Эстәлеккә күсергә

Абҙан шарлауығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абҙан шарлауығы
Илаусы таш
Көҙгөлө шарлауыҡ
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
РайонАрхангел районы 
ЙылғаИнйәр 
Бейеклеге6 м
Рәсәй
Точка
Абҙан шарлауығы
Илаусы таш
Көҙгөлө шарлауыҡ
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Абҙан шарлауығы
Илаусы таш
Көҙгөлө шарлауыҡ
 Абҙан шарлауығы Викимилектә

Абҙан шарлауығы (Асы шарлауығы ) — Инйәр йылғаһы янында (Урал алды), Илаҡташ (Һейгәкташ) ҡаяһынан ағып сыға. Башҡортостан Республикаһы Архангел районында урынлашҡан. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]. Бейеклеге 6 метр.

Туристик йәһәттән һәм фәнни яҡтан билдәле урын[2]

Архангел районының Абҙан һәм Асы ауылдары араһында, һуңғыһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамалары шул ауылдар исеменән алынған. Тәбиғәттең саф һау һәм таҙа һыу өсөн туристар үҙ иткән ифрат күркәм бер мөйөшө. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле.

Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яры өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә.

Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йә иһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте «Һейгәкташ» тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған.

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: шарлауыҡ айырыуса яҙ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны «Көҙгөлө шарлауыҡ» тип тә атағандар.

«Илаҡташ» карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған. Шарлауыҡ тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен еләк ныҡ уңа.

Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.

  • Абҙан шарлауығы (Абҙан ауылы исеменән)
  • Асы шарлауығы (Асы ауылы исеменән)
  • «Көҙгөлө шарлауыҡ» (йәйгеһен таштары еүешләнеп көҙгө кеүек ялтырап торғанға)
  1. Постановление Совета Министров БАССР от 17.08.1965 № 465
  2. Конференции :: Институт геологии Уфимского научного центра РАН