Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2018
Уҡыу көйләүҙәре
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
ғинуар 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Василий Блаженный сиркәүе (һүрәттә) Иван Грозный бойроғо буйынса Ҡазанды яулау иҫтәлегенә төҙөлә.
- Бынан 500—300 миллион йылдар элек хәҙерге Урал тауҙары урынында ике ҡитғаны бүлеүсе Урал океаны булған, уның ҡайһы бер рифтарынан барлыҡҡа килгән шихандары әле лә һаҡланған.
- Бер бөтөн булған серб халҡын дин бүлгән: мосолман өлөшө Босния һәм Герцеговинала, православие өлөшө Сербияла һәм католик өлөшө Хорватияла айырым дәүләттәрҙә йәшәй.
- Рәшит әд-Диндең «Уғыҙнамә»һенә ярашлы, Уғыҙ хандың ғәскәрҙәре башҡорттарҙың Оло Балғур исемле ҡәлғәһен һәм илдәрен яулап ала, шулай уҡ уларҙың Ҡарашит тигән падишаһын әсиргә ала.
- Европа илдәрендә Сиркәү һалымы (ингл. Church tax) — ғәҙәти хәл. Был һалым дин конфессияларына һалына. Финляндияла граждандарҙың килеменән 2 %-ҡа етә. Австрияла Сиркәү һалымын 1939 йылда Гитлер индерә һәм артабан Сиркәүҙең азатлығын һаҡлау маҡсаты менән ҡалдырыла.
- Урыҫтарҙан Санкт-Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты Пётр Иванович Рычков яҙып ҡалдырыуынса, башҡорттар Бөрө ҡалаһына исем биргән йылғаны йәнлек исеме менән — Бүре тип атағандар.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләгән артиллерисы ике тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» званиеһына лайыҡ тип күрһәтелә, әммә был исем уға бирелмәй.
март 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.
- 1866—1870 йылдарҙағы Бразилия, Аргентина һәм Уругвайға ҡаршы һуғыш һөҙөмтәһендә Парагвай үҙенең ярты территорияһының юғалта, ә халҡы 60—70 %-ҡа тиклем кәмей.
- 1918 йылдың мартында Борай ауылында Борай башҡорт кантоны ойоштороу тураһында иғлан ителә, үҙидара орган — Борай башҡорт милли советын төҙөлә.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың 7 мартында Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзалары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов һәм уларҙың кәңәшсеһе булған 5 поляк офицеры большевиктар тарафынан атып үлтерелә.
- 15 йәшлек Рәсәй фигурисы Алина Заһитова 2018 йылда Пхёнчханда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын һәм көмөш миҙалдарын яулай.
- 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә.
апрель 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорттарҙың мең һәм ғәйнә ҡәбиләләренең атамаһы 1000 һанын аңлата: улар икеһе лә боронғо ғәскәри берәмек исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин.
- «Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығында Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең хакимы Һарун әр-Рәшит ғәҙел батша булып һүрәтләнә.
- 1230-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән мадьяр монахы Юлиан, Башҡортостан хакимының мосолман диненә ныҡ инаныуы тураһында хәбәр иткән.
- 1386 йылдың 14 февралендә Краковта Бөйөк Литва кенәзе Ягайло суҡындырылып, Польша королеваһы Ядвига менән никахлашҡандан һуң Речь Посполитая дәүләте барлыҡҡа килә.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Мулла II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Шулай уҡ беҙҙең эраға тиклемге 2026 йылға ҡараған Көньяҡ Уралда табылған археология ҡаҙылмаларына ярашлы Ике тәгәрмәсле арбаларҙы (рус.)баш. тәү башлап һынташты мәҙәниәте кешеләре ҡуллана башлаған.
- Мали империяһы хакимы Муса Манса 1324 йылда хаж ҡылғанда уны 60—80 мең кеше оҙатып барған. Мәккәгә барған юлда Мали хакимы үҙенең 12 750 тонна алтынын халыҡҡа таратҡан.
- Алтын Урҙала рәсми рәүештә ислам динен ҡабул иткән ханға ғәрәп илсеһе Ибн Баттута бик юғары баһа бирә: «Донъялағы иң бөйөк һәм иң ҡеүәтле ете батшаның береһе ул».
февраль 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1728 йылдың мартында Йәркәй Ейәнсурин етәкселегендәге башҡорт делегацияһы император Пётр II «башҡорттарҙың Ҡазан чиновниктарынан ҡыҫырыҡлауға дусар ителеүҙәре һәм уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау тураһында» прошение бирә, һөҙөмтәлә Өфө провинцияһы махсус статуслы үҙ аллы территория тип иғлан ителә һәм Ҡазан губернаһы составынан сығарыла.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың апрелендә Ырымбурҙа большевиктар тарафынан ҡулға алынған Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын (Мутин, Йәғәфәров, Мерәҫов, Вәлидов, Айытбаев, Әҙеһәмов, Сәлихов) Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге отряд азат итә һәм артабан автономия хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелә.
- Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары һөнәре буйынса инженер-архитектор булған.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт ҡатын-ҡыҙы да яңы технология уйлап табыуы һөҙөмтәһендә, Өфө нефть эшкәртеү заводында етештерелгән яғыулыҡ материалдарының фронтҡа өҙлөкһөҙ тапшырылыуы тәьмин ителә.
- 2018 йылда Шәкетау шиханында быға тиклем Евразияла осрамаған боронғо моллюск төрө — Проперринитес аммонитының ҡалдыҡтары табыла. Аммонит 295 миллион йыл элек океан төбөндәге ошо шихан-рифта йәшәгән.
май 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Көньяҡ Уралда урынлашҡан Ҡараташ тауы (рус.Карандаш) — донъяла иң боронғо тауҙарҙың береһе, уның тау тоҡомдары 4,2 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән.
- XII быуат ғәрәп географы Иҙриси хәбәр итеүенсә, болғар ҡәбиләләре йыш ҡына башҡорттарҙың Ҡараҡыя, Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалаларына һөжүм иткәндәр.
- Шота Руставелиның «Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» поэмаһы Грузия батшабикәһе Тамараны данлауға йүнәлтелгән.
- 13 йыл хакимлыҡ итеү дәүерендә бер туҡтауһыҙ тиерлек алып барған һуғыштарҙа Ғосман солтаны Баязит I бер генә тапҡыр еңелә һәм был еңелеү уның өсөн фажиғәле тамамлана — 1402 йылда Анкара алышында Аҡһаҡ Тимер ғосман ғәскәрен тар-мар итә һәм солтанды әсирлеккә ала.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың 15—17 майында Ҡостанай ҡалаһында башҡорт (Башҡортостан автономияһы) һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) милли-азатлыҡ хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе үтә, бында берҙәм контрреволюцион көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.
- Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән башҡорт снайперына Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған.
- Икенсе донъя һуғышы осоронда партизан отрядын ойошторған македон ҡыҙына милли герой исеме бирелә.
- Ҡөрьәндә һөҙһөт ҡоштар батшаһы булараҡ телгә алына, уға ҡурайҙа башҡарылған башҡорт халыҡ көйө арналған.
- Әлеге ваҡытта Википедияла Башҡортостан Республикаһы тураһында 110 телдә мәҡәлә бар. 2017 йылда уларҙы 950 913 мәртәбә уҡығандар (шул иҫәптән рус телендә — 554 498, инглиз телендә — 143 641, немец телендә — 39 899, төрөк телендә — 17 826, поляк телендә — 13 995, япон телендә — 12 671, итальян телендә — 10 383, ғәрәп телендә — 7 080, фарсы телендә — 6 458, мадьяр телендә — 6 116, башҡорт телендә — 3 734, татар телендә — 1 407)
июнь 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ерҙә иң ҡоро Атакама сүле — Ерҙең иң ҡоро төбәге булып тора, бында 1570 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр ҙур яуым-төшөмдәр булмауы хаҡында дәлилдәр бар.
- «Һуңғы Һартай» хикәйәтенә ярашлы, һарт ҡәбиләһе башлығы Ялыҡ бей улдары Сәрмәсән һәм Ҡармасан менән бергә әмир Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаршылыҡ күрһәткән, Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Хажи мәсетендә доға ҡылған.
- Бынан йөҙ йыл элек, 1918 йылдың июнендә Башҡорт хәрби шураһы һәм 1-се Башҡорт пехота полкы ойошторола.
- Башҡортостан автономияһы ойоштороусыларының береһе Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға яратҡан, ҡурайҙа ла уйнай белгән.
- Бер ауылдан — БАССР-ҙың өс халыҡ комиссары (Абыҙбаев,Дауытов,Ишмөхәмәтов) сыҡҡан.
июль 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Фараз буйынса тарихи Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы тип иҫәпләгән Ҡазый мәсетенә нигеҙ һалыныуын XIV быуат башында йәшәгән «Башҡортостандың беренсе имамы» — ҡазый Хөсәйенбәктең эшмәкәрлегенә бәйле. 1736 йылдың яҙында башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында был таш мәсет И. К. Кириловтың каратель отрядтары тарафынан емерелгән.
- Бынан йөҙ йыл элек, 1918 йылдың июль-авгусында Башҡортостан автономияһының милицияһы ойошторола, уның етәксеһе итеп Ә. Ә. Бейешев тәғәйенләнә.
- Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан Аҡҡолов 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы буйынса батша Пётр I бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә һәм 1722 йылдың 12 февралендә Сергеевты үлем язаһына хөкөм итеүсе суд процессында ла ҡатнашырға ирешә. Бындай «ғәҙеллеккә ирешеү» ул осор өсөн көтөлмәгән хәл була (мәҫәлән, ошондай уҡ башҡорт илселеген етәкләгән Дөмәй Ишкәевтең үҙен язалап үлтерәләр).
август 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе, ул хаж тамамланыуын белдерә, һәм зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни Ураҙа ғәйетенән һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
- Көньяҡ Месопотамияла — Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә цивилизация барлыҡҡа килеүҙе ғәҙәттә шумерҙар менән бәйләйҙәр.
- Астрономияла Әбүғәлисина Аристотелдең «йондоҙҙар Ҡояш яҡтыһын сағылдыра» тигән фекерен тәнҡитләй һәм йондоҙҙар үҙ яҡтыһы менән яҡтыра тип раҫлай, әммә планеталар ҙа яҡтыра тип уйлай.
- Ҡурай менән бер рәттән ҡумыҙ иң боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе булып тора.
- Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә.
- 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үтә, унда йөҙгә яҡын делегат ҡатнаша. Ҡоролтай Рәсәйҙең федератив-демократик ҡоролошло булырға тейешлелеген билдәләй һәм Башҡорт мәркәз шураһы составын ҡабаттан һайлай.
- Иран-Ираҡ һуғышы дауамлығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була.
- 1960 йылдарҙан Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының һыуын баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола башлағас, ул осорҙа ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урында биләгән Арал диңгеҙенең кимәле ҙур тиҙлектә кәмей башлай. Һөҙөмтәлә элекке күлдең ҙур өлөшөндә Аҡҡом сүле барлыҡҡа килә һәм төбәктә климат ҡырҡа үҙгәрә.
сентябрь 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәрәп сәйәхәтсеһе әл-Гарнати бер нисә тапҡыр Волга буйы Болғарында була һәм 1135—1136 йылдарҙа «Тәуарихи Болғарийа» әҫәренең авторы Яҡуп ибн Ноғман менән осрашҡан.
- Ғәли Соҡорой ирәкте (ҡара табын) башҡорттары шәжәрәһен яҙып ҡалдыра, бында Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан Иҫән хандың өс тапҡыр батша Иван Грозныйға барыуы тураһында телгә алына.
- Бынан 100 йыл элек 1918 йылдың сентябрендә генерал Хажиәхмәт Ишбулатов командалағында Башҡорт айырым корпусы булдырыла, уның составында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полктары инә.
- 1918 йылдың 8—23 сентябрендә Өфөлә Дәүләт Кәңәшмәһе була, бында Башҡорт Хөкүмәте делегацияһы Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәтен булдырыуҙа ҡатнаша.
- 2000 йылда Минск ҡалаһында бәрәңгегә һәйкәл асыла, ә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2008 йылды халыҡ-ара бәрәңге йылы тип иғлан иткән.
- Майҙанының 90 проценты урман менән ҡапланған «Еҙем тәбиғи паркы» биләмәләрендә 68 мәмерйә, шул иҫәптән Киндерле, Октябрь һәм башҡалар бар.
- Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында Кавказ тауҙарының Чегем тарлауығындағы балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев исемендәге түбә эргәһендәге түбәгә башҡорт шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелгән.
октябрь 2018
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙ ғүмерендә ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута 117 500 километрҙан ашыу юл үтә һәм хәҙерге заман эквивалентына тура килгән 44 илдә була.
- 1918 йылдың 2 октябрендә Сәғит Мерәҫов рәйеслегендә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йыйыны уҙа, бында мәхәлләләрҙең кантон идаралыҡтары буйынса бүленеше раҫлана һәм кантон ҡазыйҙары һайлана.
- Башҡорттарҙа мөгөҙ — ямғыр, муллыҡ, күп балалылыҡ символы.
- Шифалы ләмдәр Башҡортостандың бер нисә шифаханаһында дауалау өсөн ҡулланыла.
- 1917 йылдың 6 (19) октябрендә, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын әҙерләү сәбәбе менән Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы тарҡатыла.