Эстәлеккә күсергә

Ғафури районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафури районы
Ғафури районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Рәсми атамаһы Красноусольский район
Атамаһы Ғафури районы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Красноусол
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 36 778 кеше (1989)[1],
36 761 кеше (2002)[2],
35 669 кеше (2008)[3],
35 637 кеше (2009)[4],
33 869 кеше (2010)[5],
33 503 кеше (2012)[6],
33 092 кеше (2013)[7],
32 544 кеше (2014)[8],
32 091 кеше (2015)[9],
31 631 кеше (2016)[10],
31 364 кеше (2017)[11],
30 781 кеше (2021)[12]
Сиктәш Архангел районы, Белорет районы, Ишембай районы, Стәрлетамаҡ районы, Ауырғазы районы һәм Ҡырмыҫҡалы районы
Майҙан 3038,02 км²
Рәсми сайт gafury.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Ғафури районы Викимилектә

Ғафури районы (рус. Гафурийский район) — Башҡортостандағы муниципаль район — Башҡортостан Республикаһының урта өлөшөндә һәм Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторола, һуңынан 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Красноусол ауылы Өфөнән — 130 км, Стәрлетамаҡтан — 60 км алыҫлыҡта ята. Дөйөм майҙаны 3039 км² тәшкил итә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, районда йәшәүсе халыҡ һаны 35,6 мең иҫәпләнә. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, тыуым артыуы түбәнәйеп яңынан арта башлауы күҙәтелә: 1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 12 кеше тура килә. Районда 97 ауыл бар, шуларҙың иң ҙурҙары — Красноусол (10,8 мең кеше), Табын (1,9 мең) һәм Сәйетбаба (1,4 мең) ауылдары. Башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Район территоряһының ҙур өлөшө таулы (иң бейек урыны 600—700 м-ға етә), ярайһы уҡ дымлы, киң япраҡлы һәм ҡайын ҡатыш уҫаҡ урмандар менән ҡапланған. Көнбайышындағы тар тигеҙлекте Ағиҙел йылғаһы үҙәне биләй. Климаты бер аҙ ҡоро. Район ерҙәрендә һоро урман, туғай тупрағы һәм көлһыу ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гидрографик селтәрен Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдыҡтары Еҙем, Егән һәм Көгөш (Усолка) йылғалары барлыҡҡа килтерә.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Табын, Ҡарлы), быяла доломиты (Ташлы), кварц ҡомо (Ҡотлоғужа, Ҡарауылтау), ҡом (Табын), ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Татар Һаҫыҡкүле, Табын), эзбизташ (Воскресенск), гипс (Аҡташ), кирбес сеймалы (Һамар, Үтәш) ятҡылыҡтары барлығы әлеге көндә билдәле.

Аҡкүлдең тирә-яғында йәшәгән ҡондоҙ, һыуһар, шәшке, бурһыҡ һ.б. йәнлектәрҙе ҡурсалау өсөн Аҡкүл дәүләт заказнигы ойошторолған. Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Ҡотлоғужа ауылы янындағы диңгеҙ фауналы өҫкө аҡбур осоро тоҡомдарының күренеп ятҡан урыны, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1989 36 778 [1]
2002 36 761 [2]
2008 35 669 [3]
Йыл Халыҡ һаны
2009 35 637 [4]
2010 33 869 [5]
2012 33 503 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2013 33 092 [7]
2014 32 544 [8]
2015 32 091 [9]
Йыл Халыҡ һаны
2016 31 631 [10]
2017 31 364 [11]
2021 30 781 [12]

Халыҡтың тығыҙлығы 10.43 кеше — 1 км².

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 46 %, урыҫтар — 22,8 %, татарҙар — 21,7 %, сыуаштар — 7,8 %, башка — 1,7 %[13].

Район иҡтисады ауыл хужалығы һәм урман сәнәғәте тармаҡтары менән билдәле. Ауыл хужалығы ерҙәре 85,2 мең га (райондың дөйөм майҙанының 28 %) алып тора, шуның 50,3 мең га-һын — һөрөнтө ерҙәр, 12,2 мең га-һын — сабынлыҡтар һәм 22,7 мең га-һын көтөүлектәр тәшкил итә. Райондың Көнбайышдағы тигеҙлек көньяҡ урман-дала зонаһына ҡарай һәм яҙғы бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереүгә, күпләп һөт-ит етештереүгә яраҡлы тоҡомло һыйыр малы, сусҡа һәм һарыҡ аҫырауға махсуслашҡан. Умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ киң таралған. Райондың һөрөнтө ере күп булмаған көнсығыш тау-урман өлөшөндә ит-һөт йүнәлешендәге малсылыҡ өҫтөнлөк итә. Райондың 184,1 мең га майҙанын (Район территоряһының 60,6 %) урман ҡаплай. Ағас запасы 28529,5 мең м³, күбеһен өлгөргән һәм оҙаҡ торған йомшаҡ япраҡлы ағастар тәшкил итә. Нефть ятҡылыҡтарында «Ишембайнефть» НГДУ-һы эш алып бара.

Район территорияһын көнбайыштан ӨфөЫрымбур тимер юлы киҫеп үтә. Талбазы (Ауырғазы районы)Красноусол һәм АрхангельКрасноусолПетровск автомобиль юлдары дөйөм юл-транспорт селтәрендә мөһим роль уйнай.

Социаль-мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 57 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 11 урта мәктәп һәм башҡорт гимназияһы; Красноусол ПУ-һы, 33 дөйөм китапхана, 46 клуб учреждениеһы, Ҡаранйылға ауылында Ж.Кейекбаев музейы, үҙәк Район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар. Район территорияһында «Красноусол» курорты урынлашҡан. Башорт телендә «Табын», урыҫ телендә «Звезда» газеталары сыға.

Урындағы диалект (урта һөйләш)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта һөйләш тураһында дөйөм төшөнсә Урта һөйләш Башҡортостан Республикаһының Архангель, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Белорет районының — Инйәр, Иглин районының Ләмәз буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү телен үҙ эсенә ала. Улар табын ҡәбиләһенең ҡумрыҡ, баҙраҡ, кәлсер, кесе, дыуан, күрпәс, йомран-табын ырыуҙарына шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың гәрәй-ҡыпсаҡ һәм тәлтем-ҡыпсаҡ ырыуҙарына, ҡатайҙарҙың бер өлөшөнә ҡараған башҡорттар. Йомран-табындарҙың бер төркөмө элегерәк Ырымбур өлкәһенеңТуҡ һәм Соран буйҙарына күсеп ултырған һәм унда, нигеҙҙә, дим һөйләше үҙенсәлектәрен ҡабул иткән. Һөйләштең төп диалекталь үҙенсәлеге -лт, -нт, -ңт, -мт, -ңҡ, -ңк, -мҡ, -мк диссимилятив өн ҡушылмаларының ҡулланыуы менән характерлана. Бында л, м, н, ң тартынҡыларынан һуң яңғырау ғ, г өндәре урынына һаңғырау ҡ, к өндәре килә: дамҡа — әҙәби телдә тамға, ямҡыр — ямғыр, кемкә — кемгә, һин кенә — һин генә, ҡомҡан — ҡомған, еңкә — еңгә, саңҡа/саңҡы — саңғы (һунарҙа ҡулланыла торған махсус эшләнгән саңғы), таңҡа — таңға. Диссимилятив өн ҡушылмалары Асҡын һәм Ҡариҙел райондарында йәшәгән (һун) һәм балыҡсы ырыуҙары башҡорттарының теле, йәғни ҡариҙел һөйләше һәм Ғафури, Ишембай райондарының Егән буйында урынлашҡан типтәр ауылдарының һөйләү теле өсөн дә характерлы. Был күренеш буйынса урта һәм ҡариҙел һөйләштәренең себер татарҙары, һары уйғырҙар һәм боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының теленә яҡынлығы бар һәм ул бик үҙенсәлекле боронғолоҡ күренеше тип иҫәпләнә. Бынан тыш урта һөйләштә һүҙ башында б-п өндәренең төп килеше, йәғни б өнө урынына һаңғырау п өнөн ҡулланыу шулай уҡ характерлы үҙенсәлектәрҙең береһе иҫәпләнә. Мәҫәлән: пысҡы — әҙәби телдә бысҡы «пила», пысаҡ — бысаҡ, палта — балта, пыйала — быяла, пысраҡ — бысраҡ, паҙар — баҙар, пармаҡ — бармаҡ, палтаҡ — балдаҡ, пажа — бажа, паҡта баҡта «весенняя линька, шерсть весенней стрижки», пелеү — белеү. Һүҙ башында б өнө урынына п өнөн ҡулланыу буйынса урта һөйләш күршеләге егән һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты составындағы ҡариҙел һөйләшенә, алтай һәм уйғыр телдәре һөйләштәренә, сыуаш һәм себер татарҙары теленә яҡын тора . Б өнө шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында ла п өнөнә күсә: тупырсыҡ — әҙәби телдә тубырсыҡ, ҡапырсаҡ — ҡабырсаҡ, йапалаҡ — ябалаҡ. Һөйләштә һүҙ башында т өнө урынына д өнөн ҡулланыу күҙәтелә: дуғай — әҙәби телдә туғай, дамға — тамға, думар умарта — түмәр умарта, дирән — тәрән, дүңгәк — түңгәк. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтарҙа һүҙ башында д, т өндәре параллель рәүештә килә: донйа/тонйа — әҙәби телдә донъя, дәғә — таға, домбойоҡ — томбойоҡ, дәүәт — тәүәт. Һүҙ башында һ өнө, бүтән позицияларҙа иһә, шулай уҡ ике һуҙынҡы араһында күп ваҡыт ҫ өнө ҡулланыла: һикҫән — әҙәби телдә һикһән, туғҫан — туҡһан, танҫыҡ — танһыҡ, ҡорҫаҡ — ҡорһаҡ, һыуҫау — һыуһау, йаҫау — йаһау, ғоҫор — ҡоһор. Көнсығыш һөйләштәрҙәге һәм ҡариҙел һөйләшендәге һымаҡ уҡ, урта һөйләштә лә -а/-ә өндәренә бөткән хәл ҡылымдар менән ал- модаль ҡылымы алдына ике һуҙынҡы араһына й өнө өҫтәлә, ә л өнө төшөп ҡала: бара-й-алмайым — бара алмайым, тора-й-алмайым — тора алмайым, әйтә-й-алмайым — әйтә алмайым. Ә л сонанты, ғөмүмән, ал-, һал-, ҡал-, шулай уҡ һирәкләп бул-, кил- ҡылымдарының үткән һәм киләсәк заман формаларында төшөп ҡала: Йөрөмәгән геше ғаманты — Йөрөмәгән кеше ҡалманы; Эй бүлли бул, бүлли бул, бүҙәнәләй түлли бул; бер ғулың майҙа бу(л)һын, бер ғулың балта бу(л)һын, кө(л)өксәң тулы көл бу(л)һын, итәгең тулы ит бу(л)һын, итәгең тулы ул бу(л)һын, ҡаҙаның тулы ит бу(л)һын (еҙем һөйләшсәһе). Урта һөйләш көньяҡ диалекттың егән, эйек-һаҡмар, дим, көнсығыш диалекттың ҡыҙыл һөйләштәре менән сиктәш урынлашҡан. Һөйләштең көнбайыш өлөшө айырыуса дим һәм өршәк һөйләштәре менән тығыҙ аралашыу процесын кисерә. Һөйләш нигеҙҙә лексик үҙенсәлектәре буйынса өс һөйләшсәгә бүленә. Улар — инйәр, еҙем һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләре. Инйәр һөйләшсәһе — Белорет районының ҡатай, Архангел районының бүҙрәк-табын һәм ҡумрыҡ-табын ырыуҙары башҡорт ауылдары өсөн характерлы. Ғафури районының кәлсер-табын һәм кесе-табын ырыуы башҡорттарының һөйләү теле — инйәр һөйләшсәһенә, Ҡырмыҫҡалы районы йомран-табын һәм дыуан-табын ырыуы ауылдары ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһенә берләшә. Һөйләшсәләрҙең һүҙлек составы диалекталь синонимдарҙың ғәйәт күп булыуы менән айырылып тора. С. Ф. Миржанова был күренеште урта һөйләштең башҡа һөйләштәр менән әүҙем бәйләнеш һөҙөмтәһе тип аңлата. Мәҫәлән, инйәр һөйләшсәһендә махсус һораулыҡ буйынса яҙып алынған 90 диалекталь һүҙҙең 50-нән артығырағы, ғөмүмән, бөтөн көньяҡ диалект һөйләштәре өсөн уртаҡ лексик берәмек иҫәпләнә (мәҫәлән: ҡаҙна «наличник нар», ҡәйенһеңне «младшая золовка»), 32-һе — ҡыҙыл һөйләше (албар «хлев», тәпәс «цеп», мышар «рябина», ҡойолтороҡ «неказистый», туҡрау «остановиться»), 16-һы — күбәләк һөйләше (тупый «шапка мужская», шәүкәләй «шапка детская», ләшә «снег на деревьях», әберсә «малина»), 16-һы — төп урта һөйләш диалектизмдары (ләс «водянистый (о хлебе)», сөңкөлтәк «ворчун», мәретеү «подтаивать (о снеге)», тыуыш «наледь», йаңҡыҙайаҡ «земляника») һәм бары тик етәүһе һөйләшсәнең үҙе өсөн характерлы диалектизм булып тора (ауһар — әҙәби телдә иҫәр «глупый», әрҙәмәс — әрһеҙ «беспардонный»; һарымай, һарыбаш, аҡпабай — бәпембә «одуванчик в цвету и после цветения»; шәкәлшәй, сәкәлсән, мәшәй — йәкәл «бабка»; урман кәзәһе — ҡоралай «косуля»; әтәрбай — кәрлә «карлик», әтүкәш, өтөкөш алыу «окунуться в холодную воду перед купаньем») . Гөлнур Якупованың «Ҡатындар» трилогияһында диалектизмдар Гөлнур Якупова үҙенең әҫәрҙәрен башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә таянып ижад итә. Ысынлап та, фәҡәт халыҡ ижады менән йәнле һөйләү телен яҡшы белгәндә генә, уларҙы ижад процесында дөрөҫ файҙаланғанда ғына һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға мөмкин. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның фразеологик берәмектәре һәм мәҡәлдәрен уңышлы файҙалана, туған телебеҙҙең һүрәтләү, тасуирлау саралары менән оҫта эш итә. Бынан тыш, Г.Якупова әҫәрҙәрендә профессиональ һәм көнкүреш терминдарын, иҫкергән һәм тарихи һүҙҙәрҙе, бик күп топонимик атамаларҙы — ер-һыу исемдәрен осратабыҙ. Шуныһы ла мөһим: әҙибә ғәрәп, фарсы, урыҫ теле аша ингән башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен дә киң һәм оҫта ҡуллана. Ысынлап та, трилогия менән танышҡан саҡта урта һөйләштә (бигерәк тә еҙем һөйләшсәһенә ҡағылышлы) актив ҡулланылған бик күп диалект һүҙҙәрҙе осратырға мөмкин өс төркөмгә бүлергә мөмкин: вариант диалектизмдар, лексик диалектизмдар, семантик диалектизмдар. Вариант диалектизмдар — семантик яҡтан айырылмаған, әммә әҙәби телдәге һүҙҙәрҙән өн үҙенсәлеге, морфологик ҡоролошо йәки ялғауҙарҙағы өндәре яғынан айырылған өндәр инә: ысвикла — сөгөлдөр, анта — унда, мынта — бында, тиеп — тип, шуңа — шуға, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ, инте- инде, көпә-көнтөҙ — көпә-көндөҙ, мына — бына, типтер — тиептер, апҡайтһа — алып ҡайтһа, әйбәт — һәйбәт, ҡыҙый — ҡыҙыҡай, малатса — молодцы, сәтләүек — сәртләүек, үрҙәк — өйрәк, барник — парник, йәмкә — йәмгә, көтөй — көсөк, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ-саҡта. Лексик диалектизмдар — башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр: мөстән — урам буйында күп йөрөргә яратуысы кеше, иветә — күпселек һорауҙарҙа, диалогтар аҙағында ҡулланыла, кәбәркә — келәт, бәс — темпераментлыҡ: аптырау, ҡыуаныу, ярһып әйтеү ҙә, ҡыҫҡаһы, эмоцияларҙы белдерә, әтнәкәһе — сере, мыҙыҡараҡ — яйыраҡ, һүлпәнерәк, силсәүит — ауыл биләмәһе башлығы (сельсовет,), бәләсник — бәлә һалырға ярытыусы кеше, буйтым — күп, шарҡылдаҡ — юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көлөргә яратыусы кеше, елгүтән — елдәй еңел ҡуҙғалып хәбәрен уйламайыраҡ һөйләүсе. Семантик диалектизмдар — әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр: итә — уйлай, елле -шәп, апа -апай, абый — ағай өндәшә, тая һалдым — ҡаса һалдым, йәме — яраймы, йүнләп — яҡшылап, сүмес — ижау, ҡойо- ҡоҙоҡ, инәй — әсәй. "Диалекттарҙы мин махсус индереп ебәрәм ул, төрлө төбәктәрҙекен, геройҙарымдың теле байыраҡ булһын өсөн, " — ти әҙибә һәм был ысынлап та шулай. Уҡыусы берҙән — бер ерле һөйләштең диалекты менән танышһа, икенсенән — бындай әҫәрҙәрҙе уҡыуы ла күңеллерәк.

