Күмертау
Ҡаҙағстан менән бутамаҫҡа.
Күмертау | |
Күмертау | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1947 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Күмертау |
Ҡушамат | Город авиастроителей[1] |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Күмертау ҡалаһы ҡала округы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Күмертау ҡалаһы ҡала округы[2] һәм Көйөргәҙе районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 57 949 кеше (2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 310 метр |
Майҙан | 170 км² |
Почта индексы | 453300 |
Рәсми сайт | admkumertau.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1947 |
Урындағы телефон коды | 34761 |
Күмертау Викимилектә |
Күмертау(тыңлау) — Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан 250 км, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 102 км көньяҡта урынлашҡан ҡалаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1947 йылда, Көньяҡ Урал күмер бассейнының Үрге-Бабай ятҡылығында күмер үҙләштереү сәнәғәте башланғас, Бабай ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә.
1949 йылдан — эшселәр ҡасабаһы.
1953 йылда ҡала статусын ала.
1965 — 1990 йылдарҙа — Күмертау районы административ үҙәге.
1990 йылдан — республика әһәмиәтендәге үҙ аллы ҡала.
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (23.08.1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы[4].
- Ишморатова Рима Рафаэль ҡыҙы (22.10.1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы, Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре[5].
- Кузин Александр Павлович (24.01.1948), педагог, ҡаланың мәктәп-ара уҡыу комбинатының 1988—2010 йылдарҙағы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Палатников Александр Самойлович (11.12.1923—29.11.2007), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1967—1987 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1983) һәм почётлы авиатөҙөүсеһе (1983). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ленин (1982), Октябрь Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
- Фәтихова Алевтина Леонтьевна (28.02.1954), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—1996 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) факультет деканы урынбаҫары. Педагогика фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009[6]).
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың 1 ғинуарына ҡала округында 67 158 кеше иҫәпләнә[7], шул иҫәптән 62 418 кеше ҡалала, 4 740 кеше ауылда йәшәй.
|
Милли составы[7]:
- урыҫтар — 61,6 %;
- башҡорттар — 16,4 %;
- татарҙар — 12,9 %;
- сыуаштар — 4,0 %;
- башҡа милләттәр — 5,1 %.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 63572 | 29483 | 34089 | 46,4% | 53,6% |
2002 йыл 9 октябрь | 65003 | 29646 | 35357 | 45,6% | 54,4% |
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә ҡараған ауыл советтары:
№ | Исеме | Үҙәге | Код ОКАТО |
---|---|---|---|
01 | Маяҡлы | Маяҡлы | 80 423 804 |
02 | Подгорный | Ира | 80 423 805 |
03 | Иҫке Урал | Иҫке Урал | 80 423 806 |
04 | Алексеевка | Алексеевка | 80 423 807 |
05 | Пятки | Пятки | 80 423 806 |
07 | Таң | Таң | 80 423 806 |
08 | Николаев | Николаев | 80 423 806 |
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2009 йылдың 26 февралендә 453350, Башҡортостан, Күмертау ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан, ҡасандыр ҡеүәтле эшләгән «Башкируголь» ААЙ бөтөрөлә. Хәҙерге ваҡытта был төҙөлгән ҡаралтыны Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау филиалы файҙалана.
- Машиналар төҙөү (тирмән, икмәк бешереү ҡорамалдары һ.б.)
- «Искра» сәнәғәт роботтарын төҙөү (хәрби завод), асылда банкрот.
- Авиация заводы «КумАПП» (Ка-31, Ка-32, Ка-226 вертолеттар етештереү).
- Аҙыҡ-түлек (балыҡ эшкәртеү) сәнәғәте.
- Брикет фабрикаһы («Башкируголь» комбинаты менән бөтөрөлә).
- Йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ).
- Ҡаланың тирә-яғында газ сығарыла.Ҡала янында (Ҡансура ауылы эргәһендә) Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы эшләй (КМКПХГ). 1969 йылда Ҡансура ауылы эргәһендә станция булараҡ барлыҡҡа килә. 2004 йылда Муса газды ер аҫтында һаҡлау станцияһы төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта был ике станция берләштерелгән һәм Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы тип йөрөтөлә. Комплекс ҡала иҡтисадына һәм социаль обьектары өсөн бик ҙур өлөш индерә. Реконструкция һөҙөмтәләре буйынса актив газдың күләме 3,4 милиард куб метрҙан 5,5 милиард куб метрға хәтле күтәреү күҙ уңында тотола, йәғни бер ярымға күберәк. Бынан тыш комплекстан газ ҡулланыусылар өсөн уның сифаты ла күтәреләсәк. Шулай уҡ юғары кимәлдәге етештереү автоматтары менән эшләү өсөн ышаныс арта, тирә-яҡ мөхитте бысратмау яйға һалынған. Республиканың көньяҡ төбәге ҡыш көндәрендә ошо Ҡансура-Муса комплексында айырып алынған газ менән ҡуллана. Иң эре ҡулланыусылар — Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары.
Шулай уҡ ҡала янында нефть һәм эйәрсән газ табыла.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертауҙа белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалала 26 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ойошма, 19 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, 2 гимназия, йәтим балалар өсөн мәктәп-интернат, ата-әсәһеҙ балалар өсөн балалар йорто, республика политехник лицей-интернаты һәм киске мәктәп эшләй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә мөмкинлеге бар: Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар, йәш туристар, йәш натуралистар станциялары, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡыу комбинаты, ике музыка мәктәбе, художество һәм хореография мәктәбе, «Самоцветы» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге. Кадрҙар әҙерләү буйынса 16 һөнәри белем биреү үчереждениеһы, Тау колледжы, Авиация техникумы, Педагогия колледжы, Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумы, юғары белем биреү өсөн Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ырымбур дәүләт университеты филиалдары, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты эшләй.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ионн Предтеча исемендәге Храм
- Мәсет
- Ҡаланың үҙәк майҙанында вертолет макеты ҡуйылған.
- Юрий Гагарин исемендәге ял паркында Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына бағышлап МиГ-15 истребитель самолеты һәйкәле ҡуйылған
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь топонимических перифраз: названия российских городов (урыҫ) — СПб.: Алетейя, 2022. — С. 21. — ISBN 978-5-00165-489-6
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғайсин Ришат Зөфәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 август 2018)
- ↑ Единый республиканский бизнес-портал — Ишмуратова Рима Рафаэльевна (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәтихова Алевтина Леонтьевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2019)
- ↑ 7,0 7,1 Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәттәр порталынан 2010 йыл 26 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күмертау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2018)
- Официальный сайт городского округа Кумертау (рус.)
- Кумертау «Мой город» энциклопедияһында (рус.)
- Ҡаланың гербы (рус.)
- Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәттәр порталында ҡала тураһында 2010 йыл 26 октябрь архивланған. (рус.)
- Время в Кумертау (рус.)