Диңгеҙ
Диңгеҙ — бөтә донъя океанының ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефының бейеклеге менән айырылған өлөшө. Шулай уҡ донъя океанынан гидрологик, метеорологик һәм климат режимдары менән айырыла, был уларҙың океандарға ҡарата сикке торошо һәм асыҡ өлөшө менән бәйләнеше сикләнгәнлектән һыу алмашыуҙың әкренәйеүе менән бәйле.[1] Шулай уҡ диңгеҙҙәр бер-береһенән флораһы һәм фаунаһы буйынса айырыла (мәҫәлән, Урта диңгеҙҙә Эгей диңгеҙе урынлашҡан). Диңгеҙ фаунаһы эндемиктар булыуы менән ҡылыҡһырлана[1]; Ниндәйҙер кимәлдә ҡоро ер менән уратып алынған донъя океанының бер өлөшө[2]
Төрлө авторҙарҙа, атап әйткәндә, Библияла диңгеҙҙәрҙе теләһә ниндәй ҙур һыу арауығы (йылғалар, күлдәр, ҡултыҡтар) тип атарға мөмкин; мәҫәлән, Мысыр диңгеҙе (Иса. 11:15) Библияла төрлө фараздар буйынса Йә Нил йылғаһын, йә Ҡара диңгеҙҙең бер өлөшөн билдәләй; бынан тыш, унда Евфрат йылғаһы ла диңгеҙ тип атала..
Даль һүҙлегендә диңгеҙ киң уйһыулыҡтарҙа ятҡан тоҙло һыуҙар тупланмаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диңгеҙ, ҡоро ерҙән (ҡоро ер, материк) айырмалы рәүештә, ҡоро ерҙән сиге булған ҙур һыу ятҡылығы тип ьилдәләнә. Ғәҙәттә диңгеҙҙәр донъя океаны менән боғаҙҙар (мәҫәлән, Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ һәм башҡалар) аша аралаша һәм был төшөнсәгә тура килә. Тоҙло йәки сөсө һыулы күлдәрҙе (мәҫәлән, Каспий диңгеҙе, Арал диңгеҙе, Үле диңгеҙ, Байкал — «Данлы диңгеҙ — Изге Байкал») диңгеҙ тип атай был төшөнсәгә тура килеп етмәй. Бынан тыш, диңгеҙ һүҙе упҡын, төпһөҙ, сикһеҙ тигән төшөнсәне белдерә.[3].
Диңгеҙ тип аталған объекттар Ерҙә генә түгел, мәҫәлән, «Көньяҡ диңгеҙ» Марста һәм Ай өҫтөндәге ҡараңғы таптар диңгеҙ тип атала.
Һыуынғанда тоҙло һыу «диңгеҙ боҙона» әйләнә — был сөсө һыу өсөн туңыу нөктәһенән түбәнерәк яҡынса −1,8 °C температурала була..
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус телендә «море» һүҙе праслав. *mor'e, һүҙенән килеп сыҡҡан. ибһе теле *mori, тәүге мәғәнәләрендә «аҡҡан һыу» тигәнде аңлата (лат. mare «диңгеҙ»)[4][5].
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырымлаҡтары һәм гидрологик режим үҙенсәлектәре буйынса диңгеҙҙәр 3 төркөмгә бүленә: эске диңгеҙҙәр (ҡитғалар араһындағы диңгеҙҙәр һәм ярым ябыҡ диңгеҙҙәр), сикке диңгеҙҙәр һәм утрау-ара диңгеҙҙәр. Географик урынлашыуы буйынса диңгеҙ эсендә эске диңгеҙ булыуы мөмкин[1].
Геологик күҙлектән ҡарағанда, хәҙерге диңгеҙҙәр — күптән түгел барлыҡҡа килгәндәр. Хәҙерге заманға яҡын һыҙаттарҙа улар бөтәһе лә палеоген-неоген заманында формалашҡан, һәм, ниһайәт, антропоген формала булған. Иң тәрән диңгеҙҙәр (мәҫәлән, Урта диңгеҙ) ер ҡабығының ярылған урынында барлыҡҡа килгән, ә ҙур булмаған диңгеҙҙәр континенттарҙың сик өлөштәрен Донъя океаны һыуҙары баҫҡанда барлыҡҡа килгән һәм ғәҙәттә материктың түбән урынында урынлашалар..
1978 йылда Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһы Бөтә донъя диңгеҙ көнөн булдырҙы. Был көн БМО-ның донъя һәм халыҡ-ара көндәре системаһына индерелде. Бынан тыш, Диңгеҙ көнө Японияла дәүләт байрамы булараҡ билдәләнә, ә Рәсәйҙә Балтик диңгеҙе көнө билдәләнә. Һынлы сәнғәттә диңгеҙҙе һүрәтләгән картиналар айырым жанрға бүләләр — маринала тип атала.
Диңгеҙҙәр классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙҙәрҙең төрлө классификациялары бар, мәҫәлән, Круммель (1878), Я.M. Шокальский (1917), Н. Н. Зубов һәм А. В. Эверлинг (1940), А.M. Муромцев (1951) классификациялары.
Океандар буйынса классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя океандарының айырым океандарға бүленеүен Халыҡ-ара гидрология ойошмаһы (IHO) 1953 йылда (артабанғы үҙгәрештәр менән) башҡарҙы[6].
Донъяла барлығы 73 диңгеҙ бар (Каспий, Арал, Үле һәм Галилей диңгеҙҙәре, шулай уҡ башҡа диңгеҙҙәр составына ингән диңгеҙҙәрҙе иҫәпкә алмағанда) — шуларҙың 27-һе Тымыҡ океанда, 13- Атлантикала, 6 — Һинд океанында, 14 — Төньяҡ Боҙло океанда һәм 13-ө Көньяҡ океанда. Диңгеҙҙәргә, ғәҙәттәгесә, ҙурлығы буйынса Каспий һәм Арал диңгеҙ-күлдәре лә инә, улар боронғо Тетис океаны ҡалдыҡтары булып тора.
Диңгеҙҙәрҙең төрлө классификацияһы бар.
Океан диңгеҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аки Диңгеҙе
- Бали Диңгеҙе
- Банда Диңгеҙе
- Беринг диңгеҙе
- Висаян Диңгеҙе
- Эске Япон диңгеҙе
- Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе
- Һары диңгеҙ
- Камотес диңгеҙе
- Мәрйен диңгеҙе
- Коро Диңгеҙе
- Яңы Гвинея диңгеҙе
- Минданао диңгеҙе
- Молукка диңгеҙе
- Охот диңгеҙе
- Саву диңгеҙе
- Самар диңгеҙ
- Серам диңгеҙе
- Сибуян Диңгеҙе
- Соломон диңгеҙе
- Сулавеси диңгеҙе
- Сулу диңгеҙе
- Тасман диңгеҙе
- Тувалу диңгеҙе
- Фиджи диңгеҙе
- Филиппин диңгеҙе (ерҙәге иң тәрән диңгеҙ[7])
- Флорес диңгеҙе
- Хальмахер диңгеҙе
- Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе
- Ява диңгеҙе
- Япон диңгеҙе
- Аҙау диңгеҙе
- Балтик диңгеҙе
- Гебрид диңгеҙе
- Ирланд диңгеҙе
- Ируаз диңгеҙе
- Кариб диңгеҙе
- Кельт диңгеҙе
- Ирмингер диңгеҙе
- Лабрадор диңгеҙе
- Мәрмәр диңгеҙе
- Саргасс диңгеҙе
- Төньяҡ диңгеҙ
- Ваттен диңгеҙе
- Урта диңгеҙ
- Адриатик диңгеҙ
- Альборан
- Балеар диңгеҙе
- Ион диңгеҙе
- Кипр диңгеҙе
- Киликий диңгеҙе
- Левант диңгеҙе
- Лигур диңгеҙе
- Тиррен диңгеҙе
- Эгей диңгеҙе
- Икар диңгеҙе
- Карпат диңгеҙе
- Крит диңгеҙе
- Фракия диңгеҙе
- Ҡара диңгеҙ
- Андаман диңгеҙе
- Ғәрәбстан диңгеҙе
- Арафур диңгеҙе
- Ҡыҙыл диңгеҙ
- Лаккадив диңгеҙе
- Тимор диңгеҙе
- Баренц диңгеҙе
- Печора диңгеҙе
- Баффин диңгеҙе
- Аҡ диңгеҙ
- Бофорт диңгеҙе
- Вандель диңгеҙе
- Көнсығыш Себер диңгеҙе
- Гренланд диңгеҙе
- Густав-Адольф диңгеҙе
- Кара диңгеҙе
- Лаптевтар диңгеҙе
- Линкольн диңгеҙе
- Норвег диңгеҙе
- Чукот диңгеҙе
- Амундсен диңгеҙе
- Росс диңгеҙе
- Уэдделл диңгеҙе
- Скоша диңгеҙе
- Лазарев диңгеҙе
- Дейвис диңгеҙе
- Беллинсгаузен диңгеҙе
- Моусон диңгеҙе
- Рисер диңгеҙе
- Берләшмә диңгеҙе
- Космонавтар диңгеҙе
- Сомов диңгеҙе
- Дюрвиль диңгеҙе
Ҡултыҡтар, гидрохимик һәм диңгеҙҙәргә ҡағылышлы башҡа характеристика буйынса бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бенгал ҡултығы (Һинд океанында)
- Гудзон ҡултығы (Төньяҡ Боҙло океанда)
- Мексика ҡултығы (Атлантик океанда)
- Фарсы ҡултығы (Һинд океанында)
- Бискай ҡултығы (Атлантик океанда)
Океандан айырылыу дәрәжәһе буйынса классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырылыу дәрәжәһе буйынса диңгеҙҙәр эске, сикке, континент-ара һәм утрау-ара диңгеҙҙәргә бүленә.
Эске диңгеҙҙәр — башлыса океан менән бәйләнештә булмаған диңгеҙҙәр, уларға океандар менән сикләнгән (сикке диңгеҙҙәр менән сағыштырып) һыу алмашыу хас. Бындай диңгеҙҙәрҙә боғаҙ тәрәнлеге ҙур түгел, шуғк күрә һыу алмашыныу кимәле бик түбән. Урта диңгеҙ һәм Балтик диңгеҙҙәре бындай диңгеҙҙәргә миҫал булып тора.
Диңгеҙ ярҙары йыуылған ҡитғалар һанына ҡарап, эске диңгеҙҙәр континент-ара (Урта диңгеҙ һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәр) һәм эске континенталь (Һары һәм Ҡара диңгеҙҙәр) диңгеҙҙәргә бүленә.
Башҡа диңгеҙҙәр йәки Бөтә донъя океаны менән бәйләнеш булыуға ҡарап, эске диңгеҙҙәр айырым (ябыҡ) (Үле, Арал диңгеҙҙәре) һәм ярым ярым ябыҡ (Балтик, Азов диңгеҙҙәре) диңгеҙҙәргә бүленә. Асылда, айырым диңгеҙҙәр күл булып тора.
Сикке диңгеҙҙәр — океан менән ирекле бәйләнеш һәм айырым осраҡтарҙа уларҙан утрауҙар йәки ярымутрауҙар сылбыры менән айырылған диңгеҙҙәр. Сикке диңгеҙҙәр шельфта ятһа ла, аҫҡы ултырмаларҙың тәбиғәте, климат һәм гидрологик режимдарына, флора һәм фаунаһына материк ҡына түгел, океан да көслө йоғонто яһай. Сикке диңгеҙҙәргә океан ағымдары хас, улар океан елдәре арҡаһында барлыҡҡа килә. Бындай типтағы диңгеҙҙәргә, мәҫәлән, Беринг, Охот, Япония, Көнсығыш Ҡытай, Көньяҡ Ҡытай, Кариб диңгеҙҙәре инә.
Континент-ара диңгеҙҙәр (ҡайһы берҙә урта ер диңгеҙҙәре тип тә атайҙар) — һәр яҡтан ҡоро ер менән уратып алынған һәм бер йәки бер нисә боғаҙ менән океан менән тоташҡан диңгеҙҙәр. Бындай диңгеҙҙәргә Урта диңгеҙ, Ҡыҙыл, Кариб диңгеҙҙәре инә.
Утрау-ара диңгеҙҙәр — утрауҙарҙың тығыҙыраҡ ҡулсаһы менән уратып алынған диңгеҙҙәр, был диңгеҙҙәрҙең океандың асыҡ өлөшө менән ирекле һыу алмашыныуына рельефтың бейеклеге ҡамасаулай.
Утрау-ара диңгеҙҙәрҙең күп өлөшө Малай архипелагы утрауҙары араһында урынлашҡан. Иң эреләре: Ява, Банда, Сулавеси диңгеҙҙәре.
Өҫкө һыу температураһы буйынса классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ диңгеҙҙәрҙең ер өҫтө һыуҙары (тропик диңгеҙҙәр, уртаса диңгеҙҙәр, поляр диңгеҙҙәр) температураһына ҡарап классификацияһы бар, әммә ул ҡулланылмай тиерлек.
Һыу тоҙлолоғо буйынса классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҙлолоҡ дәрәжәһе буйынса юғары тоҙло һәм бер аҙ тоҙло диңгеҙҙәргә айырыла.
Юғары тоҙло диңгеҙҙәр — әүҙем парға әйләнеү арҡаһында океанға ҡарағанда тоҙлораҡ булған диңгеҙҙәр, ә уларҙың һыу алмашыныуы түбәнге ҡатламдарға тоҙлораҡ диңгеҙ һыуҙары ағып төшөүҙән, ә өҫкө ҡатламдарына океан боғаҙҙары аша сөсө һыу ағып төшөүҙән тора. Ҡыҙыл диңгеҙ шундай диңгеҙгә миҫал булып тора.
