Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәҙелбай (Баймаҡ районы) битенән йүнәлтелде)
Ғәҙелбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек 1-се Этҡол ауыл советы
Халыҡ һаны 347 кеше (2002)[1],
332 кеше (2009)[1],
309 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453673
Карта

Ғәҙелбай (рус. Гадельбаево) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[3]. Почта индексы — 453673, ОКАТО коды — 80206816002.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға тәүге төпләнеүсе Ғәҙелбай Ейәнғолов исеме бирелгән, шулай уҡ Шырмай исеме менән теркәлгән. Шырмай Ибраҡов — ошо ауыл кешеһе[4][5].

Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Батҡаҡлы янында урынлашҡан[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 8 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Эткол): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 73 км

Тораҡ пункты Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы биләмәһендә 1812 йылда барлыҡҡа килгән.

Ауыл атамаһы Кинйәбулат (Буранбай) ауылынан тәүге күсеп килеүсе Ғәҙелбай Ейәнғуловтың (1776 йылғы) исеменән алынған. Уның Дәүләтбай исемле улы булыуы билдәле. Барыһы 19 ғаилә күсеп килгән, улар араһында — Юлдыбай Дәүләтҡолов (уның улдары Сәйфулла, Ғәле), Байегет һәм Ҡотлогилде Күлмәковтар, Ғәлекәй Сураҡов, Ишморат һәм Мораҙым Солтанморатовтар һәм Ҡасҡын Этҡабулов һәм башҡалар[5]. Ауылдың икенсе атамаһы Ширмай Ибраҡов исеме менән бәйле. Ширмай Ҡарағужа (хәҙер был ауыл юҡ) ауылында йәшәгән, уның Килмәк исемле туғаны булған. Ҡарағужа ауылы Этҡол һәм Мырҙаҡай ауылдары араһында урынлашҡан булған. Хәҙер ул ауыл юҡ. Шырмайҙың улдары — Әүәл (1746—1820), Аҡҡужа (1747—1817), Йәғәфәр (1759—1830), Аҡмырҙа (1778 йылғы), Аҡманбай (1786 йылғы), Баймырҙа (1796—1830), Кинйәғол (1801 йылғы). Әүәлдең улдары — Ырыҫбай (уның улдары — Ҡужәхәмәт, Әхмәт, Бөркөтбай, Рәхмәт, Баҫылан, Кейекбай, Юлбарыҫ, Ҡолбай, Ғәле, Шәйәхмәт)[5].

1812—1814 йылдарҙа француздар менән һуғышта Бикташ Мамбаев ҡатнаша[5]. 1786 йылғы картала Шырмай ауылы күрһәтелгән, ул Һаҡмар йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Шырмай — Ҡарағужа ауылының утары булараҡ барлыҡҡа килә. Был ауылдың тағы ла бер утары булған — Ярат утары. Шырмай Ғәҙелбай ауылынан айырым күрһәтелгән, әммә һуңғараҡ ошо ике ауылдың береһе Үрге Ғәҙелбай, икенсеһе Түбәнге Ғәҙелбай тип аталған. ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан картала Түбәнге Ғәҙелбай күрһәтелмәй. Хәҙерге ваҡытта Үрге Ғәҙелбай ауылы Ғәҙелбай тип йөрөтөлә[5].

Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән[6]. 1834 йылда ауылда 296 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 436, 1920 йылда Үрге Ғәҙелбайҙа — 498, Түбәнге Ғәҙелбайҙа 142 кеше йәшәгән. 1839 йылда 60 йорттан йәйләүгә 35 арба сыҡҡан, ғәҙәттә Аҡморон, Ҡалмаҡ, Һаҡмар йылғалары буйлап йәйләгәндәр. 330 кеше башына 330 йылҡы малы, 259 һыйыр, 112 һарыҡ һәм 41 кәзә тура килгән. 70 дисәтин баҫыу эшкәрткәндәр. 1843 йылда 24 бот ужым һәм 880 бот ярауай иген сәселгән[5].

Совет осоро

1930 йылда «Кубань» колхозы ойошторолған. Артабан ауыл «Урал», Карл Маркс исемендәге, аҙаҡҡы ваҡыт «Алға» колхоздар составында була[6].

Бөгөнгөһө Хәҙерге ваҡытта ауылда балалар баҡсаһы, клуб (1986 йылда төҙөлгән), мәсет һәм ике магазаин бар. Башланғыс мәктәп, ФАП һәм китапхана ябылған. Ғәҙелбай ауылы 1-се Этҡол ауыл биләмәһенә ҡарай, ауылда 90 йортта 323 кеше йәшәй[7]. Ауыл «Айыҡ ауыл — 2011» республика конкурсында ҡатнаша, шул уҡ йылда Шәжәрә байрамы уҙғарыла. Шул уҡ 2011 йылда Ғәҙелбайҙың мәктәп урамы «Райондың иң төҙөк урамы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ғәҙелбайҙа тырыш, уңған, маҡсатлы халыҡ йәшәй, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, ауыл урамдарын төҙөкләндерә, мал үрсетергә, унан табыш алып, айыҡ аҡыл менән йәшәргә ынтыла[8]. Ауылда Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырылған.

Ысынлап та, Ғәҙелбай ауылы матур, төҙөк урамдары, йорттарының ҡабатланмаҫ сағыу төҫтәре менән айырылып тора. Уларға береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтөү, сәмләнеп, дәртләнеп йәшәү хас. Ауыл халҡы төрлө акцияларҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ауыл клубында матур йөкмәткеле кисәләр үткәрелә[9].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 498
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 265
1959 йыл 15 ғинуар 295
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 330
2002 йыл 9 октябрь 347
2010 йыл 14 октябрь 309 158 151 51,1 48,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (100 %) йәшәй[10].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 171-се бит
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 95. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  7. «Башҡортостан», 7 АПРЕЛЬ 2021. Бай тарихлы боронғо ерҙә
  8. «Һаҡмар», 30 нояб. 2011. «Конкурста еңәсәгебеҙгә ышанабыҙ», — ти ғәҙелбайҙар
  9. 1 ОКТЯБРЬ — ХАЛЫҠ АРА ОЛОЛАР КӨНӨ
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  11. Историко-краеведческий портал Ургаза.ру. Алфавитный список список знатных и известных лиц. Адигамов Юнир Саматович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2019)