Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Бәхтегәрәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево); шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше[1]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1812 йылда Кинйәбулат ауылы кешеләре (35 ғаилә) Урғаҙа йылғаһы буйында утар урынында яңы ауылға нигеҙ һалалар[2].
Ауыл 79-йәшлек Бәхтегәрәй Ҡасимовтың исемен йөрөтә башлай. Уның улдары — Хизбулла, Ғөбәйҙулла, Ирназар, Нурали, Ирғәли (уның улы Байтүрә). Халыҡ араһында Манһыр ауылы тип йөрөтәләр — йорт старшинаһы Манһыр Бикбулатов хөрмәтенә, атаһы — Бикбулат Әликашев. Манһырҙың улдары — Сабит, Трүхмән, Хәмит (аҙансы), Хәмзә (сотник), Сәғит, Ғәббәс, Гәбит (старшина) Манһыровтар. бында шулай уҡ Кинйәбулаттын улы Әзибай күсенә. Әзибәйҙең улдары — Ибаҡан (указлы мулла, уның улдары — Ялалетдин, Хисамитдин, Сиразитдин) һәм Юлбарыҫ[3].
Ауылға Ырымбур сик буйы комиссияһы йүнәлтеүе буйынса Урал йылғаһы аша сыҡҡан ҡаҙаҡтар ҙа индерелә. Улар 12 йыл дауамында һалымдарҙан азат ителәләр. Улар араһында Танай, Тума, Ямантай Туғановтар, Бикташ Мунтаев, Бурсуҡ Дәүләтов, һуңғараҡ улар башҡа бөрйән ауылдарына таратыла[3].
1834 йылда 71 йортта 388 кеше йәшәй. 1885 йылда — 344 кеше һәм 53 йорт, 1920 йылда — 501 кеше һәм 88 йорт иҫәптә тора. 1839 йылда 75 йорттан 54 арбала йәйләүгә сығалар. 420 кешегә 1571 йылҡы малы, 629 һыйыр, 603 һарыҡ, 322 әзә тура килә. Ауыл халҡы сағыштырмаса етеш йәшәгән.
Шулай уҡ иген сәскәндәр: 51 дисәтинәлә 24 бот ужым һәм 786 бот ярауай иген[3]. Октябрь революцияһына тиклем малсылыҡ һәм алтын йыуыу менән шөғөлләнгәндәр. Коллективлашыу йылдарында крәҫтиәндәр «Урғаҙа» колхозына берләшәләр, 1957 йылдан алып Йылайыр игенселек совхозы составында була[2].
Хәҙерге ваҡытта ауылда Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың ейәндәре йәшәй. Ауылда мәсет төҙөлгән, Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өйҙә музей ойошторолған. Хәҙрәт шишмәһе, ҡәберлеге тәртиптә тотола.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 5 | 2 | 3 | 40,0 | 60,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ):15 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишмөхәмәт): 17 км
- Күрше ауыл Байыш (Баймаҡ районы) 8 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөжәүир Сиражетдинов (Мөжәүир хәҙрәт) — күренекле дин әһеле.
- Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (1933—2018) — педагог, РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәмитов Б. — ауылдың беренсе уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры;
- Сиражетдинов Ғ. М. — билдәле йылҡысы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко- лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |