Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
165 |
Авторлыҡ коллективы | |
О. Е. Асабина, У. Т. Мәсәлимов, Н. Хәбибулин | |
Предыдущие флаги | |
Пропорция |
1:2 |
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы — Башҡортостандың дәүләт символы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан байрағы тарихын быуаттар төпкөлөнән эҙләү урынлы. Ил байрағы тураһындағы мәғлүмәтте тағы ла байытыу башҡорт халҡының милли бурысы булып тора.
- XIX быуат
Даими рәүештә хәрби хеҙмәттә булған башҡорт халҡының милли символы итеп иҫәпләнгән байраҡ тураһында тулы булмаған мәғлүмәт билдәле. Ул саҡтағы байраҡта ике башлы сәмреғош һәм уның тирәләй һибелгән алты мөйөшлө йондоҙҙар өҫтөндә Ҡөрьән аяты яҙылған булған.
- 1918 йыл
Башҡортостан дәүләт байрағы тарихы 1918 йылының урағайының 20-һенән башлана. Башҡорт хөкүмәте фарманы менән был көндә башҡорт милли байрағы раҫлана. Башҡорт милли байрағы күк, йәшел һәм аҡ төҫтәге өс буй һыҙаттан тора. Байраҡтың өҫкө һыҙаты күк төҫтә булып башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, урталағы йәшел төҫлө һыҙат — башҡорт халҡының ислам дине ҡанундарына буйһоноуын, аҫтағы аҡ буй төҫлө һыҙат — Башҡорттарҙың элек — электән тыныслыҡҡа, именлеккә һәм бәхеткә ынтылыуын аңлата.
- 1924 йыл
Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөү сәбәпле, 1918 йылында Башҡорт хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән милли байраҡ ғәмәлдән сығарыла. Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән 1924 йылының ҡарасайының 11-ендә Дәүләт байрағы раҫлана. Дәүләт байрағы итеп ҡыҙыл төҫтәге туҡыма алына, уның өҫкө мөйөшөндә, байраҡ һабы эргәһендә алтын ураҡ һәм сүкеш, улар аҫтында алтын ҡайма менән уратылған ҡыҙыл йондоҙ һүрәтләнә.
- 1938 йыл
1938 йылының шаҡайында Башҡорт АССР-ы Дәүләт байрағына үҙгәреш индерелә. Уның өҫкө һул мөйөшөндә, байраҡ һабы эргәһендә «РСФСР» һәм бәләкәйерәк хәрефле «Башкирская АССР» яҙыуы индерелә.
- 1954 йыл
РСФСР Дәүләт байрағы үҙгәреү сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Дәүләт флагы ла үҙгәртелә. Флаг һабы яны буйлап флагтың бөтә иңенә асыҡ зәңгәр төҫтәге һыҙат өҫтәлә. Шул килеш флаг 1990-сы йылдарға тиклем ҡулланыла.
- 1992 йыл
ШССЙ таралғанда дәүләт символдары ла үҙгәрҙе. 1990 йылының ҡарасайының 11‑ендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. 1990 йылының ҡырпағайының 26‑һында Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты «Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы һәм гимнына иң яҡшы проектҡа конкурс үткәреү тураһында» 211-нсе ҡарарын ҡабул итә. Конкурс комиссияһында ижади берләшмәләр, профессиональ рәссамдар, композиторҙар, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәҡдим иткән ҡырҡҡа яҡын дәүләт атрибуттары проекты ҡарала.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт байрағы итеп рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән байраҡ һайлана, һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы 1992 йылының шаҡайының 25-ендә республиканың яңы Дәүләт байрағын раҫлай.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт байрағында күк, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Күк төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Закон Верховного Совета БАССР от 25.02.1992 № ВС-10/17.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: Уфа, ГРИ «Башкортостан», 2005. с.78
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: Уфа, ГРИ «Башкортостан», 2005. с.78
- ↑ Национальный флаг
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Рәсәй менән 450 йыл» сайтында флаг тураһында 2007 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Йәшлек гәзите Башҡортостан флагы — Төньяҡ ҡотопта! 2016 йыл 1 сентябрь архивланған.
- Шоңҡар журналы 25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө(недоступная ссылка)
- Башҡортостан символдары 2011 йыл 22 декабрь архивланған.