Арҡауыл (Салауат районы)
Ауыл | |
Арҡауыл рус. Аркаулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
Мунаево |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
ислам (суннитского толка), христианство. |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34777 |
Почта индексы |
452493 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Рәсми сайт | |
Арҡауыл (рус. Аркаулово, боронғо атамаһы — Монай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1439 кеше булған[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810001[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Йүрүҙән йылғаһы аға.
Юл оҙонлоғо:[4]
- Баш ҡалабыҙ Өфөгә саҡлы: 225 км,
- район үҙәгенә (Малаяҙға): 25 км,
- яҡындағы тимер юл станцияһына (Кропачёво): 120 км.
Арҡауыл ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 35 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡа 64 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттан Монай атамаһы менән билдәле булған Арҡауыл ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Атамаһын тәүге төпләнеүсе кеше Монай исеменән алған.
XX быуаттың башынан алып 1950‑се йылдарға тиклем икеһе ике тораҡ пункт — Арҡауыл һәм Монай тип иҫәпләнгән.
XVIII—XIX быуат йәниҫәп материалдарында Монай ауылы:
1795 йылда унда 15 хужалыҡта 101 кеше, 1834 йылда 28 хужалыҡта: 316 кеше йәшәгән. 1816 йылда 27 ғаиләнең 9-ы (33,3 проценты) күп ҡатынлы булған. 1816, 1834 йылдарҙағы йәниҫәп материалдарында ауылға нигеҙ һалыусы Монайҙың улдары һәм ейәндәре теркәлгән: 1756 йылғы Ҡолош Монаев, есаул Әсүәр (Спар, Аспар) Монаев (1769—1846, уның улдары Абдуләғзәм Бәшир), Мозафар Монаевтар. 1773 йылғы Исмәғил Монаев һәм 24 йәшлек хорунжий Мозафар Монаев[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арҡауыл ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1992 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө губернаһының статистика комитеты 1895—1896 йылдарҙағы «Өфө губернаһы Өфө өйәҙе буйынса статистик мәғлүмәттәр йыйынтығы»нда Монай (Арҡауыл (Салауат районы)) ауылының урынлашҡан урыны һәм хужалығы тасуирланған. Ул Йүрүҙән йылғаһының уң ярында Өфө ҡалаһынан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан тиелә. Ауыл эсендә Теҙмән йылғаһы аға. 1859 йылғы X рәүиз буйынса этник яҡтан ҡушылған был ауылда аҫаба башҡорттар күпселекте тәшил иткән: 122 хужалыҡта 231 ир-егет теркәлгән.
1842 йылда 361 башҡортҡа 91 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Шулай уҡ 4 сирек картуф сәселгән.
1865 йылда 94 йортта — 528 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
XIX быуат аҙағында өс баҫыулы сәсеү әйләнешенә күсеүсе ҡатнаш игенселек күҙәтелгән. Арыш, һоло, бойҙай, борай, арпа сәскәндәр. Ауылда өсәр сәскес, орлоҡто сорттарға айырыусы һәм һуҡҡыс булған. 216 йылҡы, 192 баш эре мөгөҙлө мал, 102 ҡуй, 60 кәзә булған.
Ағас материалдар һәм эшләнмәләр етештереү маҡсатында, сауҙагәр Лаптев һәм уның компаньондары башҡорттарҙан 6 йыл мөҙҙәт менән 15 мең дисәтинә урман участкаһын ҡуртымға алған. Килемде Тирмәнйылғала ҡоролған 3 һыу тирмәненән, Йүрүҙәнде аша сығыу ҡоролмаһынан, шулай уҡ йылына 23 һумға ҡуртымға бирелгән балыҡ тотоуҙан алғандар. Шундай уҡ килемде йылына 20 һум түләү менән 12 йылға ҡуртымға бирелгән баҙар майҙанынан да алған. Кәсепселек менән дә шөғөлләнгәндәр: халыҡтың өстән бер өлөшө, айына 6 һум аҡса эшләйем тип, яҡындағы заводтарға урман ҡырҡырға, күмер яндырырға, балта оҫталары һ. б. булып ялланғандар. Ҡыш көнө күрше ҡала һәм ауыл баҙарҙарына утын ташып һатҡандар.
