Ғәлиәкбәр
Ауыл | |
Ғәлиәкбәр рус. Галиакберово | |
Нөгөш йылғаһы аша күпер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1850 |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453586 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ғәлиәкбәр (рус. Галиакберово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Ғәлиәкбәр ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 483 кеше була[2]. Почта индексы — 453586, ОКАТО коды — 80219813001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 37 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 178 км
Ғәлиәкбәр ауылы Ағиҙел ҡушылдығы Нөгөш йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 37 километр һәм Белорет тимер юлы станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 178 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиәкбәр ауылына 1850—1859 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Баймаҡ районы) Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
1859 йылда ауылда 25 йортта 148 кеше иҫәпләнгән, 1920 йылда 66 йортта 337 кеше йәшәгән. Ауылдың исеме тәүге төпләнеүсе Ғәлиәкбәр Әбделмөҡминов исеме менән бәйле. Ауылда тәүге йәшәүселәр Темәс ауылынан (Баймаҡ районы) сыҡҡан. Ҡарағол Солтанғолов[4] 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[5].
1866 йылда ауылда 20 йорт булып, уларҙа 162 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1900 йылда мәсет теркәлгән[6].
Шәжәрә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Үтәғоловтар шәжәрәһе.
- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Байғазиндар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Йәнғәлиндар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Бикбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Исламбаевтар, Байморатовтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Күлбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы, Йәғәфәровтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы. Ғәлиәкбәр ауылы. Ишбаевтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Биккининдар, Сөләймәновтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Ғүмәровтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Әхтәмовтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Сабитовтар, Хөснитдиновтар шәжәрәһе
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы. Сәғитовтар (сығыштары Ғәҙелгәрәй ауылынан) шәжәрәһе
- [https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D0%91%D3%A9%D1%80%D0%B9%D3%99%D0%BD_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD%D1%8B,_%D2%92%D3%99%D0%BB%D0%B8%D3%99%D0%BA%D0%B1%D3%99%D1%80_%D0%B0%D1%83%D1%8B%D0%BB%D1%8B_%D0%AF%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%B0%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80,_%D0%91%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D1%88%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80_(%D1%81%D1%8B%D2%93%D1%8B%D1%88%D1%82%D0%B0%D1%80%D1%8B_%D2%AE%D1%80%D0%B3%D0%B5_%D0%9D%D3%A9%D0%B3%D3%A9%D1%88_%D0%B0%D1%83%D1%8B%D0%BB%D1%8B).jpg Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы Яманаевтар (сығыштары Кәшәлә ауылынан), Бикишевтар (сығыштары Үрге Нөгөш ауылы)
- Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы Үрге Нөгөш ауылы Аҫылғужиндар
- Ғәбитовтар шәжәрәһе
- [https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D2%92%D3%99%D0%BB%D0%B8%D3%99%D0%BA%D0%B1%D3%99%D1%80_%D2%A1%D0%B0%D1%80%D1%82_%D1%88%D3%99%D0%B6%D3%99%D1%80%D3%99%D2%BB%D0%B5.jpg Ғәлиәкбәр ҡарт шәжәрәһе
- * https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D3%98%D0%BC%D0%B8%D0%BD%D0%B5%D0%B2%D1%82%D0%B0%D1%80.jpg Әминевтар шәжәрәһе]
- Толомғужиндар, Ишмөхәмәтовтар (Сөлсәләр)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24.07.1927 — 05.2007) — педагог, 1960—1988 йылдарҙа ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. III дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957)
2. Әминева Резида Рәүф ҡыҙы (1.01.1964) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ижади конкурстар лауреаты[7]
3. Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы (26.05.1956) — урмансы, солоҡсо, инспектор. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһын һаҡлау фондының «Урман рыцары» исемен йөрөтөүсе
4. Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939) — мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары ветераны, йәмәғәтсе
5. Сәғитов Зәки Хаммат улы (1929 — 19 май 1995) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы
6. Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
7. Хәтмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Химия-физика проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәр
8. Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы — педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998); 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе
9. Яубаҫарова Минниса Әхмәҙулла ҡыҙы (25 декабрь 1948 йыл) — һауынсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
10. Әминев Ағзам Яхъя улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы
11. Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003)
12. Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
13. Сәғитов Ирек Хаммат улы — уҡытыусы. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
14. Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл—29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы». 1972—1977, 1980—1997 йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.
15. Биккинина Заһира Ғилман ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
16. Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы — (27 март 1954 йыл — 19 апрель 2015 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[8].
17. Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе»
18. Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы (2 ғинуар 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
19 Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры
20. Сәғитов Барый Ҡәйүм улы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветераны. Отставкалағы I ранг капитаны; Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры
21. Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (4 май 1952 йыл) — юғары квалификациялы уҡытыусы. СССР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), «Уҡытыусы-методист» (1991), Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезы делегаты (2001), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006)
22. Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы
23. Йәғәфәров Баязит Ғибәт улы (1 июнь 1956, БАССР Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы)— комсомол органдары һәм мәғариф ветераны. 1978—1982 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының бүлек мөдире, икенсе һәм беренсе секретары; 1983 йылдан район мәктәптәре укытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007)
24. Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937, БАССР, Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы — 1996, Бөрйән районы Байназар ауылы) —Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы
25. Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы (1 август 1942 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны
26. Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. РФ халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы»
27. Әхмәтов Хәлил Атаулла улы (10 октябрь 1908 йыл — октябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены менән кавалеры
28. Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы (10 март 1925 йыл — 4 ғинуар 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ll дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Севастополде обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры
29. Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы (1905 йыл — 9 февраль 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[9], «Батырлыҡ өсөн»[10] миҙалдары менән бүләкләнеүсе.
30. Хәлитов Әбделхәй Фәйзрахман улы (13 март 1921 йыл — 20 ноябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ һәм ӀӀ дәрәжә Дан ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүсе
31. Хәлитов Рәхим Әнүәр улы (15 февраль 1923 йыл — 13 октябрь 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һәм совет-япон (1945) һуғыштарында ҡатнашыусы. ӀӀ дәрәжә Дан ордены, «Почет билдәһе» ордендары, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», Хеҙмәттәге батырлығы өсөн миҙалдары менән бүләкләнеүсе
32. Әхтәмов Сәйфулла Ғөбәйт улы (10 ғинуар 1925 йыл — 14 сентябрь 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе
33. Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы (10 июль 1926 йыл — 26 июль 2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, совет-япон һуғышында (1945—1950) ҡатнашыусы, ӀӀ дәрәжә Дан ордены[11] менән бүләкләнеүсе
34. Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы (22 ғинуар 1927 йыл — 23 ғинуар 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ӀӀ дәрәжә Дан ордены[12] менән бүләкләнеүсе
35. Күлбаев Мөхәмәт Сафа улы (25 май 1900 йыл — 23 декабрь 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
36. Йомағолова Рәсимә Әхмәт ҡыҙы (1 ғинуар 1960 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
36. Абдуллин Наил Сәғит улы (17 май 1960 йыл) — Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре
37. Алғышаева (Ғәбитова) Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы 38. Килдебаева (Күлбаева) Фәнирә Тимерғәли ҡыҙы (18 июнь 1959 йыл — 2015 йыл) Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1974 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1978 йылда училищены тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Мәләүез районы Аҡназар ауылы мәктәбенә эшкә ебәрелә. Һарыш ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була
39. Байморатов Фаяз Гәрәй улы (16 декабрь 1967 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[13] | 2009[13] | 2010[1] |
470 | ↗501 | ↘483 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[14].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) {
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Башҡа таштар. Ғәлиәкбәр ташы
- YouTube сайтында Видео Әсе бал. Айнур Асҡаров фильмы
- YouTube сайтында Видео Галиакбер — старинное село на берегу реку Нугуш, его называют «столицей бурзянов». Молодежь в дер. Галиакбар Бурзянского района Башкортостана перенимает навыки отцов в обработке дерева
- д. Галиакберово Бурзянского р-на Башкортостана, народные умельцы Хусния Исламбаева,Исмагил Яманаев,Дамир Аллабердин. Тканые паласы, попона из лыка. Фольклорный ансамбль «Такыя сусак», руководитель Сария Мингажева."Орнамент"Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫталары
- Открытие школе в ГалиакберовоОткрытие школе в Галиакберово
- Культурный сезон — Медовый тур https://vk.com/video-28883427_456239728 Культурный сезон — Медовый тур
- YouTube сайтында Видео «Орнамент»-Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫтаһы Самат Сабитов«Орнамент» Мастера батмана из Бурзяна. 2011г., с субтитрами на русском языке
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл советынан (1941 йылға ҡарата) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нөгөш
- Аратау — ауыл уртаһындағы тау.
- Таҡыясусаҡ — Оло Нөгөш аша торған ауылға ҡаршы бейек тау.
- Кәзә тауы, Уралтау, Мәсет тауы, Ямаш тауы — ауыл эсендәге тау, убалар.
Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған ер-һыу атамаларының риүәйәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Презентация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы Презентация, Ғәлиәкбәр ауылының микротопонимикаһы
Риүәйәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиәкбәр ауылына ҡараған ер-һыу атамаларының риүәйәттәре вики-дәреслектә
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тамғалы ҡарағай» яҙмышы. Викидәреслектә «Тамғалы ҡарағай» яҙмышы
- Киске Өфө гәзите, 26 ғинуар 2015 йыл «Тамғалы ҡарағай» яҙмышы
- Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл советына ҡараған тыл батырҙары Тыл батырҙары
- Ғәлиәкбәр мәктәбе
- Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
- Яманаев Исмәғил Ғөбәйҙулла улының «Үкенерлек түгел үткәндәр» китабы («Үкенерлек түгел үткәндәр» китабы викидәреслектә)
- «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнеүселәр. Викидәреслектә «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнеүселәр (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл советы).
- «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр. Викидәреслектә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр (Ғәлиәкбәр ауыл советы)
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5.10.2021 Рауил Абдулхаҡ улы Ҡаһарманов Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы
- 17.11.2021Ғәлиевтар Йәшәүҙән йәм таба беләләр
- 28.09.2021 Байғазин Иштуған Бал ҡортоноң серен белгәс…
- 27.10.2021 Сабитов Ғәфүр Һынауҙар һындырмаған
- 5.10.2021 Ғәбитов З. З.Балаларына ҡыуанып йәшәйҙәр
- Ватандаш. 16.09.2021. Үрге Нөгөш һәм Ғәлиәкбәр ауылдары Бөрйәндең боронғо ауылдары хаҡында
- 4 август 2014 йыл. Кәсеп белгән — бөлмәҫ Кәсеп белгән — бөлмәҫ
- 17 апрель 2020 йыл. Мин дә һуғыш балаһымын…(Хөснә Исламбаева). Материалдың тулы вариантын «ТАҢ» гәзитенең 17 апрель һанында уҡығыҙ. (2020 йыл, 17 апрель, йома, № 31 (10375). Мин дә һуғыш балаһымын…
- Башҡортостан гәзите Һәр яҙмыш — оло тарих. 12 апрель 2012 йыл. (Шәһүрә Әхмәҙиева Атайым хәтирәләренән
- 25 август, 2022 йыл. Аҫылғужин Шәрәфетдин Мөхәмәҙулла улы Тормош матур, зарланырлыҡ сәбәп юҡ
- 20 август, 2022 йыл. Әминева Алһыу Ғәли ҡыҙы Уңғандың ҡулы ун
- 9 апрель 2018, Әхтәмова Гөлназ Тимерғәзим ҡыҙыАныҡ маҡсаттар менән
- 12 октябрь 2019, Солоҡ балы ашап, яман шештән, шәкәр диабетынан шәбәйгәндәр Солоҡ балы ашап, яман шештән, шәкәр диабетынан шәбәйгәндәр
- Таң гәзите 6 февраль 2022 йыл. Балаҫ һуҡты өләсәй… Балаҫ һуҡты өләсәй…
- Таң гәзите. 11 март 2023 Ғәлиәкбәр ауылына урмандан ғәҙәти булмаған ҡунаҡ килгән
- Таң гәзите, 24.03.2023 Мәҙәниәт йорто — ауыл ҡото
- «Аҡмулла төйәге» Миәкә районы муниципаль районының ижтимағи-сәйәси гәзите. № 9. 3 март 2023 йыл. Әмирова (Күлбаева) Миләүшә Тимерғәли ҡыҙы тураһында. Викидәреслектән уҡығыҙ Күҙ ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ
- 15 апрель 2023 Разия апай йәки Яҙмыш һынауына бирешмәгән. Рәйлә Нурмөхәмәтова
- Таң гәзите. Нәсиха өләсәй Яҙмыштары фәһем алырлыҡ
- Таң гәзите. Май 2023 йыл. Нәсиха өләсәй (дауамы) Яҙмыштары фәһем алырлыҡ
- Таң гәзите. Май 2023 йыл. Нәсиха өләсәй (дауамы)Ауыл өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй башлай…
- 19 июнь 2018 йыл Татлы шөғөл оҫтаһы (Фәрғәт Әхмәтов хаҡында)[16]
- Киске Өфө гәзите. Духтыр Ғәйшә
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына обелиск. Ғәлиәкбәр ауылы
-
Аратау аҫты
-
Аратау
-
Ауылдың түбән яғы
-
Күл тамағы
-
Күгат ташы
-
Таҡыясусаҡ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиәкбәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
- Галиакберово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ғәлиәкбәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Война 1812 года(недоступная ссылка)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Сайт «Единый портал башкирской культуры». Музыка —Музыкальная коллекция — Исполнители: Аминева Резида Рауфовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2019)
- ↑ Трудовая книжка
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/
- ↑ Ишмухаметов Шакир Аллабердиевич
- ↑ Асылгужин Кунакбай Губайтович
- ↑ 13,0 13,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Татлы шөғөл оҫтаһы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Ғәлиәкбәр Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ғәлиәкбәр Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |