Ғәҙелбай
Ғәҙелбай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | 1-се Этҡол ауыл советы |
Халыҡ һаны |
347 кеше (2002)[1], 332 кеше (2009)[1], 309 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453673 |
Ғәҙелбай (рус. Гадельбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[3]. Почта индексы — 453673, ОКАТО коды — 80206816002.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға тәүге төпләнеүсе Ғәҙелбай Ейәнғолов исеме бирелгән, шулай уҡ Шырмай исеме менән теркәлгән. Шырмай Ибраҡов — ошо ауыл кешеһе[4][5].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Батҡаҡлы янында урынлашҡан[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 8 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Эткол): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 73 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы биләмәһендә 1812 йылда барлыҡҡа килгән.
Ауыл атамаһы Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан тәүге күсеп килеүсе Ғәҙелбай Ейәнғуловтың (1776 йылғы) исеменән алынған. Уның Дәүләтбай исемле улы булыуы билдәле. Барыһы 19 ғаилә күсеп килгән, улар араһында — Юлдыбай Дәүләтҡолов (уның улдары Сәйфулла, Ғәле), Байегет һәм Ҡотлогилде Күлмәковтар, Ғәлекәй Сураҡов, Ишморат һәм Мораҙым Солтанморатовтар һәм Ҡасҡын Этҡабулов һәм башҡалар[5]. Ауылдың икенсе атамаһы Ширмай Ибраҡов исеме менән бәйле. Ширмай Ҡарағужа (хәҙер был ауыл юҡ) ауылында йәшәгән, уның Килмәк исемле туғаны булған. Ҡарағужа ауылы Этҡол һәм Мырҙаҡай ауылдары араһында урынлашҡан булған. Хәҙер ул ауыл юҡ. Шырмайҙың улдары — Әүәл (1746—1820), Аҡҡужа (1747—1817), Йәғәфәр (1759—1830), Аҡмырҙа (1778 йылғы), Аҡманбай (1786 йылғы), Баймырҙа (1796—1830), Кинйәғол (1801 йылғы). Әүәлдең улдары — Ырыҫбай (уның улдары — Ҡужәхәмәт, Әхмәт, Бөркөтбай, Рәхмәт, Баҫылан, Кейекбай, Юлбарыҫ, Ҡолбай, Ғәле, Шәйәхмәт)[5].
1812—1814 йылдарҙа француздар менән һуғышта Бикташ Мамбаев ҡатнаша[5]. 1786 йылғы картала Шырмай ауылы күрһәтелгән, ул Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Шырмай — Ҡарағужа ауылының утары булараҡ барлыҡҡа килә. Был ауылдың тағы ла бер утары булған — Ярат утары. Шырмай Ғәҙелбай ауылынан айырым күрһәтелгән, әммә һуңғараҡ ошо ике ауылдың береһе Үрге Ғәҙелбай, икенсеһе Түбәнге Ғәҙелбай тип аталған. ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан картала Түбәнге Ғәҙелбай күрһәтелмәй. Хәҙерге ваҡытта Үрге Ғәҙелбай ауылы Ғәҙелбай тип йөрөтөлә[5].
Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән[6]. 1834 йылда ауылда 296 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 436, 1920 йылда Үрге Ғәҙелбайҙа — 498, Түбәнге Ғәҙелбайҙа 142 кеше йәшәгән. 1839 йылда 60 йорттан йәйләүгә 35 арба сыҡҡан, ғәҙәттә Аҡморон, Ҡалмаҡ, Һаҡмар йылғалары буйлап йәйләгәндәр. 330 кеше башына 330 йылҡы малы, 259 һыйыр, 112 һарыҡ һәм 41 кәзә тура килгән. 70 дисәтин баҫыу эшкәрткәндәр. 1843 йылда 24 бот ужым һәм 880 бот ярауай иген сәселгән[5].
Совет осоро
1930 йылда «Кубань» колхозы ойошторолған. Артабан ауыл «Урал», Карл Маркс исемендәге, аҙаҡҡы ваҡыт «Алға» колхоздар составында була[6].
Бөгөнгөһө Хәҙерге ваҡытта ауылда балалар баҡсаһы, клуб (1986 йылда төҙөлгән), мәсет һәм ике магазаин бар. Башланғыс мәктәп, ФАП һәм китапхана ябылған. Ғәҙелбай ауылы 1-се Этҡол ауыл биләмәһенә ҡарай, ауылда 90 йортта 323 кеше йәшәй[7]. Ауыл «Айыҡ ауыл — 2011» республика конкурсында ҡатнаша, шул уҡ йылда Шәжәрә байрамы уҙғарыла. Шул уҡ 2011 йылда Ғәҙелбайҙың мәктәп урамы «Райондың иң төҙөк урамы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ғәҙелбайҙа тырыш, уңған, маҡсатлы халыҡ йәшәй, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, ауыл урамдарын төҙөкләндерә, мал үрсетергә, унан табыш алып, айыҡ аҡыл менән йәшәргә ынтыла[8]. Ауылда Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырылған.
Ысынлап та, Ғәҙелбай ауылы матур, төҙөк урамдары, йорттарының ҡабатланмаҫ сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Уларға береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтөү, сәмләнеп, дәртләнеп йәшәү хас. Ауыл халҡы төрлө акцияларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ауыл клубында матур йөкмәткеле кисәләр үткәрелә[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 498 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 265 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 295 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 330 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 347 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 309 | 158 | 151 | 51,1 | 48,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[10].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Галин Салауат Әхмәҙиә улы (3.03.1934—29.03.2010), фольклорсы-ғалим, педагог-методист, юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).
- Ғәлин Булат Әхмәҙи улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы;
- Йәндәүләтов Йыһангир Хәйбулла улы — «Сибайский рабочий» гәзите мөхәррире, Баймаҡ баҡыр-иретеү комбинаты руднигының партком секретары;
- Ҡунаҡбаев Барый Закир улы — КПСС-тың Сибай ҡала комитетының элекке секретары[6].
- Әҙеһәмов Юнир Самат улы (5.10.1929—24.09.1994), ғалим—педагог, партия һәм дәүләт органдары, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1978—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары һәм директоры. 1968 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 171-се бит
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 95. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ «Башҡортостан», 7 АПРЕЛЬ 2021. Бай тарихлы боронғо ерҙә
- ↑ «Һаҡмар», 30 нояб. 2011. «Конкурста еңәсәгебеҙгә ышанабыҙ», — ти ғәҙелбайҙар
- ↑ 1 ОКТЯБРЬ — ХАЛЫҠ АРА ОЛОЛАР КӨНӨ
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Историко-краеведческий портал Ургаза.ру. Алфавитный список список знатных и известных лиц. Адигамов Юнир Саматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәҙелбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 95. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |