Эстәлеккә күсергә

Һәмән (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һәмән (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Һәмән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

53°04′04″ с. ш. 58°13′37″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 810 005

ОКТМО коды

80 606 410 111

Һәмән (Рәсәй)
Һәмән
Һәмән
Һәмән (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һәмән

Һәмән (рус. Семёново) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 337 кеше[1]. Почта индексы — 453666, ОКАТО коды — 80206810005.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәмән антропонимынан алынған[2].

Картала тәүге тапҡыр 1786 йылда күрһәтелгән[3]. 1885 йылда Ырымбур губернаһыОрск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы составында 2-се Һәмән (Сыбар йылғаһы буйында) һәм 3-сө Һәмән (Байрас йылғаһы буйында) утарҙары күрһәтелгән[2]. Ауылға нигеҙҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының Таһир ауылы кешеләре һалған, улар элек-электән малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы тикшереүренә ярашлы, бында 1839 йылда 168 йән башына 227 йылҡы, 163 һыйыр, 120 һарыҡ һәм кәзә тура килгән. Ужым бойҙайы һәм яҙғы сәсеүлек майҙаны 24 десәтинә тәшкил иткән[4]. 1834 йылда — 187, 1885 йылда йәмгеһе 312 кеше йәшәгән[4].

Совет осоро

1920 йылда — 520, 1989 йылда 234 кеше йәшәгән[4]..

Бөгөнгөһө

1992 йылда 74 йортта — 287 кеше[2], 1999 йылда барыһы 341 кеше йәшәгән[4]. Мәктәп уҡыусылары Билал ауылы мәктәбендә уҡыйҙар, уларҙы автобус менән йөрөтәләр. Шулай уҡ Билал фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Күгиҙел ауылы халҡын хеҙмәтләндерә[5]. Совхоз бөтөрөлгәс. ауыл халҡы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап ғүмер итә. Ҡайһы бер ҡатындар Билалда «Колибри» тегеү цехында тегенсе булып эшләһә, ир-егеттәр сит тарафтарҙа көс түгә. Донъя көтөүгә маһир, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, өйөн гөл-сәскәгә күмгән кешеләр бихисап[6] Ауылда китапхана, магазин, мәсет бар. Китапхана (китапханасы Райхана Булатова) һәм Ағинәйҙәр ойошмаһы бик әүҙем эшләп килә, төрлө саралар үткәрелә, улар араһында «Яулыҡтарым аллы — гөллө»[7], «Аҙаштым мин, аҙаштым, исемдәрҙә аҙаштым»[8],[9], «Самауыр йыры»[10] байрамдары.

Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡаран йылғаһы янында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 68 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Билал): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 11 км

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 520
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 234
1999 йыл 12 ғинуар 341
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 329 160 169 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылда ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары йәшәй. Ырыу аралары — ҡужан, ҡаҙаҡ, йәрмәй, түрмән, сөнгәүер[2].

Ауылдың билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Буранбаев Вара Башар улы — дәүләт һәм йәмғиәт эшмәкәре, журналист[4].

— Мәрйә соҡоро (информант Әнүзә Мәжитова)

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Bсторико лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5]
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  5. Йәшлек. 25 ФЕВРАЛЬ 2019 Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Билал…
  6. «Шоңҡар» журналы. 27 ФЕВРАЛЬ 2018. Беҙ үҙебеҙ — Таһирҙан
  7. «Йәшлек» гәзите. 30.11.2016 «Яулыҡтарым аллы — гөллө»
  8. «Атайсал». 21 март 2021. АҘАШТЫМ, ИСЕМДӘРҘӘ АҘАШТЫМ…
  9. М. Хабилова. «КИСКЕ ӨФӨ» АРБАҺЫ БАЙМАҠТА ҺӘМ…
  10. Йәншишмә. 15 НОЯБРЬ 2019. Баймаҡ районында — «Самауыр йыры» байрамы
  11. Улицы
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)

Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.