Бер аҙ тоҙло диңгеҙҙәр — йылға ағымы һәм яуым-төшөм менән килгән сөсө һыу ағымы парға әйләнеүгә ҡарағанда күберәк булған һәм океанға ҡарағанда тоҙлолоғо кәмерәк булған диңгеҙҙәр. Был осраҡта һыу алмашыу аҙ тоҙло һыу өҫкө ҡатламдарға һәм боғаҙҙар аша аҫҡы ҡатламдарға тоҙлораҡ һыу ағымынан тора. Бындай бассейндарҙа һыуҙың аҫҡы ҡатламдары менән алмашыу йыш ҡына күпселек биологик төрҙәр өсөн кәрәкле кислород миҡдарын һаҡлау өсөн етерлек түгел. Ҡара диңгеҙ шундай диңгеҙгә миҫал булып тора.
Телгәләнгән яр буйы буйынса классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тегәләнгән һәм бер аҙ телгәләнгән яр буйы була. Миҫал өсөн, Саргасс диңгеҙенең бөтөнләй яр буйы линияһын юҡ.
Яр буйы һыҙығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ яр буйы һыҙатында ҡултыҡтар, лагуналар, ҡултыҡтар, аҡҡан йылғалар, ярымутрауҙар, бухталар, эстуарийҙар, пляждар йәки клифтар һәм башҡа ер рельефы формалары булыуы хас.
Ҡултыҡ диңгеҙҙең ҡоро ерҙең тәрәнлегенә үтеп ингән өлөшө булып тора, әммә диңгеҙҙең төп өлөшө менән ирекле һыу алмашыуға эйә. Ҡултыҡтың гидрологик һәм гидрохимик шарттары диңгеҙҙекенә оҡшаш, улар бер бөтөн булып тора. Ҡайһы бер осраҡтарҙа климаттың һәм континенталь ағымдың локаль үҙенсәлектәре ҡултыҡтарҙың өҫкө ҡатламының гидрологик характеристикаларына ҡайһы бер үҙенсәлекле һыҙаттар бирә ала.
Яр буйы рельефына һәм башҡа географик шарттарға ҡарап, ҡултыҡтар бер нисә төргә бүленә:
- Бухта — диңгеҙҙең ҙур булмаған өлөшө булып тора, асыҡ һыуҙарҙан өс яҡтан ҡоро ер өлөштәре менән айырыла (яр буйҙары, ҡаялар һәм яҡын-тирәләге утрауҙар буйлап) һәм улар тарафынан тулҡындарҙан һәм елдәрҙән һаҡлана. Ваҡ бухталарҙың күбеһе йомшаҡ ташлы тупраҡта йәки тулҡындар менән йыуылған балсыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Ҡара диңгеҙҙәге Севастополь һәм Балаклава бухталары, Япония диңгеҙендәге Алтын Мөгөҙ бухталары миҫал булып тора. Ҙур булмаған ҡултыҡ Севастополь бухтаһы составындағы Көньяҡ бухта кеүек ҙур ҡбухтаның бер өлөшө булыуы мөмкин.
- Лиман — диңгеҙҙән ҡом мороно менән айырылған ҡултыҡ. Йышыраҡ лиман — йылға үҙәненең диңгеҙгә яҡын участкаһының һыу баҫҡан өлөшө (мәҫәлән, Ҡара диңгеҙ буйындағы Днепр, Днестр лиманы). Асыҡ типтағы (эстуарий тибындағы) — диңгеҙ менән даими һыу алмашыу, ә ябыҡ типтағы (лагуна тибы) — диңгеҙҙән ҡом мороно, һыу ағыҙғыс менән айырылған лимандар бар. Лимандарҙың гидрологик режимына күп осраҡта уға ҡойған йылға йоғонто яһай.
- Лагуна диңгеҙҙең һай өлөшө булып тора, унан бар, ҡомайыл (коса), мәрйен рифы менән айырыла һәм йыш ҡына уға тар боғаҙ менән тоташа. Башҡа ҡултыҡтарҙан лагуналар диңгеҙҙән ҙурыраҡ дәрәжәлә изоляцияланыуы менән айырыла. Атолл эсендә йыш осрай (мәҫәлән, Киритимати, Кваджалейн атолдары).
- Эстуарий— диңгеҙгә ҡойған йылғаның воронка формаһындағы тамағы. Эстуарий йылға тамағын һыу баҫҡанда барлыҡҡа килә, ә һыу баҫыу күренештәре ултырма тау тоҡомдарын диңгеҙгә ташый һәм эстуарийҙы тултырып, дельтаға әйләндереүгә юл ҡуймай. Был диңгеҙҙең эстуарийға йәнәш торған өлөшө ҙур тәрәнлеккә эйә булғанда була. Эстуарий Амазонка (Атлантик океан), Темза (Төньяҡ диңгеҙ) йылғалары тамағында барлыҡҡа килә.
- Фьорд — оҙон, тар диңгеҙ ҡултығы, йыш ҡына яр буйынан алыҫҡа һуҙыла. Фьорд элекке боҙлоҡ үҙәнендә һыу баҫыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Фьордтарҙың күбеһе бик тәрән — боҙлоҡтар үҙ ауырлыҡтары менән үҙәндәрҙе ватҡанда барлыҡҡа килә, ә һуңынан үҙәндәрҙе диңгеҙ баҫа. Ғәҙәттә фьордтың оҙонлоғо киңлегенән бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ була. Норвегия диңгеҙенең фьордтары типик фьордтарға миҫал булып тора.
- Губа — Рәсәйҙең төньяғындағы ҡултыҡтың киң таралған атамаһы, ул ерҙе тәрәнгә киҫеп үтә (мәҫәлән, Финляндия ҡултығындағы Нева губаһы, Ҡара диңгеҙҙәге Обь губаһы).
Боғаҙ — сағыштырмаса тар ғына һыу һыҙаты, ҡоро ер биләмәләрен айырып тора һәм уның эргәһендәге һыу бассейндарын йәки уның өлөштәрен тоташтыра (мәҫәлән, Ла-Манш, Магеллан, Беринг боғаҙы).
Утрау — ҡоро ер киҫәге (йыш ҡына тәбиғи сығышлы), һәр яҡтан һыу менән уратып алынған һәм хатта иң бейек һыу баҫыу ваҡытында ла (мәҫәлән, Гренландия, Мадагаскар) даими рәүештә һыу өҫтөндә ҡалҡып тора. Континенттарҙан ҙур булмаған ҙурлыҡта айырыла, мәҫәлән, Гренландия Австралияның (материктағы утрауҙарҙың) иң бәләкәй ҡитғаһынан өс тапҡырға бәләкәйерәк. Килеп сығышы, формаһы һәм төрө буйынса (йәғни мәрйен утрауы) айырыла.
- Атолл — океан төбөндәге ҡалҡыулыҡ, ғәҙәттә, һүнгән вулкандан барлыҡҡа килгән, мәрйен өҫлөгө менән ҡапланған, рифтар (моту) төркөмө менән риф барлыҡҡа килтергән. Боғаҙҙар булмаһа, ер өҫтө ҡулса формаһында ҡалҡып сыға, ә лагуналағы һыу составы буйынса тирә-яҡ океандан айырылыуы ихтимал.
Ҡомаяҡ (коса) — диңгеҙ йәки күл ярындағы йыуыла торған ҡоро ер һыҙаты, бер осонда яр менән тоташҡан. Ваҡланған тау тоҡомдарының яр буйлап хәрәкәте һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ҡом, ҡырсынташ, ҡабырсаҡ кеүек ағымдар менән күсерелгән күләмле материалдарҙан (ултырмаларҙан) тора. Ике яҡтан бер үк ваҡытта ултырмалар ағымы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡомаяҡ асыҡ диңгеҙгә ярға перпендикуляр тиерлек сығарыла һәм уҡ (стрелка) тип атала. Яһалма рәүештә яһалырға ла мөмкин.
Морон (мыс) — ерҙең диңгеҙгә ингән өлөшө. Нигеҙе менән дә, ултырмалары менән дә барлыҡҡа килә ала. Ғәҙәттә морондар абразия процестары иҫәбенә барлыҡҡа килә. Йомшаҡ һәм ҡаты ҡаяларҙың яр буйында булыуы морон барлыҡҡа килеүгә мотлаҡ шарт булып тора. Йомшаҡ тау тоҡомдары, мәҫәлән, ҡом, тулҡындар менән ҡаты тау тоҡомдарына ҡарағанда күпкә тиҙерәк емерелә. Һөҙөмтәлә морон барлыҡҡа килә (мәҫәлән, Горн мороно).
Ярымутрау — континенттың диңгеҙгә ингән өлөшө. Ярымутрау өс яҡтан һыу менән йыуыла һәм йыш ҡына геологик яҡтан материк менән бер (мәҫәлән, Пиреней ярымутрауы йәки Скандинавия ярымутрауы) булып тора.
Материк — ҙур ҡоро ер, йыш ҡына диңгеҙҙәр йәки океандар менән йыуыла (мәҫәлән, Евразия Африканан Суэц каналы менән айырыла, ә ике Американы Панама каналы айыра).
Органик донъя
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙҙәрҙең асыҡ океан менән сағыштырғанда изоляцияһы, сағыштырмаса сикләнгән арауыҡтарҙағы шарттар айырмаһы һәм уларҙың үҫеш геологик тарихы айырмаһы уларҙың фаунаһының юғары эндемизмына, урыны менән биотөрлөлөгөнә килтерә. Диңгеҙҙәрҙә умыртҡаһыҙҙарҙың иң күп төрө, шул иҫәптән яҡынса 80 мең төр моллюскылар һәм 25 мең төр ҡыҫалалар. Умыртҡалылар араһында — яҡынса 16 мең балыҡ төрө һәм һөтимәрҙәрҙең 100 төрө.
Диңгеҙ һыуында йәшәүсе организмдар өс төп комплексҡа бүленә: һыу ҡатламында ирекле дрейфланған планктон, диңгеҙ төбөндә урынлашҡан бентос һәм әүҙем йөҙөүсе нектон. Нектон биомассаһының күп өлөшөн балыҡ тәшкил итә, бынан тыш уға цефалоподтар һәм һөтимәрҙәр инә. Уның күп кенә вәкилдәре миграция яһай, ҡайһы берҙә алыҫ араларға[8]. Диңгеҙ биомассаһының өстән ике өлөшө 500 метрға тиклем тәрәнлектә тупланған. Тәрәнлеге артҡан һайын биотөрлөлөк ҡырҡа кәмей. Биотөрлөлөк һыуҙың тоҙлолоғо менән бәйле: тоҙлолоҡ кәмегәндә төрҙәр һаны кәмей бара[8].
- Ҡайһы бер диңгеҙ йәнлектәренең төрҙәре һаны[8]
Урта диңгеҙ | 7 мең тирәһе |
Төньяҡ диңгеҙ | 1,5 мең самаһы |
Балтик диңгеҙе | яҡынса 70 |
Иң бай төрҙәргә бай тропик диңгеҙҙәр, уртаса һәм поляр зоналарҙа популяциялар юғарыраҡ[8].
Иң ҙур диңгеҙҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]No. | Диңгеҙ | Өҫлөк майҙаны (тыс. км²) |
Океан | океан өлөшө (%) | Донъя океаны өлөшө (%) | Иң тәрән урыны (м) | Уртаса тәрәнлек (м) | Ярҙарҙы йыуы | Размеры (км) | Яр буйы (км) | Эске диңгеҙҙәр | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Саргасс диңгеҙе | 6500 | Атлантик | 7,091424 | 1,799256 | 6995 | 6000 | Вулкан Бермуд утрауҙары | яр буйы һыҙаты юҡ | Майҙаны 6000—7000 тыс. км² (зависит от положения течений). Уртаса тәрәнлеге свыше 6000 м | ||
2 | Филиппин диңгеҙе | 5726 | Тымыҡ | 3,204611 | 1,585008 | 10994 | 4108 | Япон утрауҙары (Хонсю, Кюсю һәм Рюкю), остров Тайвань һәм Филиппинский архипелаг на западе, острова Идзу, Огасавара (Бонин), Кадзан һәм Марианские на востоке, Яп һәм Палау на юго-востоке | Ерҙә иң тәрән диңгеҙ[7], һуңғы үлсәүҙәр буйынса 10 994 ± 40 м | |||
3 | Мәрйен диңгеҙе | 4791 | Тымыҡ | 2,681329 | 1,326191 | 9140 | Австралия, Яңы Гвинея, Яңы Каледония ярҙарын | |||||
4 | Ғәрәбстан диңгеҙе | 3862 | Һинд | 5,070023 | 1,069036 | 5803 | Сомали, Джибути, Йемен, Оман, Иран, Пакистан, Һиндосьан һәм [[Мальдив утрауҙары] | 2400 тиклем | 2092 | |||
5 | Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе | 3537,289 | Тымыҡ | 1,979678 | 0,979153 | 5560 | 1024 | Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Һиндҡытай, Калимантан, Палаван, Лусон һәм Тайвань утрауҙары | ||||
6 | Фиджи диңгеҙе | 3177 | Тымыҡ | 1,778038 | 0,879422 | 7633 (6948) | 2740 | Фиджи утрауын төньяҡтан, Кермадек утрауын көнсығыштан, Яңы Зеландия утрауын ҡөньяҡтан | 1129 | |||
7 | Уэдделл диңгеҙе | 2920 (2800) | Көньяҡ океан | 14,365130 | 0,808282 | 6820 | 3000 | көнбайышта Көнбайш Антарктида, Антарктик ярымутрау һәм көнсығышта Земля Котса | Көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында 500 м | |||
8 | Кариб диңгеҙе | 2754 | Атлантик | 3,004582 | 0,762331 | 7686 | 2500 | Көнбайыштан һәм көньяҡтан Төньяҡ Америка һәм Көньяҡ Америка сикләгән, төньяҡ һәм көнсығыштан — Ҙур Антиль утрауҙары һәм Кесе Антиль утрауҙары. Көньяҡта Венесуэла, Колумбия һәм Панаму (Панама каналы), көнбайышта — Коста-Рика, Никарагуа, Гондурас, Гватемала, Белиз һәм Мексика ярымутрауы Юкатан, төньяҡтан — Куба, Гаити, Ямайка һәм Пуэрто-Рико; көнсығышта — Атиль утрауҙары дәүләттәреов | ||||
9 | Урта диңгеҙ | 2500 | Атлантик | 2,727471 | 0,692022 | 5121 | 1541 | 24 дәүләт һәм биләмәләр: Европа (көнбайыштан көнсғышҡа тиклем): Испания, Франция, Монако, Италия, Мальта, Словения, Хорватия, Босния һәм Герцеговина, Черногория, Албания, Греция, Төркиә (Көнсығыш Фракия); Азия (төньяҡтан көньяҡҡа): Төркий (Кесе Азия), Сирия, Кипр Республикаһы, Ливан, Израил һәм Египет (Синай ярымутрауы); Африка (көнсығыштар көнбайышҡа): Египет (африка өлөшө), Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм Испания; | ||||
10 | Тасман диңгеҙе | 2330 (3340) | Тымыҡ | 1,304007 | 0,644964 | 6000+ | Австралия һәм Яңы Зеландияны бүлеүсе | 1670+ | ||||
11 | Беринг диңгеҙе | 2260 (2315) | Тымыҡ | 1,264831 | 0,625588 | 4151 | 1600 | Рәсәй һәм АҠШ ярҙары | ||||
12 | Бенгаль ҡултығы | 2172 | Һинд | 4694 | 2600 | Һиндостан, Бангладеш, Мьянма һәм Шри-Ланка ярҙары. | Донъялағы иң ҙур ҡултыҡ | |||||
13 | Охот диңгеҙе | 1603 | Тымыҡ | 3916 | 821 | Рәсәй һәм Япония ярҙарын йыуа: Камчатка, Курил утрауҙары, Хоккайдо, Сахалин | Оҙонлоғо 2265. Киңлеге 1407 | 10460 | ||||
14 | Мексика ҡултығы | 1543 | Атлантик | 1511 | Төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан АҠШ сикләгән (Флорида, Алабама, Миссисипи, Луизиана һәм Техас штаттары), көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Мексика (штаты Тамаулипас, Веракрус, Табаско, Кампече, Юкатан), шулай уҡ Куба утрауы | 5505 | ||||||
15 | Баренц диңгеҙе | 1424 | Төньяҡ Боҙло | 600 | 222 | Рәсәй һәм Норвегия ярҙары. Европаның төньяҡ яры һәм Шпицберген архипелагы, Франц-Иосиф ере һәм Новая Земля | 6645 | |||||
16 | Норвег диңгеҙе | 1400 | Төньяҡ Боҙло | 3970 | 1600 (1750) | Төньяҡ боҙло океаны диңгеҙе | Уртаса тәрәнлеге 1600—1750 м. | |||||
17 | Скоша диңгеҙе | 1247 | Южный | 6022 | 3096 | |||||||
18 | Гудзонов ҡултығы | 1230 | Төньяҡ Боҙло | 258 | 100 | Төньяҡ боҙло океаны диңгеҙе | ||||||
19 | Гренланд диңгеҙе | 1205 | Төньяҡ Боҙло | 5527 | 1444 | Гренландия, Исландия, Шпицберген һәм Ян-Майен араһында | ||||||
20 | Сомов диңгеҙе | 1150 | Южный | 3000 | Көньяҡ океап диңгеҙе | Ленинградская арктик станцияһы урынлашҡан | ||||||
21 | Рисер-Ларсен диңгеҙе | 1138,3 | Южный | 3000 | Һинд океаны диңгеҙе | Уртаса тәрәнлеге 3000 м арығыраҡ | ||||||
22 | Япон диңгеҙе | 1062 | Тымыҡ | 3742 | 1753 | Рәсәй, Япония, Корея Республикаһы КНДР ярҙары | Оҙонлоғо 2254. Киңлеге 1072 | 7307 | ||||
23 | Арафур диңгеҙе | 1017 | Һинд | 3680 | 186 | Австралия, Яңы Гвинея, Танимбар һәм Кай араһында | Оҙонлоғо — 1290, киңлеге — 560 км | |||||
24 | Көнсығыш Себер диңгеҙе | 944,6 | Төньяҡ Боҙло | 915 | 66 | Между Новосибирскими островами һәм островом Врангеля | ||||||
25 | Кара диңгеҙе | 893,4 | Төньяҡ Боҙло | 620 | 50 (100) | Ограничено северным побережьем Евразии һәм островами: Вайгач, Новая Земля, Земля Франца-Иосифа, Северная Земля, Гейберга | Уртаса тәрәнлеге 50—100 м | |||||
26 | Лабрадор диңгеҙе | 840 | Атлантик | 4316 | ||||||||
27 | Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе | 836 | Тымыҡ | 2719 | 309 | Между побережьем Восточной Азии (Китай) һәм островами Рюкю һәм Кюсю (Япония) | ||||||
28 | Лаккадив диңгеҙе | 786 | Һинд | 4131 | 1929 | Между юго-западной частью полуострова Индостан, островами Шри-Ланка, Лаккадивскими һәм Мальдивскими. Южная точка — атолл Адду | ||||||
29 | Ирмингер диңгеҙе | 780 | Атлантик | Между южной частью острова Гренландия һәм подводным хребтом Рейкьянес — частью Срединно-Атлантического хребта, отходящего от южной конечности Исландии | ||||||||
30 | Соломон диңгеҙе | 755 | Тымыҡ | 9103 | 2652 | Между Соломоновыми островами, Новой Британией һәм Новой Гвинеей | ||||||
31 | Төньяҡ диңгеҙе | 750 | Атлантик | 725 | 95 | Берега Норвегии, Дании, Германии, Нидерландов, Бельгии, Франции һәм Великобритании | Оҙонлоғо 800. киңлеге 500 | |||||
32 | Банда диңгеҙе | 714 | Тымыҡ | 7440 | Между островами Малайского архипелага. Ограничено островами Буру һәм Серам на севере, Тимор — на юго-западе, Танимбар һәм Ару — на востоке, включает архипелаг Банда | Протяжённость с севера на юг 500 км, с востока на запад — 1000 км | ||||||
33 | Космонавтар диңгеҙе | 698,6 | Южный | 4798 | Совет Антарктида экспедицияһы ғалимдары тарафынан космонавтар хөрмәтенә аталған | |||||||
34 | Баффин диңгеҙе | 689 | Төньяҡ Боҙло | 2136 | 861 | Между провинцией Нунавут (Канада) һәм западным берегом Гренландии | ||||||
35 | Лаптевтар диңгеҙе | 672 | Төньяҡ Боҙло | 3385 | 540 | |||||||
36 | Андаман диңгеҙе | 605 | Һинд | 4507 | 1043 | |||||||
37 | Чукот диңгеҙе | 595 | Төньяҡ Боҙло | 1256 | 71 | Чукоткой һәм Аляска араһында | Акватория Дата алыштырыу линияһы үтә | |||||
38 | Ява диңгеҙе | 552 | Тымыҡ | 1272 | 111 | Калимантан, Сулавеси, Суматра һәм Ява утрауҙары араһында | ||||||
39 | Беллинсгаузен диңгеҙе | 487 | Южный | 4470 | Диңгеҙв западной части Антарктики, у побережья Антарктиды, расположенное в Тихоокеанском секторе Южного океана. Диңгеҙзанимает территорию, вдоль западного побережья Антарктического полуострова между 57°18' з. д. һәм 102°20' з. д., к западу от Земли Александра I, к востоку от мыса Флайинг-Фиш на острове Терстон һәм южнее острова Петра I | В Беллинсгаузена расположен крупнейший остров Антарктики, Земля Александра I | ||||||
40 | Бофорт диңгеҙе | 476 | Төньяҡ Боҙло | 4683 | 1004 | Северные берега Канады һәм Аляски: северное побережье Северо-Западных территорий, Территории Юкон, һәм Аляски. К морю Бофорта примыкает западная часть Канадского Арктического архипелага. Его южную границу формируют Канадский һәм Юконско-Аляскинский арктический шельф. Восточная граница проходит вдоль канадских островов Банкс һәм Принс-Патрик, с северо-запада Диңгеҙограничено условной линией, соединяющей мыс Барроу на Аляске с мысом Лендс-Энд на острове Принс-Патрик | ||||||
41 | Сулавеси диңгеҙе | 453 | Тымыҡ | 6220 | Между островами Сулавеси, Калимантан, Минданао, Сангихе һәм архипелагом Сулу | |||||||
42 | Росс диңгеҙе | 439 | Южный | 2972 | 677 | Диңгеҙтихоокеанского сектора Южного океана, у берегов Земель Виктории һәм Мэри Бэрд (Западная Антарктида), между мысами Адэр һәм Колбек (170° в. д. — 158° з. д.) | Через Диңгеҙпроходит Линия перемены даты | |||||
43 | Ҡыҙыл диңгеҙ | 438 | Һинд | 2211 | 490 | Между Аравийским полуостровом һәм Африкой в тектонической впадине | Самое солёное Диңгеҙиз входящих в состав Мирового океана һәм единственное в мире, в которое не впадает ни одной реки | |||||
44 | Тимор диңгеҙе | 432 | Һинд | 3300 | 435 | Между Австралией һәм островом Тимор. Омывает берега таких государств, как Австралия, Восточный Тимор һәм Индонезия | ||||||
45 | Ҡара диңгеҙ | 422 (436,4) | Атлантик | 2210 | 1240 | Берега России, Украины, Румынии, Болгарии, Турции, Грузии, Абхазии (территории, расположенные вокруг моря, традиционно именуют термином «Причерноморье») | Оҙонлоғо 1150. киңлеге 580 | |||||
46 | Балтика диңгеҙе | 419 | Атлантик | 470 | 51 | Внутриматериковое ДиңгеҙЕвразии, расположенное в Северной Европе (частично омывает также берега Западной һәм Восточной Европы) | Является крупнейшим в мире солоноватоводным морем с низкую солёность водыиз-за огромного стока рек | |||||
47 | Һары диңгеҙе | 416 | Тымыҡ | 106 | 40 | Берега КНР, КНДР һәм Республики Корея | Оҙонлоғо 960 км. киңлеге 700 км | |||||
48 | Сулу диңгеҙе | 335 | Тымыҡ | 5576 | Ограничено Филиппинским архипелагом с северо-востока һәм востока, длинным островом Палаван с северо-запада, Калимантаном с юго-запада һәм архипелагом Сулу с юго-востока | |||||||
49 | Лазарев диңгеҙе | 335 | Южный | 4500 | 3000 | Побережье моря Лазарева — это застывшие глыбы шельфового ледника, сползающего с гористой Земли Королевы Мод на Берег Принцессы Марты. Зимой Диңгеҙзастывает практически на всей территории, а летом у побережья плавает множество льдов һәм айсбергов. Ледник Лазарева — одна из местных достопримечательностей. киңлеге его около 100 километров һәм он далеко вдаётся в Диңгеҙ | Уртаса тәрәнлеге свыше 3000 м | |||||
50 | ДиңгеҙМоусона | 333 | Южный | 1000+ | Диңгеҙиндоокеанского сектора Южного океана, у побережья Восточной Антарктиды, между мысами Визе (95°45' в. д.) һәм Пойнсетт (113°12' в. д.) | |||||||
51 | Левантин диңгеҙе | 320 | Атлантик | 4384 | Ограничено Турцией на севере, Сирией, Ливаном һәм Израилем на востоке, Египтом һәм Ливией на юге, Эгейским морем на северо-западе | Входит в состав Средиземного һәм Кипрского морей | ||||||
52 | Яңы Гвинейское диңгеҙе | 310 | Тымыҡ | 2665 | 1700 | С севера, востока һәм юга ограничено архипелагом Бисмарка, с запада — островом Новая Гвинея | ||||||
53 | Молукка диңгеҙе | 291 (274) | Тымыҡ | 4970 (4180) | 1752 | Окружено Индонезийскими островами: Сулавеси на западе, Сула, Малуку һәм Молуккскими на юге, Сангихе, Минданао һәм Талауд на севере, Северное Малукку на востоке | ||||||
54 | Содружества диңгеҙе | 258 | Южный | 3000 | 500 | Диңгеҙв Индийском секторе Южного океана. На берегу моря австралийские научные станции Моусон һәм Дейвис | ||||||
55 | Фарси ҡултығы | 239 | Һинд | 102 | 36 | Залив между Ираном һәм Аравийским полуостровом. Прибрежными странами Персидского залива являются Оман, Объединённые Арабские Эмираты, Саудовская Аравия, Катар, Бахрейн, Кувейт, Ирак һәм Иран | 926*320 | По гидрологическому режиму является морем | ||||
56 | Бискайҡултығы | 223 | Атлантик | 4735 (5120) | 1715 | Часть Атлантического океана, расположенная к северу от Пиренейского полуострова, омывает берега Испании һәм Франции һәм простирается от Галисии до Бретани. Северная часть французского берега скалиста, имеется несколько островов: Бель-Иль, Нуармутье, Ре, Олерон, Экс. К югу побережье выполаживается, его участки называются Серебряный берег һәм Берег басков. К берегу Пиренейского полуострова подступают Кантабрийские горы һәм он вновь становится скалистым һәм изрезанным. Континентальный шельф у берегов Бретани имеет ширину около 160 км, но к берегам Испании уменьшается до 65 км | 400 | Название происходит от баскской провинции Бискайя. В Испании Бискайский залив называют Кантабрийским морем (Mar Cantábrico). Лишь восточная часть Кантабрийского моря, непосредственно примыкающая к Стране Басков, называется Бискайским заливом. За 220 тыс. лет до н. э., во времена ледника Рисс, Бискайский залив был заморожен. 12 апреля 1970 года в Бискайском заливе потерпела аварию һәм затонула советская атомная подводная лодка К-8 | ||||
57 | Тиррене диңгеҙе | 214 | Атлантик | 3830 | У западного побережья Италии, между Апеннинским полуостровом (итальянские области Тоскана, Лацио, Кампания һәм Калабрия) һәм островами Сицилия, Сардиния, Корсика һәм Эльба | Входит в состав Средиземного моря | ||||||
58 | Эгей диңгеҙе | 179 | Атлантик | 2529 | С большим количеством островов (около 2000) в восточной части Средиземного моря, между Балканским полуостровом, Малой Азией һәм островом Крит. Омывает берега современных Греции һәм Турции | Входит в состав Средиземного моря | Одна из колыбелей античности, древнегреческой, а позднее һәм византийской цивилизаций | |||||
59 | Ион диңгеҙе | 169 | Атлантик | 5121 | 2083 | Между Балканским һәм Апеннинским полуостровами һәм островами Крит һәм Сицилия. Омывает берега Южной Италии (области Сицилия, Калабрия, Базиликата һәм Апулия), Албании (префектура Влёра) һәм Греции (административные округа Ионические острова, Эпир, Западная Греция, Центральная Греция, Аттика, Пелопоннес һәм Крит) | Входит в состав Средиземного моря | |||||
