Эстәлеккә күсергә

Абҙаҡ (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Абҙаҡ
рус. Абзаково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ

Ауыл советы

Моҡас

Координаталар

52°48′10″ с. ш. 58°29′46″ в. д.HGЯO

Халҡы

144[1] кеше (2010)

Милли состав

башкиры

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453647

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 206 834 002

Код ОКТМО

80 606 434 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Абҙаҡ (Рәсәй)
Абҙаҡ
Абҙаҡ
Абҙаҡ (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абҙаҡ

Абҙаҡ (рус. Абзаково) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 166 кеше[2]. Почта индексы — 453647, ОКАТО коды — 80206834002.

1816 йылда Наҙар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙ һалынған һәм поход есаулы Абыҙгилде Иҫәмбәт улы Ташбулатов (1779 йылғы) исеме менән Абыҙгилде тип аталған. Абҙаҡ исеме яҡынса 20 быуаттың башынан ҡуллана башлай. Абҙаҡ — Абыҙгилде нәҫеленән. Уның улдары — Хоҙайзат, Юлдашбай, Миңлебай. Хоҙайзаттың улдары — Бикбулат, Ташбулат, Абдуллатиф.

1859 йылда ауылда 24 йортта 104 кеше йәшәгән. 1920 йылда — 41 йортта 205 кеше, 1939 йылда — 156 кеше, 1989 йылда — 150 кеше, 1999 йылда 164 кеше йәшәгән.

Элек-электән малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, 19 быуат аҙағында игенселек менән дә шөғөлләнә башлайҙар, шулай алтын-баҡыр мәғдәндәрҙе сығарыу менән.

Коллективлашыу осоронда бында «Ҡыҙыл партизан» колхозы ойошторола (1930 йыл). Һуңынан хужалыҡ «Ирәндек» һәм «Игенсе» (Әхмәр һәм 1-се Моҡас, 2-се Моҡас ауылдары) колхоздары менән берләшә. 1957 йылдан алып тораҡ пункты — «Сибай» совхозы, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы составына инә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) 125 69 56 55,2 44,8
1920 йыл 26 август 205
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 150 72 78 48 52
2002 йыл 9 октябрь 146 73 73 50 50
2010 йыл 14 октябрь 144 72 72 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ерекле йылғаһы Төйәләҫ йылғаһына төшкән ерҙә урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 62 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 29 км
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Газин Ибраһим Әбүбәкер улы — Сибай рудниыгының беренсе партия ойоштороусыһы
  • Солтангазина Г. Н. (Сөләймәнова) — был яҡтарҙа беренсе табип
  • Аҫылбаев Р. У. — билдәле ҡурайсы, күп кенә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары дипломанты
  • Күҙәбаева А. Х. — һауынсы, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты
  • Газин У. И. — уҡытыусы, билдәле гәзит хәбәрсеһе[5].
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  4. Сельские советы
  5. Сельские советы
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.