Ауылда мәсет, 2 училище, һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете эшләгән, йәрминкәләр үткәрелгән.
1877—1898 йылдар осоронда керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Ҡазан губернаһынан, Пермь губернаһының Красноуфимск һәм Уҫы өйәҙҙәренән, Өфө өйәҙенән килгән урыҫ крәҫтиәндәре халыҡтың бер өлөшөн тәшкил иткән. 1898 йылда 37 йортта 202 кеше йәшәгән. 1896 йылда ла Арҡауыл Монай тип билдәләнгән.
Башҡорттарҙан ҡуртымға ер алып эшкәрткәндәр, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.
1877 йылда Монайҙа рус-башҡорт мәктәбе асылған[7].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Арҡауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство һәм башҡорт мәктәптәре, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 6 бакалея кибеттәре, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Улус идаралығы булған. Йәрминкәләр үткәрелгән (шөғөлдәр араһында урман кәсепселеге, тирмән таштары етештереү билдәләнгән. в Мунаево отмечена мечеть.
1908—1909 уҡыу йылында Арҡауыл христиан руханилығы мәктәбендә 13 малай һәм 9 ҡыҙ уҡыған. Яйлап ҡына мәктәптең (башланғыс, артабан совет власы осоронда — ете йыллыҡ, 1937 йылдан — урта) күптәнге һәм данлыҡлы үҙ традициялары барлыҡҡа килгән.
1919 йылдың 20 мартынан алып 1919 йылдың сентябренә тиклем АСБР составында административ үҙәге Арҡауыл ауылында урынлашҡан Дыуан кантоны булдырылған. Кантонға Златоуст өйәҙенең 10 (2-се Әйле, Балаҡатай, Үрге Ҡыйғы, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы һәм Һикеяҙ) улусы ҡараған. Төньяҡта Ҡошсо, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта — Бөрө, Златоуст өйәҙҙәре һәм Көҙәй кантоны менән сиктәш булған. 1919 йылдың сентябрендә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантонына индерелгән һәм Дыуан кантоны бөтөрөлгән[8].
1920 йылда Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 1 саҡрымда ятҡан Монайҙа 228 кешеһе менән 44 хужалыҡ булған. Арҡауылда 134 хужалыҡта 710 кешенең күпселеген башҡорттар тәшкил иткән, бер нисә урыҫ та булған. Артабан ике ауыл Арҡауыл исеме менән берләшкән.
Йүрүҙән йылғаһында ташҡындар йыш булыу сәбәпле, Монай ауылы халҡы (Монай — антропоним) XX быуаттың 30-сы йылдарында Арҡауылға күсеп килгән. Монай ауылы урынында хәҙер Бишәүҙәр менән Арҡауыл араһында ятҡан ялан тора, шулай уҡ Йүрүҙән йылғаһы аша ҙур күпер һалынған[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арҡауылда башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 938 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 845 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 796 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1279 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1459 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1439 | 694 | 745 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10.10.1902—10.07.1938), башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Вәхитов Риф Хәйрулла улы (4 сентябрь 1940 йыл — 14 сентябрь 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары, 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат районының почётлы гражданы.
- Рәми Ғарипов (12.02.1932—20.02.1977), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң).
- Головин Алексей Степанович (1.01.1912—5.05.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, сержант, Советтар Союзы Геройы[10][11].
- Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы (22.11.1937), СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-геологы, ғалим, топ-менеджер, журналист. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1975). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2011). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2018).
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20.03.1928—4.09.2020), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), 8-се һәм 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970 −1979), КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты.
- Йосопов Харис Монасип улы (24.08.19297.06.2009), Силәбе физик культура институты профессоры, дзю-до, самбо, көрәш (1960) буйынса СССР чемпионы[12][13].
- Ҡаймирасов Низаметдин Нәжметдин улы (1903—1934) — Башҡорт АССР-ының финанс халыҡ комиссары (1930—1934).
- Ағалы-һеңлеле Айһылыу, Таңһылыу һәм Урал Ҡаймирасовтар — геология-минералогия фәндәре кандидаттары, СССР Дәүләт премияһы лауреаттары.
- Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (3.12.1939), ғилми хеҙмәткәр, башҡорт телсе-диалектологы, тәржемәсе, Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010 йыл) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты.
- Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894—1937) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), Башҡорт АССР-ының Игенселек халыҡ комиссары (1926—1929).
- Ханов Һаҙый Йыһанур улы (1895 — ?) — БАССР-ҙың Юғары суды коллегияһы рәйесе.
- Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (1915 йылдың 30 декабре — 1941 йылда һәләк булған) — совет башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы (27.03.1954), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Социология фәндәре докторы (2008), профессор[14].
- Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (5 октябрь 1959) — тарих фәндәре докторы, профессор.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың иҡтисади үҫешенә бюджет барлыҡҡа килтереүсе «Газпром трансгаз Уфа» ААЙ-енең Арҡауыл ЛПУМГ предприятиеһы һиҙелерлек өлөш индерә. 25 көндөҙгө карауатлыҡ участка дауаханаһы эшләй. «Салауат Юлаев» ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй. Рәсәй Почтаһы һәм Һаҡлыҡ банкы бүлексәләре бар.
Ижтимағи хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заманса урта мәктәп, башланғыс мәктәп, музыка мәктәбе, ауыл китапханаһы, 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы бар.
- 2010 йылдың сентябрь аҙағында «Йүрүҙән» спорт-сәләмәтлек комплексы ҡулланыуға тапшырыла.
Мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәми Ғарипов музейы — шағирҙың әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, стена гәзиттәре һәм портреттары экспозицияға урынлаштырылған музей[15][16][17].
- Мәктәптең тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, совет власы өсөн һәләк булған партизандарҙың туғандаш ҡәберҙәре, Советтар Союзы Геройы Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы һәйкәле.
- Йосопов Харис Монасип улы төҙөткән мәсет бар. Харис Йосопов музейы эшләй.
- Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа 3 км алыҫлыҡта тәбиғәт һәйкәле — Ҡыҙҙартау тауы тора[18].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахман Ғәйфуллин урамы (рус. Абдрахмана Гайфуллина (улица)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Рәми Ғарипов урамы — (рус. Рами Гарипова (улица)
- Спорт урамы (рус. Спортивная (улица)
- Харис Йосопов урамы (рус. Хариса Юсупова (улица)
- Алексей Головин урамы (рус. Алексея Головина (улица)
- Егор Габов урамы — (рус. Егора Габова (улица)
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Салауат Рәхимов урамы (рус. Салавата Рахимова (улица)
- Фәрүх Харисов урамы (рус. Фаруха Харисова (улица)
- Сыңғыҙ Ханов урамы — (рус. Чингиза Ханова (улица)
- Яр урамы (рус. Береговая (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Еңеү урамы (рус. Победы (улица)
- Салауат Юлаев урамы — (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Хәйрулла Яруллин урамы — (рус. Хайруллы Яруллина (улица)[19]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 106—108 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Ваҡытлы матбуғатта Арҡауыл тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабирйәнова С. Ғ. Бер һүрәткә бәйле оло тарих.(недоступная ссылка) // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 13 март.
- Ғәббәсова Зилә. Рәми тыуып үҫкән төбәк. 2016 йыл 6 июль архивланған. // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 28 февраль.
- Вәхитов Раян. Данлы ауыл — Арҡауыл. 2016 йыл 9 март архивланған. // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 10 ғинуар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 510 б
- Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
- Арҡауыл ауылы «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
- - История Аркаула
- - сайт Аркауловской школы
- Латипова Рәйлә. Үткәне — данлы, киләсәге — яҡты. 2016 йыл 9 март архивланған. // «Башҡортостан» гәзите, 2014, 19 март.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Арҡауыл ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Арҡауыл (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Головин, Алексей Степанович. Сайт «Герои страны»
- ↑ Головин, Алексей Степанович 2017 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Челябинский рабочий — Башкиры 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ Харис Батыр 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхисламов Рафаэль Бәҙретдин улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
- ↑ Музей Рами Гарипова
- ↑ В гостях у Рами. На земле Салавата 2017 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Рами Гарипова. Музей 2019 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Кызлартау // УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
- ↑ Карта д. Аркаулово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Арҡауыл (Салауат районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |