1525 йылда Бабур ҡаланы һәм уның эргә-тирәһен шулай һүрәтләй:

Кабул өлкәһендә төрлө ҡәүемдәр йәшәй. Үҙәндәрҙә һәм тигеҙлектәрҙә аймаҡтар, төрөктәр һәм ғәрәптәр йәшәй; ҡалала һәм ҡайһы бер ауылдарҙа һарттар, башҡа ауыл һәм өлкәләрҙә Пашаи ҡәүеме, Параджалар, Таджиктар, Бирктар һәм Афғандар көн күрә. Газни тауҙарында Хазар һәм Никудери ҡәүемдәре йәшәй. Хазарейсылар һәм никудерийсыларҙың ҡайһы берҙәре могол телендә һөйләшә. Төньяҡ-көнсығыш тауҙарҙа кафирҙар ауылдары урынлашҡан, мәҫәлән, Ҡатур һәм Гибрик; көньяҡта — афғансылар ауылдары . Кабул өлкәһендә ун бер- ун ике телдә һөйләшәләр: ғәрәп, фарсы, төрөк, могол, һинд, афған, пашаи, параджа, гибри, бирки, ламгани.

Бабур-наме (1525)[16][17]

Ҡалала шул уҡ осорҙа булған Һиндостан шағиры Мирза Мөхәммәт Хәйҙәряҙа: «Кабулда ашағыҙ һәм эсегеҙ — был тау, сүллек, ҡала, йылға һәм башҡа бик күп нәмә»[сығанаҡ 3295  көн күрһәтелмәгән]. Тап шунан Бабур 1526 йылда Һиндостандың төньяғын яулай башлай, ә яуланған өлкәләр ислам диненә ылыҡтырылалар һәм бөгөнгө көндә Пакистан булараҡ билдәле. Бабур, Кабулда 20 йыл йәшәп, ҡаланы бик ярата һәм ошо ҡалала ерләүҙәрен теләй. Ҡәберендәге яҙыуҙа билдәле булып киткән куплет бар: اگرفردوس روی زمین است همین است و همین است و همین است (Әгәр ерҙә ожмах бар икән, тимәк ул тап бында, тап бында, тап бында)[18].

Афған державаһы һәм британдарҙың баҫып инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кабулдың тирә-яғы, XIX быуат уртаһы

1737 йылда ҡала иран хакимы Нәҙир-шахом Афшар тарафынан баҫып алына. Әммә 9 йыл үткәс ул үҙенең офицерҙары тарафынан үлтерелә, ә 1747 йылда власҡа Әхмәт-шах Дуррани килә. Ул Дуррани исеме алған империяны киңәйтә башлай. Тап ошо осорҙа сиктәре хәҙерге сигенә яҡын булған Афғанстан барлыҡҡа килә. Әхмәттең улы Тимур-Шах Дуррани баш ҡаланы Ҡандағарҙан Кабулға күсерә. Тимур-шах 1793 йылда үлә, һәм уны улы Заман-шах Дуррани алмаштыра[19]. Шул осорҙа ҡалала инглиз Джордж Фостер булып китә, ул Кабулды Көньяҡ Азияла иң таҙа ҡала тип атай[5]. Был мәлдә Рәсәй империяһы Афғанстандан төньяҡта ятҡан ислам бойондороҡһоҙ дәүләттәрен ҡыҙыу рәүештә баҫып ала башлай. Британия империяһы Афғанстанды баҫып алмаһын өсөн уның өҫтөнән контроль урынлаштырырға маташа. 1826 йылда ҡалала Дост Мөхәммәт хакимлыҡ итә, ләкин 1839 йылда түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власҡа Шуджа-Шах Дуррани килә. Ул власҡа Британия империяһы ярҙамында килә һәм ысынында уның ҡурайына бейеүсе була. Әммә яңы шах оҙаҡ хакимлыҡ итмәй, 1841 йылда ҡала боласылары тарафынан үлтерелә. Бынан һуң инглиздәр бер-нисә тапҡыр илгә баҫып инергә маташалар. Шулай, 1842 йылда улар Кабулды баҫып алалар, әммә Аҡбар-хан етәкселегендәге солғаныш мәлендә тағы ла көньяҡҡа алып ташланалар[19]. Икенсе ынтылғанда 1878 йылда инглиз ғәскәре Кабулды баҫып ала. Гандамак договоры төҙөлә, уға ярашлы ингиздәр Афғанстанда нығына. Әммә афғандар инглиз баҫҡынсыларына ҡаршы тағы ла баш күтәрәләр, һуғыш барышында инглиздәр Бала-Хиссар тарихи нығытмаһын өлөшләтә емерәләр[19].

1926 йылда власҡа король Аманулла-хан килә. Ул хакимлыҡ иткән осорҙа Кабулда башлап электр үткәрелә һәм ҡыҙҙар өсөн уҡыу ойошторола. Король ҡала буйлап британия автомобиле Rolls-Royce Limitedтә йөрөргә ярата һәм данлыҡлы Дар уль-Аман һарайында йәшәй. Өсөнсө инглиз-афған һуғышынан һуң Аманнула Ид-Гах мәсетендә бойондороҡһоҙлоҡ тураһында иғлан итә. 1929 йылда король Хибибулла бачаи тарафынан ойошторолған урындағы баш күтәреү һөҙөмтәһендә Кабулды ташлап китергә мәжбүр була. Әммә 9 ай хакимлыҡ иткәндән һуң яңы король Нәҙир-хан тарафынан төрмәгә ултыртыла. 1933 йылда яңы король Кабулдағы мәктәптә бүләкләү тантанаһы ваҡытында студент Абдул Халиҡ тарафынан үлтерелә. Тронды уның 19-йәшлек улы Заһир-шах Кабул итеп ала, ул бер-нисә тиҫтә йыл дауамында хакимлыҡ итә.

20-се йылдар башында Кабулдың юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙҙары

Һуғыштан алдағы осорҙа Франция һәм Германия илде үҫтереүгә булышлыҡ иттеләр, илдең юғары ҡатламы араһында сифатлы белем алыуға булышлыҡ итеү өсөн яңы лицейҙар, мәктәптәр астылар. Шулай, 1932 йылда Кабулда Кабул университеты асыла; уҡыусылар көнбайыш өлгөһөндә белем алһалар ҙа, күпселек уҡытыусылар Көнбайышта белем алған[20] афғанлылар була[21]. 1960-сы йылдарҙа күпселек университет преподавателдәре көнбайыш университеттарының дипломын алған була[20]

Кабул урамдарының береһе, 70-се йылдар

Заһир-шах власҡа килгәндә, Кабулда тик 10 км оҙонлоҡта тимер юл төҙөлгән, илдә бер-нисә эске телеграф , телефон линияһы һәм юлдар була. Заһир немец, итальян һәм япон инженерҙарына илдә яңы транспорт инфраструктураһы һәм коммуникацион селтәрҙәр төҙөргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә[22]. Шулай, 1937 йылда Кабулда, яҡында ятҡан ауылдар менән бәйләнеш булдырырға мөмкинлек биреүсе беренсе радиобашня төҙөлә[23]. Экономиканы үҫтереү өсөн банктар һәм милли картелдәр асыла[24]. Кабулда, ҡаланы тулыһынса тәьмин итә алырлыҡ, яңы туҡыу фабрикалары, электростанциялар һәм мебель фабрикалары асыла[24]. 1955 йылдан башлап инфраструктураны үҫтереү менән Советтәр Союзы шөғөлләнә, ул илдә йәмәғәт транспорт системаһын, аэропорттар, цемент заводы, икмәк заводы, биш яңы шоссе һәм плотина төҙөй. Ҡала күпләп көнбайыш туристарын йәлеп итә башлай. 1960 йылда Кабулда немец зоологтары эшләгән зоопарк асыла. Король либераль сәйәсәт үткәрә башлай, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың пәрәнжәһеҙ йөрөй алыуын законлаштыра һәм шәхестәрҙең хоҡуҡтарын арттыра. Был күп студенттәрҙең сәйәси тормошта актив ҡатнаша башлауына булышлыҡ итте[25]. Кабулда либерал, социалистик һәм маоистик фракциялар барлыҡҡа килде, параллель рәүештә ислам консерваторҙары власты, күп ҡасабалар хәйерселектә йәшәй тип тәнҡитләй башланылар[25].

1969 йылда Пул-е Хишти мәсетенә яҡын урында, Советтәр Союзының йоғонтоһона, диндең йомшарыуына һәм либераль сәйәсәткә протест белдереп һәм ҡаты шәриәт закондарын кире ҡайтарыуҙы талап итеп, религиоз баш күтәреү башланды. Демонстрация ҡыуыла, ә уның лидеры Мөхәммәт Файзани ҡулға алына. 70-се йылдар башында ҡабул радиоһы пушту теленән башҡа, үҙҙәрен айырымланған итеп хис итмәһендәр өсөн, икенсе милли аҙсылыҡ тәшкил иткән халыҡтар телендә лә һөйләй башлай. 1973 йылда Заһир Шах визит менән Европала булған мәлдә, уның ике туған ағаһы һәм бер үк ваҡытта илдең премьер-министры Мөхәммәт Дауыт дәүләт түңкәрелеше ойоштора, власты ҡулына ала[26]. Уны марксисттар партияһы НДПА хуплай. Дауыт үҙен илдең президенты тип иғлан итә һәм сәйәси реформалар үткәрә башлай. Яңы власть илдә советтар сәйәсәтен үткәрә[27]. 1975 йылда йәш Әхмәт Шах Масуд һәм уның эйәрсендәре ихтилал ойошторорға маташалар, ләкин күрше Пакстанға ҡасырға мәжбүр булалар. Унда улар Пакстандың премьер-министры Зульфикар Али Бхутто яғынан ярҙам алалар, ул баш күтәреүселәргә Афғанстанда артабан да боланы дауам итер өсөн финанс ярҙамы күрһәтә. Пакистан Афғанстандың төньяғында бола күтәрергә тейеш булған йәш исламистарҙы вербовать итә башлай,улар араһында аҙаҡ Афғанстандың премьер-министры булып китәсәк Гульбеддин Хекматияр ҙа була. Ысынында, Пакистан киләсәктә Афғанстанда исламизмды барлыҡҡа килтереүсе булып тора, сөнки уның буласаҡ күп лидерҙары хәрби әҙерлекте Пакстанда үтәләр. 1978 йылда Афғанстанда апрель революцияһы була, һөҙөмтәлә власты коммунистар ҡулға ала[28].

