Эстәлеккә күсергә

Баҡалы районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бакалинский район
Баҡалы районы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

район[1] / муниципальный район[2]

Урынлашҡан урыны

Республику Башкортостан

Берләштерә

17 сельсоветов

Административ үҙәк

село Бакалы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Глава администрации

Андреев Александр Георгиевич

Рәсми телдәр

башкирский, русский

Халҡы (2016)

26 819[3] (0.66 %, 28 урын)

Тығыҙлығы

13.75 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар, татарҙар (шул иҫәптән керәшендәр), урыҫтар,

Конфессиональ состав

мосолмандар, православтар

Майҙаны

1951 км²

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң бейек нөктәһе
 • Уртаса бейеклеге
 • Иң түбән нөктәһе



 300 м
 150 м
 100 м

Бакалинский район на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Рәсми сайты

Баҡалы районы (рус. Бакалинский район) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Баҡалы ауылы. Районда 31 886 кеше йәшәй.

Баҡалы районының административ үҙәге — Өфө ҡалаһынан 173 километрҙа һәм Туймазынан 75 километрҙа урынлашҡан Баҡалы ауылы[4].

Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан, Илеш, көнсығышта - Саҡмағош, көньяҡта - Шаран райондары, көнбайышта Татарстан менән сиктәш. Район майҙаны 1951 км² тәшкил итә.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ армыттарында урынлашҡан, ул һөҙәгерәк төньяҡҡа, Ағиҙел йылғаһы үҙәненә табан төшкән. Климаты континенталь һәм уртаса дымлы булыуы менән айырыла. Һыу айырғыстарҙың күтәренке өлөшөнә - ҡатнаш киң япраҡлы урмандар, түбән өлөшөнә имән, ҡайын-имән һәм ҡайын-уҫаҡ урмандары хас. Урмандар район территорияһының 44 %-ын биләй. Район территорияһынан Сөн йылғаһы, уның көньяҡ-көнбайыш сите буйлап - Ыҡ йылғаһы аға. Һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағы таралған, тап-тап булып йыуылған ҡара тупраҡ осрай.

Ер аҫты ресурстары нефть ятҡылыҡтарынан (Мостафа, Ҡатай), кирбес сеймалынан (Баҡалы, Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Мәлкән) һәм ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһынан (Карпов, Киләй) тора[5].

Район 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты президиумы ҡарары менән Башҡорт Автономиялы Республикаһын кантондарға бүлеү бөтөрөлә һәм 48 район ойошторола. 1937 йылда РСФСР Юғары Советы Указы менән Татар АССР-ының Мөслим районынан Яңы Әғбәҙ ауыл советы Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы составына күсерелә[6].

Ҡалып:Заготовка раздела

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2008[8]2009[9]2010[10]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[3]
32 32731 96131 86928 77628 22427 81127 60927 22726 819


Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, киләсәктә халыҡ һаны тәшкил итәсәк:[15]:

  • 2024 - 24,66 мең кеше.
  • 2035 - 20,96 мең кеше.
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы: башҡорттар - 17,3 %, татарҙар - 53,4 %, урыҫтар - 22,3 %, сыуаштар - 3 %, мариҙар - 2,7 %, башҡа милләт кешеләре - 1,1 %[16].

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡалы районына республиканың административ-территориаль берәмеге булараҡ 17 ауыл советы инә[17][18][19].

Урындағы үҙидара сиктәрендә бер үк исемле муниципаль районға ауыл биләмәһе статусына эйә 17 муниципаль берәмек инә[20][21][22]:

Муниципаль
берәмек
Административ
үҙәк
Тораҡ
пункттар
һаны
Халҡы
(чел.)
Майҙаны
(км²)
1e-06 Ауыл биләмәһе
1Ахман ауыл Советы (Баҡалы районы) Ахман ауылы 2 852[14]
2Баҡалы ауыл Советы (Баҡалы районы) Баҡалы ауылы 7 11 840[14]
3Бозор ауыл Советы (Баҡалы районы) Бозор ауылы 4 685[14]
4Дияш ауыл Советы (Баҡалы районы) Дияш ауыл 9 1335[14]
5Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы (Баҡалы районы) Ҡамышлытамаҡ ауылы 3 782[14]
6Киләй ауыл Советы (Баҡалы районы) Киләй ауылы 6 1501[14]
7Ҡуштирәк ауыл Советы (Баҡалы районы) Ҡуштирәк ауылы 4 582[14]
8Михайловка ауыл Советы (Баҡалы районы) Михайловка ауылы 8 765[14]
9Мостафа ауыл Советы (Баҡалы районы) Мостафа ауылы 3 904[14]
10Яңы Ҡатай ауыл Советы (Баҡалы районы) Яңы Ҡатай ауылы 2 872[14]
11Яңы Урсай ауыл Советы (Баҡалы районы) Яңы Урсай (Баҡалы районы) ауылы 7 735[14]
12Иҫке Кәстәй ауыл Советы (Баҡалы районы) Иҫке Кәстәй ауылы 5 693[14]
13Иҫке Ҡорос ауыл Советы (Баҡалы районы) Иҫке Ҡорос ауылы 11 2456[14]
14Иҫке Маты ауыл Советы (Баҡалы районы) Иҫке Маты ауылы 9 1427[14]
15Иҫке Шәрәшле ауыл Советы (Баҡалы районы) Иҫке Шәрәшле ауылы 8 594[14]
16Туҡтағол ауыл Советы (Баҡалы районы) Туҡтағол ауылы 3 508[14]
17Урманай ауыл Советы (Баҡалы районы) Урманай ауылы 5 696[14]

Баҡалы районында 96 тораҡ пункт.

Юҡҡа сыҡҡан тораҡ пункттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район иҡтисадының төп тармағы - ауыл хужалығы, иген етештереүҙә, сөгөлдөрсөлөктә, картуфсылыҡта, һөт-ит малсылығында, сусҡасылыҡта һәм умартасылыҡта махсуслаша.

Сәнәғәт тармаҡтары: урындағы ауыл хужалығы, урман хужалығы сеймалын эшкәртеү, сыр заводы, урман комбинаты һәм Баҡалы кирбес заводы.

Автомобиль юлдары районды Өфө (Саҡмағош ауылы аша) һәм Туймазы ҡалалары менән тоташтыра.

Мәғариф һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда юғары профессиональ училище һәм һатыусылар әҙерләү мәктәбе (Баҡалы ауылы), 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп бар; 29 асыҡ китапхана, 54 клуб учреждениеһы, 2 дауахана бар. Район гәзите сыға[23].

Районда мосолмандар һәм православие динендәгеләр йәшәй. Баҡалы районы территорияһында Буғабаш ауылы эргәһендә Богородица Одиктриевский (Буғабаш) ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлашҡан, уға 1900 йылда нигеҙ һалынған, 2000 йылдар башында тергеҙелгән. Монастырҙа православие христиандары тарафынан хөрмәт ителгән, риүәйәт буйынса быуат аҙағында ташта күренгән Смоленск Божья Матерь иконаһы һаҡлана, күренеү урыны буйынса "Буғабаш" иконаһы тип аталған. Икона кеше ҡулы эшләй алмай торған, мөғжизәле тип иҫәпләнә. Монастырь ғибәҙәт ҡылыу урыны булып тора.

