Кипр Республикаһы
| |||||
Гимн: Кипр гимны (тыңларға ) | |||||
Нигеҙ һалынған | 1960 йылдың 16 авгусы | ||||
Рәсми телдәр | Грек теле, Төрөк теле | ||||
Баш ҡала | Никосия | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Никосия, Лимасол, | ||||
Идара итеү формаһы | Президент республикаһы | ||||
Президент | Анастасиадис, Никос | ||||
Территория • Барыһы |
162 урын 9250 км² | ||||
Халыҡ • Барыһы (2012) • Тығыҙлыҡ |
152 урын 1 142 575 117 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2004) • Кеше башына |
117 урын 15.36 млрд $ 20428 $ | ||||
Валюта | Евро | ||||
Телефон коды | +357
|
Кипр (Ҡыпрыҫ) Республикаһы (грек. Κυπριακή Δημοκρατία, төр. Kıbrıs Cumhuriyeti) — Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы утрау-дәүләт. 2004 йылдың 1 майынан Европа берлеге ағзаһы.
Кипр Республикаһы рәсми рәүештә Кипр утрауының 98 % территорияһын һәм яҡындағы Агиос Георгиос, Геронисос, Глюкиотисса, Кила утрауы, Киедес, Кордилия, Мазаки утрауҙарын биләп тора. Утрауҙың ҡалған 2 % территорияһында британ хәрби базалары уhынлашҡан.
Ғәмәлдә, 1974 йылдан һуң утрау өс өлөшкә бүленә: 60 % территория Кипр Республикаһы властары контроле аҫтында (күберәк гректар йәшәй), 38 % — Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы, 2 % — Британия хәрби көстәре контролендә. Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтенең бойондороҡһоҙлоғо Абхазия Республикаһы һәм Төркиә тарафынан танылған.
Илдә 1 142 575 кеше йәшәй. Баш ҡалаһы — Никосия ҡалаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кипрҙың тарихҡаса дәүере, аҙаҡҡы мәғлүмәттәргә ярашлы, б.э.т. Х мең йыллыҡта утрауҙа тәүге кеше эҙҙәре барлыҡҡа килгән мәлдән башлана һәм б.э.т. II-се һәм l-се мең йыллыҡтар сигендә, тарихи осорҙа Кипр батшалыҡтарын барлыҡҡа килтергән социаль-сәйәси процестар башланыуы менән тамамлана.
Палеолит дәүерендәге кеше ҡалдыҡтары табылған Грециянан айырмалы рәүештә, Кипр тарихы неолит дәүеренән башлана. Б.э.т яҡынса XI быуатҡа Кипр Эллинистик цивилизацияһының айырылғыһыҙ өлөшө була. Троян һуғышынан ҡайтышлай ахейҙар утрауҙа туҡтайҙар һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә автохтондарҙың («этеокиприоттар») ассимиляцияһын башлайҙар. Шул ваҡыттар утрауҙа гректар йәшәй.
Кипрҙың Урта диңгеҙҙәге уңайлы стратегик урыны төрлө империялар периферияһында ҡалып, уның бөтә тарихы дауамында ҡулдан-ҡулға күп тапҡыр күсеүгә булышлыҡ итә. Б.э.т. 331 йылда Кипр хакимдары Александр Македонскийҙың власын таныйҙар. Б.э.т. III быуатта Кипр Птолемейҙар державаһы составына инә, унда ул, айырым батшалыҡ булып, ваҡыты-ваҡыты менән ярайһы уҡ автономия менән ҡуллана. Александр Македонский тарафынан яулап алына. Б.э.т. 58 йылда Кипр Рим провинцияһына әүерелә, б.э.т. 48 йылда Цезарь уны Птолемейҙарға ҡайтара. Антонийҙы (б.э.т. 31 йыл) Октавиан Август еңгәндән һуң, Кипр Рим империяһы составына инә, уның 395 йылда Көнсығыш һәм Көнбайыш Византияға бүленеүенән һуң — Көнсығыш Византия составына инә. 965 йылда Кипр фемаһы төҙөлә.
1191 йылда инглиз короле Ричард Львиное Сердце Изге Ергә барышлай Кипрҙы яулап ала; ләкин тиҙҙән, үҙенә кәрәкмәгәс, уны Лузиньяндарға һата. Улар король династияһына нигеҙ һалалар һәм Кипрҙа 300 йыл дауамында хакимлыҡ итәләр. Шулай итеп, ул Кипр короллегенә әүерелә.
1489 йылда Кипрҙың аҙаҡҡы королеваһы, данлыҡлы Катерина Корнаро, үҙенең тыуған иле Венецияға утрауҙы бүләк итә һәм 100 йыл тирәһе Кипр Венеция республикаһы составында була (әйткәндәй, ошо осорға Шекспирҙың «Отелло, Венеция мавры» трагедияһы арналған; Фамагуста хатта, йәнәһе, Дездемона үлтерелгән Отелло замогы һаҡланған).
1570—1571 йылдарҙа Кипрҙы төрөктәр яулап алалар һәм 300 йыл унда хакимлыҡ итәләр. 1878 йылда Кипр Британия буйһоноуына эләгә, башта Ғосман империяһының номиналь суверенитеты осоронда де-факто, ә Беренсе донъя һуғышынан һуң шулай уҡ юридик яҡтан да.
Күп йыллыҡ милли-азатлыҡ көрәш һөҙөмтәһендә, 1960 йылда колониаль империялар тарҡалғандан һуң, утрау бойонһороҡһоҙлоҡ ала һәм тиҙ арала грек һәм төрөк общиналары араһындағы ызғыш аренаһына әүерелә. Инглиздар аҙаҡҡы ваҡытҡа тиклем утрауҙа үҙҙәренең Акротири һәм Декелия хәрби базаларын тоталар. Кипрҙың беренсе президенты итеп Кипр архиепископы һайлана.
Кипр гректары һәм Кипр төрөктәре араһында (башҡа төрлө әйткәндә, христиандар һәм мосолмандар араһында) бәрелештәр шундай ҡырҡа төҫ ала, хатта 1964 йылда Никосияға БМО урталыҡ көстәрен индерергә мәжбүр була. 1974 году йылда бәрелештәр асыҡ һуғышҡa әүерелә, хәлде Греция һәм Төркиәнең ҡыҫылыуы ҡатмарлаштыра. Энозис яҡлылар (утрауҙы Грецияға биреү яҡлылар) «ҡара полковниктар» ярҙамында хәрби түңкәрелеш башҡаралар, уларға яуап итеп Төркиә, төрөктәрҙе яҡлау һылтауы менән, шунда уҡ утрауға үҙенең ғәскәрҙәрен төшөрә. Утрауҙа яҡынса 30 % оккупациялау күҙаллана, сөнки тап шунынса төрөк утрауҙа йәшәй (төрөк мәғлүмәттәренән, гректар ике тапҡырға кәмерәк һанды күрһәтәләр). Ысынында территорияның күберәк өлөшө оккупациялана; төрөк армияһы инглиз базаларына тиклем барып етә һәм шунда туҡтай. Утрау грек һәм төрөк өлөштәренә бүленә.
1974 йылғы һуғыш геройҙарына һәйкәлдәр утрауҙың төньяҡ өлөшөндә лә, көньяҡ өлөшөндә лә бик күп һанда ҡуйылған. Оккупацияланған территорияла 1978 йылда Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы иғлан ителә, уны тик Төркиә таный. 2004 йылда Кипр Республикаһы Европа берлегенә инә, ә 2008 йылда — еврозонаға.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүлгәндән һуң грек-киприоттарҙың күпселеге көньяҡта йәшәй, ә төрөк-киприоттар — төньяҡта. Дөйөм халыҡ һаны яҡынса 800 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 300 мең — төрөктәр. Шулай уҡ Кипрҙа 17 мең инглиз, урыҫтар 40 меңдән дә кәм түгел (Рәсәй Федерацияһы илсеһе мәғлүмәттәре буйынса)[1]. 1974 йылғы һуғыштан һуң яҡынса 180 мең грек киприоттары ҡаса йәки мәжбүри рәүештә көньяҡҡа күсерелә. 42 мең тирәһе төрөк киприоттары шулай уҡ ҡаса һәм уларҙы мәжбүри рәүештә төньяҡҡа күсерәләр. Тик Ларнак округы Пила ҡалаһында ғына БМО тәғәйенләгән админстрация ҡарамағында ике халыҡ төркөмө йәшәй.
Кипр Республикаһы контроле аҫтында, 2011 йылдың аҙағындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ һаны 838 897 кеше тәшкил итә, уларҙың күбеһе (21,4 %) — сит ил граждандары[2]. 2014 йылдан алып хөкүмәт тарафынан законға төҙәтмәләр индереү һәм махсус дәүләт программаһын булдырыу арҡаһында сит ил инвесторҙарына Кипр гражданлығы хоҡуғы бирелә.
БМО-ның мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылға ҡарата Кипр Республикаһында 191 922 иммигрант, йәки ил халҡының 16 %, йәшәй[3].
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кипр халҡының күпселеге этник гректар — православие, этник төрөктәр — ислам динен тота.
Кипр православие сиркәүе квази-дәүләт учреждениеһы статусына эйә һәм илдең йәмәғәт-сәйәси тормошонда билдәле роль уйнай; Кипр Сиркәүенең предстоятеле — Яңы Юстиниана һәм Кипрҙың Архиепископы. Һәр ауылда тиерлек булған ҡорамдарҙан тыш (500-ҙән ашыу) сиркәүҙең Кипрҙа 9 монастыры бар, был монастырҙар утрауҙағы йыл әйләнәһенә яһалма һуғарылыу ойошторолған бик күп һәм иң уңдырышлы ерҙәргә һәм башҡа төрлө эре мөлкәткә эйә.
