Покровка (Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Покровка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Покровка (рус. Покровка) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 200 кеше[1]. Почта индексы — 453654, ОКАТО коды — 80206813005.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Покров көнө» православие байрамы хөрмәтенә ҡушылған[2]. Шулай уҡ тораҡ пунктының исеме БАССР-ҙыңЙылайыр кантоны Яңы Покровка ауыл Советы исеменән алыныуы ихтимал, сөнки 1931 йылға тиклем ауыл ошо ауыл Советы составында булған, 1926 йылда әлеге ауыл Советы Ырымбур губернаһы составына (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районы) индерелгән. 2008 йылдың 9 февраленән Рәсәй федерацияһының 60-сы ҡарары менән Покровка бүлексәһе Покровка ауылы тип үҙгәртелә[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялан тигеҙлегендә урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 64 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 35 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 28 км
Ауыл эргәһенән Сибай-Аҡъяр маршруты юлы үтә[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Покровка утарына 1913 йылда алпауыт Губарьков нигеҙ һалған[2]. Тарихсы-тикшеренеүсе М. М. Маннаповтың мәғлүмәттәренән: утар урынында 1931 йылда БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Йылайыр игенселек совхозының бүлексәһе булараҡ барлыҡҡа килә. 1931 йылдан алып 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем бүлексә Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составына инә, артабан 1941 йылға тиклем — Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1941 йылдан алып 1993 йылға тиклем Йылайыр ауыл Советы составында була. 1993 йылдың 12 июленән хәҙерге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы йылайыр ауыл Совееты составына инә. Покровка ауылы 1931 йылдан ауыл Советы үҙәге булып тора. 1993—2009 йылдарҙа — «Йылайыр» совхоз-техникумы, 2009—2011 йылдарҙа — Баймаҡ районы «Ялан» ААЙ-нең үҙәге, 2011—2012 йылдарҙа — «Йылайыр» ААЙ Покровка бүлексәһе үҙәге, 2012—2015 йылдарҙа МУП «Күлтабан» МУП-тың үҙәге[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 93 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 259 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 224 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 167 | 78 | 89 | 46,7 | 53,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
1999 йылда — 275, 2007 йылда — 228, 2008 йылда — 232, 2009 йылда — 199, 2011 йылда — 194, 2012 йылда — 59 хужалыҡта 208 кеше, 2013 йылда — 211, 2014 йылда — 55 йортта 200, 2015 йылда — 55 йортта 197 кеше, 2016 йылда — 187, 2017 йылда — 184, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 180 кеше теркәлгән[3].
Милли составы: 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (73 %) йәшәй[4].
Ауыл активы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәдис ҡыҙы Раҡаева
— Ауыл старостаһы Ришат Мәснәүи улы Рәшитов
— «Архипов» КФХ-ы етәксеһе Павел Николаевич Архипов
— Башланғыс кластары уҡытыусыһы (2015 йылдың 16 мартынан, Урғаҙа ауылы урта мәктәбенең филиалы) Зөлфирә Тәүрис ҡыҙы Архипова
— Ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Светлана Роберт ҡыҙы Ишҡабулова[3]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Платонов Николай Иванович (22.05.1958), физик-математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре[5];
- Валиев Марс Мирас улы — «Ауыл хужалығының аҙыҡ-түлеген автомобилдәрҙә ташыу алдынғыһы» (1985, 1986), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» (1996), I, II дәрәжә «Аварияһыҙ эше өсөн» билдәһе кавалеры (1991, 1996);
- Ғәлиева Миңзәлә Рәшит ҡыҙы — Йылайыр совхозы Покровка бүлексәһе фельдшер-акушер пунктының мөдире (1977—1979), «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1998);
- Дәүләтҡолов Сәрүәр Батыр улы — Октябрь революцияһы ордены (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971);
- Мансуров Юнир Нурғәли улы — А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры артисы;
- Платонова Нәйлә Хәким ҡыҙы — «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» (2009)[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Деревня Покровка (Покровка ауылы)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
- ↑ Урғаҙа
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Покровка (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |