Абҙан шарлауығы
Абҙан шарлауығы Илаусы таш Көҙгөлө шарлауыҡ | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Архангел районы |
Йылға | Инйәр |
Бейеклеге | 6 м |
Абҙан шарлауығы Викимилектә |
Абҙан шарлауығы (Асы шарлауығы ) — Инйәр йылғаһы янында (Урал алды), Илаҡташ (Һейгәкташ) ҡаяһынан ағып сыға. Башҡортостан Республикаһы Архангел районында урынлашҡан. 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]. Бейеклеге 6 метр.
Туристик йәһәттән һәм фәнни яҡтан билдәле урын[2]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архангел районының Абҙан һәм Асы ауылдары араһында, һуңғыһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамалары шул ауылдар исеменән алынған. Тәбиғәттең саф һау һәм таҙа һыу өсөн туристар үҙ иткән ифрат күркәм бер мөйөшө. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле.
Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яры өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә.
Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йә иһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте «Һейгәкташ» тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған.
Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: шарлауыҡ айырыуса яҙ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны «Көҙгөлө шарлауыҡ» тип тә атағандар.
«Илаҡташ» карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған. Шарлауыҡ тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен еләк ныҡ уңа.
Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абҙан шарлауығы (Абҙан ауылы исеменән)
- Асы шарлауығы (Асы ауылы исеменән)
- «Көҙгөлө шарлауыҡ» (йәйгеһен таштары еүешләнеп көҙгө кеүек ялтырап торғанға)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров БАССР от 17.08.1965 № 465
- ↑ Конференции :: Институт геологии Уфимского научного центра РАН
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ассинский зеркальный водопад на правом берегу р Б Инзер Асинский зеркальный водопад . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- http://www.ykoctpa.ru/oledon/voyages/blizhnie-vylazki/zerkalnyj-vodopad/
- http://bashturist.ru/data/print.php?id=256&s=3(недоступная ссылка)
- http://www.ufaphoto.ru/album/data/p28929;jsessionid=76EBD30B1133B965BB41E5FAA01595F8 2016 йыл 5 март архивланған. фото
- http://bashturizm.ru/katalog/sport/vodopady/vodopad-abzanovskij-assinskij-zerkalnyj.html(недоступная ссылка) фото, описание
- Описание и фото водопада
- http://www.geomem.ru/mem_obj.php?id=12948 2020 йыл 4 декабрь архивланған.