Эстәлеккә күсергә

Ҡолсора

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолсора
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡолсора ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡолсора ауыл советы, Орск өйәҙе һәм Баймаҡ районы
Халыҡ һаны 458 кеше (2002)[2],
455 кеше (2009)[2],
429 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453662
Карта

Ҡолсора (рус. Кульчурово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 455 кеше булған[4]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837001.

Тораҡ пункты беренсе мәртәбә 1795 йылда рәсми рәүештә телгә алына[5]. 1801 йылда Муллаҡай һәм Иҙрис ауылдарынан сыҡҡан башҡорттар яңы Ҡолсора ауылын булдыралар. Ауылға нигеҙ һалыусы — Ҡолсора Исмәғилев. Ҡолсораның атаһы — 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы Исмәғил Айытҡолов. Ҡолсораның ағалары Басай, Иманғол һәм Иҫәнғол Исмәғилевтар Басай ауылына нигеҙ һалалар. Ҡолсораға яңы ғаиләләр ҡушыла. 1812 йылда Иҙрис ауылынан 13 ғаилә күсенә. 1816 йылғы VII ревизия буйынса ауылда 26 йортта 180 кеше йәшәй. 1859 йылда 66 йортта — 325 кеше. 26 йылдан ауылда йорттар һәм халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелә: 44 йортта 270 кеше йәшәй[6].

Ҡолсораның ике улы була: Яҡшымбәт (1762 йылғы, уның балалары — Алласын, Әбделмән) һәм Арыҫланғол (1765—1813), уның улдары — Яхъя, Ишдәүләт, Ишмырҙа[6].

Ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар була. Вәлит Яҡшымбәт улы Ласынов (1790—1858) ике көмөш миҙал менән бүләкләнә, яурынына яралана. Уның улдары — Ҡотлоәхмәт (уның улдары — Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтйән), Юлмөхәмәт, Динмөхәмәт. Вәлит 6-сы кантондың начальнигы була. Көмөш миҙалы менән бүләкләнгәндәрҙең араһында Мәһәҙи Муллаҡаев. Буранбай Моталлапов, Байрамғол Мөхәмәтрәхимов, Ҡолгилде Аллағолов, Ҡаҙнабай Иманбаев 15-се башҡорт полкы составында Парижды яулауҙа ҡатнашалар[6]. .

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 429 207 222 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Һаҡмар йылғаһы уң ярында урынлашҡан[7].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 45 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 90 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)