Шулай уҡ утрауҙа католик, маронит сиркәүҙәр һәм башҡа йәһүд һәм башҡа дин ғибәҙәтханалары бар.
1960 йылғы Конституция (19 статья) буйынса һәр кеше һүҙ, намыҫ һәм дин азатлығына хоҡуҡлығын раҫлай.. Бөтә диндәр ҙә закон алдында тигеҙ Республиканың ҡанун сығара торған, башҡарма һәм административ акты ниндәй булһа дини институтын йәки дини ойошмаһын дискриминациялай алмай. Һәр кеше дин тотоу иреклегенә хоҡуҡлы, ул үҙенең динен үҙ аллы йәки күмәкләп өйрәнә ала. Республика Конституцияһында бындай азатлыҡтың берҙән-бер сикләүҙәр бар һәм улар Республиканың һәм уның граждандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Бөтә ошо ҡарарҙар утрауҙа рәсми рәүештә танылған дин юҡлығын раҫлай. Улар шулай уҡ халыҡ аҙсылығын тәшкил иткән ике дини төркөмдөң (католиктар һәм марониттар) хоҡуҡтарын яҡлауын гарантиялай.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тулайым милли тулайым продукттың сәнәғәткә өлөшө 18 % тура килә. Сәнәғәт продукцияһының 1/3 ҡиммәте сеймал табыу сәнәғәтендә булдырыла һәм эшкәртеүсе сәнәғәттә. Ваҡ предприятиелар өҫтөнлөк ала. Күп кенә эре предприятиелар, бигерәк тә тау-сеймал табыу сәнәғәте, сит ил капиталы ҡулында (башлыса инглиз капиталы). Баҡыр рудаһы (тимер күләме буйынса 16,3 мең т, экспорт), тимерле пириттар (57,6 мең т, экспорт), хромиттар (41,3 мең т), асбест (23,3 мең т, экспорт), тоҙ, гипс, мәрмәр етештерелә. 2010 йылда тау-сеймал табыу сәнәғәтенең тулайым продукцияһы 90,4 млн евро тәшкил итә, тармаҡтағы халыҡтың мәшғүллеге — 585 кеше.
Электростанциялар (204 мең кВт дөйөм ҡеүәте) ситтән килтерелгән нефттә эшләй; 1971 йылда электр энергияһын етештереү 564 млн кВт∙сәғәт тәшкил итә. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән (1971 йылда шарап етештереү — 49,4 мең т, зәйтүн майы — яҡынса 1 мең т, емеш һәм йәшелсә консервалары һәм башҡалар), тәмәке, туҡыма, күн аяҡ кейеме сәнәғәте. Цемент 1971 йылда 303 мең тонна етештерелә. Ваҡ һөнәрселек етештереү үҫешкән (керамиканан, тимерҙән әйберҙәр).
Кипр сәнәғәте экспорт йүнәлештәре: фармацевтика продукцияһы, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек, электроника, эшкәртеүсе сәнәғәте продукцияһы, машиналар һәм ҡоролмалар, металдар һәм химия тармағы продукцияһы. Шулай уҡ Кипр мебель, кейем, күн әйберҙәр һәм автомобилдәр өсөн аксессуарҙар экспортлай.
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кипр Республикаһы 6 районға бүленә (грекса επαρχίες).
- Никосия (район)|Никосия (Λευκωσία Левкосия, төр. Левкоша) — өлөшләтә Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте идара итә
- Кирения (район)|Киренея (Κερύvεια, тур. Гирне) — тулыһынса Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте идара итә
- Ларнака (район)|Ларнака (Λάρνακα, тур. Ишкеле) — ҙур булмаған өлөшөнә Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте идара итә
- Лимасол (район)|Лимасол (Λεμεσός, Лемесос)
- Пафос (район)|Пафос (Πάφος, тур. Баф)
- Фамагуста (район)|Фамагуста (Αμμόχωστος Амохостос, төр. Ғазимагуша (Магуша)) — төньяҡ ҙур өлөшөнә Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте идара итә
Райондар муниципалитеттарға һәм йәмғиәттәргә бүленә. Муниципалитеттарҙың вәкәләтле органы — муниципаль советтар (Δημοτικά Συμβούλια), йәмғиәттәрҙең вәкәләтле органы — йәмғиәт советы (Κοινοτικά Συμβούλια).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Интервью посла РФ в Республике Кипр 2012 йыл 8 август архивланған. // для газеты www.realestate.ru — 04.10.2011
- ↑ Preliminary Results of the Census of Population, 2011 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
- ↑ https://www.un.org/en/development/desa/population/migration/data/estimates2/data/UN_MigrantStockTotal_2019.xlsx