Төркиә: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
статус бирелмәне
→‎Төркиә гимны: русса текст
2412 юл: 2412 юл:
== Төркиә һәм Башҡортостан бәйләнештәре ==
== Төркиә һәм Башҡортостан бәйләнештәре ==
Бигерәк тә ХХ быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарынан алып [[Башҡортостан]]дың Төркиә дәүләте менән бәйләнештәре йылдам үҫә. Был тәү сиратта халыҡ-ара туризм өлкәһенән башланып, башҡа йүнәлештәргә лә күсеп килә. Төрөк фирмалары республикала төрлө төҙөлөш эштәре алып бара. Мәҙәниәт өлкәһендә [[«Төрксәй»]] ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек әүҙем ойошторолған, унда [[Башҡортостан]]дың махсус вәкиле бар. Ике ил араһында төрлө кимәлдәге делегациялар менән алмашыу ҙа даими күренешкә әйләнде.
Бигерәк тә ХХ быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарынан алып [[Башҡортостан]]дың Төркиә дәүләте менән бәйләнештәре йылдам үҫә. Был тәү сиратта халыҡ-ара туризм өлкәһенән башланып, башҡа йүнәлештәргә лә күсеп килә. Төрөк фирмалары республикала төрлө төҙөлөш эштәре алып бара. Мәҙәниәт өлкәһендә [[«Төрксәй»]] ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек әүҙем ойошторолған, унда [[Башҡортостан]]дың махсус вәкиле бар. Ике ил араһында төрлө кимәлдәге делегациялар менән алмашыу ҙа даими күренешкә әйләнде.

== Төркиә гимны ==
{{Тәржемә һоралған|en|İstiklâl Marşı}}
{| width="100%"
|- valign="top"
|
=== Башҡортса ===
[[File:İstiklal Marşı - National Anthem of Turkey.webm|right|300px]]
: ''' Ҡурҡма, һүнмәҫ был таңда, йөҙғән ал флаг '''
: ''' Һүнмәһә йортомдон өҫтөндә янған иң һуң мейес'''
: '''Минең милләтемден йондоҙо янасаҡ!'''
: '''Был минеке, минең милләтем буласаҡ! '''

: ''' Борсолма, ҡорбан ҡаршылаған тыйнаҡ ярты ай!'''
: '''Ҡаһарман расаһына бир гөл! Ни өсөн был көс был данлыҡҡа?'''
: '''Һанап алмас түккән ҡанларыбыҙҙы, һуңраҡ хәләл '''
: ''' Һаҡ, һаҡҡа тапаныу булған милләтемден азатлыҡ! '''

: ''' Мин боронғонан азат йәшәнем, азат йәшәрмен!'''
: ''' Ниндәй диуана быға бығау кейҙерә?. Аптырамамаҫмын!'''
: '''Я всё снесу, хоть горы встанут в круг,'''
: '''Перетеку и через горизонт.'''

: '''Не бойся воя — Монстр Европы лют,'''
: '''Но не задушит волю вой химеры,'''
: '''И туп его гнилой последний зуб,'''
: '''И щит в груди есть — истинная вера.'''

: '''Не пустим, братья, монстра на порог'''
: '''И грудью отразим напор бесчестья.'''
: '''Рождаться дням, что предсказал нам Бог,'''
: '''И может быть чуть раньше и не счесть их.'''

: '''Не просто по земле гуляй, а знай,-'''
: '''Сколь предков в ней лежит без погребенья.'''
: '''Ты — сын падших жертвой, дух их не предай,'''
: '''Рай не меняй за все миры творенья.'''

: '''Не жертва: пасть за землю — долг и честь.'''
: '''Сожми рукой, жертв кровь струится.'''
: '''Бог, всё возьми: и жизнь, и всё что есть;'''
: '''Не дай мне лишь с землёю разделиться.'''
: '''У моей души лишь одна просьба к Богу:'''
: '''Не допусти, чтобы рука врага коснулась мест молитвы!'''
: '''пусть [[азан]]'''
: '''всегда будет звучать в моей стране.'''

: '''И тогда коснется лбом земли даже/и мой надгробный камень, если он будет.'''
: '''Мои кровавые слёзы будут струиться из каждой раны.'''
: '''Выйдет из земли моя бестелесная душа.'''
: '''Может быть, моя голова поднимется и коснётся неба.'''

: '''Развевайся славный полумесяц!'''
: '''Пусть будет кровь прощена ему.'''
'''(И пусть простится кровь ему.)'''
: '''Уже никогда не исчезнет мой флаг и мой народ.'''
'''(И не исчезнуть никогда моим ни флагу, ни народу.)'''
:'''Һаҡ, һаҡҡа тапаныу булған милләтемден азатлыҡ!
<ref>[http://zarus1.narod.ru/ZaRus4_20.htm Национальные гимны > 50 стран], тексты, переводы, миди.</ref>'''
|
=== Төрөк телендә ===
: '''Korkma, sönmez bu şafaklarda yüzen al sancak;'''
: '''Sönmeden yurdumun üstünde tüten en son ocak.'''
: '''O benim milletimin yıldızıdır parlayacak;'''
: '''O benimdir, o benim milletimindir ancak.'''

: '''Çatma, kurban olayım çehreni ey nazlı hilal!'''
: '''Kahraman ırkıma bir gül! ne bu şiddet bu celal?'''
: '''Sana olmaz dökülen kanlarımız sonra helal,'''
: '''Hakkıdır, Hak’ka tapan, milletimin istiklal!'''

: '''Ben ezelden beridir hür yaşadım, hür yaşarım.'''
: '''Hangi çılgın bana zincir vuracakmış? Şaşarım;'''
: '''Kükremiş sel gibiyim, bendimi çiğner aşarım;'''
: '''Yırtarım dağları, enginlere sığmam, taşarım.'''

: '''Garbın afakını sarmışsa çelik zırhlı duvar,'''
: '''Benim iman dolu göğsüm gibi serhaddim var.'''
: '''Ulusun, korkma! Nasıl böyle bir imanı boğar.'''
: '''«Medeniyyet!» dediğin tek dişi kalmış canavar?'''

: '''Arkadaş! Yurduma alçakları uğratma sakın!'''
: '''Siper et gövdeni, dursun bu hayasızca akın.'''
: '''Doğacaktır sana vaadettiği günler Hak’kın;'''
: '''Kimbilir, belki yarın, belki yarından da yakın.'''

: '''Bastığın yerleri «toprak» diyerek geçme, tanı!'''
: '''Düşün, altında binlerce kefensiz yatanı.'''
: '''Sen şehit oğlusun, incitme, yazıktır atanı;'''
: '''Verme, dünyaları alsan da bu cennet vatanı.'''

: '''Kim bu cennet vatanın uğruna olmaz ki feda?'''
: '''Şüheda fışkıracak toprağı sıksan, şüheda!'''
: '''Canı, cananı, bütün varımı alsın da Hüda,'''
: '''Etmesin tek vatanımdan beni dünyada cüda.'''

: '''Ruhumun senden, ilahi şudur ancak emeli;'''
: '''Değmesin mabedimin göğsüne na-mahrem eli!'''
: '''Bu ezanlar ki şahadetleri dinin temeli,'''
: '''Ebedi yurdumun üstünde benim inlemeli'''

: '''O zaman vecd ile bin secde eder varsa taşım;'''
: '''Her cerihamdan, ilahi, boşanıp kanlı yaşım,'''
: '''Fışkırır ruh-i mücerret gibi yerden naşım;'''
: '''O zaman yükselerek arşa değer belki başım!'''

: '''Dalgalan sen de şafaklar gibi ey şanlı hilal;'''
: '''Olsun artık dökülen kanlarımın hepsi helal!'''
: '''Ebediyyen sana yok, ırkıma yok izmihlal.'''
: '''Hakkıdır, hür yaşamış bayrağımın hürriyet;'''
: '''Hakkıdır, Hak’ka tapan milletimin istiklal!'''
|-
|}


==Дәүләт байрамдары==
==Дәүләт байрамдары==

03:31, 13 март 2016 өлгөһө

Төркиә Республикаһы
Türkiye Cumhuriyeti
Төркиә флагы гербы Төркиә
Төркиә флагы Төркиә гербы
Милли девиз: «Yurtta barış, dünyada barış»
(башҡ. «Йортта тыныслыҡ, донъяла тыныслыҡ
Гимн: Төркиә гимны (тыңларға )
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 1923 (Ғосман Империяһы иленән)
Рәсми телдәр Төрөк теле
Баш ҡала Анҡара
Иң ҙур ҡалалары Истанбул
Идара итеү формаһы Парламет Республикаһы
Президент
Премьер-министр
Реджеп Тайип Эрдоған
Ахмэт Давутоғлу
Валюта Төрөк лираһы
Интернет-домен .tr


Төркиә (төр. Türkiye, рәсми исеме Төркиә Йөмһүриәте төр. Türkiye Cumhuriyeti) — Евразия материгында, атап әйткәндә: Көнсығыш Азияла һәм Көньяҡ-Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт.

Төньяҡ-көнбайышта Болгария, көнбайышта Греция, төньяҡ-көнбайышта Грузия, көнсығышта Әрмәнстан, Иран, Әзербайжандағы Нахичеван Автономиялы Республикаһы, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ һәм Сирия менән сиктәш.

1920-се йылдар башында, Ғосман империяһы тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төркиәнең күпселек территорияһы Кесе Азия ярымутрауына тура килә, Европала иһә кесе өлөшө урынлашҡан. Баш ҡалаһы — Анҡара.

Төркиә боронғо һәм мәҙәниәтле демократик, унитар, конституцион дәүләт. НАТО, OECD, ОБСЕ кеүек донъя ойошмалары ағзаһы булып тора.

Этимологияһы

Төркиә исемен (Türkiye) төрөк телендә ике өлөшкә бүлеп була: Türk, йәғни төрөк, боронғо төрки телдә «көслө» тигәнде аңлата, һәм -iye, ғәрәп суффиксы.

Тарихы

Ғосман империяһы

Ил сиге үҙгәреү
Иң ҡеүәтле ваҡытында Ғосман империяһы

XVI һәм XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы 3 ҡитғала урынлашҡан иң ҡеүәтле мәмләкәт булып торған. Империяның сәскә атҡан ваҡыты Сөләймән I идараһы ваҡытына тура килә. Империя оҙаҡ йылдар Изге Рим империяһы һәм Польша менән Үҙәк Европаны яулап алыу өсөн көрәште[2]. 242 йыл дауамында Ғосман империяһы Рәсәй менән һуғышты, шул һуғыш уны ныҡ көсһөҙләндерҙе. 20-се быуат башында Ғосман империяһының ҡайһы бер өлөштәрендә сепаратистик ҡараштар көсәйә. Империя үҙ территорияларын юғалта башлай.

Германияның ярҙамын алыу өмөтө менән Ғосман империяһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Ошо уҡ осорға бик бәхәсле булған әрмәндәр геноциды туры килә[3][4]. Һөҙөмтәлә, Ғосман империяһы һуғышта еңелә һәм дәүләт булараҡ юҡҡа сыға.

Төркиә Йөмһүриәте

Беренсе донъя һуғышынан һуң ҡул ҡуйылған килешеүҙәр буйынса империя бер нисә өлөшкә бүленергә тейеш була. Греция ғәскәрҙәре Төркиә биләмәләренә инә. Әлбиттә, был хәлдәр Истанбул, Измир һәм башҡа биләмәләрҙең баҫып алыныуы, төрөктәрҙе тыныс ҡалдыра алмай. Мостафа Кемаль Ататөрөк етәкселегендә милли хәрәкәт көстәре бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкә күтәрелә. 1922 йылдың 18 сентябрендә дәүләт тулыһынса баҫҡынсыларҙан азат ителә. 1923 йылдың 24 июлендә Төркиәнең сиктәрен һәм үҙаллылығын донъя илдәре таный, 1923 йылдың 29 октябрендә баш ҡалаһы Анҡарала булған яңы Төркиә Йөмһүриәте иғлан ителә[5]. Уның беренсе президенты Мостафа Кемаль Ататөрөк була.

