Нефтекама
Был мәҡәлә — ҡала тураһында. Шулай уҡ ҡарағыҙ Нефтекама ҡалаһы ҡала округы.
Ҡала | |||||
Нефтекама Нефтекама | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Ҡала округы | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Эльдар Вәлидов — 2022 йылдың 21 мартынан[1] | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
100 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
848,9 кеше/км² | ||||
Конфессиональ составы |
мосолман-сөнниҙәр, православныйҙар | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+7 34783 | ||||
Почта индексы |
452680 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
02, 102 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Рәсми сайт | |||||
Нефтека́ма (рус. Нефтекамск) — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһындағы ҡала. Нефтекама ҡалаһы ҡала округын барлыҡҡа килтерә.
Халыҡ һаны һәм етештереү күләме буйынса республикала Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауаттан һуң дүртенсе ҡала.
Почетлы граждандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Артемьев Яков Тимофеевич
- Баженов Алексей Лукьянович
- Баталин Юрий Петрович
- Баһаутдинов Риф Шәйхетдин улы
- Безденежных Федор Ильич, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Гинин Николай Степанович, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Ғәлләмов Нәбиб Солтан улы
- Ғаязова Гөлһылыу Хәли ҡыҙы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Иванов Дмиртий Иванович
- Иванов Евгений Григорьевич, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Иваненко Евдокия Иосифовна
- Исламаев Исламғол Исламаевич
- Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Карцев Евгений Васильевич
- Князев Николай Сергеевич
- Лим Игорь Николаевич
- Лялин Юрий Иванович
- Маликов Әхсән Баймөхәмәт улы
- Новиков Михаил Павлович
- Самсонов Александр Семенович, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Солтан-Ғәлиев Фәрит Хәйҙәр-Ғәли улы
- Фаттахова Фәйрүзә Махиян ҡыҙы
- Әхмәҙиев Мөхәмәт Шәйхетдин улы
- Әхмәтгәрәев Аҡмалетдин Зиһан улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы
- Юшков Василий Васильевич
Ҡалала тыуған, йәшәгән һәм эшләп киткән билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсина Гүзәл Сәғит ҡыҙы (12.08.1980), педагог. 2007 йылдан Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2023), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» төбөк-ара һәм «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» республика (2013) конкурстары еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылынан.
- Яна Ғәббәсова (2003), йырсы, 1-се телеканалдың «Голос» шоу-проектының 2020 йылғы еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021)[4].
- Диваев Рафаил Үзбәк улы (2 ноябрь 1950 йыл) — Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары, 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры, милиция генерал-лейтенанты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр палатаһы депутаты, Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 1977—1995 йылдарҙа Нефтекама ҡала эске эштәр бүлегененең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе етәксеһенең урынбаҫары, етәксеһе, артабан ҡала эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары һәм етәксеһе, аҙаҡтан ҡала эске эштәр идаралығы етәксеһе[5].
- Завьялова Галина Сергеевна (5.08.1947), журналист, 1984—2003 йылдарҙа ҡаланың «Красное Знамя» гәзите мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мҙәниәт хеҙмәткәре.
- Минһажев Әнис Ғилемйән улы (10.07.1948), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы. 1993—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, 1995—2002 йылдарҙа ҡала эске эштәр идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1998).
- Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы (15.08.1963), вице-адмирал, һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе (урыҫса — подводник), 2012 йылдан адмирал Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһының начальник урынбаҫары[6].
- Хужин Илвир Илдар улы (14.06.1990), Рәсәй спортсыһы, бобслейсы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы составында Александр Касьянов экипажында сығыш яһап, дүртенсе урынды яуланы.
- Эдуард Әғзәми (Әғзәмов Эдуард Лотфи улы; 1937—5.01.2020), журналист, яҙыусы. 1964—2008 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965—2004 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы һәм республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премия лауреаты (1999). Яңауыл ҡалаһы һәм Яңауыл районының почётлы гражданы (1997).
- Әҡсәнов Фәнил Әүхәҙи улы (4.11.1957), юрист. 1983 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 2004 йылдан Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы начальнигы; 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының хоҡуҡ экспертизаһы һәм административ органдар бүлегенең баш кәңәшсеһе, бүлек етәксеһе урынбаҫары, бүлек етәксеһе; 2012—2016 йылдарҙа Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010).
- Якушев Владимир Владимирович (14.06.1968), Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле[7]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), Почёт (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры[8].
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- RAEX (РАЭКС-Аналитика) рейтинг агентлығы 2019 йылдың июнендә тәүге тапҡыр мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуҙа Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбен билдәләгән. Исемлеккә 44 төбәк араһында Башҡортостандың алты мәктәбе, шул иҫәптән Нефтекаманың 1-се лицейы ла ингән: ул 118-се урынды биләй[9].
- 2015 йылда халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Нефтекама Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала тип табылды[10][11].
- Интернетта Нефтекамалағы «Старые Papa’s» төркөмөнөң клибы популярлыҡ яулай бара
Физик-географик характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефтекама республиканың төньяҡ-көнбайышында, баш ҡала Өфөнән 200 км, Кама йылғаһынан — 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала территорияһы 147,25 км² майҙанды биләй, Краснокама һәм Яңауыл райондары биләмәләре менән сиктәш.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5,8 | 9,2 | 14,3 | 30,9 | 36,2 | 38,3 | 38,6 | 38,5 | 33,4 | 26,8 | 14,7 | 5,0 | 38,6 |
Уртаса максимум, °C | −9,5 | −7,7 | −0,4 | 11,0 | 20,1 | 24,6 | 25,5 | 22,8 | 16,8 | 7,7 | −1,7 | −6,7 | 8,6 |
Уртаса температура, °C | −13,7 | −12,6 | −5,8 | 5,2 | 13,1 | 18,0 | 19,3 | 16,5 | 10,9 | 3,6 | −4,8 | −10,4 | 3,4 |
Уртаса минимум, °C | −18,5 | −17,8 | −11,2 | 0,2 | 6,6 | 11,8 | 13,5 | 11,0 | 6,2 | 0,3 | −8,1 | −14,6 | −1,6 |
Абсолют минимум, °C | −48,5 | −43,5 | −34,4 | −29,7 | −9,7 | −1,2 | 1,4 | −0,6 | −6,8 | −25,6 | −35,1 | −45 | −48,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 45 | 37 | 26 | 34 | 37 | 58 | 61 | 60 | 53 | 62 | 53 | 51 | 577 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959[12] | 1967[13] | 1970[14] | 1973[13] | 1975[15] | 1976[13] | 1979[16] | 1982[13] | 1985[17] | 1986[13] | 1989[18] |
2946 | ↗30 000 | ↗46 482 | ↗54 000 | ↗62 000 | →62 000 | ↗69 586 | ↗79 000 | ↗88 000 | ↗94 000 | ↗106 801 |
1990[19] | 1991[17] | 1992[17] | 1993[17] | 1994[17] | 1995[17] | 1996[17] | 1997[17] | 1998[17] | 1999[17] | 2000[17] |
↗110 000 | ↗112 000 | ↗114 000 | ↗116 000 | ↗117 000 | ↗118 000 | ↗119 000 | →119 000 | ↘118 000 | →118 000 | ↘117 000 |
2001[17] | 2002[20] | 2003[13] | 2004[21] | 2005[13] | 2006[13] | 2007[13] | 2008[13] | 2009[22] | 2010[23] | 2011[13] |
↘115 800 | ↗122 290 | ↗122 300 | ↘122 000 | ↘119 100 | ↘118 300 | ↘117 800 | ↗118 000 | ↗118 740 | ↗121 733 | ↘121 700 |
2012[24] | 2013[25] | 2014[26] | 2015[3] | |||||||
↗122 844 | ↗123 540 | ↗124 005 | ↗125 000 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[27] ҡалаһы араһында [28] 375-се урында була.
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 31,5 %, урыҫтар — 29,7 %, башҡорттар — 25,8 %, мариҙар — 9,9 %, башҡ милләт вәкилдәре — 3,1 %[29].
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Торос» хоккей командаһы 1988 йылда ойошторолған, «Салауат Юлаев»тың фарм-клубы. Команда 2009 йылдан Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында сығыш яһай. Өс тапҡыр (2011/2012, 2012/2013 һәм 2014/2015 уйын миҙгелдәре) Рәсәй чемпионы һәм Братина кубогын яулаусы.
- «Торос»тың йәштәр хоккей командаһы «Батыр» Рәсәй Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә уйнай. 2012/13 йылғы миҙгелдә финалға барып етә.
Ҡәрҙәш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Новым мэром Нефтекамска стал Эльдар Валидов. ИА «Башинформ», 21 марта 2022 года (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)
- ↑ БД ПМО Республики Башкортостан. Город Нефтекамск 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Победительница шоу «Голос» Яна Габбасова стала заслуженной артисткой Башкортостана. ИА Башинформ, 11 января 2021 года (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
- ↑ Официальный сайт Министерства внутренних дел Республики Башкортостан. Глава 8. Ими гордится МВД Башкортостана 2021 йыл 7 май архивланған. (рус.)
- ↑ Моряки и корабли. Мухаметшин Игорь Тимербулатович 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Владимир Якушев назначен полномочным представителем Президента в Уральском федеральном округе (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2020)
- ↑ Губернатор Тюменской области. Официальный сайт 2015 йыл 16 март архивланған. (рус.)
- ↑ Шесть школ Башкирии вошли в рейтинг лучших в России. Сайт газеты «Республика Башкортостан», 2019, 15 июня(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2019)
- ↑ Официальный сайт городского округа г. Нефтекамск, 8 декабря 2015 г. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2015)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 декабрь
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 Народная энциклопедия «Мой город». Нефтекамск . Дата обращения: 9 октябрь 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник, 1998 год
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 17,11 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001 . Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано 12 май 2015 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 4.13. Города с численностью населения 100 тысяч и более человек . Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 1 май 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нефтекама // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2022)
- Сабирова Э. Өфө — халыҡтың йәшәйеш именлеген тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округында иң яҡшы ҡала . «Башинформ». Дата обращения: 20 декабрь 2015.
- Почетные граждане Нефтекамска by MARKA
- Азат Гиззатуллин. Мэр Нефтекамска попросил расширить соцобязательства «Росатома» в Камбарке на Башкирию. ИА «Башинформ», 23 ноября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2019)
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |