Эстәлеккә күсергә

Иҫке Сибай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старый Сибай битенән йүнәлтелде)
Иҫке Сибай
Нигеҙләү датаһы 1663
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Сибай ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Сибай ауыл советы һәм Йылайыр кантоны
Халыҡ һаны 2209 кеше (2002)[2],
2446 кеше (2009)[2],
2746 кеше (2010)[3],
3477 кеше (2021)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 544 метр
Почта индексы 453642
Урындағы телефон коды 34751
Карта
 Иҫке Сибай Викимилектә

Иҫке Сибай (рус. Старый Сибай) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Сибай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 2746 кеше булған[5]. ОКАТО коды — 80206843001.

Иҫке Сибайға XVIII быуаттың беренсе сирегендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районындағы Биктимер (Санъяп) ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Ауылға атама тәүге күсенеүсе Сибай Тәнекәев исеменән бирелгән. Беренсе исеме — Атайсал. 1798 йылдан — Сибай, 1850 йылдан — Иҫке Сибай.

Батыршаның яҙыуынса, 1755 йылда Атайсал исемле тау һәм ауыл булған. Был атамалар 1727 йылдан билдәле булған. ХVIII быуаттың аҙағынан ауыл Сибай исемен йөрөтә. 1834 һәм 1859 йылдарҙағы ревизиялар буйынса Атайсалдың нәҫел исемдәре күрһәтелгән: Сибай, Айсыуаҡ, Биктимер, Бакдәүләт, шулай уҡ Сибайҙың ете улының исемдәре. Бакдәүләт Ырыҫаҡов — 1745 йылғы, Биктимер Мотаев-1756 йылғы, Айсыуаҡ Мотаев — 1750 йылғы. Сибайҙың улдары: Итбай — 1775 йылғы (уның улы Баймырҙа), Ҡотлогилде — 1776 йылғы (уның улдары Урыҫтан, Иҙрис, Әбделфатих), Тоҡман — 1778 йылғы (уның улдары Батырша, Солтанмәхмүт, Солтанғәли, Нәҙерша, Дәүләтша, Булат), Амангилде — 1785 йылғы, Иҫәнгилде — 1786 йылғы (уның улдары — Арыҫланғәли, Карейғәли, Мөхәмәтғәли), Дәүләтҡол — 1787 йылғы (уның улдары Солтангәрәй, Шәһит, Йыһангир), Утарбай — 1791 йылғы (уның улдары Вәлит, Шәһиәхмәт, Ҡотлоәхмәт, Шәрәфетдин, Шәһәрғәзи. Балаларҙың йәше Сибайҙың ХVIII быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән дәлилләй. Ырыҫтандың алты балаһы була: Мортаза-1832 йылғы, Ильяс — 1839 йылғы (уның улы — Рустанов Мөхәмәтғәли Ильяс улы (1889—1943), Күсәрхан — 1842 йылғы, Мөхәмәтдин — 1846 йылғы, игеҙәктәр — Бүләрхан һәм Вилдан 1848 йылғылар[6].

ХIХ быуаттың беренсе яртыһында хәрби-феодал иҙеүҙең көсәйеүе халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Быны Сибай ауылынан бер нисә кешенең һөрөлөү факттары һөйләй. Мәҫәлән, Иҫәнгилде һәм Утарбай Сибаевтар 1832 йылда Себергә һөрөләләр. Быға тиклем Иҫәнгилденең улы Кәрейғәли «хаталары өсөн» мәңгелеккә һалдатҡа бирелә. Пермь өйәҙенә Дәүләтҡол Сибаевты бер йылға оҙаталар, Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәренә — Алтынһыу Теүәлбаевты, Рахманғол Әбделмәмбәтовты һәм Ноғоман Ишьяровты оҙаталар[6].

1798—1831 йылдарҙа Сибай ауылында 6-сы кантон начальнигының штаб-фатиры урынлаша. 1820 йылға тиклем был вазифала поручик Аҡҡол Биктимеров була, ул кантонда 22 йыл етәкселек итә. Артабан уны улы Абдрахман алыштыра, ул алты йыл кантон башлығы була. Уның урынына бер туған ҡустыһы Фәтҡулла килә, шунан — улы Асатулла. Биктимеровтарҙың ғаиләһе кантон менән 33 йыл дауамында етәкселек итә. Законһыҙ аҡса йыйған өсөн Аҡҡол Биктимеров вазифаһынан бушатыла, әммә оло йәштәге кешегә яза бирелмәй, 1826 йылда 80 йәшендә вафат була. Әммә йорт старшиналары Буранбай Ҡотдосов һәм Ибраһим Айсыуаҡов кантондың бойороҡтарын теүәл үтәгәндәре өсөн Себергә һөрөләләр[6].

Иҫке Сибай ауылында бик күп күренекле кешеләр йәшәгән. Шулар араһында тархан нәҫеленән булған Ибраһим Айсыуаҡов (1776 йылғы). Яҫауыл, с 1807 йылдан — йорт старшинаһы. Ул — 14-се класлы чиновник. Уның атаһы — мулла Айсыуаҡ Мотаев — 1750—1819 йылдарҙа йәшәгән. Ҡартатаһы Мотай Айытҡолов Бөрйән улусының старшинаһы булып хеҙмәт итә. Башҡа уландары — Байгилде, Байдәүләт, Биктимер — улус старшинаһы, пугачевсы. Биктимерҙың улдары — Аҡҡол, Ғәли, Хәсән, Байегет. Ибраһим Айсыуаҡовтың балалары — Мирхәйҙәр (1805 йылғы), уның улы Шаһимәрҙән, икенсе улы — Моратҡол (1809 йылғы), Миртимер (1819 йылғы), Ҡотлоәхмәт (1820 йылғы). Аҡҡол Биктимеровтың улы Абдрахман 1820—1826 йылдарҙа кантон начальнигы була, вафат булыуының сәбәптәре асыҡланмаған. Абдрахман ғәҙел етәксе булмаған, тигән фараз бар. 1855 йылда кантондарҙың һаны Башҡорт ғәскәрҙәренә типтәрҙәрҙе ҡушыу арҡаһында арта. Верхнеурал өйәҙендәге кантон өс кантонға бүленә. 6-сы кантон менән Шаһиәхмәт Сибаев (Сибайҙың ейәне) етәкселек итә. Уның штаб-фатиры хәҙерге Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында урынлаша. Ш. Сибаев 1827 йылда тыуған, хеҙмәтен писарь булып эшләй, артабан йорт старшинаһы була, Арал нығытмаһында һәм Форт Петровскийҙа урәдник булып хеҙмәт итә, һуңынан — зауряд-хорунжий. Ике тапҡыр өйләнгән була. Беренсе ҡатыны Ғәмбәрә (зауряд-яҫауыл Үлмәҫбай Юлдыбаевтың ҡыҙы). Икенсе ҡатыны — Фатима (кантон начальнигы Ҡотлоәхмәт Биксуриндың ҡыҙы). Ш. Сибаевтың балалары — улы Шәһәрғәзи һәм ҡыҙы Ғайникамал[6].

«Абдрахман» йыры 1826—1827 йылдарҙа Иҫке Сибай ауылында ижад ителгән, кантон Абдрахманға бағышланған.

«Сибай» йырын Шаһиәхмәт Сибаев тыуған ауылы Атайсалдан (Сибайҙан) йыраҡта булған саҡта ижад иткән, ҡатыны Фатимаға бағышланған[6]. 1857 йылда Иҫке Сибай ауылында йырҙың тәүге ике куплетын Шаһиәхмәт Сибаев үҙе йырлап ишеттерә, ҡалған куплеттары Рәхмәт ауылында яҙыла. Шаһиәхмәт Утарбай улының шиғырҙары күп булған, уларҙың ҡайһы берҙәре һаҡланып ҡалған (Ш. Сибаевтың вариҫы Утарбаев Сабит һүҙҙәренән).

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Сибай ауылы халҡы старшина Биктимер Мотаев етәкселегендә карателдәр менән Йылайыр нығытмаһы тирәһендә һуғыша[7].

1812 йылғы Ватан һуғышында сотниктар Әхтәм Мотаев, Ғәли Мотаев, зауряд-хорунжий Ҡотлозаман Юлдыбаев, рядовой Бикбулат Теүәлбаев көмөш миҙалдар менән бүләкләнәләр[6].

XVIII быуат аҙағында ауылда 30 йортта 180 кеше йәшәй. 8-се ревизия буйынса — 557, 10-сы ревизия буйынса — 758 кеше йәшәгән. Где-то между 1844—1849 йылдар арауығында Ҡамышлы Үҙәк йылғаһында Яңы Сибай ауылы барлыҡҡа килә. 1850 йылда унда 12 кеше йәшәй, 1859 йылда — 15 йортта 88 кеше: Сибаевтар (2 ғаилә), Биктимеровтар (7 ғаилә), ҡалғандары — Килмәковтар, Һарыбатыровтар, Әҙелгәрәевтәр[8]. Иҫке Сибайҙа 1885 йылда 160 йортта 880 кеше йәшәгән. 1920 йылда — 139 йортта 1153 кеше күрһәтелгән. Яңы Сибайҙа — 20 йортта 102 кеше. Яңы ауыл эргәһендә, иҫкеһенән 5 км алыҫлыҡта, Яңы Сибай утары күрһәтелгән, унда 37 йортта 237 кеше йәшәгән[8].

Төп ауылда (Иҫке Сибайҙа) 1834 йылда кантон фельдшеры Mөхәмәтғәли Иҫәнгилдин (Сибаевтар нәҫеленән)[8].

Иҫке Сибай ауылы менән декабрист-шағир Пётр Михайлович Кудряшёвтың (1797—1827) исеме бәйле. Ул башҡорт телен белгән, башҡорт халыҡ ижады һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынған. Йыш ҡына Сибай ауылына килер булған, шәхсән кантон Абдрахман Биктемиров менән яҡын аралашҡан, үҙенең тәьҫорттары менән «Отечественные записки» журналы мөхәррире П. П. Свиньин менән бүлешкән. Урындағы мәғлүмәттәргә, риүәйәттәргә таянып, «Абдрахман», «Әбдрәш», «Исхаҡ» повестарын яҙған, «Прощание башкирца с милой», «Песнь башкирца перед сражением», «Песнь башкирца после сражения» һәм башҡа шиғырҙары 6-сы кантонда яҙылған булһа кәрәк. «Абдрахман» повесы ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгә әҫәр, төп геройҙары — Абдрахман, Айсыуаҡ ҡарт, Килмәк батыр. Ысынлап та Иҫке Сибайҙа кантон начальнигы Абдрахман Аҡҡолов, Айсыуаҡ Мотаев (1750—1819), Килмәк Сөләймәнов (уның улдары — Күсәбай, Күлибай, Байрамғол, Абдуллатиф) йәшәндәр[8]..

Ауылда мәсет булған. 1900 йылда һыу тирмәне теркәлгән[9].

Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән.

1893 йылда 96 йортҡа 301 йылҡы малы, 302 һыйыр, 250 һарыҡ, 120 кәзә тура килә. Сәсеүлек майҙаны 27 дисәтинә тәшкил итә.

1929 йылда ауылда Сталин исемендәге эрәлетелгән колхоз ойошторола, һуңынан колхоздарҙы яңынан бүлгәндә Молотов исеме бирелә. Башта Сталин исемендәге колхоз үҙәге Татлыбай ауылында була, уның тәүге рәйесе — Ғәзиз Һунаршин, Сибай руднигы эшсеһе. Икенсе рәйесе — Минһаж Мотаев. Бүленгәндән һуң ауыл Советы үҙәге Иҫке Сибайға күсерелә[7].

1931 йылда бында Сибай машина-трактор станция булдырыла, ул Ирәндек аръяғындағы колхоздарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ойошторола. Оҙаҡ йылдар уны Р. Сырлыбаев етәкләй[7].

1957 йылда Иҫке Сибай ауылы «Сибай» совхозының үҙәге булып китә[7].

Ауылда урта мәктәп, китапхана, ауыл мәҙәниәт йорто, хәстәхана, аптека, мәсет, күп һанлы магазиндар бар.

Ауылда бер нисә һәйкәл бар: В. И. Ленин һәйкәле[10], Салауат Юлаев һәйкәле, Шаһиәхмәт Сибаев бюсы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск. Сибай биләнендә сәсән Шаһиәхмәт Сибаев тыуыуына 195 йыл тулыу хөрмәтенә «Сибай» йырына һәм уның авторына арнап монумент ҡуйылды.

Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ирәндек һыртында, Ҡарағайлы йылғаһы буйлап урынлашҡан[7].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ ҡалаһы): 35 км
  • Өфө ҡалаһына тиклем: 450 км
  • Сибай ҡалаһына тиклем: 6 км

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1948 932 1016 47,8 52,2
2002 йыл 9 октябрь 2209 1037 1172 46,9 53,1
2010 йыл 14 октябрь 2746 1282 1464 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл мәғлүмәт сараларында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2015 йылдың ноябрендә ауылда республикала тәүге тапҡыр «Сибай» халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үткәрелде[13]. Киләсәктә ул өс йылға бер ойоштороласаҡ.
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  5. Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/Sibay1.html Атайсал -Сибаево -Старый Сибай
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Сибай
  9. http://nasledie-sela.ru/places/BAK/1474/2270/ 2021 йыл 20 апрель архивланған. Старый Сибай
  10. http://leninstatues.ru/place/staryy-sibay Ленингә һәйкәл
  11. Башкортостан 2007. Кто есть кто: Информационный справочник. Изд. 9-е, испр. и доп. — Уфа: ТПП РБ, 2007. — 336 с., ил. — ISBN 978-5-902279-41-9 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2021)
  12. Поздравили с 90-летием со дня рождения ветерана просвещения, заслуженного учителя. Муниципальный район Баймакский район. Официальный сайт администрации, 6 августа 2019 года 2021 йыл 16 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2020)
  13. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 11 ноябрь
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)