  • Нәжиб Асанбаев (7.11.1921—28.03.2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ахман ауылынан.
  • Мурзин Даян Баян улы («Ҡара генерал») (20.01.1921 Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 09.02.2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Молотов исемендәге парртизан отряды командиры, Я. Жижка исемендәге 1-се Чехословакия интернациональ бригадаһының легендар командиры, ЧССР Геройы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1972). Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһы Почётлы гражданы. Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы.
  • Әһлетдинов Фәйзулла Хәзи улы (15.03.1915—29.10.1988) — Хәсән күле янындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943). 1915 йылда Һамар губернаһы Бөгөлмә кантоны Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл ауылында тыуған.
  • Грекова Анастасия Ивановна (24.11.1923—1.06.2000), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР‑ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Үмәр ауылынан[24].
  • Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (19.11.1958), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2001—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2005). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Иҫке Балыҡлы ауылынан[25].
  • Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (26.12.1929—28.03.2016), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974) кавалеры. Яңы Урсай ауылынан.
  • Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1.12.1968), иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011). Баҡалы ауылынан.
  • Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (12.11.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Райондың почётлы гражданы. Иҫке Ҡуян ауылынан.
  • Зотов Виктор Никифорович (25.05.1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Уҡсылар дивизияһының айырым миномёт полкы миномётсыһы. Дан ордендарының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Баҡалы ауылынан.
  • Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (22.01.1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004). Иҫке Ҡорос ауылынан[26].
  • Романов Анатолий Иванович (20.09.1947) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. Яңы Маты ауылынан[27].
  • Абрамичева Нина Ивановна (1926-) Михайловка ауылында тыуған. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Антонова Нина Васильевна (2.12.1935 -) Баҡалы ауылында тыуған. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы.
  • Әхмәтгәрәев Аҡмалетдин Йыһан улы (04.02.1932) Мостафа ауылында тыуған. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Варфоломеев Василий Михайлович — (01.01.1923 йыл — 11.09.1988) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, тоҫҡаусы, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
  • Дьяков Владимир Анатольевич (14.06.1919, Баҡалы, Башҡортостан — 16.11.1995, Мәскәү) — Рәсәй тарихсыһы, славист, археограф. Польша тарихы һәм XIX быуат поляк ихтилалдары белгесе. Тарих фәндәре докторы, Польша Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы.
  • Зарубин Степан Федотович (25.3.1908 —12.5.1995) — көнсығыш ғилеме белгесе, совет дипломаты. Урыҫ-япон һүҙлеге авторҙашы (1950), япон теле дәреслеге авторҙарының береһе (1953), Ҙур урыҫ-япон һүҙлеге авторы (1964). Баҡалы районы, Иҫке Шәрәшле ауылында тыуған[28].
  • Карманов Афанасий Георгиевич (18.01.1907 — 23.06.1941) — хәрби хеҙмәткәр, 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң). Иҫке Кәстәй ауылынан.
  • Кириллова Евдокия Федотовна (15.04.1927 — 01.07 2005, Баҡалы ауылы) — Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының «Ленин юлы» колхозының өлкән ҡош ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. КПСС-тың XXII съезы делегаты. Баҡалы районының почётлы гражданы. Яңы Илек ауылынан.
  • Костин Яков Дмитриевич (20.10.1917, Баҡалы — 20.09.1993) — 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкы минометсыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
  • Кузнецов Александр Васильевич (17 (30).06.1916, Баҡалы—) — хәрби һәм граждан лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында, Польша территорияһындағы Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Польшаның милли геройы, партизан эшмәкәрлеге өсөн юғары награда — «Возрождение Польши» Алтын тәреһе, «Лодзь ҡалаһының Почётлы гражданы»[29].
  • Латипов Урал Рамдраҡ улы (бел. Урал Рамдракавіч Латыпаў; 28.02.1951) — юрист, хәрби хеҙмәткәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Беларусь Республикаһының сит ил эштәре министры (1998—2000). Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе (2001—2004). Юридик фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Полковник (1991). Белоруссияның дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Яңы Ҡатай ауылынан.
  • Михаил Петрович Петров (17.11.1904 — 05.08.1967 йыл) — Советтар Союзы Геройы, 2-се Белоруссия фронты, 50-се армия, 139-сы уҡсылар дивизияһының (3-сө формирование) 364-сы уҡсылар полкы командиры, подполковник. Иҫке Шәрәшле ауылынан.
  • Светляков Анисим Илларионович (17.02.1897, Баҡалы районы, Ҡаҙансы—13.05.1977) — совет хәрби начальнигы, генерал-майор.
  • Соколов Михаил Анисимович (12.01.1925—14.01.2003) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. Яңы Останков ауылынан.
  • Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25.01.1957—14.10.2020) — театр һәм кино актёры. 1983—2020 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Баҡалы ауылынан.
  • Нуркаев Талип Латип улы — (09.03.1925—24.09.1997) — нефтсе, 1951—1985 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944), Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1979). Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. 1948 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Үҫтем ауылынан.
  • Туснолобов Степан Сергеевич (27.10.1918—24.12.1986) — нефтсе, Дүртөйлө быраулау идаралығының элекке быраулаусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы дивизионында орудие командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Карпов ауылында уҡый.
  • Утин Василий Ильич (17.12.1918—10.12.1941) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға 1940 йылдағы хәрби походында ҡатнашыусы. СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының махсус тәғәйенләштәге сик буйы полкы автоматсыһы, политрук урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң). Буғабаш ауылынан.
  • Үлмәҫова Светлана Виктор ҡыҙы (04.02.1953, Яңы Балыҡлы) — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. Донъя рекордсыһы (1982). Донъя Кубогы еңеүсеһе (1979), Европа Чемпионаты еңеүсеһе(1978, 1982).
  • Раянов Фәнис Мансур улы (12.12.1938) — хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018) кавалеры. Туҡтағол ауылынан.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Урманай ауылында яугир-ҡотҡарыусыға һәйкәл (1965).
  • Мостафа ауылында (Баҡалы районы) Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-яҡташтарға һәйкәл (1967).
  • Яңы Ҡатай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск (1975). Авторы З. О. Шәйәхмәтов.
  • Ҡамышлытамаҡ ауылында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск (1976).
  • Дияш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл (1978).
  • Нуғайбәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға һәйкәл (1981).
  • Күрсәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл (1981).
  • Ҡаҙансы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл (1985).
  • Иҫке Маты ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға стела (1985).
  • Иҫке Баҡалы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарға һәйкәл (1986).
  • Яңы Урсай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы стелаһы (1989).
  • Туҡтағол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә һәйкәл.
  • Туҡбирҙе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә стела (2005).
  • Яңы Балыҡлы ауылында 1941-1945 йылдарҙа Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә стела (2005).
  • Иҫке Гусев ауылында Бөйөк Ватан һуғышы обелискы.
  • Иҫке Шәрәшле ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы обелискы (1990). Авторы В. В. Алсынов[30].


