Илеш районы
Илеш районы | |
Илеш районы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 31 ғинуар 1935 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Үрге Йәркәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 34 654 кеше (2010)[1] |
Майҙан | 1980,53 км² |
Почта индексы | 4522ХХ |
Рәсми сайт | ilesh.ru |
Урындағы телефон коды | 34762 |
Илеш районы Викимилектә |
Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район. Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. 1935 ойошторолған. Күпселек халыҡ башҡорттар, татарҙар, мариҙар. Иң ҙур ауылдар: Үрге Йәркәй (2010 й. — 10,3 мең), Ҡәҙер (2009 й. — 0,85 мең), Рсай (2009 й. — 0,9 мең кеше). Район 25 ауыл биләмәһен берләштерә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район биләмәләре Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район территорияһы буйлап Ағиҙел, Сөн, Баҙы йылғалары аға. Ере һоро урман, туғай һәм ашы йыуылған ҡара тупраҡтан тора. Климаты аҙ ғына ҡоролоҡло. Урмандар (күберәк ҡайын, имән һәм уҫаҡ) район майҙанының 15,4 % биләй. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан нефть (Арлан ятҡылығының Йосоп майҙаны, Маншыр, Мәнәүез, Андреевка), балсыҡ (Андреевка, Шиҙәле), ҡом-ҡырсынташ (Петертау) ятҡылыҡтары бар. Плиоцен осоро балыҡтарының эҙҙәре һаҡланған Сейәле-Әтәс балсыҡлы һәүерташтар сығып ятҡан урын, Татыш күле, Восток ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының һул ярында ултыртылған ҡарағайҙар «тәбиғәт ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең га (район территорияһының 71,5 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 107,0; сабынлыҡтар — 4,8; көтөүлектәр — 29,7 мең га. Районда Өфө предприятиеларының 2 ярҙамсы хужалығы һәм инкубатор станцияһы эшләй. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары — игенселек (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай), ит-һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Нефть сығарыу сәнәғәте («Южарланнефть», «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары), Үрге Йәркәй ауылы май-сыр эшләү, ит һәм аҙыҡ комбинаттары, РТП һәм хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, Андреевка кирбес заводы.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы аша Өфө—Минзәлә—Ҡазан һәм Нефтекама—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел йылғаһында Груздевка пристане урынлашҡан.
Социаль мәҙәни өлкә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 72 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 27 урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙә һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 69 клуб, М.Гәрәевтең йорт-музейы (Ташшишмә ауылы), Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Үрге Йәркәй ауылы), үҙәк район һәм 3 ауылда участка дауаханаһы эшләй.
Урыҫ телендә нәшер ителгән «Маяк» район гәзитенең башҡорт һәм татар телдәрендә дубляждары (тәржемәһе) сыға.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби хеҙмәткәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Муса Ғaйса улы — ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- Абдуллин Әнүәр Абдулла улы — Советтар Союзы Геройы.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Минһажев Әнис Ғилемйән улы (10.07.1948), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы. 1993—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы, 1995—2002 йылдарҙа Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1998). Кесе Бишҡурай ауылынан.
Фән эшмәкәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниев Ривнер Фазыл улы (01.04.1937), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), Литва Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы (2011). Почёт (1999) һәм 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры.Тәжәй ауылынан.
- Бәхтизин Нәзиф Раян улы (31.12.1927—21.10.2007), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1991), ауыл хужалығы кандидаты (1955), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Яңы Аташ ауылынан.
- Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы (1.04.1959, ғалим-инженер‑төҙөүсе, 2066 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003) һәм мәғариф отличнигы (1999). Гремучий Ключ ауылынан[19].
Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Журавлёв Геннадий Александрович — КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары.
- Әминев Әхмәт Ғата улы — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) проректоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Ялалов Фарит Габтел улы
- Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы — оператор (нефтсе), Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы — Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Назмиев, Тимерхан Сафуанович — «Искра» колхозы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы —комбайнер, Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалеры.
- Ғилданов Хәләф Ғилван улы (1.02.1932—7.01.1994), хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975). Кесе Бишҡурай ауылынан.
- Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы — бригадир, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Маликов Рәйеф Сәлих улы (24.08.1952) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001), Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Дөмәй ауылынан.
- Нәбиев Мирзанур Фәсхетдин улы (24.05.1923—18.04.2008), хужалыҡ эшмәкәре, 1949—1985 йылдарҙа М. Горький исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1980). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975, 1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ҡәҙер ауылынан[20].
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26.03.1899—1982), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Иғмәт ауылынан[21].
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (2.04.1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012). Дөмәй ауылынан[22][23] (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019).
- Сафин Рәлиф Рәфил улы — «Лукойл» ААЙ Вице-Президенты.
- Сәлихов Зөлфәр Сәлих улы — Газпром етештереү Ямбург ЯСЙ баш инженеры
- Халиҡов Хәлил Мирзаян улы (4.03.1939), инженер, хужалыҡ, совет, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1985—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Базытамаҡ ауылынан[24].
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Үрмәт ауылынан[25].
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артистар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (23.01.1952—18.09.2002), Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2000) һәм БАССР-ҙың халыҡ (1989) артисы. Иҫке Хажи ауылынан.
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (1.04.1962), Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры. Үрге Маншыр ауылынан.
- Фәтихов Хәлит Шәйех улы (20.03.1958), музыкант-баянсы, Исәмәт ауылынан.
Композиторҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәсил Ғәлимов. Ҡәҙер ауылынан.
- Данил Хәсәншин (22.08.1937), композитор, 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сүлте ауылынан
Йырсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (5.04.1933—12.05.2009), йырсы, 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Аҡкүҙ ауылынан[26].
- Фәнүнә Сиражетдинова (15.02.1949), йырсы. Башҡортостандың халыҡ артисы (1994). Ишҡар ауылынан.
- Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы
Шағирҙар һәм яҙыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Роберт Миңнуллин — Татарстандың халыҡ шағиры, Муса Йәлил (1982) һәм Ғабдулла Туҡай (1998) исемендәге дәүләт премиялары лауреаты. Нәжәде ауылынан.
- Суфиян Поварисов — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
- Илдус Тимерханов — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (Түбәнге Сереккүл ауылы).
- Ринат Хәйри — Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (Үрмәт ауылы).
Журналистар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (19.08.1964), график-акварелсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Шутов Александр Павлович
Спортсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саҡаев Йәлил Хәнәфи улы (1.12.1958), спортсы, тренер, шашка буйынса Ишембай олимпия резервы мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1996) һәм иң яҡшы тренеры (2000). Рсай ауылынан.
- Шәрипов Рушан Инсаф улы — саңғысы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Набиев Мирзанур Фасхетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Салихов Рабис Салихович (рус.)
- ↑ ООО ГК «Жилстройинвест». Награды и достижения
- ↑ Халиков Халиль Мирзаянович. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2019)
- ↑ Проект БГПУ им. М. Акмуллы «ЛУЧШИЕ УЧИТЕЛЯ И ШКОЛЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»: Шарипова Илюса Тимиргалиевна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илеш районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 март 2019)
- Администрация Муниципального района Илишевский район Республики Башкортостан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А., Асфандиярова К. Национальный состав населенных пунктов Илишевского района по переписям XVII—XX вв // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 37—44. — ISSN 1683-3554.
- Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999.
- Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.