Хәрби алмашыныуҙар

1960 йылдың 27 майында Төркиәлә Джемаль Гюрсель етәкселегендә 1-се хәрби алмашыныу булды. Төркиәнең 3-сө Президент Мәхмүд Джеляль Баяр Мәрмәр диңгеҙенең Яссыада утрауында хәрби трибуналға тапшырылды.

1971 йылдың 27 мартында Төркиәлә 2-се хәрби алмашыныу булды.

1980 йылдың 12 сентябрендә Төркиәлә 3-сө хәрби алмашыныу булды. 650 мең кеше полицияға килтерелде, 1,683 миллион енәйәт эше асылды. 517 кеше үлем язаһын алды.[6]

Беренсе Президент һайлауы (2014 йыл)

2014 йылдың 10 авгусында Төркиәлә беренсе тапҡыр граждандар Президентты тура һайланы. 2014 йылға тиклем Төркиә Президентын мәжлес депутаттары һайлаған ине. Өс кандидат булды: Реджеп Тайип Эрдоған; Эхмеллетдин Иһсаноғлу (2005-2013 йылдарҙа Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы сәркәтибе); Селахаттин Демирташ – Халыҡтарҙың демократик партияһы рәйесе. Һайлаусыларҙың 51.79% тауышы Реджеп Тайип Эрдоған өсөн бирелгән, ул еңеүсе тип танылған.

Илдәр буйынса күпселек тауыштар биреү. Һары - Реджеп Тайип Эрдоған, шәмәхә - Селахаттин Демирташ, ҡыҙыл - Эхмеллетдин Иһсаноғлу

Рәсәйҙең «Су-24» самолётын юҡ итеү (2015 йыл)

2015 йылдың 24 ноябрендә Мәскәү ваҡыты менән 10:24 сәғәттә Сирия ғәрәп Йөмһүриәте территорияһында төрөк һауа ғәскәрҙәренең F-16 истребителдәре тарафынан Рәсәйҙең «Су-24» самолёты бәреп төшөрөлде. [7]

Был хәлдән һуң Рәсәй менән Төркиә араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр насарайҙы. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы төрөк граждандары өсөн визаһыҙ инеү мөмкинлеген туҡтатты.

Дәүләт ҡоролошо

Төркиә — парламентлы демократик йөмһүриәт. 1923 йылдан башлап Төркиәлә секуляризация (дәүләтте диндән айырыу) процессы барҙы[8]. Төркиә конституцияһы илде үҙәкләштерелгән унитар дәүләт булып билдәләй. Дәүләттең төп идеологик доктринаһы — ататөрксөлөк.

Төркиә Конституцияһына ярашлы, дәүләт власы закондар сығарыу, башҡарма һәм суд йүнәлештәренә бүленә.

Закондар сығарыу власы

Төркиә бөйөк милли мәжлесе (төр. Türkiye Büyük Millet MeclisiTBMM) — Төркиә Йөмһүриәтенең юғары бер палаталы закондар сығарыу органы (парламент) [9]. Икенсе төрөк-грек һуғышы барышында, Анҡарала 1920 йылдың 23 апрелендә төҙөлдө. Төркиә Йөмһүриәтенең Мәжлесе 1920 йылда Төркиә Конституцияһын ҡабул итеү өсөн төҙөлә. Һуңғы Һайлауҙар 2015 йылдың июндә үтә. 550 депутат партия исемлектәре буйынса 85 һайлау округта һайлана.

Истанбулда 3 һайлау округы, Анҡарала һәм Измирҙа — икешәр.

Парламентта тик 10 % тауыш алған партиялар күрһәтелгән.

Спикер — Джемиль Чичек, 2011 йылдан.

2015 йылда Парламентҡа сираттағы һайлауҙар үтте. Күпселек тауыштарҙы Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы алды.

Башҡарма власть

Төркиә Президенты — Төркиәнең юғары дәүләт вазифаһы. Төркиә Президенты 2007 йылдан халыҡ менән һайлана. 2007 йылға тиклем Президент Төркиә бөйөк милли мәжлесе депутаттары менән һайланды.

Суд власы

Административ бүленеше

Төркиә 81 илгә (элек виләйәт һүҙе ҡулланылған), ә инде һәр ил үҙ сиратында илселектәргә (райондарға, төр. ilçe) бүленә. Барлығы Төркиәлә 923-ләп район иҫәпләнә.

Шулай уҡ ил рәсми булмаған статистик яҡтан 7 регионға бүленә:

Илдәр өҫтендә сәйәси идараны хөкүмәт билдәләгән vali үтәй.

Географик белешмә

Төркиә Ерҙең көнсығыш ярымшарында урынлашҡан. Майҙаны 779 452 км² тәшкил итә. Ил майҙанының 97 проценты Азияла, ҡалған 3 кенә проценты Европала ята. Төркиәнең географик үҙенсәнлеге — ике ҡитға ҡушылған ерҙә урынлашыуы, шуға ла ил аша боронғо замандарҙан уҡ мөһим юлдар үтә.

Көнбайыштан көнсығышҡа Төркиә 1’600 километрға, көньяҡтан төньяҡҡа иһә 600 километрға һуҙылған. Дәүләт өс тарафтан өс диңгеҙ менән йыуыла: Ҡара диңгеҙ, Эгей диңгеҙе һәм Урта диңгеҙ. Төркиәнең Европа һәм Азия өлөштәре Мәрмәр диңгеҙе, Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары менән айырыла.

Төркиә ҡалалары

Иҡтисады

Төркиә иҡтисадының 28 процентын сәнәғәт, 15-ен ауыл хужалығы, 6-һын төҙөлөш һәм ҡалған яртынан күберәк өлөшөн (51 процент) төрлө хеҙмәтләндереү өлкәләре (башлыса туризм) тәшкил итә.

Ыңғай яҡтары: Ауыл хужалығы тармағы илде аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә. 1990 йылдарҙа иҡтисадтың тиҙ үҫеүе күҙәтелде. Туризм. Белгестәр күп булуы. АБ менән киң хеҙмәттәшлек.

Кире яҡтары: Даими юғары булған инфляция (2004 йылда 54,4 процент). Таяныслы булмаған ижтимағи финанс секторы. Дәүләт бюрократияһы. Тигеҙһеҙ хосусилаштырыу.

Энергетика

Төкиәлә хәҙерге ваҡытта ике АЭС төҙөлә. Береһе япон фирмалары менән, икесеһе – Рәсәйҙен Росатом менән (Аҡҡойоу (Akkuyu) АЭС-ы, Мерсин илендә).

Төҙөлөш

Төҙөлөш илдең иҡтисадында ҙур роль уйнай. Төркиәнең төҙөлөш компаниялары Германия, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙә күп объекттар төҙөй. Эре вәкилдәр:

  • Уртим (Баш офис: Нуретдин Барансел Генералы урамы, 22-се йорт, Хадымкөй, Арнавуткөй, Истанбул)
  • Ант Япы

Дин

Төркиә халҡының 99 проценты — мосолмандар, башлыса сөнниҙәр. Күп төрөк гөрөф-ғәҙәттәре шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнгән.

Мәҙәниәте

Кесе Азияла Урта Азиянан уғыҙ төркиҙәре килеп был ерҙәрҙе үҙләштергәнсе төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәгән була. Уларҙың мосолманлаша барған һайын уртаҡ мәҙәниәткә үҙ элементтарын индерәләр. Шул рәүешле Ғосманлы дәүләте мәҙәниәте Гректарҙың, Ислам һәм Төрки мәҙәниәттәренең ҡушылмаһы була. Бөгөнгө көнгә Төркиәлә дин дәүләттән айырылған, мәҙәниәте иһә күп өлкәләрҙә Европалаштырылған булыуына ҡарамаҫтан, халыҡта бороңғо традициялар һаҡлана.

