Эстәлеккә күсергә

Алғаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Алғазы (Баймаҡ районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Алғазы
Алғазы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°27′15″ с. ш. 57°48′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 804 002

ОКТМО коды

80 606 404 106

Алғазы (Рәсәй)
Алғазы
Алғазы
Алғаҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Алғазы

Алғаҙы (рус. Алгазино) — Башҡортостандың Баймаҡ районы Әбделкәрим ауыл Советы составындағы ауыл[1]. XVIII быуаттың 70-се йылдарында нигеҙләнгән[2]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 175 кеше[3]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804002.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алғаҙы антропонимынан[4]. Ауыл тәүге төпләнеүсе Алғазы Ғүмәровтың исемен йөрөтә[2].

Кесе Юлыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Утар булараҡ XVIII быуаттың 70-се йылдарынан билдәле. 1816 йылда 25 йортта — 150 кеше, VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса — 511, 1859 йылда — 468 кеше йәшәгән[2]. Халҡы — башҡорттар. Ауыл атамаһы нигеҙ һалыусы Алғаҙы Ғүмәровтың (улдары Мәҡсүт, Сәғит, Байдәүләт) исеменән алып бирелгән. Халҡы малсылыҡ, урман кәсептәре, һунар, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 511 кеше башына 36 бот ужым һәм 1052 бот ярауай бойҙай сәселә[2].

ХХ быуат башында мәғдән һәм сәсмә алтын ятҡылыҡтарының эшкәртеүе башлана. Коллективлашыуға тиклем ЮУГАО-ның Алғаҙы приискыһы була.

Совет осоро

1930 йылда крәҫтиәндәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшә, артабан — ХХ-се партсъезд исемендәге колхоз. 1960 йылда тарҡатыла, уның базаһында Баймаҡ совхозының Алғаҙы бригадаһы ойошторола, һуңынан — «Баймаҡ» СПК-һы. Хужалыҡтың төп йүнәлеше — малсылыҡһәм игенселек[1]. 1920 йылда — ике ауылда (Оло Алғаҙы һәм Кесе Алғаҙы) барыһы 637 кеше теркәлгән[1]. Хәҙерге ваҡытта Оло Алғаҙы ауылы Алғаҙы тип атала.

Бөгөнгөһө

Алғаҙы Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ҡарай[5]. Ауыл балалары Әбделкәримгә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Ауылда йәшәгән халыҡ нисек тә үҙ шөғөлөн асып, шәхси хужалығында мал үрсетеп, йәшелсә үҫтереп йәшәргә тырыша. Ауылда эш юҡлыҡтан, күптәр сит тарафтарға китергә мәжбүр, әммә тырыш кешеләр йүнен таба: Алғаҙы ауылы егете Альфред Моратов күмер һүндереү эшен үҙләштерҙе, Кәбир Ҡунысбаев, Азат Булатовтар ҡымыҙ етештереп һата. Рима Йәнйегетова тормош иптәше менән кәбеҫтә үҫтерәләр. Алғаҙы ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән, проект эштәре башланған[5].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 199 103 96 51,8 48,2
2002 йыл 9 октябрь 223 107 116 48 52
2010 йыл 14 октябрь 194 100 94 51,5 48,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар (100 %) йәшәй[6].

  • Салауат Юлаев (урамы) (рус.  Салавата Юлаева улица)
  • Йәнтүрә (урамы) (рус. Янтуры улица)

[7]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г. 23-сө бит
  5. 5,0 5,1 Кәримә Усманова. Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  7. Улицы