Үҙән (Баймаҡ районы)
Үҙән | |
Нигеҙләү датаһы | 19 июнь 1928 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Таш-Күстән |
Дәүләт | СССР |
Уҙән (рус. Узянь) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының микрорайоны. 1968 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы составына индерелә[1].
Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көньяҡҡа табан 40 км алыҫлыҡта, Урғаҙа йылғаһы буйында, урынлашҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаға нигеҙ һалыусы Һамар өлкәһе башҡорттары 1928 йылдың 19 июнендә Баймаҡ еренә аяҡ баҫа. Рәсми рәүештә ауылға нигеҙ һалыу датаһы 1928 йылдың 19 июне билдәләнә. Тәүҙә ете ғаилә күсеп килә[3]. Башта ауылға Өс Үҙән атамаһы бирелә, рәсми рәүештә урыҫ телендә Узянь тип, ә халыҡ араһында ҡыҫҡартылып Үҙән тип йөрөтөлә башлай. Үҙән атамаһы нигеҙ һалыусыларҙың йәйләү урындары иҫтәлегенә ҡушылған — Урал казак ғәскәренең Узянь тирәһе ерҙәре [1].
Шулай итеп, Үҙән ауылы 1928 йылда Һамар губернаһы Имәләй улусы Таш-Күстән (Ташбулат) (бөгөн Һамар өлкәһе Оло Глушица районының Көньяҡ муниципаль берәмеге ауыл биләмәһе) башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. Һамар өлкәһендә йәшәгән бөрйән ырыуы башҡорттары ата-бабалар еренә ҡайтырға йөрьәт итәләр.
Һуңғараҡ, 1930-сы йылдарҙа, Йылайыр кантонында йылҡы совхозы ойошторола башлағас, Үҙән ауылына Һамар өлкәһе Ғайсар, Акир һәм Йәнғол ауылдары башҡорттары ла күсеп киләләр.
1928 йылдан алып 1930 йылдың 20 авгусына тиклем — Үҙән ауылы БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Яңғаҙы ауыл Советы ҡарамағында була. 1930 йылдың 20 авгусынан алып 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1933 йылдың 20 сентябренән алып 1955 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1955 йылдың 9 июленән алып 1959 йылға тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында, 1959 йылдың 9 июленән 1968 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауыл Советы составында. 1968 йылда Үҙән ауылы Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы составына индерелә[1].
1928—1930 йылдарҙа Үҙән ауылы БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусының «Яңы Үҙән» йәмәғәт ер эшкәртеү ширҡәте составында була[2], 1930—1933 йылдарҙа Баймаҡ-Таналыҡ районының «Яңы Юл» колхозы составында, 1933—1951 йылдарҙа Баймаҡ районының «Яңы Юл» колхозы составында, 1951—1957 йылдарҙа — Баймаҡ районының «Яңы тормош» колхозы составында.
Мәктәп тарихынан (1935—1957)[1]
Үҙән ауылында балаларҙы уҡытыу өсөн 1935 йылда башланғыс мәктәп асыла. Тәүге мәктәп мөдире — Ғиниәт Дәүләтшин, ул 1935—1937 йылдарҙа эшләй, һуңғараҡ һуғыш осоронда, 1942 йылдың 7 мартынан алып 23 ноябренә тиклем мөдир вазифаһын башҡара. Артабан мәктәп мөдирҙәре булып Сәлим Хужабаев (1937 йылдың 26 июле — 23 июня 1938 йылдың 23 июне), Ғәзизов (1938—1940), Мәлифа Бикмырҙина (1940—1942 йылдың 7 марты), Ғәлимә Ноғоманова (1942 йылдың 23 ноябре — 1943 йылдың 10 ғинуары), Хәмиҙә Салихова (1943 йылдың 11 ғинуарынан 1 авгусына тиклем), Гөлйемеш Нурлыбаева (1943 йылдың 1 ноябре — 1946 йыл), Әнүәр Абдрахманов (1946—1954 йылдар), Фатиха Әбүбәкерова (1954—1957 йылдар), Венера Бикметова (1957 йыл).
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙән ауылының тарихи халыҡ һаны:
1929 йылда 40 йортта 197 кеше йәшәгән, 1930 йылда — 43 йортта 221 кеше, 1933 йылда — 57 йортта 298 кеше; 1939 йылда — 372 , 1944—1945 йылдарҙа — 266, 1946—1948 йылдарҙа — 296, 1959 йылда 221 кеше йәшәгән.
- Ырыу аралары[1].
— ай-һай, айыу, апанды, атайсал, биш һары, бүре, ирлән, ҡалтырсаҡ, ҡыҙыу араһы, ҡаракөтән, ҡаратун, ҡашыҡ бирмәҫ, кәзә, мышы, нураткул, сәйфетдин, сапин (сапый), соҡсор, йыуан ҡуныс араһы, тамъян, трауай (торобай) токомо, туғыҙ ҡаҙан.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙән халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә.
1930 йылда «Яңы Юл» колхозының ер майҙаны (рәйесе — Яҡупов) — 120 гектар бойҙай һәм 15 гектар һоло тәшкил итә. Үҙән халҡының бесән сабыу урындары була — барыһы 210 гектар ер, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа 224 мал башы аҫырала: 75 баш йылҡы малы, 115 эре мөгөҙлө мал, 16 һарыҡ, 4 кәзә һәм 14 дөйә[2].
1936 йылда колхоз балансында канцелярия, магазин, келәт, ферма мәктәп участкаһы (2,30 га) иҫәптә тора, унан тыш, зыярат — 2 га, емтек ерләнгән урын — 2 га, район әһәмиәтендәге юл — 23,04 га, шәхси хужалыҡтарҙа сабынлыҡтар итеп файҙаланыу өсөн ерҙәр — 8,30 га, совхоз эшселәренең усадьба ере — 1,47 га. Бөтәһе — — 49,11 га. Колхоз файҙаланыуында 2491,39 га була[1].
Сиҙәм үҙләштереү осоронда колхоз — «Йылайыр» совхозына, ә Үҙән ауылы Яковлевка ауылына ҡушыла (1968)[2].
Шәжәрә байрамдары 2018 йылдың 4 июлендә Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Үҙән ауылының (хәҙер Урғаҙа ауылының микрорайоны) 90-йыллығы киң билдәләнә. Һамар өлкәһенән 50 кеше ҡунаҡҡа килә. Байрам бик әҙерлекле һәм йәнле үтә. Урғаҙа ауылында Һамар башҡорттарына арналған иҫтәлекле таш ҡуйыла[3].
Ауылдың билдәле шәхестәре[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Бикбаева Гөлгенә Хәмзә ҡыҙы — Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы рәйесе (1973—1975), Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте эштәре менән идара итеүсе (1998—1999), Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Сибай ойошмаһы рәйесе (2012 йылдан);
— Ҡадыров Ғәйзулла Ғәлеасҡар улы — Баймаҡ районы Йылайыр һәм Иҫке Сибай мәктәптәре директоры, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944, 1945).
— Ҡадыров Ҡужахмәт Ғәлеәҡбәр улы — II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
— Сынбулатова (Дәүләтшина) Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы — СССР Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалының Тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре, күренекле ғалим Ғ. Дәүләтшиндың «Ғаббас Дәүләтшин. Һайланма ғилми хеҙмәттәр» (Уфа, 2012) 3 томлы хеҙмәттәр баҫмаһын төҙөүсе.
— Солтанов Марс Урал улы — «Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн» почетлы билдәһе кавалеры (2016).
— Солтанов Рәйес Зөлкәрнәй улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
— Фаттахова Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы — «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» почетлы билдәһе кавалеры (1984), «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1986), «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» почетлы исемдәр кавалеры(2007).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. М. Маннапов. Историческая справка по д. Узян (Үҙән ауылы) Баймакского района
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.