Әҙәбиәте

Төрөк әҙәбиәт белгестәре үҙ әҙәбиәттәренең башын VIII—X быуаттарҙағы боронғо төрки яҙмалары менән бәйләй. Ғосман осоро әҙәбиәте фарсы һәм ғәрәп тәьҫире аҫтында үҫеш ала.

Назим Хикмәт, Орхан Памуҡ кеүек төрөк яҙыусылары бөтөн дөнъяға танылған.

Туризм

Төркиәлә туризм ныҡ үҫешкән. Быға диңгеҙ буйы курорттарының һәм иҫтәлекле урындарҙың күп булыуы сәбәп булып тора.

Илдә туризм иң әүҙем үҫешкән төбәктәр:

Рәсәй туристик фирмалары башлыса Анталья ҡалаһы менән бәйләнештә әүҙем эшләй. Cит илгә сығыусыларға шулай уҡ яҡындағы Кемер, Аланья һәм башҡа ҡалаларға барырға ла тәҡдим итә. Һуңғы ваҡыттарҙа Мерсин иле менән ҡыҙыҡһыныу арта.

Урында туристик путевкалар алып, илдең теләһә ҡайһы өлкәһенә лә сәйәхәт яһарға була. Транспорт селтәренең яҡшы үҫеше илдең башҡа төбәктәренә лә бик ҡыҫҡа ваҡытта сәфәр ҡылырға мөмкинселек бирә[12].

Төркиә һәм Башҡортостан бәйләнештәре

Бигерәк тә ХХ быуаттың һуңғы ун йыллыҡтарынан алып Башҡортостандың Төркиә дәүләте менән бәйләнештәре йылдам үҫә. Был тәү сиратта халыҡ-ара туризм өлкәһенән башланып, башҡа йүнәлештәргә лә күсеп килә. Төрөк фирмалары республикала төрлө төҙөлөш эштәре алып бара. Мәҙәниәт өлкәһендә «Төрксәй» ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек әүҙем ойошторолған, унда Башҡортостандың махсус вәкиле бар. Ике ил араһында төрлө кимәлдәге делегациялар менән алмашыу ҙа даими күренешкә әйләнде.

Дәүләт байрамдары

Галерея

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

  1. Primera Cronica General. Estoria de España. Tomo I. — Madrid, Bailly-Bailliere e hijos, 1906, 60 бит
  2. Jay Shaw Stanford. History of the Ottoman Empire and Modern Turkey. — Cambridge University Press, 1977. — ISBN 0-5212-9163-1.
  3. INTERNATIONAL ASSOCIATION OF GENOCIDE SCHOLARS (June 13, 2005), open letter to Prime Minister Recep Tayyip Erdogan
  4. The International Campagne to End Genocide
  5. Shaw, Stanford Jay; Kural Shaw, Ezel (1977). History of the Ottoman Empire and Modern Turkey. Cambridge University Press. ISBN 0-521-29163-1.
  6. [ http://www.warandpeace.ru/ru/reports/view/40861/ Төркиәлә 3-сө хәрби алмашыныу булды]
  7. Сбили лучшего, 26.11.2015 йыл «РБК» гәзите.
  8. Çarkoğlu, Ali (2004). Religion and Politics in Turkey. Routledge, UK. ISBN 0-415-34831-5.
  9. Төркиәнең Бөйөк Милли Меджлисы рәсми сайты
  10. Turkish Statistical Institute. 2009 Census, population living in cities. Turkish Statistical Institute (2010). Дата обращения: 25 ғинуар 2010. Архивировано 6 август 2012 года.
  11. Автомобиль коды
  12. Особенности переездов на междугородных автобусах в Турции
  13. []http://www.tccb.gov.tr/videogaleri/

Быны ла ҡарағыҙ

Һылтанмалар