Эстәлеккә күсергә

Аҡморон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡморон (Баймаҡ районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Аҡморон
Аҡморон
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°31′48″ с. ш. 58°07′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34751
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 807 001

ОКТМО коды

80 606 407 101

ГКГН номеры

0524767

Аҡморон (Рәсәй)
Аҡморон
Аҡморон
Аҡморон (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡморон

Аҡморон (рус. Акмурун) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1430 кеше[1]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807000.

Һаҡмар йылғаһының Аҡморон ҡушылдығы буйында урынлашҡан[2].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 56 км

1912 йылға тиклем Әсәт Ғәҙелшиндың утары[2]. 1912 йылда ауылға мордва крәҫтиәндәре төпләнә, һуңғараҡ Кананикольскиҙағы хәлле урыҫ кешеләре, башҡорттарҙан ерҙе һатып алып, утарға күсенәләр. Ауылға нигеҙ һалыусылар — Антон һәм Александр Ильиндар, Дмитрий Пономарев, Григорий Передельский, Яков Цыплаков һәм башҡалар[2]. Мордва халҡынан тыш ауылға Кананикольское ауылынан урыҫтар күсенә[3]. Халыҡ игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Совет осоро

1920 йылда әлеге ауылда 57 йортта — 416 кеше[3], 1989 йылда — 1596, 1999 йылда 1670 кеше йәшәгән. 1931 йылда РККа-ның 46-сы һанлы Баймаҡ йылҡы заводы ойошторола, уның үҙәге Аҡморонда була. 1956 йылдан — совхоз, 1997 йылдан — «Баймаҡ» ПСК-һы[2].

Бөгөнгөһө

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, китапхана, магазиндар, дауахана, хәстәхана, почта бүлексәһе, сбербанк филиалы, мәсет бар. 2017 йылдың 10 октябрендә ҡарттар йорто асылды — Баймаҡ районында өсөнсө йорт. «Ыуыҙ ҡоймағы» байрам йолаһы йылда үткәрелә[4]. 2019 йылда бик мөһим ваҡиға теркәлә: заманса 3 блоклы ҡаҙанлыҡ асыу, улар социаль объекттарҙы: мәктәп, балалар баҡсаһын һәм ауыл амбулаторияһын йылытасаҡ. Дөйөм хаҡы 18 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Тиҙҙән ауыл мәҙәниәт клубы газға күсә, бында монтаж эштәре алып барыла[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 416
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1596 770 826 48,2 51,8
2002 йыл 9 октябрь 1549 742 807 47,9 52,1
2010 йыл 14 октябрь 1430 683 747 47,8 52,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халҡы күп милләтле — башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, мордва.

  • 1 Май (урамы) (рус.  1 Мая улица)
  • 21 быуат (урамы) (рус.  21 века улица)
  • К. Маркс (урамы) (рус.  К. Маркса улица)
  • Ленин (урамы) (рус.  Ленина улица)
  • Тирмән (урамы) (рус.  Мельничная улица)
  • Тыныслыҡ (урамы) (рус.  Мира улица)
  • Парк (урамы) (рус.  Парковая улица)
  • Салауат Юлаев (урамы) (рус. }Салавата Юлаева улица)
  • Төҙөүселәр (урамы) (рус.  Строителей улица)
  • Сиҙәм (урамы) (рус.  Целинная улица)

[6]

YouTube сайтында Видео Дорога в Акмурун

YouTube сайтында Видео Баймак ТВ. Запуск голубого огня в Акмуруне

Посещение дома престарелых пос. Акмурун Баймакского района настоятелем Введенского храма г. Баймак