Алғаҙы
Ауыл | |
Алғазы Алғазы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Алғаҙы (рус. Алгазино) — Башҡортостандың Баймаҡ районы Әбделкәрим ауыл Советы составындағы ауыл[1]. XVIII быуаттың 70-се йылдарында нигеҙләнгән[2]. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 175 кеше[3]. Почта индексы — 453679, ОКАТО коды — 80206804002.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алғаҙы антропонимынан[4]. Ауыл тәүге төпләнеүсе Алғазы Ғүмәровтың исемен йөрөтә[2].
Географик урыны[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Юлыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Әбделкәрим ауылынан — 7 км.
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ) — 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай) — 91 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утар булараҡ XVIII быуаттың 70-се йылдарынан билдәле. 1816 йылда 25 йортта — 150 кеше, VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса — 511, 1859 йылда — 468 кеше йәшәгән[2]. Халҡы — башҡорттар. Ауыл атамаһы нигеҙ һалыусы Алғаҙы Ғүмәровтың (улдары Мәҡсүт, Сәғит, Байдәүләт) исеменән алып бирелгән. Халҡы малсылыҡ, урман кәсептәре, һунар, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 511 кеше башына 36 бот ужым һәм 1052 бот ярауай бойҙай сәселә[2].
ХХ быуат башында мәғдән һәм сәсмә алтын ятҡылыҡтарының эшкәртеүе башлана. Коллективлашыуға тиклем ЮУГАО-ның Алғаҙы приискыһы була.
Совет осоро
1930 йылда крәҫтиәндәр «Ҡыҙыл Октябрь» колхозына берләшә, артабан — ХХ-се партсъезд исемендәге колхоз. 1960 йылда тарҡатыла, уның базаһында Баймаҡ совхозының Алғаҙы бригадаһы ойошторола, һуңынан — «Баймаҡ» СПК-һы. Хужалыҡтың төп йүнәлеше — малсылыҡһәм игенселек[1]. 1920 йылда — ике ауылда (Оло Алғаҙы һәм Кесе Алғаҙы) барыһы 637 кеше теркәлгән[1]. Хәҙерге ваҡытта Оло Алғаҙы ауылы Алғаҙы тип атала.
Бөгөнгөһө
Алғаҙы Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ҡарай[5]. Ауыл балалары Әбделкәримгә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Ауылда йәшәгән халыҡ нисек тә үҙ шөғөлөн асып, шәхси хужалығында мал үрсетеп, йәшелсә үҫтереп йәшәргә тырыша. Ауылда эш юҡлыҡтан, күптәр сит тарафтарға китергә мәжбүр, әммә тырыш кешеләр йүнен таба: Алғаҙы ауылы егете Альфред Моратов күмер һүндереү эшен үҙләштерҙе, Кәбир Ҡунысбаев, Азат Булатовтар ҡымыҙ етештереп һата. Рима Йәнйегетова тормош иптәше менән кәбеҫтә үҫтерәләр. Алғаҙы ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән, проект эштәре башланған[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 199 | 103 | 96 | 51,8 | 48,2 |
2002 йыл 9 октябрь | 223 | 107 | 116 | 48 | 52 |
2010 йыл 14 октябрь | 194 | 100 | 94 | 51,5 | 48,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар (100 %) йәшәй[6].
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г. 23-сө бит
- ↑ 5,0 5,1 Кәримә Усманова. Иңдәрендә — халыҡ хәстәре
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К вопросу о добыче золота на территории Башкирии в конце XIX — начале XX вв.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |