Эстәлеккә күсергә

Әлшәй районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Альшеевский район битенән йүнәлтелде)


Әлшәй районы районы
рус. Альшеевский район
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 25 ауыл биләмәһе  104 тораҡ пункт
Административ үҙәге Раевка (Әлшәй районы)
Ойошторолған 1935 йылдың
Хакимиәт башлығы Мостафин Дамир Радик улы
Майҙаны 2415 км²
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 202 000 000
Сайт http://www.alshei.ru/

Әлшәй районы (рус. Альшеевский район) — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км².

Биләмәһенә элекке (2008 йылға тиклемге) өс ҡасаба (Раевка, Аксён, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксёнда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар.

Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙыла. Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип атала. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафт даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5 проценты ҡасандыр һөрөлгән майҙандар. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.

Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.

Әлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштергән. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комбинаты, тирмән, ремонт-техник предприятиелары эшләгән. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар булған.

Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.

Районды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А. П. Чехов исемендәге һәм «Шафран» шифаханалары эшләй.

Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә «Альшеевские вести» гәзите сыға.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Халыҡ иҫәбе
2002[1]2008[2]2009[3]2010[4]2012[5]2013[6]2014[7]2015[8]2016[9]
48 39843 89344 38443 64742 45441 55140 74739 88039 442


Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, халыҡ һаны түбәндәгесә тәшкил итәсәк[10]:

  • 2024 — 36,72 мең кеше
  • 2035 — 32,04 мең кеше
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (39,3 %), татарҙар 32,4 % рустар 22,7 %, украиндар 2,5 %, сыуаштар 1,6 %, б-тән милләттәр 1,5 % тәшкил итә[11].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мостафин Дамир Радик улы (18 сентябрь 1959 йыл) — 1993-1996 йылдарҙа Ташлы урта мәктәп директоры, 1996 йылда Ташлы ауыл советы хакимиәте Башлығы, 1998-2001 йылдарҙа — «Союз» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе. 2001 йылда «Ташлы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, 2001-2004 йылдарҙа — Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары. 2004 йылда Әлшәй район Советы секретары, 2004-2005 йылдарҙа — Әлшәй районы хакимиәте башлығы, 2006-2020 йылдарҙа - Әлшәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
  • Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында[18]
  1. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  2. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  3. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  7. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  9. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  10. Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2025 года (проект). Дата обращения: 21 декабрь 2018. Архивировано 18 декабрь 2018 года.
  11. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  12. Отдел культуры администрации Альшеевского района. Официальный сайт. 2017, 23 марта. Концерт Нурии Абдуллиной(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Голиков Владимир Дмитриевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2019)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Мәсәлимов Урал Тимербулат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Сахно Зинаида Андреевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Әйүпов Хәмит Вәли улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
  17. Башкирская энциклопедия — АХМАДЕЕВ Амир Муллагалиевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2018)
  18. Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында(недоступная ссылка)



Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.