60 | Серам диңгеҙе | 161 | Тымыҡ | 5319 | 1074 | В Малайском архипелаге, между островами Серам, Буру, Сула, Оби, Мисоол (относятся к Молуккским островам) һәм п-овом Чендравасих (Новая Гвинея) | ||||||
61 | Адриатик диңгеҙе | 144 | Атлантик | 1230 | Часть Средиземного моря между Апеннинским һәм Балканским полуостровами. Омывает берега Италии (более 1000 км), Словении (47 км), Хорватии (1777 км), Боснии һәм Герцеговины (20 км), Черногории (200 км), Албании (472 км) | Вдаётся в сушу на 796 километров, киңлеге моря от 93 до 222 км | Входит в состав Средиземного моря | |||||
62 | Флорес диңгеҙе | 115 | Тымыҡ | 5234 | 1522 | Между южной оконечностью острова Сулавеси на севере, островами Кабиа, Сумбава һәм Флорес на юге | ||||||
63 | Ирланддиңгеҙе | 100 | Атлантик | 175 | 43 | Между островами Великобритания на востоке һәм Ирландия на западе. Омывает с юга берега Шотландии, с запада — Республику Ирландия һәм Северную Ирландию. К югу от моря расположен Уэльс, к востоку — Англия | По словам организации Гринпис, в 2001 году Ирландское Диңгеҙявлялось самым радиоактивно загрязнённым морем планеты из-за отходов комплекса Селлафилд[9] | |||||
64 | Амундсен диңгеҙе | 98 | Южный | 585 | 286 | Диңгеҙна окраине Тихого океана, в его южной части (в Южном океане), у берегов Западной Антарктиды. Расположено около Земли Мэри Бэрд, ограничено островом Терстон с востока һәм мысом Дарт с запада. К западу от мыса Дарт протягивается открытое тихоокеанское побережье Антарктики, к востоку от острова Терстон начинается акватория моря Беллинсгаузена | ||||||
65 | Аҡ диңгеҙ | 90,8 | Төньяҡ Боҙло | 343 | 67 | Север европейской части России | 600 | |||||
66 | Балеар диңгеҙе | 86 | Атлантик | 2132 | 767 | Берега Пиренейского полуострова, Балеарских островов | Входит в состав Средиземного моря | |||||
67 | Печора диңгеҙе | 81,263 | Төньяҡ Боҙло | 210 | 6 | Акватория в юго-восточной части Баренцева моря, между островами Колгуев һәм Вайгач | 300*180 | Входит в состав Баренцева моря | ||||
68 | Хальмахер диңгеҙе | 75 | Тымыҡ | 2072 | 747 | В Индонезии, между Молуккскими островами һәм Новой Гвинеей. На западе ограничено береговой линией острова Хальмахера, на севере — островом Вайгео, на востоке — полуостровом Чендравасих (Новая Гвинея), на юге — островом Мисоол, на юго-западе — островами Оби | ||||||
69 | Гебрид диңгеҙе | 47 | Атлантик | 137 | 64 | Ограничено с востока побережьем Шотландии, а с запада — Гебридскими островами. Гебридское море, а также проливы Литл-Минч һәм Норт-Минч (к северу) разделяют острова на две группы — Внутренние һәм Внешние Гебриды | ||||||
70 | Бали диңгеҙе | 40 | Тымыҡ | 1590 | 411 | Между восточной оконечностью острова Ява һәм островами Бали, Ломбок, Сумбава, Сулавеси һәм Мадура | ||||||
71 | Азов диңгеҙе | 39 | Атлантик | 13,5 | 7,5 | Побережье Украины һәм России | Оҙонлоғо 380. киңлеге 200 | Самое мелкое Диңгеҙв мире, заметно мелеет. Соединяется с Атлантическим океаном длинной цепочкой проливов һәм морей, по отдалённости от океана является самым континентальным морем планеты | ||||
72 | Линкольн диңгеҙе | 38 | Төньяҡ Боҙло | 592 | 289 | Северные берега островов Элсмир һәм Гренландия. Ограничено мысом Колумбия (Канада) на западе, һәм мысом Морис-Джесуп (Гренландия) на востоке | ||||||
73 | Саву диңгеҙе | 35 | Тымыҡ | 3475 | 1683 | Между островами Флорес, Сумба һәм Тимор Малайского архипелага | ||||||
74 | Дейвис диңгеҙе | 21 | Южный | 1369 | 571 | Окраинное ДиңгеҙИндийского сектора Южного океана у берегов Антарктиды, между 87° һәм 98° в. д. Омывает Берег Правды — прибрежную часть Земли Королевы Мери, западная граница моря проходит по меридиану мыса Максимова вдоль восточного побережья Западного шельфового ледника, южная граница проходит — по Берегу Правды Антарктического материка һәм восточная — по меридиану мыса Визе һәм западному побережью шельфового ледника Шеклтона. Круглый год покрыто льдом | ||||||
75 | Внутреннее Японское диңгеҙе | 18 | Тымыҡ | 241 | 20 (60) | Оҙонлоғо с запада на восток 445, киңлеге с севера на юг от 15 до 55 км | Уртаса тәрәнлеге 20—60 м | |||||
76 | Лигурийское диңгеҙе | 15 | Атлантик | 2546 | Между островом Корсика һәм Лигурией (побережьем Италии). Омывает территорию Франции, Монако һәм Италии | Входит в состав Средиземного моря | ||||||
77 | Мраморное диңгеҙе | 11,472 | Атлантик | 1355 | 677 | Между европейской һәм малоазиатской частями Турции. На северо-востоке соединяется проливом Босфор с Чёрным морем, на юго-западе — проливом Дарданеллы с Эгейским морем | Оҙонлоғо 280. киңлеге 80 | |||||
78 | Ваттовое диңгеҙе | 10 | Атлантик | Берега Нидерландов, Германии һәм Дании, часть акватории Северного моря, ограниченная цепью Фризских островов | 500 | Входит в состав Северного моря | ||||||
79 | ДиңгеҙСамар | 3,87 | Тымыҡ | 200 | В Филиппинском архипелаге, ограничено островами Самар на востоке, Лейте на юге, Масбате на западе һәм Лусон на севере. В акватории моря расположено множество островов | |||||||
80 | ДиңгеҙДюрвиля | Южный | 3610 | 500 | Диңгеҙтихоокеанского сектора Южного океана, между 136° һәм 148° восточной долготы. Омывает Землю Адели (Восточная Антарктида) | ДиңгеҙДюрвиля отличается от соседних морей тем, что ледники едва покрывают половину его побережья | ||||||
81 | ДиңгеҙКоро | Тымыҡ | 2930 | Окружено островами архипелага Фиджи: Вити-Леву, Вануа-Леву, Тавеуни һәм островами Лау | ||||||||
82 | Альборан | Атлантик | 2407 | 2000 | Около Гибралтарского пролива | Достигает в длину около 400, а в ширину — 200 км | Входит в состав Средиземного моря | |||||
83 | ДиңгеҙМинданао | Тымыҡ | 1975 | Между островами Сикихор, Бохол һәм Лейте на севере һәм островом Минданао на юге, в южной части Филиппинского архипелага | ||||||||
84 | ДиңгеҙСибуян | Тымыҡ | 1700 | В Филиппинском архипелаге, между островами Панай, Таблас, Мариндуке, Лусон һәм Масбате | ||||||||
85 | ДиңгеҙКамотес | Тымыҡ | 323 | В Филиппинском архипелаге, между островами Лейте, Бохол һәм Себу | ||||||||
86 | Кипрское диңгеҙе | Атлантик | Восточная часть Средиземного моря, между полуостровом Малая Азия һәм Африкой, которое окружает остров Кипр | Входит в состав Средиземного моря | ||||||||
87 | Критское диңгеҙе | Атлантик | Южная глубоководная часть Эгейского моря. Расположено между группами островов Киклады һәм Додеканес на севере һәм востоке һәм островом Крит на юге. Юго-восточная часть Эгейского моря античными авторами именовалась Карпатосским морем (грек)баш. по острову Карпатосу, лежащему между Критом һәм Родосом | Входит в состав Средиземного һәм Эгейского морей | ||||||||
88 | Кельтское диңгеҙе | Атлантик | Омывает часть Ирландии, Великобритании һәм Франции. Южная һәм западная границы очерчиваются по континентальному шельфу | |||||||||
89 | Вандель диңгеҙе | Төньяҡ Боҙло | Неофициальное название части Северного Ледовитого океана, расположенной между мысом Нордоструннинген һәм Землёй Пири | Водное пространство севернее һәм северо-восточнее моря Ванделя круглый год покрыто льдом. По данным на 2008 год Диңгеҙбыло весьма слабо исследовано из-за практически постоянно сковывающих его льдов, а также труднодоступности региона в целом | ||||||||
90 | Икар диңгеҙе | Атлантик | Юго-восточная часть Эгейского моря вокруг острова Икарии вдоль берегов Дориды, Карии һәм Ионии. Названо в честь героя древнегреческих мифов Икара | Входит в состав Средиземного һәм Эгейского морей | ||||||||
91 | Миртой диңгеҙе | Атлантик | Миртойское море, Миртосское море — античное название юго-западной части Эгейского моря, окружающей остров Мирт (Μύρτος), расположенный у южной оконечности Эвбеи. Простиралось от Эвбеи һәм Киклад до Лаконии, от Аттики до Крита | Входит в состав Средиземного һәм Эгейского морей | ||||||||
92 | Фракий диңгеҙе | Атлантик | Античное название северной части Эгейского моря вдоль побережья Фракии, между полуостровом Халкидики һәм Галлипольским полуостровом. С юга ограничено островом Лемносом. Также фракийским морем называли Мраморное диңгеҙе | Входит в состав Средиземного һәм Эгейского морей | ||||||||
93 | Киликий диңгеҙе | Атлантик | Северо-восточную часть Кипрского моря между Кипром һәм Малой Азией называют Киликийским морем (от Киликия) а восточную между Кипром һәм ближневосточным побережьем — Левантинским морем (от Левант) | Входит в состав Средиземного һәм Кипрского морей | ||||||||
94 | Аки диңгеҙе | Тымыҡ | Между юго-западом префектуры Хиросима һәм северо-западом префектуры Эхиме. На севере ограничен островами Осаки-Симо (яп.)баш., Ками-Камагари (яп.)баш., Симо-Камагари һәм Курахаси, на востоке — проливом Курусима, на юге — полуостровом Таканава острова Сикоку (префектура Эхиме), а на западе — островом Иё-Нака | Протяжённость с севера на юг — 30, с запада на восток — 45 | Аки-Нада — плёс в западной части Внутреннего Японского моря | |||||||
95 | Висаян диңгеҙе | Тымыҡ | В Филиппинском архипелаге между островами Масбате на севере, Лейте на востоке һәм юго-востоке, Себу һәм Негрос на юге һәм Панай на западе | |||||||||
96 | Тувалу диңгеҙе | Тымыҡ | ||||||||||
97 | Принца Густав-Адольф диңгеҙе | Төньяҡ Боҙло | Ограничено с запада двумя островами — Борден һәм Маккензи-Кинг, с востока — островом Эллеф-Рингнес, а с юга — островом Лохид | В российской географии эта акватория часто именуется проливом Принц-Густав-Адольф (одноимённый пролив есть у берегов Антарктиды) |
Ерҙән ситтә диңгеҙҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сатурндың юлдашы Титанда углеводородтарҙан торған өс диңгеҙ бар: Кракен диңгеҙе, Лигей диңгеҙе һәм Пунга диңгеҙе. Беренсеһенең үлсәме Каспий диңгеҙе менән сағыштырырлыҡ, ҡалған икәүһе бәләкәсерәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 [ Море] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ [Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)]
- ↑ Море // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
- ↑ Этимологический словарь славянских языков. — М.: Наука, 1992. — Т. 19. — С. 227—229.
- ↑ J. P. Mallory,Douglas Q. Adams. Encyclopedia of Indo-European culture. — London: Fitzroy Dearborn Publishers, 1997. — P. 503—504. — ISBN 9781884964985.
- ↑ WORKING GROUP ON THE REVISION S-23 (LIMITS OF OCEANS AND SEAS) (инг.)
- ↑ 7,0 7,1 Михайлов В.Н., Добровольский А.Д., Добролюбов С.А. Общая гидрология. — М., 2007.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Sellafield nuclear reprocessing facility (ингл.) (недоступная ссылка — история). Greenpeace UK (10 ноябрь 2001). Дата обращения: 4 июнь 2009. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. Можетта. Большой атлас морей и океанов / Пер. с фр. Корнеева. Л. Ю.; Лемени-Македон П. П.. — М.: БММ АО, 2005. — ISBN 5-88353-234-9.