Анкара
Ҡала | |
Анкара Ankara | |
Ил | |
---|---|
Статус |
баш ҡала |
Координаталар | |
Мэр |
Ибрахим Мелих Гёкчек |
Элекке исеме |
Ансира |
Майҙаны |
1 417 км² |
Высота НУМ | |
Халҡы | |
Тығыҙлығы |
3451 кеше/км² |
Этнохороним |
анкарасы |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+90 312 |
Почта индексы |
06x xx |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
ankara.bel.tr |
Анкара́ (Анҡара; төр. Ankara) — Төркиәнең баш ҡалаһы. Ҡала халҡы 4,9 миллион кешенән күберәк[2]. Халыҡ һаны буйынса икенсе ҡала. Анҡарала Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ), Төркиәнең юғары кассация суды (Яргытай) штаб-фатиры урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Анатолия яҫы таулығында, Анкара һәм Чубук йылғалары ҡушылған ерҙә, диңгеҙ кимәленән 938 м бейеклектә урынлашҡан[1][3], был илдең үҙәк өлөшө. Ҡара диңгеҙгә тиклем алыҫлыҡ яҡынса 400 км тәшкил итә, Урта диңгеҙгә — 500 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анкара — Кесе Азияның иң боронғо ҡалаларының береһе. Б.э.т. VII быуаттан беҙҙең эраға тиклем грекса А́нгора йәки А́нкира (Ἄγκυρα, «якорь») тигән атама менән билдәле булған. Ул Европа менән Азияның ҡыҙыу сауҙа бәйләнештәре киҫелешендә урынлашҡан. Византияның һуңғы осоронда ҡалала бик күп бай грек ғаиләләре йәшәгән булған[4].
1071 йылда, Византия империяһы армияһының Манцикерт янындағы еңелеүенән һуң, Анкара сәлжүктәр ҡулына күсә. Ул саҡта христиандарҙы ҡырыу булмай әле.
1098 йылда ҡаланы төрөктәрҙән Беренсе тәре яуы тартып ала, әммә улар китеү менән ҡалаға төрөктәр кире ҡайта.
1118 йылда византиялар Ангираны ваҡытлыса кире ҡайтара алалар. Мәгәр 1176 йылда төрөктәрҙән еңелеүҙәре, 1182 йылда ҡамауҙа ҡалыуҙары һөҙөмтәһендә гректар Ангираны һаҡлап ҡала алмай. 1183 йылда гректар ҡаланы инде бөтөнләйгә ҡулдан ысҡындыра[5]. XII быуат ахырында ҡалала православие бик тиҙ кәмей.
1402 йылда Анкара янында Аҡһаҡ Тимер менән солтан Баязит I араһында яу сыға, ул тарихҡа «Анкара яуы» (рус. Ангорская битва) булып инеп ҡала. Солтан ғәскәре ҡыйратыла, ә үҙе Аҡһаҡ Тимергә әсир булып төшә. Был хәлдәрҙән һуң ҡала бөлгөнлөккә төшә, Морат II осоронда ҡала яйлап үҫә һәм тергеҙелә башлай.
1912 йылда бында йәшәгән халыҡ һаны: төрөктәр — 32 692 кеше, әрмәндәр — 12 019 кеше, гректар — 3 154 кеше[6].
1919 йылда ҡалала төрөк милли-азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы Мостафа Кәмал Ататөрктөң төп ставкаһы тора
1922 йылға тиклем Анкара ҡәҙимге ҡала булып тора. 1923 йылдың 13 октябрендә Анкара баш ҡала тип иғлан ителә[7].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы — 4 890 893 кеше (2011)[2].
Анкарала йәшәүселәр[8] | ||||||
2011 | 4 890 893 | |||||
2010 | 4 431 719 | |||||
2009 | 4 306 105 | |||||
2008 | 4 194 939 | |||||
2007 | 3 763 591 | |||||
2000 | 3 203 362 | |||||
1997 | 2 917 602 | |||||
1990 | 2 559 511 | |||||
1985 | 2 228 398 | |||||
1980 | 1 800 587 | |||||
1975 | 1 606 040 | |||||
1970 | 1 236 152 | |||||
1965 | 905 660 | |||||
1960 | 650 067 | |||||
1955 | 451 241 | |||||
1950 | 288 536 | |||||
1945 | 226 712 | |||||
1940 | 157 242 | |||||
1935 | 122 720 | |||||
1927 | 74 553 | |||||
Йыл һәм халҡы |
0—4 | 331 158 |
| ||
5—9 | 345 329 |
| ||
10—14 | 357 559 |
| ||
15—19 | 354 576 |
| ||
20—24 | 419 914 |
| ||
25—29 | 431 961 |
| ||
30—34 | 398 132 |
| ||
35—39 | 373 252 |
| ||
40—44 | 342 467 |
| ||
45—49 | 310 850 |
| ||
50—54 | 257 265 |
| ||
55—59 | 195 040 |
| ||
60—64 | 140 901 |
| ||
65—69 | 104 618 |
| ||
70—74 | 74 064 |
| ||
75—79 | 62 950 |
| ||
80+ | 48 894 |
|
Хакимиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала властары хөкүмәттән ҡуйылған губернатор етәкселек иткән төбәк хакимиәтенә буйһона[10]. Ҡалаға һайланып ҡуйыла торған Ҡала советы һәм уның алдында яуаплы мэр идара итә[11]. Оло Анкараның 17 муниципалитеты, 422 мәхәлләһе һәм 82 ауылы бар[12].
