Аҡтаныш районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
муниципаль район | ||
Урынлашҡан урыны | |||
Административ үҙәк |
Аҡтаныш ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Халҡы (2016) |
↘30 831[1] | ||
Тығыҙлығы |
15.13 кеше/км² | ||
Милли состав | |||
Конфессиональ состав | |||
Майҙаны |
2037,8 км² | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
16, 116 | ||
Аҡтаныш районы (татар. Актаныш районы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы составындағы административ-территориаль һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).
Административ үҙәге — Аҡтаныш ауылы.
Физик-географик характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡтаныш районы Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, абсолют бейеклек тирбәлеүҙәре 60—235 м тәшкил иткән убалы тигеҙлектә урынлашҡан. Башҡортостан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Ауыл хужалығы үҫешкән. Майҙаны — 2037,8 км².
Район биләмәләре буйлап күп йылғалар (шул иҫәптән Кама һәм Ағиҙел) аға. Район урынлашҡан.
Аҡтаныш районы өсөн, йылы йәй һәм уртаса һалҡын ҡыш менән, уртаса континенталь климат хас. Атлантик океандан күскән йылы һәм дымлы һауа массалары төбәк клматын йомшарта. Һалҡын һауа Арктик бассейнынан килә. Ҡышын йыш ҡына урта бүлкәттәрҙең һалҡын континенталь һауа массалары үтеп инә. Йылы тропик һауа массаларының көньяҡ-көнбайыштан, ә йәйен — көньяҡ-көнсығыштан килеүе күҙәтелә.
Райондың үҙәк өлөшө буйлап Көнсығыш һәм Көнбайыш Шәбеҙ йылғалары аға. Районда шулай уҡ күлдәр һәм һаҙлыҡтар күп. Төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә республика биләмәләрендәге иң ҙур Күләгәш һаҙлыҡ массивы (майҙаны — яҡынса 500 га) урынлашҡан. Был һаҙлыҡ массивы сиктәрендә бихисап күлдәр бар, улар араһында иң ҙурҙары — Күләгәш, Әтер, Киндеркүл, Әжебәй һәм Сөйәлекүл. Башҡа күлдәр Кама һәм Ағиҙел йылғаларының үҙәндәрендә урынлашҡан, улар араһында Аҡтаныш ауылы янында Кустовое (Иҫке Иҙел), Ушар (Семиострово) ауылы янында Сәҙәккүл, Ушар, Әжәкүл һ.б.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райондың яҡынса 100 ауылы башҡорттарҙың байлар (8 ауыл), бүләр (31), гәрәй (21), йәнәй (16), ҡырғыҙ (8) ырыуҙары тарафынан нигеҙләнгән[2].
1920 йылға ҡәҙәр Аҡтаныш районы территорияһы Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була, ә 1920 йылдың 20 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комисарҙары советы (СНК РСФСР) декретына ярашлы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә.
Аҡтаныш районы 1930 йылдың 10 авгусында ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә территорияһы Минзәлә районына бирелә. 1965 йылдың 12 ғинуарында Аҡтаныш районы йәнә тергеҙелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[3] | 2005[4] | 2006[5] | 2007[6] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] |
31 712 | ↘31 697 | ↘31 516 | ↘31 368 | ↘31 169 | →31 169 | ↗31 971 |
2011[10] | 2012[11] | 2013[12] | 2014[13] | 2015[14] | 2016[1] | |
↘31 933 | ↘31 743 | ↘31 596 | ↘31 322 | ↘31 095 | ↘30 831 |
Муниципаль-территориаль ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 26 ауыл биләмәһе составында 86 тораҡ пункт бар:
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Ғафар Абдулла улы (24.10.1930—31.10.2008), төҙөлөш алдынғыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предтиеларын төҙөлөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990). Ҡәҙермәт ауылынан.
- Авзалова Әлфиә Авзал ҡыҙы, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
- Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—1957), инженер-энергетик, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Басиров Зилфәт Рәүеф улы (1927—2000), скульптор, Башҡортостандың халыҡ (2000) рәссамы (1977) (Иҫке Ҡормаш ауылынан).
- Ғүмәров Флүн Фәһим улы, шәхси эшҡыуар.
- Дәүләтов Баян Йәркәй улы, Советтар Союзы Геройы.
- Иманов Зөфәр Минтимер улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Маннанов Илдар Маннан улы, Советтар Союзы Геройы.
- Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—1938), сәйәсмән, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы (1886—1941), актёр, режиссёр, театр эшмәкәре.
- Ноғманнасир Мәҙиәров (1782—?), 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы яугир. Бикчәнтәй ауылынан.
- Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы (1872—1920), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Солтанов Мансур Ислам улы (1875—1919), флейтист, фольклорист. Башҡорттарҙан тәүге профессиональ музыкант.
- Шәймиев Минтимер Шәрип улы (20.01.1937), Татарстандын беренсе президенты.
- Фәттәхов Энгель Нәүәп улы — Татарстан Республикаһының мәғариф һәм фән министры.
- Әхәтов Ғабделхәй Хурам улы (1927—1986), төркиәтсе-ғалим.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года . Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 230—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2005 год . Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
- ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2006 год . Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
- ↑ Административно-территориальное деление (АТД) за 2007 год . Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 29 март 2015 года.
- ↑ Республика Татарстан. База данных показателей муниципальных образований на 1 января 2008-2014 годов
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Оценка численности постоянного населения Республики Татарстан на 1 января 2011 года . Дата обращения: 4 апрель 2015. Архивировано 4 апрель 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014 . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Актанышский муниципальный район 2010 йыл 11 июнь архивланған.