1922 йылдан 1978 йылға тиклемге арауыҡ Афғанстанда тыныс сәскә атыу осоро булды, төрлө этник төркөмдәр бер-береһе менән тыныс һыйышып йәшәне, илде актив индустриялаштырыу барҙы, тип һанала[5].

Совет баҫып инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1978 йылдың 28 апрелендә президент Дауыт һәм уның ғаиләһе күп һанлы үҙенең яҡлылары менән бергә Кабулда үлтереләләр. Власҡа Хафизулла Әмин килә, ул радикаль реформалар үткәрә башлай[29]. Бөтә предприятиеләр ҙә совет өлгөһөндә национализацияланды[30]. Белем биреү ҙә совет моделе буйынса үҙгәртелә, марксизм-ленинизмды өйрәнеү индерелә[30]. Ә марксистик идеология динде инҡар иткәнлектән, уға ҡаршы халыҡтың күп өлөшө ҡаршы сыға. Күптәр армиянан ҡасып моджахедтар сафына ҡушыла[30]. 1979 йылда властарға боласыларға ҡаршы көрәштә ярҙам итеү һылтауы менән Афғанстанға СССР баҫып инә[31]. Пакистан моджахедтарға актив ярҙам күрһәтә, исламистарҙы ҡоралландыра, хатта Афғанстан территорияһында йәшерен операциялар ҙа алып бара. Оҙаҡламай Пакстанға ярҙамға АҠШ ҡушыла, улар теләһә ниндәй ысул менән, шулай уҡ яңы моджахедтар һәм исламистарҙы вербовкалап, Советтәр Союзының йоғонтоһон юҡҡа сығарырға тырышалар[31][31][32].

Кабул, 1982 йыл

Был осорҙа Кабулда сағыштырмаса тыныс була, сөнки хәрби хәрәкәттәр башлыса ауыл ерҙәренә ҡағыла. Әммә ҡалала террористик акттар ҡурҡынысы ҙур була, шуға күрә һәр йәмәғәт бинаһы эргәһендә тиерлек хәрбиҙәр һәм ҡораллы һаҡсылар тора[33]. Коммунистар партияһы ағзаларын үлтереү киң таралған күренеш була. Ҡала ысынында нығытмаға әүерелә. Шуның менән бергә ҡаланың иҡтисади тормошо туҡталмай,ә эшселәрҙең 40 %-ын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә[34]. Америка дипломаты һүҙҙәре буйынса, совет ғәскәрҙәренең булыуы ҡалала хәлде ҡырҡыулаштыра тигән рәсми фекергә ҡаршы, ситтән килгәндәр ҡунаҡтар менән дә, урындағы халыҡ менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә булалар, йыш ҡына ҡала буйлап ирекле йөрөгәндәр, сауҙа райондарына өҫтөнлөк биргәндәр, магазиндарҙа һәм кибеттәрҙә күпләп тауар һатып алғандар[35]. Совет граждандары һәм партия ағзалары үҙҙәре өсөн совет өлгөһөндә, бик күп 5 этажлы панеллы өйҙәрҙән торған, яңы торлаҡ райондар төҙөгәндәр, улар әлеге көндә лә ҡалала торалар[36]. Хәрбиҙәр йәшәгән өйҙәр сәнскеле сымдар һәм танктар менән уратып алынған була. Агрессия күберәк режимға ҡаршыларҙан һәм моджахедтарҙан сыға. Ҡалала халыҡ һаны, башлыса күрше Пакистандан һәм Ирандан килгән ҡасаҡтар иҫәбенә, бик тиҙ үҫә (әгәр 1978 йылда 500 000 кеше булһа, 1988 йылда 2 000 000)[37].

Граждандар һуғышы һәм Талибан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кабул 1993 йылда

Үҙгәртеп ҡороу Советтәр Союзын Афған һуғышын туҡтатып торорға мәжбүр итте. Үҙенең яҡлаусыһынан яҙғас, Наджибулла режимы ҡолай[28]. 1992 йылда элекке демократик республиканың һалдаттары һәм моджахедтарҙың күп һанлы төркөмдәре исламистар менән ҡаланы баҫып алалар. Әммә фекер айырымлыҡтары арҡаһында улар яңы ваҡытлы хөкүмәт төҙөй алмайҙар, һәм Кабул төркөмдәр араһында һуғыш яланына әйләнә. 4 йыл эсендә ҡалала йорттарҙың 80 %-ы юҡҡа сыҡты һәм 50 000 тыныс халыҡ үлтерелде, күбеһе ҡаланан ҡасып китте[38][39].

Дини полиция ағзаһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡамсы менән туҡмай

Ҡала даими бомбаға тотоуҙарҙан яфа сигә, 1992 йылда троллейбус транспорты системаһы мәңгелеккә туҡтай. 1993 йылда ҡаланы һыу менән тәьмин итеү системаһы һәм электр тапшырыу тулыһынса туҡтатыла[40]. Абдул Али Мазари яҡлы шиит-хазарейсылар һәм ваххабиттар араһындағы конфликт, конфликт этник таҙартыуға барып еткәс, көсөргәнешлектең иң юғары нөктәһенә етә[41].

1994 йылда ҡала Масудтың контроллеге аҫтына күсә һәм бомбаға тотоуҙар туҡтатыла[42][43][44][45]. Уның ғәскәрҙәре законлылыҡ һәм тәртипте тергеҙергә тырышты[46]. Масуд, халыҡты туплау һәм демократик һайлауҙар үткәреү өсөн, дөйөм милли сәйәси процесс башлап ебәрергә маташты, уға талибтарҙы ла саҡырҙы, әммә улар ҡатнашыуҙан баш тарттылар[47]. Тыныс осор сағыштырмаса оҙаҡҡа һуҙылманы, 1995 йылда талибтар ҡаланы ҡамап алды. Ләкин Масудтың көстәре атаканы уңышлы кире ҡаға. Amnesty Internationalдың тикшеренеүҙәре буйынса, исламистар аңлы рәүештә атыу өсөн ҡаланың кешеләр йәшәгән райондарын һайлағандар[44]. 1996 йылда талибтар яңынан ҡаланы ҡамауға алырға маташтылар, Масуд төньяҡҡа сигенергә приказ бирҙе һәм ҡала бер көн эсендә баҫып алынды[48]. Яңы хакимдар ҡалала шәриәт закондарын индерҙеләр, музыканы, телевидениены, ҡыҙҙар өсөн булған бөтә мәктәптәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарға эшләүҙе һәм пәрәжәһеҙ йөрөүҙе тыйҙылар[49]. Шуның менән бергә улар ҡаланы һәм уның инфраструктураһын тергеҙеү өсөн инициатива күрһәтмәнеләр. Талибан ағзаларынан һәм дини полициянан башҡа бөтәһенә лә ҡорал йөрөтөү тыйылды. Талибан ҡалала, оҡшамаған кешеләрҙе сыбыртҡы менән туҡмап, урындағы халыҡты ҡурҡытыу һәм талау менән шөғөлләнеүсе дини полиция төҙөнө[49].

НАТО контроле аҫтында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылдың октябрендә Афғанстанда операциялар барышында америка һауа көстәре ҡаланы бер нисә тапҡыр бомбаға тоталар, был талибтарҙы ҡасырға мәжбүр итте, һәм ҡала НАТО ғәскәре контроле аҫтында ҡалды. Власҡа Хамит Карзай етәкселегендә яңы хөкүмәт торҙо. Ҡалаға яңынан тыныслыҡ килде, күп илдәр яңынан үҙҙәренең илселеген астылар. Халыҡ, совет контроле осорондағы кеүек, ҡасҡындар иҫәбенә ҡырҡа арта башланы. Әммә, 2001 йылдан башлап бөгөнгө көнгәсә, ҡала талибтар, Хаккани ауы, Афғанстандың ислам партияһы, Аль-Каида һәм башҡа исламистик төркөмдәр яғынан ҡабатланып торған күп һанлы террористик атакаларға сәп булып тора[50][51][52][53]. Төп ҡорбан булып хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре һәм тыныс халыҡ тора[54][55][56][57][58].

Афғанстандың күпселек башҡа тораҡ пункттарындағы кеүек, илдең опиум плантациялары менән бер рәттән, баш ҡалала наркотик ҡулланыу кимәле һиҙелерлек үҫте.

2015 йылдың авгусында ҡалала бер-бер артлы теҙелгән террористик акттар үтте. 50-нән ашыу кеше һәләк булды[59].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 4,5 5,5 12,5 19,2 24,4 30,2 32,1 32,0 28,5 22,4 15,0 8,3 19,6
Уртаса температура, °C −2,3 −0,7 6,3 12,8 17,3 22,8 25,0 24,1 19,7 13,1 5,9 0,6 12,0
Уртаса минимум, °C −7,1 −5,7 −0,7 6,0 8,8 12,4 15,3 14,3 9,4 3,9 −1,2 −4,7 4,3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 34 60 67 71 23 1 6 1 1 3 18 21 312
Сығанаҡ: World Climate

Кабулдың климаты тауҙарға хас үҙенсәлекле ярымсүллек.Кабул климатының үҙенсәлеге булып йыл әйләнәһенә тәүлек эсендә температураның 10-15 °C тәшкил иткән бик ҙур тирбәлеше тора. Кабулда ҡыш сағыштырмаса һыуыҡ, төндәрен һыуыҡ, ә көндөҙ уртаса епшек көн.Йәй эҫе, ләкин төндә һәр саҡ тиерлек һалҡынса. Теркәлгән иң юғары температура +40 °C (август), иң түбән температура −21 °C (ғинуар һәм февраль).

Йыл эсендә 323 мм яуым-төшөм. Бөтә яуым-төшөм ҡыш һәм яҙғы осорҙа, йәй һәм көҙ яуым-төшөм бөтөнләй тиерлек булмай.Ҡыш яуым-төшөм ғәҙәттә ҡар булып яуа.

Кабулдың кеше йәшәгән тирә-яғы

Ҡалала бик күп төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй, ә ҡаланың хәҙерге милли йөҙө 1980-се йылдарҙа формалаша башлай.Яҡынса ҡалала 3,5 миллион кеше йәшәй[60]. Афған дәүләт статистикаһы был цифрҙы бер аҙ кәметеп күрһәтә — 2012 йылға 3289000 кеше[61]. Халыҡтың күпселеге күрше провинцияларҙан илдәге хәрби хәрәкәттәрҙән ҡасып килгән. Ҡала халҡының күп өлөшөн дари сунниттажик (45 %) һәм шиитхазарейсы (25 %) телендә һөйләшеүселәр тәшкил итә, пуштундар (25 %) һәм үзбәктәр (4 %) әҙселекте тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалала Һиндостандан килеүселәр — һинд-арий диалектында һөйләшеүсе сикхи һәм индуистар йәшәй[62].

Дингә мөнәсәбәт тәңгәлендә, Кабулда мосолман-сөнниселәр (75 %), шиғисылар 25 % самаһы тәшкил итә. Шулай уҡ бәләкәй генә христиан һәм индуист общиналары бар[63].

Иҡтисад һәм инфраструктура

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кабулда сауҙа районы

Иҡтисади инфраструктура үҫеше өсөн Омар Захилвал етәкселегендәге иҡтисад министрлығы яуап бирә[64]. Кабулда яңы һәм киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, афған келәмдәре, тире, кейем-һалым, өй йыһазы һәм антиквар тауарҙар менән сауҙа итәләр. Иҡтисад үҫешен үҙгәртеп ҡороу сиктәрендә бөтә донъя банкы Кабулға 25,000,000 доллар аҡса бүлде. Проект 2011 йылда ябылды[65]. Ҡала инфраструктураһын үҫтереүгә АҠШ 9,1 млрд доллар бүлде[66][67]. Ҡалала бер-нисә сауҙа үҙәге төҙөлә.

Кабулда үҫешкән юл инфраструктураһы булған һәм урамдары ҡаты һаҡланған Баграми сәнәғәт һәм эшлекле районы урынлашҡан, унда көнбайыш компаниялары үҙҙәренең заводтарын төҙөгәндәр[68].

«Микрорэйана»лағы урта класс вәкилдәре йәшәгән панеллы совет өйө.

По данным международной организации Transparency International, Кабул донъялағы иң коррупцияға бирелгән мегаполистар теҙмәһендә өсөнсө урын биләй[69]. Сәйәсмәндәрҙең компетентлы булмауы арҡаһында инвестицияланған аҡсаларҙың күпселеге «юғалғанлыҡтан», инвесторҙар ҡаланы ташлап китәләр, ә күп потенциаль инвесторҙар, бигерәк тә көнбайыш илдәренән, үҙ эшен асыуҙан баш тарталар. Тик 2012 йылда ғына ҡала түрәләре 3,9 млрд доллар ришүәт ала[70].

Ҡала райондары башлыса ҡулдан эшләнгән 1-2-этажлы балсыҡ һәм таш өйҙәрҙән тора, уларҙа ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Бындай өйҙәрҙә йыш ҡына электр булмай, һыу үткәргес бөтөнләй тиерлек юҡ. Бындай йорттарҙың төп проблемаһы шунда: тыуым һәм провинцияларҙан күсеп килгән халыҡ иҫәбенә ҙур тиҙлек менән артҡан халыҡ һаны фонында, бындай йорттар халыҡтарҙың ҙур тығыҙлығын тәьмин итә алмайҙар. Ҡала бик тиҙ йәйелеп үҫә. Насар инвестицион климат арҡаһында ҡалала яңы йорттар бик һирәк төҙөләләр, төҙөлгән хәлдә лә халыҡ тығыҙлығын арттырыу һәм районды модернизациялау маҡсатында[71].

2005 йылда сығышы менән иранлы америка архитекторы Хишам Ашкури Кабул райондарының береһен тулыһынса реконструкциялау буйынса ҙур проект тәҡдим итә, был проект буйынса булған биналарҙы тулыһынса һүтергә һәм улар урынына 5-этажлы йорттар төҙөргә тәҡдим ителә. Территорияның байтаҡ өлөшөн йәшеллек һәм рекреацион зоналар биләргә тейеш була. 2013 йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд доллар аҡса бүленә[72][73].

Совет оккупацияһы осоронда ҡала үҙәгендә 5-этажлы панелле йорттарҙан торған эре микрорайондар төҙөлә. Уларҙа коммунистәр партияһы ағзалары һәм урта класс вәкилдәре йәшәй. Бөгөнгө көндә сифатлы торлаҡҡа ҡытлыҡ булғанға күрә, совет йорттары элитар йорттар иҫәбенә инә һәм уларға һорау ҙур[74].

Ҡаланың һәм уның исеменең килеп сығыуы тураһында күп легендалар йөрөй. Шуларҙың береһе: "Батшаның аты ҡапыл туҡтай. Артабан юл булмай. Алда уртаһында серле утрау йәшәреп ултырған күл һыуы йәйелеп ята. Оҙаҡ уйлап тормай батша үҙенең вәзирҙәрен саҡырып ала ла, һыу аша сығыу ҡулайламаһы эшләргә ҡуша. Яҡын тирәләге ауылдарҙан күп итеп һалам килтерәләр һәм уны күлгә түгәләр, түшәмәпе тупраҡ ҡатламы менән нығыталар, ҡулайлама әҙер була. „Һалам күпер“ аша утрауға үткәс, батша бик матур көй тауышы ишетә. Утрауҙа буш ваҡыттарын музыкаға һәм бейеүҙәргә арнаған оҫта музыканттар йәшәгән булған. Батша уларҙың уйнауына хайран ҡалған. Уға был үҙән шул тиклем оҡшаған, бында ул ҡала төҙөргә ҡарар иткән. Утрауға килеү иҫтәлеге итеп ҡаланы Ҡапул (һалам күпер) тип атарға бойорған. Батшаның бойороғо үтәлгән, йәшел үҙәндә ҡала үҫеп сыҡҡан." Ваҡыт үтеү менән Ҡапул исеме Кабулға үҙгәргән, ә ҙур күлдең ҡалдыҡтары әле лә ҡаланың эргә-тирәһендә һаҡланып ҡалған. Кабул халҡы араһында ҡаланың исеменә ҡарата уның афған телендә яҙылышына нигеҙләнгән тағы ла бер фараз йөрөй: "Сәскәләр араһында һыу" آب در بين گل, йәғни сәскәле ярҙар араһынан ағыусы йылға." Аҫтараҡ ҡара:

ك آب ل = كابل

گابل = كابل

Кабул халыҡ-ара аэропорт терминалы

Тышҡы донъя менән бәйләнеш Кабулдың үҙәгенән 16 миль алыҫлыҡта урынлашҡан Кабул халыҡ-ара аэропорты аша урынлаштырыла. Кабул аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы Япония хөкүмәте ярҙамы менән төҙөлә һәм 2008 йылда эшләй башлай. Кабул аэропорты шулай уҡ Афғанстан ВВС-ы һәм НАТО көстәре өсөн хәрби-һауа базаһы булып тора. Транспорттың күп өлөшө дизель яғыулығында эшләй. Троллейбус хәрәкәтен тергеҙеү планлаштырыла. Кабулда тимер юлдар юҡ.

Кабулдың совет картаһы (1980-се йылдар)

Кабулдың сауҙа үҙәге — Майванд проспекты. Был исем Кандагар эргәһендәге шул уҡ исемле урында, 1880 йылда инглиз экспедиция корпусын тар-мар иткән һуғыш хөрмәтенә ҡушылған. Был еңеү иҫтәлегенә проспектта юғарыға төбәлгән конус формаһындағы, селтәрле ҡанаттары ялтырап торған плиткалар менән биҙәлгән башня ҡалҡып тора.

Кабул урамдарында кәзә ите һатыусы

Майванд проспекты менән йәнәш, электән килгән, Чар-Чата («Дүрт арка») кеүек тар урамдар һәм тыҡырыҡтар лабиринтынан торған, баҙарҙар урынлашҡан. Кабул баҙарҙарының короле булып Миндаи һанала. Кабул халҡы ошолай шаярта: «Әгәр һеҙ Миндайҙа ниндәйҙер әйберҙе тапмайһығыҙ икән, тимәк ул нәмә донъяла бөтөнләй юҡ».

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Инструкция по русской передаче географических названий Афганистана. — М., 1984. — С. 47.
  2. Lost redirect
  3. Ministry of Rural Rehabilitation and Development
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Nancy Hatch Dupree / Aḥmad ʻAlī Kuhzād. An Historical Guide to Kabul – The Name. American International School of Kabul (1972). Дата обращения: 18 сентябрь 2010. 2010 йыл 30 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 Kabul: City of lost glories, BBC News (November 12, 2001). 18 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  6. E.J. Brill's first encyclopaedia of Islam, 1913-1936. — BRILL, 1987. — Vol. 2. — P. 159. — ISBN 90-04-08265-4.
  7. 7,0 7,1 A.—The Hindu Kings of Kábul. Sir H. M. Elliot. London: Packard Humanities Institute (1867–1877). Дата обращения: 18 сентябрь 2010.
  8. Pre-Aryan and pre-Dravidian in India. — Asian Educational Services, 1993. — P. 87. — ISBN 81-206-0772-4.
  9. The people of India: a series of photographic illustrations, with descriptive letterpress, of the races and tribes of Hindustan. — Pagoda Tree Press, 2007. — Vol. 1. — P. 276. — ISBN 1-904289-44-4.
  10. Chandragupta Maurya and his times. — 4. — Motilal Banarsidass Publ, 1966. — P. 173. — ISBN 81-208-0405-8.
  11. A.—The Hindu Kings of Kábul (p.2). Sir H. M. Elliot. London: Packard Humanities Institute (1867–1877). Дата обращения: 18 сентябрь 2010.
  12. Ariana antiqua: a descriptive account of the antiquities and coins of. — Asian Educational Services, 1998. — P. 133. — ISBN 81-206-1189-6.
  13. A.—The Hindu Kings of Kábul (p.3). Sir H. M. Elliot. London: Packard Humanities Institute (1867–1877). Дата обращения: 18 сентябрь 2010.
  14. Travels in Asia and Africa, 1325-1354. — reprint, illustrated. — Routledge, 2004. — P. 180. — ISBN 0-415-34473-5.
  15. Ибн Баттута — Хорезмға сәйәхәт
  16. Zahir ud-Din Mohammad Babur. Events Of The Year 910. Memoirs of Babur. Packard Humanities Institute (1525). Дата обращения: 22 август 2010.
  17. Бабур-наме. События года девятьсот десятого
  18. War Against the Taliban: Why It All Went Wrong in Afghanistan. — Bloomsbury Publishing, 2012. — P. 165. — ISBN 14-08-80905-2.
  19. 19,0 19,1 19,2 Kabul. Online Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 18 сентябрь 2010.
  20. 20,0 20,1 Hyman, 305.
  21. Anthony Hyman, «Nationalism in Afghanistan» in International Journal of Middle East Studies, 34:2 (Cambridge: Cambridge University Press, 2002) 305.
  22. Nick Cullather, «Damming Afghanistan: Modernization in a Buffer State» in The Journal of American History 89:2 (Indiana: Organization of American Historians, 2002) 518.
  23. Cullather, 518.
  24. 24,0 24,1 Cullather, 519.
  25. 25,0 25,1 Cullather, 534.
  26. Hyman, «Nationalism in Afghanistan», 307.
  27. John E. Haynes, «Keeping Cool About Kabul» in World Affairs, 145:4 (Washington, D.C.: Heldref Publications, 1983), 371.
  28. 28,0 28,1 The Gem Hunter: The Adventures of an American in Afghanistan. — United States: GeoVision, Inc.,, 2004. — P. 100. — ISBN 0-9747-3231-1.
  29. Haynes, 372.
  30. 30,0 30,1 30,2 Haynes, 373.
  31. 31,0 31,1 31,2 Yousaf, PA Brigadier General (retired) Mohammad. Silent soldier: the man behind the Afghan jehad General Akhtar Abdur Rahman. — Karachi, Sindh: Jang Publishers, 1991, 1991. — P. 106.
  32. Afghanistan: The Soviet Invasion and the Afghan Response, 1979-1982. — University of California Press, 1997. — P. 291. — ISBN 0-5202-0893-5.
  33. Afghanistan: The First Five Years of Soviet Occupation, By J. Bruce Amstutz — Page 139
  34. Kabul at War (1992-1996) : State, Ethnicity and Social Classes. samaj.revues.org. Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  35. Afghanistan: The First Five Years of Soviet Occupation, By J. Bruce Amstutz — Page 139 & 140
  36. Afghanistan: The First Five Years of Soviet Occupation, By J. Bruce Amstutz — Page 140
  37. Afghanistan: The Soviet Withdrawal from Afghanistan, by Amin Saikal, William Maley — Page 48
  38. Bleeding Afghanistan: Washington, Warlords, and the Propaganda of Silence. — Seven Stories Press. — ISBN 9781609800932.
  39. Bowersox (p.192)
  40. Nazif M Shahrani, «War, Factionalism and the State in Afghanistan» in American Anthropologist 104:3 (Arlington, Virginia: American Anthropological Association, 2008), 719.
  41. Sidky, «War, Changing Patterns of Warfare, State Collapse, and Transnational Violence in Afghanistan: 1978—2001», 870.
  42. Amin Saikal. Modern Afghanistan: A History of Struggle and Survival. — 2006 1st. — I.B. Tauris & Co Ltd., London New York. — P. 352. — ISBN 1-85043-437-9.
  43. Casting Shadows: War Crimes and Crimes against Humanity: 1978-2001. Afghanistan Justice Project (2005).
  44. 44,0 44,1 Amnesty International. «DOCUMENT — AFGHANISTAN: FURTHER INFORMATION ON FEAR FOR SAFETY AND NEW CONCERN: DELIBERATE AND ARBITRARY KILLINGS: CIVILIANS IN KABUL.» 16 November 1995 Accessed at: http://www.amnesty.org/en/library/asset/ASA11/015/1995/en/6d874caa-eb2a-11dd-92ac-295bdf97101f/asa110151995en.html 2013 йыл 26 июль архивланған.
  45. Afghanistan: escalation of indiscriminate shelling in Kabul. International Committee of the Red Cross (1995). 2011 йыл 10 май архивланған.
  46. YouTube сайтында BBC Newsnight 1995
  47. Marcela Grad. Massoud: An Intimate Portrait of the Legendary Afghan Leader. — March 1, 2009. — Webster University Press. — P. 310.
  48. Coll, Ghost Wars (New York: Penguin, 2005), 14.
  49. 49,0 49,1 The Taliban's War on Women. A Health and Human Rights Crisis in Afghanistan. Physicians for Human Rights (1998). 2007 йыл 14 июнь архивланған.
  50. U.S. blames Pakistan agency in Kabul attack, Reuters (September 22, 2011). 22 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 25 сентябрь архивланған.
  51. U.S. links Pakistan to group it blames for Kabul attack, Reuters (September 17, 2011). 21 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  52. Clinton Presses Pakistan to Help Fight Haqqani Insurgent Group, Fox News (September 18, 2011). 21 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  53. Pakistan condemns US comments about spy agency (September 23, 2011). 23 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2013 йыл 27 июль архивланған.
  54. Two Afghanistan bombings aimed at Shiites kill at least 59 people, Los Angeles Times (December 7, 2008). 9 декабрь 2011 тикшерелгән.
  55. RUBIN, ALISSA. U.S. Embassy and NATO Headquarters Attacked in Kabul, nytimes.com.
  56. Holehouse, Matthew. Kabul US embassy attack: September 13 as it happened, telegraph.co.uk (13 September 2011).
  57. At least 55 killed in Kabul suicide bombing, The Hindu (December 7, 2008). 9 декабрь 2011 тикшерелгән.
  58. Photos of the Day: Dec. 8, The Wall Street Journal (December 7, 2008). 9 декабрь 2011 тикшерелгән.
  59. Wave of bombings kill dozens across Kabul — Al Jazeera English
  60. The World Factbook. Cia.gov. Дата обращения: 18 май 2014. 2016 йыл 9 июль архивланған.
  61. Afghanistan Statistical Yearbook 2012/13 2013 йыл 28 декабрь архивланған. (PDF), Central Statistics Office Afghanistan
  62. Urban Development In Kabul: An Overview Of Challenges And Strategies 2012 йыл 25 февраль архивланған. by реDr. Annette Ittig
  63. 2003 National Geographic Population Map (PDF). Thomas Gouttierre, Center For Afghanistan Studies, University of Nebraska at Omaha; Matthew S. Baker, Stratfor. National Geographic Society (ноябрь 2003). Дата обращения: 27 июнь 2010.
  64. Ministry of Finance. Mof.gov.af. Дата обращения: 18 май 2014.
  65. Projects : Kabul Urban Reconstruction Project | The World Bank. Worldbank.org. Дата обращения: 18 май 2014.
  66. DVIDS - News - US Forces - Afghanistan adjusts its $9.1 billion infrastructure program to meet Afghans' near-term needs. Dvidshub.net. Дата обращения: 18 май 2014.
  67. Kabul's Tax Levies Raise Flags From U.S. Watchdog - WSJ. online.wsj.com. Дата обращения: 25 октябрь 2014.
  68. Afghanistan Industrial Parks Development Authority…Kabul (Bagrami) 2007 йыл 5 июнь архивланған.
  69. Corruption Perceptions Index 2010 Results. Transparency International (2010). Дата обращения: 27 февраль 2011. 2012 йыл 25 апрель архивланған.
  70. 09.08.13. Afghanistan's Million Dollar Minister. The Daily Beast. Дата обращения: 18 май 2014.
  71. Onyx Construction Company. Onyx.af. Дата обращения: 17 август 2012. 2012 йыл 27 апрель архивланған.
  72. $1b contract signed to begin work on New Kabul City plan, Pajhwok Afghan News - (4 September 2013). 30 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  73. Welcome to our Official Website. DCDA. Дата обращения: 17 август 2012. 2013 йыл 30 декабрь архивланған.
  74. Afghanistan: The Microrayons of Kabul

Ҡалып:Афғанстан ҡалалары Ҡалып:Афғанстан темаларҙа