Ишмөхәмәт (Баймаҡ районы)
Ишмөхәмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ишмөхәмәт ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишмөхәмәт ауыл советы |
Халыҡ һаны |
562 кеше (2002)[2], 618 кеше (2009)[2], 526 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453652 |
Ишмөхәмәт, икенсе исеме Ҡарамалы (рус. Ишмухаметово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 618 кеше[4]. Почта индексы — 453652, ОКАТО коды — 80206825001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишмөхәмәт ауыл Советы үҙәге. Тораҡ пунктына 1833 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 6-сы башҡорт кантоны Бөрйән улусының Исмаҡай ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл дистан начальнигы Ишмөхәмәт Биксантаевтың (1771—1851) исемен йөрөтә[5]. Ауылдың икенсе исеме лә бар — Ҡарамалы (Ҡарамалы йылғаһы атамаһынан ҡушылған). VIII ревизияға — 189, X ревизияға — 352, 1885 йылда — 494, 1920 йылда — 547 кеше йәшәй. Ауыл халҡы йыл һайын йәйләүгә сыға, йәйләү урындары — Урғаҙа, Ҡарамалы йылғалары буйҙары, Айыр һәм Һаҙ шишмәләре һәм Ҡыҙыл таш ыҙаны. 33 йортта йәшәгән 189 кешегә 330 йылҡы малы, 361 һыйыр, 171 һарыҡ, 63 кәзә тура килә. 17 дисәтинә ерҙә 20 бот ужым һәм 432 бот ярауай иген сәселә[6].
1812 йылғы Ватан һуғышында ауылдан Усман Ишкилдин һәм Ислам Байгилдиев ҡатнаша[6].
1859 йылда Ишмөхәмәт ауылы — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 4-се башҡорт кантонының 10-сы йорт Теләкҡабул ауыл йәмғиәте, 1866 йылда — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән улусының 10-сы йорт Теләкҡабул ауыл йәмғиәте, 1885—1901 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы, 1907—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән-Таналыҡ улусы, 1917 йылдың декабренән 1919 йылдың 20 мартына тиклем — Кесе Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Бөрйән-Түңгәүер улусы составында, 1919 йылдың 20 мартынан 1922 йылдың 14 июненә тиклем — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының Бөрйән-Таналыҡ улусы Ишмөхәмәт ауыл Советы үҙәге[7].
1930—1933 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районындағы «Большевик» колхозы (колхоз үҙәге — Баймырҙа ауылы), 1933—1951 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районындағы «Большевик» колхозы составында, 1951—1957 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районындағы «Яны тормош» колхозы составында, 1957—1991 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районының Йылайыр игенселек совхозы Ҡарамалы бүлексәһе, 1991—1993 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районының Йылайыр игенселек совхоз-техникумы Ҡарамалы бүлексәһе үҙәге, 1993—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумы Ҡарамалы бүлексәһенең үҙәге, 2009 йылдың ноябренән 2011 йылдың 9 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Ялан» АЯЙ-ның Ҡарамалы бүлексәһе үҙәге, 2011 9 сентябренән 2013 йылдың 3 апреленә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Йылайыр» АЯЙ-ның Ҡарамалы бүлексәһе үҙәге, 2013 йылдың 3 апреленән алып бөгөнгө көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы «Йылайыр совхозы» АЯЙ-ның Ҡарамалы бүлексәһе үҙәге[7].
«Яңы тормош» колхозының тәүге рәйестәре: Ильясов Сауған Ғәли улы, Карамов Тимерйән, Морапталов Мостафа Хәмит улы, Еникеев Александр[7].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 526 | 259 | 267 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирәндек һыртының көнсығыш битләүе итәгендә, Ҡарамалы йылғаһы янында урынлашҡан[7].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 31 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 56 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтов Ишбулды Ғәлимйән улы — I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995), Ишмөхәмәт ауыл советы рәйесе (1999—2009);
- Биишев Әхмәтшараф Харрас улы — Бәхтегәрәй ауыл Советы секретары (1919—1923);
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1.05.1950) — башҡорт тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010);
- Әхмәтова Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы — фельдшер пунктының элекке мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
- Исхаков Набиулла Зиннәт улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994);
- Биишева Вазифа Иҙрис ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991);
- Ғәлин Мәхмут Харрас — ҡурайсы-импровизатор. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм Александр Невский ордендары (1944) кавалеры;
- Зәкирова Гөлсөм Әмир ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1998).
- Иҙрисов Рәжәп Усман улы (22.02.1959), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986);
- Иҙрисов Усман Саҙретдин улы — Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры;
- Сәлимов Мөхәмәтйән Хибәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999);
- Ярмуллина Хазина Әмирхан ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1993);
- Харрасов Рәуил Ғүмәр улы — әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Батыр Вәлидов исемендәге премияһы лауреаты (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004);
- Язарова Шәмсениса Әхмәт ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976);
- Тимербулатов Азамат Мәхмүт улы — имам-хатип, хажий;
- Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2015);
- Раҡаева Әминә Сәмиғулла ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000);
- Исхакова Фәүзиә Ғибәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының почетлы адвокаты (2007), II дәрәжә «За заслуги в защите прав и свобод граждан» миҙалы кавалеры;
- Кейекбирҙина Зәйтүнә Тәлғәт ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы (1992);
- Ҡансурин Морат Нәбиулла улы — биология фәндәре кандидаты;
- Ҡансурин Нәбиулла Ғиниәт улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1969);
- Йәрмөхәмәтова Гөлшат Аҡмал ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Кәримова Гүзәл Абдрахман ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 6,0 6,1 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/ishmukhametovo.html Ишмухаметово (Карамалы)
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 http://urgaza.ru/historical-background/selsovet/128/1220/Село(недоступная ссылка) Ишмухаметово (Ишмөхәмәт ауылы)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмөхәмәт (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Село Ишмухаметово (Ишмөхәмәт ауылы). Историко-краеведческий портал Ургаза.ру (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |