Эстәлеккә күсергә

Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас
урыҫ Ботанический памятник природы регионального значения "Великовозрастная лиственница у деревни Юлбарсово"
Төп мәғлүмәт
Майҙаны0,1 гектар
Нигеҙләнгән ваҡыты19 июнь 2003 йыл 
Урынлашыуы
52°03′12″ с. ш. 58°02′53″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас

Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге оло ҡарағас — төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылы эргәһендәге реликт йөҙйәшәр ҡарағас.

Ерәнағас йылғаһының (Таналыҡтың уң ҡушылдығы) таулы һул яры буйлап ташлы далала яңғыҙ үҫкән Сукачев ҡарт ҡарағасы. Ағастың бейеклеге яҡынса 13 м, диаметры күкрәк тәгәлендә 72 см, ҡоласы 225 см[1]. Көньяҡ Урал аръяғы далаларында иң ҡарт ағас булып һанала — 170 йәш тирәһе[2]. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 19 июнендәге No146 «Тәбиғәт объекттарын һәм комплекстарын республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» ҡарары менән төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһының дөйөм майҙаны 0,1 га[3]. Гөлсинә Мәғәфүрова был тәбиғәт ҡомартҡыһы ҡарағас тураһында «Башҡортостан» республика гәзитендә (02 май 2017 йыл номерында) ошолай тип яҙа:

« ... Юлбарыҫ ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы меңйәшәр ҡарағас – ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. ... Меңйәшәр ҡарағасҡа кеше күп килә, уның янында туҡталып, теләк теләйҙәр. Ауырыуҙарға – дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәткән маяҡ, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биргән илаһи бер мөғжизәгә тиң меңйәшәр ҡарағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойола...» »

Беҙҙең республикала ҡарағастар бик күп ултыртылған. Ағасты немец әсирҙәре ултыртҡан тип әйтәләр. Моғайын шул ҡарағастарҙан немец әсирҙәре үҙҙәренә карта яһағандыр тигән фараз бар, сөнки Хәйбулла, Йылыйыр һәм Баймаҡ райондарында бер үк йылғы шундай ағастар үҫә. Икенсе фаразлау ошолай. 1769 йылда Екатерина II указы менән Башҡортостанға немец ғалимы Петр Симон Паллас экспедицияһы ебәрелә. Уның төп маҡсаты еребеҙҙең файҙалы ҡаҙылмаларын, тәбиғәтен өйрәнеү, еребеҙҙе тасуирлау була. Экспедиция ваҡытында ер аҫтындағы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ҡоролоҡҡа бирешмәгән, күп йыл йәшәгән бер ағас менән билдәләгәндәр. Ағасты тәрбиәләп үҫтереү өсөн Паллас кеше яллаған. Өсөнсө фаразлау буйынса был ылыҫлы ағас юлсыларға маяҡ ролен үтәгән. Юлсылар шуларға ҡарап юл тотҡандар[4]

Ҡарт ҡарағас Урал аръяғында ылыҫлы урмандарҙың дендрохронологияһы һәм фитогеографияһы өсөн ҙур ғилми ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Был ҡарағастың үҫеүе, шулай уҡ был тоҡомдоң дала зонаһындағы тағы бер нисә пунктта (Ирәндек һыртының көньяҡ армыттары) үҫеүе тарихи осорҙа утрау ҡарағастарының көньяҡ сиге уларҙың хәҙерге таралыуына ҡарағанда күпкә көньяҡтараҡ үтеүен күрһәтә. Урал аръяғы дала зонаһының ҡоро климаты шарттарында ҡарағастың уңышлы үҫә алыу мөмкинлеге тураһындағы һығымта ошонан килә лә инде. Тәбиғәт ҡомартҡыһы ғилми-танып белеү һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә[1].

  1. 1,0 1,1 лиственница у д. Юлбарсово Великовозрастная лиственница у д. Юлбарсово. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. Самое старое дерево зауральских степей растет в Башкирии. «УФА1» (19 сентябрь 2013).
  3. Великовозрастная лиственница у д Юлбарсово. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  4. Меңйәшәр ҡарағас һәм йомро таштар (башҡ.). «Башҡортостан» (2 май 2017).