Тәү сиратта трилогиянан вариант диалектиздарҙы ҡарап үтәйек: Эт балаһын еҙем һөйләшсәһендә көтөй тип атау бар: Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө — Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шәкәрҙе — бисүк, сөгөлдөрҙө — ысвикла тип йөрөтөү бар еҙем һөйләшсәһендә: Әйткәндәй, беҙҙә уны «ысвикла» тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәһе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: «ысвикла бисәләре». Бығаса өйрәнеп бөтөр инек «ысвикла бисәһе» булып. — Сөгөлдөр түгел — ысвикла! — тип ҡысҡыра бирҙе Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән. «Ҡатындар» трилогияһында лексик диалектизмдар йәғни башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр ҙә бик күп һәм урынлы ҡулланыла. Трилогиялағы миҫалдарҙа ҡарап үтәйек: Бәләһен һалырға яратыусы кешене еҙем һөйләшсәһендә бәләсник тип атайҙар: — Бәләсник. Шул кәүҙәң менән. Мәш килеү — донъяңды онотоп нимәлер эшләү, шуның менән генә булышыу: Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Беҙ ҙә Зөлхизә янында мәш киләбеҙ. ла мөстән — урам буйында бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүсе кешенең ҡушаматы булараҡ ҡулланыла: — Һынды бит ҡалтағайым, аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Ҡайтып етә инем, бынау мөстән юлымды бүлде. «Чырагым, ғай, син кайда?» — тип йыш ҡына әрәмәлектә эҙләп йөрөй шул кәзәһен, мөстән әллә уныһы? Кәбәркә — еҙем һөйләшсәһенән башҡа һөйләштәрҙә бөтөнләй телмәрҙә ҡулланылмаған тиерлек һүҙ йәғни әҙәби телдә келәт һүҙен алмаштырып килә: Мейес башын, карауат аҫтарын, соланды-кәбәркәне тотош ҡарап сыҡтылар. («Ағиҙел» 2010, № 10, 22-се бит). Әсмә ошо арауыҡта кәбәркәлә һутлыраҡ булып ҡыҙарып бешеп ятһын өсөн турпыша менән ҡаплап баҫырылған баланды баулай, оло мейестә муйыл киптерә, бәшмәк тоҙлай, сәтләүек таҙарта — урмандағы кейектәр шикелле, ҡышҡыллыҡҡа сырса әҙерләй. Еҙем һөйләшендә башҡа һөйләштәрҙә, һөйләшсәләрҙә бөтөнләй тиерлек ҡулланылмаған ивит/иветә һүҙе бар. Ж.Ғ.Кейекбаев «Туғандар һәм таныштар» романында уны ибит тип ҡулланған ине, ә Г.Якупова трилогияһында иветә тип ҡуллана: — Һин — Зирәк Райхана, иветә? — ти һалам, үҙем бесәй һымаҡ ҡартәсәйемә һырпаланып алам. Ҡалышмаҫһың, үҙҙырып ебәрерһең әле унан, иветә? — Иветә! — Шулай тинем дә, ҡартәсәйем биргән ике төргәкте, аҡ һәм ҡара сатинды, ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, Татар әбекәйгә йүгерҙем Трилогияла семантик диалектизмдарға ла урын бирелгән, яҙыусы әҙәби телдә бер мәғәнәлә, һөйләштәрҙә икенсе мәғәнәлә ҡулланған һүҙҙәрҙе миҫалдарҙа ҡарайыҡ: Абый, апа һүҙҙәр — тигән уҡытыусы ағайға һәм апайға өндәшеү бар (исеменә ҡушып, атаһының исемен әйтмәй генә): Ә уҡырға мине Мәүлиҙәнең атаһы Әмин абый (беҙҙә уҡытыусыларҙы «абый», «апа» тип йөрөтәләр), өйҙәгеләрҙән дә һорап тормай, етәкләп алды ла китте. Уңарсы абый класс таҡтаһын ҡап уртаға бүлеп, вариантлап мәсьәләләр яҙырға тотондо Шәп һүҙе лә елле һүҙе менән алмаштырыла, мәҫәлән: Елле йүгерә, иветә? (шәп йүгерә, иветә?). Трилогияла ла бар ундай алмаштырыуҙар: Минең башҡа яңыраҡ елле генә бер шиғыр килгәйне, әй, онотмаҫмын әле, тип яҙып ҡуйманым — аҙаҡ иҫләп ҡараным да, ҡайҙа, ти, ул — осҡан. Шулай уҡ йәме урынына ярай менән, тая һалдым — ҡаса һалдым урынына алмашынып киләләр: Өләсәй, шул орденыңды алырға Мәскәүгә барыуыңды һөйләрһең әле берәй ваҡыт, йәме. — Кәнсәләрҙән ҡайтышлай инеп алырым, йәме! — Йәме, йәме. Ҡыҙый, һин ҡалмайһың инде, килерһең, йәме. — Йәме. Бик күрәһем килә ул яҡтарҙы. — Абыйҙың һынап ҡарап тороуын һиҙеп, шып туҡтаным да тая һалдым янынан. Тайҙым тиҙерәк, ныҡ һуҡмаһа ла, эләктереүе бар — бүтән төкөрмәҫтәй булырһың.

  1. 1,0 1,1 Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  4. 4,0 4,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  5. 5,0 5,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  6. 6,0 6,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  7. 7,0 7,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  8. 8,0 8,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  9. 9,0 9,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  10. 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  11. 11,0 11,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  12. 12,0 12,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  13. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 11 июнь 2013 года. 2018 йыл 27 август архивланған.
  14. Муниципальный район Благовещенский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная / Район / Почетные граждане: Гололобов Николай Михайлович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Клявлин Марс Сәлих улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)
  16. Сайт Популярные лица Рунета. Мазитов Фанил Хажигареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  18. Башҡорт энциклопедияһы — Чунин Евгений Петрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2019)
  19. Башкирская энциклопедия — Якупов Фарват Абдуллович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2018)