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анкара — Төркиәнең (Истанбулдан һуң) әһәмиәте һәм потенциалы буйынса икенсе иҡтисади үҙәге. Уның үҫеше транспорт юлдарында уңайлы урынлашыуы, дәүләт хеҙмәткәрҙренең һәм студенттарҙың байтаҡ һаны, сәнәғәт объекттары, банктар һәм сауҙа компаниялар булыуы менән билдәләнә. Ҡаланың Ҡарабәктәге металлургия базаһына, таш күмере Зыңғылдаҡтағы таш күмере ҙе сығарған урындарға һәм эре ауыл хужалығы сеймалы сығанаҡтарына яҡын булыуы ҡалала һәм уның тирәһендә эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Сәнәғәт предприятиелары ҡаланың төрлө райондарында урынлашмаһын өсөн1990 йылда тәүге сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә, унда Анкара индустрияһының яҡынса 80 % туплана.
«Остим» һәм «Иведик» промзоналары бар, унда башлыса урта һәм ваҡ предприятиелар туапланған. Оло Анкара районында 2,3 һәм 5 сәнәғәт зоналарын булдырыу буйынса эштәр башланған. Анкара сәнәғәт палатаһында яҡынса 3000 предприятие теркәлгән. Бөтәһе 53 мең тирәһе сәнәғәт объекттары бар, уларҙа 380 меңдән ашыу кеше эшләй, улар араһынан 19 % — автомобиль һәм авторемонт сәнәғәте, 14 % — электр-техник тармағында һәм 10 % — аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә. 45 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип һанала.
аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә10-14 кешелек бәләкәй кафелар таралған. Шәкәр, һөт һәм ит аҙыҡтары, сәскәләр етештереү буйынса, цемент предприятиелары, грузовиктар эшләү заводы бар. Анкарала шулай уҡ кейем тегеү, медицина препараттары һәм ҡоролмалар әҙерләү буйынса предприятиелар бар. Бик тиҙ темптарҙа туҡыу һәм мебель сәнәғәте үҫешә.
Анкара — әһәмиәте буйынса Истанбулдан һуң Төркиәлә икенсе финанс-кредит үҙәге. 2002 йылда баш ҡалала яҡынса 600 бүлек һәм 3 дәүләт һәм 30 шәхси банктар иҫәпләнә. Ҡала шулай уҡ милли сауҙала байтаҡ роль уйнай[13].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең үҙәгендә урынлашҡан Анкара иң мөһим төрөк ҡалалары — Истанбул, Измир, Балыҡкәсир (көнбайышта), Испарта һәм Бурдур (көньяҡ-көнбайышта), Зыңғылдаҡ (төньяҡта), Адана (көньяҡта), Диярбаҡыр (көнсығышта) тура тимер юлы менән бәйләнгән. Ул мөһим шоссе киҫелешендә урынлашҡан. Халыҡ-ара автобутары Төркиәнең төрлө райондарына йөрөй, улар аша — сит илгә. Халыҡ-ара автотранспорт бәйләнеше Анкара аша 100-ҙән ашыу компанияның 3,3 мең төрлө автомобиле һәм 110 фирманың 161 автобусы менән булдырыла. Баш автовокзал тәүлегенә 100 автобус ҡабул итә, Ҡызылайҙа урынлашҡан ?әм ҡала үҙәге менән автобус элемтәһе менән бәйләнгән. Баш ҡаланан 30 км алыҫлыҡта халыҡ-ара Эсенбога аэропорты урынлашҡан. ул шулай уҡ Төркиә ээсендәге рейстарҙы тәьмин итә.
Анкара ҡала йәмғиәт транспортын автобустар, Ankaray еңел рельслы транспорт линияһы, дүрт метро линияһы һәм ҡанат юлы тәшкил итә. EG компанияһы Анкара ҡала йәмғиәт транспортының операторы булып тора.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ankara, Turkey: Latitude, Longitude and Altitude
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Türkiye İstatistik Kurumu - Adrese Dayalı Nüfus Kayıt Sistemi 2011 Yılı Sonuçları 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Republic of Turkey Ministry of Culture and Tourism — City Guide: Ankara — Introduction . Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано из оригинала 19 апрель 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Vryonis Decline of Medieval Hellinism in Asia Minor | Anatolia | Byzantine Empire
- ↑ http://www.historyonmaps.com/ColourSamples/cbig/Byzant1ujabb.jpg
- ↑ George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
- ↑ Republic of Turkey Ministry of Culture and Tourism — City Guide: Ankara — History . Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано из оригинала 3 апрель 2011 года. 2011 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Turksat.gov.tr — City and village population, annual growth rate of popupation, surface area and density by districts
- ↑ TÜİK, İl yaş grubu ve cinsiyete göre nüfus — 2008, Ankara . Архивировано из оригинала 20 сентябрь 2011 года.
- ↑ T.C. Ankara Valiliği
- ↑ Ankara Büyükşehir Belediyesi . Дата обращения: 20 октябрь 2006. Архивировано из оригинала 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Türkiye Mülki İdare Bölümleri Envanteri
- ↑ Economies by City in Turkey: Economy of Ankara, Economy of Balikesir, Economy of Bartin, Economy of Hatay, Economy of Istanbul
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Приложение к журналу «Новое время», выпуск 2, 1971 год.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анкара на сервисе Яндекс.Панорамы.
- Governorship of Ankara
- Municipality of Ankara . Архивировано из оригинала 30 ноябрь 2012 года.
- Esenboğa International Airport . Архивировано из оригинала 17 апрель 2019 года.
- Ankara.com