  1. c точки зрения административно-территориального устройства
  2. c точки зрения муниципального устройства
  3. 3,0 3,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  4. Баҡалы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Баҡалы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. ЦГИА РБ: Ф. Р-394. Оп.3, д.916, л.17.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 10,13 10,14 10,15 10,16 10,17 10,18 10,19 10,20 10,21 10,22 10,23 10,24 10,25 10,26 10,27 10,28 10,29 10,30 10,31 10,32 10,33 10,34 10,35 10,36 10,37 10,38 10,39 10,40 10,41 10,42 10,43 10,44 10,45 10,46 10,47 10,48 10,49 10,50 10,51 10,52 10,53 10,54 10,55 10,56 10,57 10,58 10,59 10,60 10,61 10,62 10,63 10,64 10,65 10,66 10,67 10,68 10,69 10,70 10,71 10,72 10,73 10,74 10,75 10,76 10,77 10,78 10,79 10,80 10,81 10,82 10,83 10,84 10,85 10,86 10,87 10,88 10,89 10,90 10,91 10,92 10,93 10,94 10,95 10,96 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  14. 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 14,11 14,12 14,13 14,14 14,15 14,16 14,17 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  15. Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2025 года (проект)
  16. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан. Т.5 (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 9 март 2013 года. 2014 йыл 21 август архивланған.
  17. Закон Республики Башкортостан от 20.04.2005 № 178-з (ред. от 01.06.2015) «Об административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан»
  18. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 29.12.2006 № 391 (ред. от 09.02.2015) «Об утверждении реестра административно-территориальных единиц и населённых пунктов Республики Башкортостан»
  19. Ҡалып:АТУРБ2017
  20. Закон Республики Башкортостан от 17 декабря 2004 года N 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан»
  21. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан 2008 йыл 19 ноябрь архивланған.
  22. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов» (Принят Государственным Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  23. Сайт администрации района 2020 йыл 9 май архивланған.
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Грекова Анастасия Ивановна 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы(недоступная ссылка)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  27. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Романов Анатолий Иванович
  28. Баҡалы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  29. Кузнецов Александр Васильевич,
  30. Бакалинский район. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 15 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 15 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 15 сентябрь архивланған.