Үрге Яйыҡбай
Ауыл | |
Үрге Яйыкбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34751 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Яйыҡбай (рус. Верхнеяикбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 415 кеше[1]. Почта индексы — 453657, ОКАТО коды — 80206840002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1786 йылдан ике Яйыҡбай ауылы билдәле. Уларҙың хәҙерге ваҡытта ла ике исеме бар — Нуғай һәм Яйыҡбай. Профессор Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауынса, Нуғай исеме Бөрйән ырыуы башҡорттарының ырыу-ара исеме менән бәйле. Икенсе исеме йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡов (1739—1817) хөрмәтенә бирелгән[2]. Уның улы Сәғәҙәт Яйыҡбаев (1775—1855) зауряд-яҫауыл булып хеҙмәт итә. Сәғәҙәттең ике улы булған: Әхмәтулла һәм Зәйнәғәбдин (уның улы Ғәтиәтулла, ейәне — Ғәйнетдин), Хөснөтдин, Сәйфитдин һәм Мөхәмәтҡол. Әбйәлил районының Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш (йорт старшинаһы Әбдрәшит Араповтың исемен йөрөтә[3].) ауылдары менән туғанлыҡ мөнәсәбәттәр булыуы билдәле[2].
Ике ауылда 1795 йылда 35 йортта 203 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 680 кеше, X ревизия буйынса 98 йорт һәм 680 кеше күрһәтелә. 1920 йылда Үрге Яйыҡбайҙа 103 йортта 496 кеше иҫәпкә алынған. 1989 йылда был ауылда 339 кеше йәшәгән[3].
Рәсәйҙең Францияға ҡаршы 1806—1807 йылдарҙағы һуғышында башҡорт полкы составында Буранбай Әҙебаев була. 1812—1814 йылдарҙа 15-се башҡорт полкында ике көмөш миҙал менән наградланған зауряд-яҫауыл Ибраһим Ишкилде улы Шәрипов, рядовойҙар Хәмит Мәмбәтҡужин, Ғәбделманнан Мөрсәлимов, Мөхәмәтйән Азаматов, Мөхәмәтрәхим Теүәлбаев батырҙарса һуғышалар[3]. .
Яйыҡбай ауылынан булған башҡорт фельдшеры Ғәләүетдин Һибәт улы Фәйзуллин 3-се һанлы йорт идаралығында эшләй[3].
Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ. Йыл һайын йәйләүгә Йылайыр йылғаһы һәм Ҡыҙыл Яр, Аҡ кейек шишмәләре, Һаҡмар йылғаһы, Уба күле буйлап сыҡҡандар. 1839 йылда ике ауылда 75 йортта 469 кеше йәшәгән, барыһына 400 йылҡы малы, 360 һыйыр, 300 һарыҡ иҫәпләнгән. Игенде башҡа ауылдарға ҡарағанда күберәк сәскәндәр: 122 бот ужым бойҙайы һәм 1376 бот ярауай бойҙайы (1843)[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 390 | 192 | 198 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Әмәндәк янында урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 36 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ниғәмәт): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 81 км
Ауылдың билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күрәй батыр;
- Валеев Вәлләм — тау инженеры, «Карагандауголь» заводының баш инженеры;
- Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәли улы (1.06.1958), педагог, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре[4].
- Танһыҡҡужин С. — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/yaikbaevo.html Яикбаево (Мурсалимово, Абдрашитово, Нугаево)
- ↑ http://www.gasrb.ru/uf/file/kalendar_2018_izm.pdf 2018 йыл 12 июль архивланған. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2018 год (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Яикбаево (Мурсалимово, Абдрашитово, Нугаево)