Камбоджа
| |||||
Девиз: «
(Милләт, Дин, Король)» | |||||
Государственный гимн Камбоджа | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 9 ноябрь 1953 й. ( Франциянан) | ||||
Рәсми тел | кхмер | ||||
Баш ҡала | Пномпень | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Король
Премьер-министр |
Нородом Сиамони | ||||
Дәүләт дине | буддизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
88 181 040 км² 2,5 | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
14 805 000[1] чел. (63) 81,8 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▼ 0.593 (137 урын) | ||||
Валюта | риель, АҠШ доллары | ||||
Интернет-домен | .kh | ||||
Код ISO | KH | ||||
МОК коды | CAM | ||||
Телефон коды | +855 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 7 |
Камбо́джа короллеге (кхмер ព្រះរាជាណាចក្រកម្ពុជា Preăh Réachéanachâkr Kâmpŭchea), Кампучия исеме менән билдәле — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Һиндҡытай ярымутрауындағы дәүләт.
Баш ҡалаһы — Пномпень. Майҙаны — 181 мең км². Халҡы — 13 миллион кеше; 80 % — кхмерҙар. Конституцион монархия, дәүләт башлығы — король. Закон сығарыу органы — ике палаталы парламент (Милли ассамблея һәм Сенат). Көнсығыштан Вьетнам, төньяҡтан — Лаос, төньяҡ-көнбайыштан Таиланд менән сиктәш.
Атамаһының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камбоджа — кхмер иленең атамаһы. Индуизм һәм буддизм хакимлығы арҡаһында санскриттан үҙләштерелгән.
1975—1989 йылдарҙа, атамаһын сит телдәргә тәржемә иткәндә, оригиналь кхмер атамаһына яҡыныраҡ вариант — Кампучи́я йәки Кампу́чия (кхмер. កម្ពុជា, Кампутьеа файҙаланыла[3]).
Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң илдең рәсми исемдәре: Камбоджа короллеге (1953—1970 һәм 1993 йылдан), Кхмер Республикаһы (1970—1975), Лон Нол режимы), Демократик Кампучия (1975—1979, Пол Поттың «ҡыҙыл кхмерҙар» режимы), Кампучия Халыҡ Республикаһы (1979—1989, Вьетнам союздаштары режимы), Камбоджа дәүләте (1989—1993, БМО властары).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камбоджа территорияһында дәүләт беҙҙең дәүер башында барлыҡҡа килгән. Хәҙерге дәүләткә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ була. Хәҙерге Камбоджа территорияһында иң боронғо дәүләт булып Фунан, йәки Бапном (I—VI быуаттар) тора, унда буддизм тарала башлай, VI—VIII быуаттарҙа уның ерҙәрен Ченла, ә IX—XIII быуаттарҙа — Ангкор империяһы, йәки Көньяҡ-Көнсығыш Азияның иң ҙур дәүләте Камбуджадеш биләй. XIV—XIX быуаттарҙа көсһөҙләнгән һәм сәйәси яҡтан тарҡалған Камбоджаға сиам ғәскәрҙәре күп тапҡырҙар бәреп инә[4].
Камбоджа бер нисә тапҡыр Сиам һәм Дайвьет (Вьетнам) менән һуғыша.
Колониаль осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1863 йылда Франция Камбоджа короллегенә протекторат килешеүен көс менән индерә[4].
1884 йылғы килешеү буйынса Камбоджа Франция колонияһы була[1]
Кхмер батшаһы Сисоват Монивонг 1942 йылдан 1945 йылға тиклем Япония империяһы оккупациялаған.
Бойондороҡһоҙлоҡ осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылда Камбоджа бойондороҡһоҙлоҡ ала.
1960 йылдар аҙағынан 1975 йылға тиклем илдә граждандар һуғышы бара, уға Төньяҡ Вьетнам, Көньяҡ Вьетнам һәм АҠШ әүҙем ҡыҫыла. Төньяҡ Вьетнам һәм Көньяҡ Вьетнам милли-азатлыҡ фронты көстәре илдең көнсығыш райондарында база лагерҙары һәм складтар селтәрен булдыра һәм Көньяҡ Вьетнамдағы һәр етди еңелеүҙән һуң шунда сигенәләр. 1966 йылда принц Сианук Ҡытай (һуғышта Төньяҡ Вьетнамға булышлыҡ итә) менән Камбоджала Төньяҡ Вьетнам ғәскәрҙәренең булыуы һәм хәрби материалдар ташыу өсөн Сиануквиль диңгеҙ портын файҙаланыуға биреү тураһында килешеү төҙөй. Был илдең нейтралитетын боҙоу була. Коммунистик көстәрҙе Камбоджа аша тәьмин иткән юл «Сианук һуҡмағы» тип атала. 1970 йылда түңкәрелеш була, һөҙөмтәлә власҡа генерал Лон Нол килә һәм Кхмер Республикаһы төҙөү тураһында иғлан итә. Шул уҡ йылда Камбоджа коммунистарына («ҡыҙыл кхмерҙарға») ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре ойошторған Лон Нол хөкүмәтен яҡлау өсөн Америка Ҡушма Штаттарының һәм Көньяҡ Вьетнамдың ҡораллы көстәре Камбоджаға баҫып инә.
1975 йылда власҡа, граждандар һуғышында еңеп, Пол Пот етәкселегендәге «ҡыҙыл кхмерҙар» килә. Илгә «аграр социализм» төҙөү курсы индерелә, ул ысынбарлыҡта үҙ халҡына ҡарата геноцидҡа әүерелә. Төрлө баһалар буйынса, ул ваҡытта «Демократик Кампучия» тип аталған илдең 1 миллиондан алып 3 миллионға тиклем кешеһе үлтерелә[5][6][7].
1973 йылда уҡ «ҡыҙыл кхмерҙар»ға буйһонған райондарҙа — халыҡтың һәм уға ярҙам иткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, ә Ратанакири һәм Кахконг провинцияларында аҙ һанлы милләттәрҙең ихтилалдары башлана. 1975 йылдың сентябрендә Сиемреап провинцияһында ихтилал, 1976 йылдың ғинуарында — мәғлүмәт министры Ху Ним етәкселегендәге фетнә, 1977 йылда — Пномпенде һаҡлау ышанып тапшырылған дивизияла (Генераль штаб начальнигы урынбаҫары Ча Край атып үлтерелә, баш ҡала стадионында ихтилалдың тағы өс етәксеһе тереләй яндырыла) була. Яҡынса шул ваҡытта Кампонгтх провинцияһында 2 өйәҙ баш күтәрә, уларҙың сығыштары авиация бомбардировкалары ярҙамында баҫтырыла һәм Пномпенда заговор асыла. 1978 йылда Кратьэх (1978 йылдың апреле), Свайриенг, Прейвэнг һәм Кампонгтям провинцияларында ихтилалдар була (бөтәһе лә — 1978 йылдың майында).
1978 йылда ил иҡтисады бөтөнләй бөтөнләй көсһөҙләнә һәм Пол Пот Вьетнамға ҡаршы агрессия ойоштора. Әммә вьетнамдар яғына репрессияларға риза булмаған ҡыҙыл кхмерҙарҙың ҙур төркөмө шунда уҡ тиерлек сыға башлай.
1978 йылдың декабрендә Вьетнам яҡлы һәм Полға ҡаршы көстәрҙе берләштергән Кампучия милли ҡотҡарыу фронты ойошторола. Уның етәкселәре булып Пен Сован, Чан Си һәм Кханг Сарин, шулай уҡ Кео Чанда һәм Чеа Сот тора. Уларҙың барыһы ла оҙаҡ ваҡыт Вьетнамда йәшәй һәм ил етәкселегендә тулыһынса ышаныс менән файҙалана. Был төркөмгә 1976—1977 йылдарҙа «ҡыҙыл кхмерҙар» сафынан күскәндәр, шулай уҡ ихтилалдың элекке ҡатнашыусылары һәм Кампучияның Көнсығыш зонаһында партизан отрядтары етәкселәре, Кампучия армияһы дивизияһының элекке командиры Хенг Самрин һәм Көнсығыш зонаның 20-се округы партия комитетының элекке секретары Чеа Сим ҡушыла. Хенг Самрин ЕФНСК-ның етәксеһе, ә Чеа Сим уның урынбаҫары була. Пен Сован тергеҙелгән Камбоджа халыҡ революцион партияһының партия төҙөү комиссияһын етәкләй, был партия һуңыраҡ Камбоджа халыҡ революцион партияһының Үҙәк Комитеты итеп үҙгәртелә.
1979 йылда Вьетнам ғәскәрҙәре «ҡыҙыл кхмерҙар» режимын ҡыйрата. Ил Кампучия Халыҡ Республикаһы тип үҙгәртелә. БМО һәм ҡайһы бер илдәр Камбоджаның яңы хөкүмәтен танымай, уны Вьетнам марионеткаһы тип иғлан итә. Вьетнам ғәскәрҙәре Камбоджанан 1989 йылда тулыһынса сығарыла, әммә илдә граждандар һуғышы бынан һуң да бер ни тиклем ваҡыт дауам итә. «Ҡыҙыл кхмерҙар»ға Ҡытай ярҙам күрһәтә. Кхмерҙар Таиланд менән сик буйы райондарын контролдә тота һәм ваҡыты-ваҡыты менән илдең эске өлөшөнә һөжүмдәр яһай. Демократик Кампучияның Пол Пот партияһы, элекке премьер-министр Сон Саннаның кхмер халҡын азат итеү Милли фронты һәм принц Сиханук яҡлылар партияһы Демократик Кампучияның коалицион хөкүмәтен булдыра. Вьетнамға ҡаршы был коалиция Хенг Самрин режимына ҡаршы ҡораллы көрәш алып бара. Тап ул халыҡ-ара танылыу яулай һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Кампучия исеменән сығыш яһай.
Дауам иткән сәйәси көрсөк арҡаһында Камбоджаның яңы лидеры Хун Сен БМО аралашсылығы тураһында килешә. 1989 йылда конституцион үҙгәрештәр була һәм Кампучия Халыҡ Республикаһы Камбоджа дәүләте итеп үҙгәртелә. Монархияны тергеҙергә, король Сианукты кире ҡайтарырға һәм ирекле һайлауҙар үткәрергә ҡарар ителә. 1993 йылдың 24 сентябрендә Камбоджа короллеге тергеҙелә. БМО яңы дәүләтте таный.
1997 йылдың июлендә власты формаль бүлеүҙең дүрт йыллыҡ осоронан һуң Хун Сен ғәмәлдәге дәүләт түңкәрелеше яһай һәм берәү ҡулында булған власть идараһы урынлаштыра.
2004 йылдың 7 октябрендә король Нородом Сиаанук тәхеттән баш тарта, ә 2004 йылдың 14 октябрендә Камбоджа король советы принц Ранариддх тәҡдиме буйынса яңы король итеп Нородом Сихамониҙы иғлан итә. Әммә ғәмәлдә илдә власть премьер-министр Хун Сенға ҡарай. 2000 йылдың 24 ноябрендә Ясит Чхун етәкселегендәге Камбоджа азатлығы көрәшселәре антикоммунистик баш күтәреүселәр ойошмаһы Хун Сенды ҡорал ярҙамында ҡолатырға маташа[8].
2007 йылда кхмерҙарҙың ҡалған етәкселәренең барыһы ла тиерлек ҡулға алына һәм әлеге ваҡытта суд тикшереүе аҫтында.
2013 йылдың 28 июлендә Камбоджала даими парламент һайлауҙары үтә. Хакимлыҡ итеүсе Халыҡ партияһы (49 % тауыш) еңеүсе тип иғлан ителә, әммә оппозициялағы Камбоджа милли ҡотҡарыу партияһы 45 процент тиерлек тауыш йыйып, ҙур уңышҡа өлгәшә. Оппозиция тауыш биреү һөҙөмтәләрен танымай, уларҙы ялған тип иғлан итә. 2013 йылдың июленән 2014 йылдың июленә тиклем Пномпень хөкүмәткә ҡаршы күмәк сығыштар менән солғап ала. 2017 йылдың 16 ноябрендә оппозицион Камбоджа милли ҡотҡарыу партияһы хөкүмәткә ҡаршы «төҫлө революция» әҙерләүҙә ғәйепләнеп, таратыла.
2018 йылдың 29 июлендәге һайлауҙа Халыҡ партияһы, 76,85 процент тауыш һәм Милли ассамблеяла бөтә 125 урын йыйып, ышаныслы еңеү яуланы. Принц Нородом Ранариттың оппозицион ФУНСИНПЕК-ы һәм «Демократия лигаһы» ярашлы рәүештә 5,89 % һәм 4,86 % тауыш йыя.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камбоджа Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Һинд-Ҡытай ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Вьетнам (көнсығышта), Лаос (төньяҡ-көнсығышта) һәм Таиланд (төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта) менән сиктәш; көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайышта Сиам ҡултығы һыуҙары менән йыуа[4].
Сиктәрҙең оҙонлоғо: Вьетнам менән — 1228 км, Таиланд — 803 км, Лаос — 541 км; яр буйының оҙонлоғо — 443 км. Майҙаны — 181 040 км²[4]. Илдең иң ҙур утрауы — Конг (100 км²).
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эске һыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камбоджи климаты, башҡа көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәрендәге кеүек муссондарға бәйле. Илдең бөтә тигеҙлекле урынында температура, ҙур буомаған үҙгәрештәр менән, 25°С тирәһе. Максималь температур — 32°С, ямғырлы миҙгел башланыу алдынан 38°С. Минималь температура 10°С. Иң һалҡын ай — ғинуар, иң йылы ай — апрель. Вьетнамға ябырылған тропик циклондар Камбоджиға һирәк үтеп инә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 1000—1500 мм. Күп өлөшө йәйге муссондар миҙгелендә яуа.
Тере тәбиғәт һәм экология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылда ил халҡы 16 926 984 кеше тәшкил итә, шуларҙың 97 проценттан ашыуы — кхмерҙар. Ҡалғандары — тямдар, вьетнамдар, ҡытайҙар һәм тау кхмерҙары. Халыҡ һанының артыуы 2020 йылға яҡынса 1,4 % тәшкил итә. Гендер составы: 1000 ҡатын-ҡыҙға 950 ир-ат. Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 65,9 йәш (ирҙәр — 63,4 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 68,6 йәш). 2020 йылда ҡала халҡы 24,2 % тәшкил итә. 2018 йылда грамоталылыҡ кимәле: 80,5 % (86,5 % ир-ат һәм 75 % ҡатын-ҡыҙ)[9].
Камбоджаның иң ҙур ҡалалары:
- Пномпень: 2 234 566 кеше
- Баттамбанг: 250 000 кеше
- Сиемреап: 171 800 кеше
- Сиануквиль: 132 000 кеше
- Пойпет: 89 549 кеше
Телдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ил халҡының яҡынса 96 проценты кхмер телендә һөйләшә, ул австроазиат телдәр ғаиләһенә ҡарай һәм Камбоджаның рәсми теле булып тора[4]. Француз теле колониаль дәүер мираҫы булараҡ икенсе тел сифатында таралған, әммә һуңғы осорҙа уның ҡулланыу ҡырҡа кәмей. Француз теле күп кенә мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында белем биреү теле булараҡ, шулай уҡ ил хөкүмәте тарафынан (бик сикләнгән) ҡулланыла. Бынан тыш, был телде күп кенә оло йәштәге камбоджалылар хәтерләй. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа сит телдәрҙән инглиз һәм ҡытай телдәре иң мауыҡтырғыс һәм өйрәнелеүсе була бара.
Илдең милли әҙселектәренең телдәре лә киң таралған: чам һәм ҡытай диалекттары, вьетнам, лаос, тай һәм башҡалар. Үҙ телдәрендә һөйләшеүсе тау халыҡтары: зярай (джарай), эде (радэ), стиенг, саоть, лор, самре һәм куи.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Интернет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вьетнам менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаос менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малайзия менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таиланд менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Корея менән мөнәсәбәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сит ил инвестициялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һынлы сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кухня
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт телерадиокомпанияһы — Télévision nationale du Cambodge (ទូរទស្សន៍ជាតិកម្ពុជា), үҙ эсенә бер телеканалды һәм 12 радиостанцияны ала.
Камбоджала пехотаға ҡаршы миналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камбоджа донъялағы иң «мина һалынған» илдәрҙең береһе булып тора. Утыҙ йыл барған һуғыш һәм граждандар конфликты осоронда был ил территорияһына бер нисә миллион мина ташлана.
Ҡаршы яҡтар, бер яҡтан «ҡыҙыл кхмерҙар», икенсе яҡтан, Вьетнам һәм уға союздаш Кампучия ғәскәрҙәре иҫке мина запастарын да, яңыларын да киң файҙалана, улар Ҡытайҙан, Болгариянан, ГДР-ҙан, Чехословакиянан, Таиландтан килтерелгән була. Иң билдәле моделдәр — пехотаға ҡаршы совет миналары, ПМН-2, Болгарияның ПСМ-1, Ҡытайҙың Т-72 һәм Т-58, америка моделдәре һәм уларҙың күсермәләре (МН-79, МД-82Б).
1979 йылдан алып 57 меңдән ашыу камбоджалы аяҡ-ҡулдарын юғалта.
2010 йылда Land Mine Museum мәғлүмәттәре буйынса, Камбоджалағы Сиемреап янында әле лә 3 миллиондан алып 6 миллионға тиклем зарарһыҙландырылмаған мина бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Department of Economic and Social AffairsPopulation Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (PDF) (United Nations).
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий Камбоджи. — М., 1967. — С. 32.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Камбоджа // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- ↑ William Shawcross (1985). The Quality of Mercy: Cambodia, Holocaust and Modern Conscience, Touchstone, 1985, pp. 115—116, ISBN 0-00-636972-3
- ↑ Patrick Heuveline (2001). The Demographic Analysis of Mortality in Cambodia // Forced Migration and Mortality, eds. Holly E. Reed and Charles B. Keely. Washington, D.C.: National Academy Press, ISBN 0-309-07334-0
- ↑ Marek Sliwinski (1995). Le Génocide Khmer Rouge: Une Analyse Démographique, L’Harmattan, ISBN 2-7384-3525-4
- ↑ The Strip-Mall Revolutionaries
- ↑ East Asia/Southeast Asia :: Cambodia — The World Factbook - Central Intelligence Agency . www.cia.gov. Дата обращения: 12 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 29 декабрь 2010 года. 2010 йыл 29 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Альбанезе Марилия. Ангкор. Величие кхмерской цивилизации / Пер. У. В. Сапциной. — М.: ООО «АСТ», Астрель, 2003. — 296 с.: ил. — ISBN 5-17-020640-2
- Бектимирова Н. Кризис и падение монархического режима в Камбодже. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1987. — 240 с.
- Верин В. П., Верина Н. А. Камбоджа. — М.: Географгиз, 1960. — 72 с. — Серия «У карты мира».
- Виноградов Б. П. Башни Ангкора. — М.: Известия, 1985. — 176 с.: ил.
- Гозе А. Вьетнам и Ангкор-Ват. Иллюстрированный путеводитель / Пер. И. В. Павловой. — М.: ООО «АСТ», Астрель, 2009. — 312 с.: ил. — Серия «Дорлинг Киндерсли. Путеводители».
- Дажен Брюно. Кхмеры / Пер. с франц. В. Е. Степанова. — М.: Вече, 2009. — 432 с.: ил. — Серия «Гиды цивилизаций». — ISBN 978-5-9533-2738-1
- Дажен Брюно. Ангкор. Лес из камня / Пер. Е. Батыревой. — М.: АСТ, Астрель, 2003. — 192 с.: ил. — Серия «Города-музеи. Открытие». — ISBN 5-17-017626-0
- История Кампучии. Краткий очерк. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1981.
- Кампучия: от трагедии к возрождению. М.: Политиздат, 1979. — 255 с.
- Камбоджа // Правовые системы стран мира. Энциклопедический справочник / Под ред. А. Я. Сухарева. — М.: НОРМА, 2003. — С. 346—350.
- Литвинов И. П. Кампучия — страна кхмеров. — М.: Мысль, 1976. — 144 с.: ил.
- Маршаль А. Ангкор: Худож. памятники Камбоджи / Предисл. чл.-кор. Акад. художеств СССР Б. В. Веймарна. — М.: Искусство, 1963. — 195 с.: ил.
- Миго А.ruen Кхмеры (история Камбоджи с древнейших времен) / Пер. с франц. Е. П. Дементьевой. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1973. — 352 с.
- Перевощиков К. В стране пробуждённых тропиков. — М.: Детская литература, 1963. — 96 с.: ил.
- Рыбакова, Н. И. Храмовый комплекс Ангкор-Ват в Камбодже // Сокровища искусств стран Азии и Африки. — 1976. — Вып. 2.
- Риддл, Т. Камбоджа и год ЮНТАК. — СПб.: Издательство «Левша», 2018.
- Седов Л. А. Ангкорская империя. Социально-экономический и государственный строй Камбоджи в IX—XIV вв. / Под ред. К. М. Ашрафян. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1967. — 260 с.: ил.
- Шубин В. В. Кампучия: суд народа. — М.: Юридическая литература, 1980. — 176 с.
- Chandler D. The tragedy of Cambodian History. New Haven, 1991.
- Kiernan B. The Pol Pot Regime. New Haven, 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Камбоджа» | |
Камбоджа Викиһүҙлектә | |
Камбоджа Викимилектә | |
Камбоджа Викияңылыҡтарҙа | |
Камбоджа Викигид |
- Оцифрованная карта Камбоджи издательства Главного управления геодезии и картографии при Совете министров СССР 1980 года 2013 йыл 1 апрель архивланған. Ҡалып:Архивировано
- Камбоджа Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Камбоджа, Ангкор, все о Камбодже 2013 йыл 8 февраль архивланған.
Ҡалып:Камбоджа в темах Ҡалып:Административное деление Камбоджи
Ҡалып:Саммит стран Восточной Азии Ҡалып:Заморская экспансия Франции
Ҡалып:Движение неприсоединения
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |