Эстәлеккә күсергә

Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған ағастар комплексы (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы
урыҫ Комплекс защитных насаждений около деревни Александровка Давлекановского района
Төп мәғлүмәт
Майҙаны157,7 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Урынлашыуы
54°18′48″ с. ш. 54°47′16″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы

Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы (рус. Комплекс защитных насаждений около деревни Александровка Давлекановского района) — Кесе Өйҙөрәк йылғаһы бассейнындағы баҫыу һаҡлаусы урман һыҙаттары, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Александровка ауылы эргәһендә ултыртылған һаҡлағыс ағастар комплексы

Урман һыҙаттары үткән быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостандың Урал алдының иң ҡоро өлөшөндә, Дәүләкән МТС-ы колхоздары территорияһында, баҫыуҙарҙы һаҡлау маҡсатында республикала тәүгеләрҙән һалына. Ағас үҫентеләренән урындағы тоҡомдар ҙа, бальзам тирәк, америка ҡорос ағасы, суҡ ҡайын, америка сағаны, ағас рәүешле акация һ.б. интродукцияланған (климатҡа яраҡлаштырылған) тоҡомдар ҙа файҙаланыла. Тәүге ағастар 1936 йылда Александровка ауылы эргәһендә ултыртыла, 157,7 га майҙанды биләй. 1939 йылда уҡ үткәрелгән тәжрибәләрҙә уларҙың иген культуралары уңдырышлылығына ыңғай йоғонто яһауы иҫбатлана. Урман һыҙаттарының йәше артҡан һайын, һаҡлаусы функцияһы ла арта бара. Бөгөнгө көндә был зонала 50 йәш самаһындағы, һуңыраҡ ултыртылған, урман культуралары ғына һаҡланған.

Был ултыртмалар ҡоро дала шарттарында тупраҡ һәм баҫыу һаҡлау функцияларын оҙайлы ваҡытҡа уңышлы башҡарыусы урман һыҙаттарын булдырыу кәрәклеген иҫбатлай.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 апрелендәге 162-се Ҡарары менән үҫентеләрҙең үҫеү шарттарын насарайтыуға һәм тәбиғәт ҡомартҡыһын юҡ итеүгә килтереүе мөмкин булған һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы тыйыла.

Ултыртылған ағастар комплексы хужалыҡ, фәнни һәм тарихи әһәмиәткә эйә[1].