Ҡолсора
Ҡолсора | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡолсора ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡолсора ауыл советы, Орск өйәҙе һәм Баймаҡ районы |
Халыҡ һаны |
458 кеше (2002)[2], 455 кеше (2009)[2], 429 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453662 |
Ҡолсора (рус. Кульчурово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 455 кеше булған[4]. Почта индексы — 453662, ОКАТО коды — 80206837001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты беренсе мәртәбә 1795 йылда рәсми рәүештә телгә алына[5]. 1801 йылда Муллаҡай һәм Иҙрис ауылдарынан сыҡҡан башҡорттар яңы Ҡолсора ауылын булдыралар. Ауылға нигеҙ һалыусы — Ҡолсора Исмәғилев. Ҡолсораның атаһы — 1755 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы Исмәғил Айытҡолов. Ҡолсораның ағалары Басай, Иманғол һәм Иҫәнғол Исмәғилевтар Басай ауылына нигеҙ һалалар. Ҡолсораға яңы ғаиләләр ҡушыла. 1812 йылда Иҙрис ауылынан 13 ғаилә күсенә. 1816 йылғы VII ревизия буйынса ауылда 26 йортта 180 кеше йәшәй. 1859 йылда 66 йортта — 325 кеше. 26 йылдан ауылда йорттар һәм халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелә: 44 йортта 270 кеше йәшәй[6].
Ҡолсораның ике улы була: Яҡшымбәт (1762 йылғы, уның балалары — Алласын, Әбделмән) һәм Арыҫланғол (1765—1813), уның улдары — Яхъя, Ишдәүләт, Ишмырҙа[6].
Ауылдан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар була. Вәлит Яҡшымбәт улы Ласынов (1790—1858) ике көмөш миҙал менән бүләкләнә, яурынына яралана. Уның улдары — Ҡотлоәхмәт (уның улдары — Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтйән), Юлмөхәмәт, Динмөхәмәт. Вәлит 6-сы кантондың начальнигы була. Көмөш миҙалы менән бүләкләнгәндәрҙең араһында Мәһәҙи Муллаҡаев. Буранбай Моталлапов, Байрамғол Мөхәмәтрәхимов, Ҡолгилде Аллағолов, Ҡаҙнабай Иманбаев 15-се башҡорт полкы составында Парижды яулауҙа ҡатнашалар[6]. .
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 429 | 207 | 222 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһы уң ярында урынлашҡан[7].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 45 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 90 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аллаяров Зиннәт Абдулла улы — педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының элекке мәғариф министры.
- Базиков Шәкирйән Шәмсетдин улы (1928 - 2007) - БАССР-ҙың, Башҡортостандың, РСФСР - Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы, СССР-ҙың урман хужалығы отличнигы. Урман, тәбиғәттең тотҡаһы, эшен намыҫ менән башҡарған кеше булды.
- Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (1896—1937) — хәрби хеҙмәткәр.
- Дәүләтшина М. Д. — БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10.11.1943), ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Йомағужина Нәркәс Әхәт ҡыҙы (1983—7.01.2023), театр артисы. 2006 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021). «Иң яҡшы йыл актёры» (2008, 2014)[8].
- Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21.01.1957), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003); Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Туйсина Флүрә Париж ҡыҙы (12.06.1958), йырсы. 1975—1992 йылдарҙа Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Фазуллин Йыһанур Йосоп улы (1955), ғалим-математик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы. Физика‑математика фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/kulsurovo.html
- ↑ Сельские советы
- ↑ В Башкирии умерла актриса Наркас Юмагузина, которой объявляли сбор средств на реабилитацию. ИА «Башинформ», 7 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2023)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |