Эстәлеккә күсергә

Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Манһыр битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Бәхтегәрәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°45′02″ с. ш. 58°16′37″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 825 004

ОКТМО коды

80 606 425 111

Бәхтегәрәй (Рәсәй)
Бәхтегәрәй
Бәхтегәрәй
Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бәхтегәрәй

Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево); шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше[1]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.

1812 йылда Кинйәбулат ауылы кешеләре (35 ғаилә) Урғаҙа йылғаһы буйында утар урынында яңы ауылға нигеҙ һалалар[2].

Ауыл 79-йәшлек Бәхтегәрәй Ҡасимовтың исемен йөрөтә башлай. Уның улдары — Хизбулла, Ғөбәйҙулла, Ирназар, Нурали, Ирғәли (уның улы Байтүрә). Халыҡ араһында Манһыр ауылы тип йөрөтәләр — йорт старшинаһы Манһыр Бикбулатов хөрмәтенә, атаһы — Бикбулат Әликашев. Манһырҙың улдары — Сабит, Трүхмән, Хәмит (аҙансы), Хәмзә (сотник), Сәғит, Ғәббәс, Гәбит (старшина) Манһыровтар. бында шулай уҡ Кинйәбулаттын улы Әзибай күсенә. Әзибәйҙең улдары — Ибаҡан (указлы мулла, уның улдары — Ялалетдин, Хисамитдин, Сиразитдин) һәм Юлбарыҫ[3].

Ауылға Ырымбур сик буйы комиссияһы йүнәлтеүе буйынса Урал йылғаһы аша сыҡҡан ҡаҙаҡтар ҙа индерелә. Улар 12 йыл дауамында һалымдарҙан азат ителәләр. Улар араһында Танай, Тума, Ямантай Туғановтар, Бикташ Мунтаев, Бурсуҡ Дәүләтов, һуңғараҡ улар башҡа бөрйән ауылдарына таратыла[3].

1834 йылда 71 йортта 388 кеше йәшәй. 1885 йылда — 344 кеше һәм 53 йорт, 1920 йылда — 501 кеше һәм 88 йорт иҫәптә тора. 1839 йылда 75 йорттан 54 арбала йәйләүгә сығалар. 420 кешегә 1571 йылҡы малы, 629 һыйыр, 603 һарыҡ, 322 әзә тура килә. Ауыл халҡы сағыштырмаса етеш йәшәгән.

Шулай уҡ иген сәскәндәр: 51 дисәтинәлә 24 бот ужым һәм 786 бот ярауай иген[3]. Октябрь революцияһына тиклем малсылыҡ һәм алтын йыуыу менән шөғөлләнгәндәр. Коллективлашыу йылдарында крәҫтиәндәр «Урғаҙа» колхозына берләшәләр, 1957 йылдан алып Йылайыр игенселек совхозы составында була[2].

Хәҙерге ваҡытта ауылда Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың ейәндәре йәшәй. Ауылда мәсет төҙөлгән, Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өйҙә музей ойошторолған. Хәҙрәт шишмәһе, ҡәберлеге тәртиптә тотола.

Баймаҡ районы Манһыр ауылында Мөжәүир хәҙрәт шишмәһе

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 5 2 3 40,0 60,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик белешмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан[2].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөжәүир Сиражетдинов (Мөжәүир хәҙрәт) — күренекле дин әһеле.
  • Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (1933—2018) — педагог, РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Хәмитов Б. — ауылдың беренсе уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры;
  • Сиражетдинов Ғ. М. — билдәле йылҡысы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.