Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Яйыҡбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Яйыҡбай
Түбәнге Яйыкбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ниғәмәт ауыл советы
Халыҡ һаны 163 кеше (2002)[1],
140 кеше (2009)[1],
123 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453657
Карта

Түбәнге Яйыҡбай (рус. Нижнеяикбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 140 кеше[3]. Почта индексы — 453657, ОКАТО коды — 80206840004.

1786 йылдан ике Яйыҡбай ауылы билдәле. Уларҙың хәҙерге ваҡытта ла ике исеме бар — Нуғай һәм Яйыҡбай. Профессор Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауынса, Нуғай исеме Бөрйән ырыуы башҡорттарының ырыу-ара исеме менән бәйле. Икенсе исеме йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡов (1739—1817) хөрмәтенә бирелгән[4]. Уның улы Сәғәҙәт Яйыҡбаев(1775—1855) зауряд-яҫауыл булып хеҙмәт итә. Сәғәҙәттең ике улы булған: Әхмәтулла һәм Зәйнәғәбдин (уның улы Ғәтиәтулла, ейәне — Ғәйнетдин), Хөснөтдин, Сәйфитдин һәм Мөхәмәтҡол. Әбйәлил районының Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш (йорт старшинаһы Әбдрәшит Араповтың исемен йөрөтә[5].) ауылдары менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәр булыуы билдәле[4].

Түбәнге Яйыҡбай ауылынан яҡын ғына Мөрсәлим ауылы урынлашҡан була. XIX быуаттың беренсе яртыһында Түбәнге Яйыҡбайҙа Мөрсәлимдең улы, ейәндәре һәм бүләләре йәшәгән.

Ике ауылда 1795 йылда 35 йортта 203 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 680 кеше, X ревизия 98 йорт һәм 680 кеше күрһәтә. 1920 йылда Түбәнге Яйыҡбайҙа 106 йлртт 520 кеше иҫәпкә алынған. 1989 йылда был ауылда 155 кеше йәшәгән[5].

Рәсәйҙең Францияға ҡаршы 1806—1807 йылдарҙағы һуғышында башҡорт полкы составында Буранбай Әҙебаев була. 1812—1814 йылдарҙа 15-се башҡорт полкында батырҙарса һуғышалар ике көмөш миҙал менән наградланған зауряд-яҫауыл Ибраһим Ишкилде улы Шәрипов, рядовойҙар Хәмит Мәмбәтҡужин, Ғәбделманнан Мөрсәлимов, Мөхәмәтйән Азаматов, Мөхәмәтрәхим Теүәлбаев[5]. .

Яйыҡбай ауылынан булған башҡорт фельдшеры Ғәләүетдин Һибәт улы Фәйзуллин 3-се һанлы йорт идаралығында эшләй[5].

Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ. Йыл һайын йәйләүгә Йылайыр йылғаһы һәм Ҡыҙыл Яр, Аҡ кейек шишмәләре, Һаҡмар йылғаһы, Уба күле буйлап сыҡҡандар. 1839 йылда ике ауылда 75 йортта 469 кеше йәшәгән, барыһына 400 йылҡы малы, 360 һыйыр, 300 һарыҡ иҫәпләнгән. Игенде башҡа ауылдарға ҡарағанда күберәк сәскәндәр: 122 бот ужым бойҙайы һәм 1376 бот ярауай бойҙайы (1843)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 123 63 60 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Әмәндәк янында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 35 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ниғәмәт): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 80 км
  • Күрәй батыр;
  • Валеев Вәлләм — тау инженеры, «Карагандауголь» заводының баш инженеры;
  • Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәли улы (1.06.1958), педагог, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре[6].
  • Танһыҡҡужин С. — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/yaikbaevo.html Яикбаево (Мурсалимово, Абдрашитово, Нугаево)
  6. http://www.gasrb.ru/uf/file/kalendar_2018_izm.pdf 2018 йыл 12 июль архивланған. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2018 год (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)