22 май
Уҡыу көйләүҙәре
(22 мая битенән йүнәлтелде)
22 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 май Викимилектә |
22 май — григориан стиле буйынса йылдың 142-се (кәбисә йылында 143-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 223 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Йемен: Берҙәмлек көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Винегрет көнө.
- Ҡырғыҙстан: Ҡораллы көстәр көнө.
- 1856: Мәскәүҙәге хәҙерге Третьяков дәүләт галереяһына нигеҙ һалына
- 1940: СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройының «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы булдырыла.
- 1945: Өфөләге 1-се типография файҙаланыуға тапшырыла.
- 1957: Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты эш башлай.
- 1960: СССР-ҙың Бөтә Союз радиоһында «С добрым утром!» йәкшәмбе тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1995: «Наш дом — Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Юстиция министрлығында рәсми теркәлеү үтә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чуева Анна Николаевна (1895—7.07.1973), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1929 йылдан Күмертау (хәҙер Көйөргәҙе) районы «Алтын башаҡ» колхозы йәшелсәсеһе, 1937 йылдан звено етәксеһе. РСФСР-ҙың икенсе, Башҡорт АССР-ының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Игебаева Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы (1930), хеҙмәт ветераны, 1953—1996 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире һәм өлкән мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ҡатыны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районынан.
- Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (1945), ғалим, физик-химик. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2006), профессор. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).
- Гәрәев Эмир Зөфәр улы (1950), ғалим-геолог. 1988—2010 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең баш ғилми секретары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (1955), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005 йылдан «Роснефть» компанияһының фәнни эштәр буйынса директоры, 2011 йылдан — «Газпромнефть НТЦ» йәмғиәтенең (Санкт-Петербург) генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2016).
- Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (1960—29.10.2020), ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
- Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы (1965), журналист, уҡытыусы һәм үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. 2013 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дроздов Николай Михайлович (1911—6.11.1999), актёр. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1947—1993 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан — театр музейы ҡараусыһы. РСФСР-ҙың (1972) һәм Башҡорт АССР-ының (1955) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Түбәнге Новгород губернаһының Большие Поляны ауылынан.
- Максимов Игорь Павлович (1921—10.02.2017), уҡытыусы, яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Степан Злобин һәм Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2016). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
- Обухов Николай Феоктистович (1921—11.11.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, һауа-десант бригадаһы уҡсыһы, өлкән лейтенант (1945). Мәскәүҙән Бәләбәй ҡалаһына эвакуацияланған В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның 1-се курсын тамамлай (1943). Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Власов ауылынан.
- Сапрыкин Петр Григорьевич (1926—2001), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1950—1981 йылдарҙа Күмертау күмер разрезы эшсеһе, машинисы. КПСС-тың XXII съезы делегаты (1961), РСФСР-ҙың атҡаҙанған шахтёры (1972), Почётлы шахтёр (1963), Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Баранов Николай Андреевич (1941), педагог, тренер. 1992—2002 йылдарҙа Салауат ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Бублик Николай Дмитриевич (1941), хеҙмәт ветераны, юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1988 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө филиалы деканы һәм директоры, бер үк ваҡытта Башҡортостан территориаль профессиональ бухгалтерҙар институты (Өфө) президенты. Иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зарипов Мырҙаян Мәүлит улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан Балаҡатай районы «Путь Ленина» колхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Юлдаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (1932), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан — Ватан тарихы кафедраһы мөдире. 1991 йылдан Томск өлкәһе Башҡорт мәҙәниәт үҙәге президиумы ағзаһы, 2002 йылдан — «Дуҫлыҡ» башҡорт мәҙәниәте үҙәге президиумы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тайнаш ауылынан.
- Кавардаков Владимир Александрович (1937—22.08.2018), инженер, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1987—1991 йылдарҙа КПСС-тың Асҡын район комитетының беренсе секретары, 1995—1997 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2019)
- Юлбарыҫов Рәжәп Рамаҙан улы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Көйөргәҙе районы Мораптал участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Аллаяров Дамир Әнүәр улы (1952), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Әбйәлил районы торлаҡ-коммуналь хужалығы производство идаралығы начальнигы, 1988 йылдан — «Коммунальник» йәмғиәте директоры. Райондың эшҡыуарҙар союзы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2010). Сығышы менән район үҙәге Асҡар ауылынан.
- Ғәлиев Фәғит Зәки улы (1952), ауыл хужалығы һәм партия органдары ветераны. 1976 йылдан Дүртөйлө районы хужалыҡтары белгесе, яуаплы хеҙмәткәре һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1999—2012 йылдарҙа — Дүртөйлө машина-технологик станцияһы директоры һәм генераль директоры, бер үк ваҡытта 2009—2017 йылдарҙа «Игенсе» хужалығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Ғимаев Артур Ревнер улы (1972), музыкант, саксофонсы, педагог. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры артисы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Сығышы менә Бөрө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рева Николай Георгиевич (1918—28.12.2006), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1979 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы технологы, цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары. Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәскәү өлкәһенең Зарайск ҡалаһынан.
- Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (1928—27.10.2014), актёр, театр белгесе, тәржемәсе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).
тулы исемлек
- Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (1933—27.09.2021), хор дирижёры. 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1991 һәм 2006—2012 йылдарҙа хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире. Профессор (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Дәүләтов Азат Хәсән улы (1948), ғалим-иҡтисадсы, инженер. 1971 йылдан Дүртөйлө районы «Победа» колхозының баш инженеры, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, 1975 йылдан — колхоз рәйесе урынбаҫары; 1979 йылдан — «Восток» колхозының, 1982—1995 йылдарҙа — Ильич исемендәге колхоз рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән ошо райондың Өсбүлә ауылынан.
- Йәмәлетдинова Наилә Ғилман ҡыҙы (1953), педагог. 1977 йылдан Өфөләге хәҙерге 2-се педагогия колледжы уҡытыусыһы, 1979 йылдан музыка бүлегенең педагогик практика мөдире, 2006 йылдан — музыка бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Рәсәйҙең (2008) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Яҡуповтың ҡыҙы. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Столяров Николай Дмитриевич (1953), тренер. Салауат ҡалаһы «Алмаз» спорт мәктәбенең йөҙөү буйынса элекке тренер-уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2013).
- Платонов Николай Иванович (1958), ғалим-физик-математик. 1987 йылдан Магнитогорск дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2012 йылдарҙа физика-математика факультетының декан урынбаҫары, деканы; 2001—2012 йылдарҙа физика кафедраһы мөдире; 2012 йылдан социаль мәсьәләләр буйынса проректор; 2013 йылдан — ректор вазифаһын башҡарыусы. Техник фәндәр докторы (2011). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Покровка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғилфанов Рифҡәт Фәнил улы (1959), хужалыҡ эшмәкәре. Дүртөйлө районының «Победа» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1813: Рихард Вагнер, Германия композиторы.
- 1840: Марко Кропивницкий, Рәсәй империяһы драматургы, актёр һәм режиссёр.
- 1859: Артур Конан Дойл, Британия яҙыусыһы.
- 1885: Джакомо Маттеотти, Италия социалистик партияһы лидерҙарының береһе.
- 1905: Вилем Завада, Чехия шағиры, тәржемәсе.
- 1905: Леонид Мартынов, СССР шағиры, тәржемәсе һәм мемуарист.
- 1915: Ғәли Шәмсетдинов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танк ротаһы командиры, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1930: Марисоль Эскобар, Франция һәм АҠШ рәссамы, скульптор, сығышы менән Венесуэланан.
- 1935: Иван Чуйков, СССР һәм Рәсәй рәссамы.
- 1935: Илдар Әхмәҙиев, СССР рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1945: Юрий Рыбчинский, СССР һәм Украина шағиры, драматург һәм сценарист.
- 1950: Берни Топин, Британия рәссамы, йыр текстары авторы.
- 1960: Хидэаки Анно, Японияның кино режиссёры.
- 1970: Наоми Кэмпбелл, Британия актрисаһы.
- 1980: Андрей Чадов, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1980: Люси Гордон, Британияның кино актрисаһы, фотомодель.