Эстәлеккә күсергә

Бағдад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Бағдад
ғәр. بغداد
Флаг
Флаг
Ил

Ираҡ

Мухафаза

Бағдад

Координаталар

33°21′ с. ш. 44°25′ в. д.HGЯO

Мэр

Зикра аль Виш [1]

Нигеҙләнгән

762

Майҙаны

673 км²

Бейеклеге

34 м

Халҡы

8 126 755 кеше (2018)

Этнохороним

багда́дец, багда́дцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+3, йәйге UTC+4

Һанлы танытмалар
Бағдад (Ираҡ)
Бағдад
Бағдад

Бағдад (ғәр. بغداد‎ — «Алла бүләге») — Ираҡтың баш ҡалаһы, Бағдад муһафазаһының административ үҙәге. Ҡалала 9 миллиондан ашыу кеше йәшәй (2015), Яҡын Көнсығыштың иң ҙур ҡалалары иҫәбендә.

Бағдад — Ираҡтың сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Унда хөкүмәт, үҙәк дәүләт һәм дин учреждениелары, дипломатик вәкиллектәр урынлашҡан. Ҡала — мөһим транспорт төйөнө. Унда вуздар, театрҙар, музейҙар һәм архитектура ҡомартҡылары күп.

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бағдадтың үҙәге

Атамаһы барлыҡҡа килеү бер нисә төрлө аңлатыла. «Бағрад» атамаһы беҙҙең эраға тиклем туғыҙынсы быуаттағы ассирий шына яҙыулы яҙмаларҙа һәм Навуходоносор II батшаның мисәте баҫылған (беҙҙең эраға тиклем VI быуат) вавилон кирбестәрендә (беҙҙең эраға тиклем VI быуат) телгә алына[3].

Бағдад торағының әһәмиәте ул хәлифә Әбү Джафар әл-Мансур тарафынан нигеҙләнгән ваҡыттан бирле үҫә. Хәлифә Мәдинәт әл-Салаам тигән атаманы һайлай, был ғәрәпсәнән «донъя ҡалаһы» тигәнде аңлата. Рәсми атама ителгән был исем тәңкәләргә баҫыла, башҡа рәсми маҡсаттарҙа ҡулланыла, әммә халыҡ иҫке атаманы онотмай[4][5]. XI быуатҡа «Бағдад» берҙән-бер атамаға әйләнә.

Атаманың тамырына ҡағылышлы киң таралған версия — урта фарсы телендәге [6][7][8][9][10] bagh () — «алла» һәм dād () — «бирелгән» тигән һүҙҙәрҙән, йәғни «алла бүләге» йәки «алла биргән» тип тәржемә ителә. Был боронғо фарсы теленә лә тап килә. Һирәгерәк осраған версия буйынса, атама bāgh — «баҡса» һәм dād — «бирелгән» тигән һүҙҙәрҙән яһалып, «бүләк ителгән баҡса», «бирелгән баҡса» тип тәржемә ителә[4][11].

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бағдад өсөн климатик диаграмма

Бағдад Ираҡтың уртаһында, Тигр йылғаһы буйында, Диала йылғаһы тамағына яҡында ултыра. Ҡалала һәм уның тирәһендә һауа торошо шарттары субтропик һәм Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһона бәйле. Ғинуарҙа уртаса һауа температураһы яҡынса — + 10 °C, июлдә — +34 °C тирәһе. Уртаса ярым-төшөм кимәле 160-тан 180 ммиллимметрғаса. Иң күп яуым-төшөм декабрь — ғинуар айҙарында яуа. Йәй миҙгеле майҙан октябргә тиклем дауам итә: был ваҡытта Бағдадта бик эҫе, ҡаты селлә тора (июлдә көндөҙ һауа температураһы уртаса +43 градус), ямғыр бик һирәк яуа. Ҡыш декабрҙән мартҡа тиклем дауам итә, ҡыш көнө максималь һауа температураһы +18 градустан артмай. Ҡайһы берҙә ҡар яуа, һуңғы тапҡыр ҡар 2008 йылдың ғинуарында яуа. 2011 йылдың 21 ғинуарында −1-ҙән −3 °C тиклем туңдыра, был абсолют минималь дәүмәлгә яҡын.

Май-июндә төньяҡ-көнбайыштан елдәр иҫә; был ваҡытта Бағдадта һәм уның тирә-яҡында туҙан һәм ҡом бурандары  — хамсиндар күҙәтелә.

Тәбиғи үҫемлектәрҙән йылғын (тамариск), финик пальмаһы, яр буйы зонаһында татырлауыҡ үләндәре, ҡамыш, ҡыяҡҡамыш, тал үҫә. Тигр йылғаһы ярҙарында һыу ҡоштары, атап әйткәндә өйрәктәр, селәндәр, берғаҙандар, ҡаҙҙар оя ҡора; йылға һыуҙарында промысла балыҡтары: һаҙан, йәйен һәм башҡалар йәшәй; баш ҡала тирәһендә ваҡ кимереүселәр һәм варандар осрай, зарарлы бөжәктәр, айырыуса москиттар һәм малярия таратыусы серәкәйҙәр күп.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 24,8 27,1 30,9 38,6 43,5 48,8 50,0 49,9 47,7 40,2 35,6 25,3 50
Уртаса максимум, °C 15,9 18,2 24,3 31,1 37,1 41,9 44,8 46,1 41,1 35,0 27,4 18,5 31,8
Уртаса температура, °C 9,7 12,0 16,6 22,6 28,3 32,3 34,8 34 30,5 24,7 16,5 11,2 22,77
Уртаса минимум, °C 3,8 5,5 9,6 15,2 20,1 23,3 25,5 24,5 20,7 15,9 9,2 5,1 14,9
Абсолют минимум, °C −11 −10 −5,5 −0,6 8,3 14,6 22,4 20,6 15,3 6,2 −1,5 −8,7 −11
Яуым-төшөм нормаһы, мм 27,2 19,1 22,0 15,6 3,2 0,0 0,0 0,0 0,0 3,3 12,4 20,0 122,8
Сығанаҡ: Climatetemp

Хәҙерге Ираҡ баш ҡалаһы территорияһындағы ваҡ-ваҡ тораҡтар, археологик ҡаҙылмалар күрһәтеүенсә, беҙҙең эраға тиклем XIX—XVIII быуаттарҙа уҡ була.

Бағдад Тигр йылғаһының көнбайыш ярында 762 йылдың 30 июлендә нигеҙләнә; Ғәббәсиҙәр дәүләтенең баш ҡалаһы буласаҡ ҡала хәлифә Әбү Джафар әл-Мансур бойороғо буйынса төҙөлә. Ғәрәп хәлифәлегендә хакимлыҡ урынлаштырғас, ғәббәсиҙәр баш ҡаланы Дамасктан көнсығышҡа, үҙҙәренең яғында булған Хөрәсән эргәһенәрәк күсермәк була. Бынан тыш, яңы баш ҡала VII—VIII быуаттарҙа көнсығышҡа ҡарай киңәйгән хәлифәлектең географик үҙәгенә лә яҡын була.

IX—X быуаттарҙа Бағдад Яҡын Көнсығышта иң эре мәҙәни һәм иҡтисади үҙәккә әүерелә. Һөнәрселек һәм башҡа илдәр менән сауҙа уңышлы үҫә. Бағдадҡа Ғәрәбстандан, Һиндостандан, алыҫ Европа дәүләттәренән төрлө аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар килтерелә. Ғәрәп ғалимы Ибн-Хордадбех IX быуат аҙағына ҡараған тарихи документтарҙа Бағдадтың ар-Рус (рустар) сауҙагәрҙәре менән сауҙа бәйләнештәре тураһында телгә ала. Ғәббәсиҙәр дәүерендә (VIII—XIII быуаттар) Бағдад Ғәрәп (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Бағдад) хәлифәлегенең баш ҡалаһы була[12].

Ғәббәсиҙәр дәүләте тарҡалғас, ҡаланың сәйәси һәм административ әһәмиәте кәмей, әммә ғәрәп илдәре өсөн мәҙәни мөһимлеге юғалмай. Бағдад тиҙ арала эре фәнни үҙәк статусын яулай: XIII быуат башында уҡ бында 30-ҙан ашыу китапхана асыла. 945 йылда ҡала Буиҙар династияһы хакимлығына эләгә, 1055 йылдан Сәлжүктәр дәүләте территорияһына инә, ә 1258 йылда Бағдадҡа Хүләгү хан ғәскәрҙәре бәреп инә, улар ҡаланы талай, емерә. Бағдад хүләгүҙәрҙең Иран илханаты ҡарамағында ҡала.

1356—1411 йылдарҙа Бағдад монголдарҙың Джалаир ырыуы солтанлығының провинция үҙәге була.

XIV быуат аҙағында, шунан XV быуат башында Бағдадҡа Аҡһаҡ Тимер ғәскәре һөжүм итә, һөҙөмтәлә ҡаланың бик күп ҡоролмалары емертелә, байлыҡтары талана. 1393—1405 йылдарҙа Бағдад Аҡһаҡ Тимер империяһы эсендә була.

1411—1469 йылдарҙа Бағдад Ҡара Ҡуйлылар ырыуы солтанлығында провинция үҙәге булып тора.

1469—1508 йылдарҙа Бағдад Аҡ Ҡуйлылар ырыуы дәүләтенең провинция үҙәге була.

1508—1523 йылдарҙа Бағдад Сәфәүиҙәр дәүләтенең провинцияһы була.

1523—1529 йылдарҙа Бағдад курдтар ҡулына күсә.

1529—1534 йылдарҙа Бағдад ҡабат Сәфәүиҙәр дәүләте ҡарамағына эләгә һәм провинция үҙәге була.

1535 йылда 1514—1555 йылдарҙа барған төрөк-фарсы һуғышы һөҙөмтәһендә Ғосман империяһына ҡушыла.

1623—1638 йылдарҙа Бағдад сираттағы төрөк-фарсы һуғышы барышында тағы сәфәүиҙәр ҡулына эләгә, әммә 1638 йылда Бағдад ҡабат Ғосман империяһына бирелә һәм 1917 йылға тиклем шунда була.

Бағдадтың спутниктан төшөрөлгән фотоһы

1917 йылда ҡалаға Бөйөк Британия ғәскәрҙәре баҫып инә һәм уның биләмәләрен оккупациялай. 1920 йылда инглиздәр, Ираҡта иҡтисади хакимлыҡ урынлаштырып, Бағдадты мандат аҫтындағы территорияның административ үҙәге тип иғлан итә, ә 1921 йылда, дәүләттең суверенитеты танылғас, Бағдад Ираҡ короллегенең баш ҡалаһы булы. 1923 йылда ҡалала Ираҡ музейы асыла, унда башлыса эре археологик тупланмалар — Боронғо Бабил һәм Ассирияның тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары, Парфия батшалығы, Сәсәниҙәр дәүләте һәм башҡа дәүләттәр территорияларында табылған сәнғәт әйберҙәре урын ала.

1941 йылда нацистар яҡлы һәм британдар яҡлы көстәр араһында тартҡылашыуҙар һөҙөмтәһендә бер аҙға власть вакуумы урынлаша. Ошондай шарттарҙа ҡанлы ҡыйралыш була, ул Фархуд тигән атама аҫтында билдәле. Уның барышында кәм тигәндә 175 кеше һәләк була, күп йорттар яндырыла. Был ҡыйралыш, һуғыш тамамланғас, йәһүдтәрҙең Ираҡтан күпләп китеүенең ситләтелгән сәбәбе була.

1940-сы — 1950-се йылдарҙа ҡалала дәүләттең империалистик сәйәсәтенә ҡаршы халыҡ фетнәләре күтәрелеп тора, милли азатлыҡ хәрәкәте көсәйә, уға баш ҡаланың меңдәрсә кешеһе ҡушыла. Бағдадта күп халыҡ ҡатнашҡан болалар 1948, 1949, 1952 һәм 1954 йылдарҙа була. 1950-се йылдар уртаһында Ираҡта ҡабынған революцион ваҡиғалар һөҙөмтәһендә Хашимиҙарҙың монархия власы ҡолатыла һәм 1958 йылдың июлендә бойондороҡһоҙ Ираҡ Республикаһы төҙөлә, Бағдад уның баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1960-сы йылдар аҙағы — 1970-се йылдар башында ҡалала, нефть предприятиеларынан башҡа, бөтә сәнәғәт предприятиелары национализациялана. 1980—1990-сы йылдарҙа Фарсы ҡултығындағы бәрелештәр һөҙөмтәһендә (тәүҙә Ираҡ менән Иран, шунан Ираҡ менән Күвейт араһында) баш ҡалала хужалыҡ-иҡтисади эшмәкәрлек ҡатмарлаша.

2003 йылдың апрелендә Ираҡ һуғышы барышында Бағдадты АҠШ армияларының пехота һәм танк частары баҫып ала, артабан ҡалаға башҡа илдәрҙең ғәскәри частары ла инә. Һуңынан сит ил оккупацион регуляр ҡораллы көстәре сығарыла һәм ҡала өҫтөнән контроль урындағы власҡа тапшырыла, ул элеккесә сит ил хәрби һәм полиция кәңәшселәренең ярҙамын файҙалана.

Ҡала картаһы, 2003 йыл

2003 йылдың майында ҡалала шиғый мосолмандарының АҠШ һәм уның союздаштарының Ираҡтағы эш итеүҙәренә ҡаршы беренсе эре манифестицияһы үтә. Баш ҡалала Америка оккупацияһы ваҡытында партизан һуғышы рәүешендә башланған һуғыш ул тамамланғас та тотош Ираҡта дауам итә, ул нығыраҡ террористик һуғыш рәүешендә бара.

Емертелгән баш ҡаланы тергеҙеү саралары күрелә, ҡала яйлап яңынан төҙөлә. Ҡала яны поездары йөрөй башлай, Бағдад ер өҫтө метрополитены төҙөлә.

2019 йылдың мартында Бағдад, Mercer халыҡ-ара консалтинг компанияһы версияһы буйынса, донъяла йәшәү өсөн иң насар ҡала тип табыла. Ираҡтың баш ҡалаһы, Бангиҙан (ҮАР) ҡала, һуңғы 231-се урында тора. Рейтингты төҙөгән агентлыҡ белгестәре экологияны, торлаҡ шарттарын, йәмәғәт транспортын һәм башҡаларҙы иҫәпкә алған[13].

Бағдадта АҠШ-тың хәрби хәрәкәттәре башланғанға тиклем (2003) 5,1 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Әммә халыҡтың бер аҙы һәләк була, бер аҙы башҡа ҡалаларға, илдәргә эмиграциялай, һәм халыҡ һаны кәмей. Ҡала халҡының милли составы башлыса ғәрәптәрҙән (75 процент), шулай уҡ курдтарҙан, төрөктәрҙән, ассирийҙарҙан, армәндәрҙән, йәһүдтәрҙән һәм башҡаларҙан тора. Ғәрәп теле дәүләт теле итеп раҫланған, курд теле киң ҡулланыла һәм рәсми тел статусы алған. Бағдадта диндарҙар араһында мосолман диненең шиғый һәм сөнни йүнәлештәренә ҡараусылар күпселекте (90 проценттан ашыу) тәшкил итә, бер аҙ христиандар һәм йәһүдиҙәр бар.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Әл-Рәшид отеленән Бағдад күренеше

Бағдад 9 административ районға бүленә, улар, үҙ сиратында, 89 микрорайондан тора. Ҡаланың был подразделениелары коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ҡулайлаштырылған административ үҙәктәр хеҙмәтен генә үтәй, 2003 йылға тиклем сәйәси функциялары булмай. 2003 йылдың апреленән АҠШ контроле аҫтында булған Ваҡытлы коалицион хакимиәт был подразделениелар өсөн яңы функциялар сығара башлай.

Бағдадта һуңынан мәҙәни-тарихи ҡомартҡы тип танылған архитектура ҡоролмалары XII быуатXIV быуаттарҙа төҙөлгән. Улар араһында — Ғәббәсиҙәр һарайы (XII быуат  аҙағы — XIII быуат башы), Зөбәйҙә төрбәһе (XIII быуаттың беренсе яртыһы), Мүстәнсириә мәҙрәсәһе (XIII быуат, XX быуатта реконструкцияланған), Бао әл-Вастани ҡапҡаһы (XIII быуаттың беренсе яртыһы), Суҡ әл-Ғәзәл манараһы (XIII быуаттың икенсе яртыһы), Мәрджән хандың каруанһарай бинаһы (XIV быуат уртаһы). XVI быуат башында Бағдадта Алтын мәсет йәки Мусса әл-Ҡадим төрбәһе төҙөлә. Был ҡоролма ике тапҡыр реставрациялана: XVII быуатта һәм XX быуат уртаһында.

Хәҙерге һынлы сәнғәт әҫәрҙәре араһында — таштан һәм бронзанан «14 июнь революцияһы» рельеф монументы (1960 йыл) һәм 1959 йылда Саадун проспектында ҡуйылған Билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Бағдадтың көнбайышында парламент һәм хөкүмәт биналары, шулай уҡ әр-Рихаб һарайы урынлашҡан. Ҡалала 3 университет, институттар, Фәндәр академияһы бар; Асыҡ китапхана Бағдадтың иң ҙур китапханаһы иҫәпләнә. 1940—1950 йылдарҙа Тигр йылғаһы аша Әс-Сарафия күпере төҙөлә.

Бағдадтың 2003 йылдың яҙында Америка һәм Британия авиацияһы тарафынан бомбаға тотолоуынан һуң ҡаланың архитектура мираҫына ҙур зыян килтерелә. Бағдадта 6 музей учреждениеһы бар: Ираҡ Милли музейы (археология), Бағдад тәбиғи тарих музейы, Хәҙерге заман сәнғәте музейы, Ираҡ хәрби музейы. АҠШ Ираҡҡа баҫып ингәндән һуң (2003) музейҙарҙың мәҙәни-тарихи әһәмиәткә эйә экспонаттары талана, архитектура ҡомартҡылары емертелә.

Бағдад «Мең дә бер кисә» әкиәттәрендәге төп ҡала булараҡ та билдәле.

Ираҡтың милли авиаташыусыһы Iraqi Airways («Ираҡ авиалиниялары») баш ҡаланан 16 километрҙағы «Бағдад» халыҡ-ара аэропортында урынлашҡан. Бағдадта Al-Naser Airlines авиакомпанияһының да офисы бар[14].

2008 йылда Бағдад метрополитены төҙөлә башлай. Ул ҡаланың үҙәген Бағдадтың көньяғындағы Дора биҫтәһе менән тоташтырырға тейеш була. 2010 йылдың майында «Бағдад ҡапҡаһы» тигән коммерция торлаҡ проекты эшләнә. Был проект торлаҡ ҡытлығын ғына хәл итеп ҡалмай, һуғыш үткәргән ҡала өсөн тыныс киләсәк символы ла булып тора.

Туғандаш ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Baghdad’s Trailblazing Female Mayor Zekra Alwach Faces Tough Times Ahead 2017 йыл 7 август архивланған., Glammonitor.com, 2015-7-8
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Бағдад // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 37. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Baghdad, Iraq. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  4. 4,0 4,1 ما معنى اسم مدينة بغداد ومن سماه ؟. Дата обращения: 27 апрель 2010. Архивировано 14 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 13 июль архивланған.
  5. ما معنى (بغداد)؟ - تمت الإجابة عنه — Google إجابات. Дата обращения: 27 апрель 2010. Архивировано 14 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  6. 3 civilians wounded in IED attack in Baghdad Iraq. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года. 2012 йыл 8 май архивланған.
  7. Baghdad, Iraq. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  8. Persian Gulf Studies Center. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  9. Baghdad in Islamic History. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  10. BAGHDAD i. Before the Mongol Invasion – Encyclopaedia Iranica. Дата обращения: 11 ғинуар 2013. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  11.  (ғәр.)ما معنى (بغداد)؟ - تمت الإجابة عنه - Google إجابات. Дата обращения: 27 апрель 2010. Архивировано 14 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  12. Багдад, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. В это место ни ногой. Назван худший в мире город для проживания. Life.ru (13 март 2019). Дата обращения: 13 март 2019.
  14. Официальный сайт Al-Naser Airlines. Архивировано 15 февраль 2011 года. 2011 йыл 15 февраль архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2013)