Эстәлеккә күсергә

Аҡкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡкүл (күл) битенән йүнәлтелде)
Озеро
Аҡкүл
Морфометрия
Үлсәме5 × 2 км
Майҙаны10 км²
Уртаса тәрәнләк4 м
Бассейн
Площадь бассейнаВпадающие реки = км²
Урынлашыуы
54°02′24″ с. ш. 56°16′24″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 10010200711111100003842
Регистрационный номер в ГКГН: 0525934
Рәсәй
Точка
Аҡкүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Аҡкүл
 Аҡкүл Викимилектә


Аҡкүл (рус. Белое озеро[1]) — Башҡортостандың Ғафури районы «Аҡкүл» заказнигындағы күл. 1965 йылдан 2018 йылға тиклем Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[2]).

Атамаһы ике мәғәнәле: аҡ «аҡ» йәғни «изге», плюс күл. Ғафури районында йәшәгән табын ҡәбиләһе башҡорттары Аҡҡүлде изге тип һанайҙар[1]).

Өҫкө йөҙөнөң майҙаны — 8,8 км². Оҙонлоғо — 6,2 км, уртаса киңлеге — 1,4 км, иң ҙур киңлеге — 2 км, күл уртаһында 3—4 метр тәрәнлек, иң тәрән ере — 11 м, һыу күләме — 34,5 млн м³. Күл ҡаҙанлығы Ағиҙел йылғаһы буйлап һуҙылған һәм дөрөҫ булмаған эллипс формаһында. Ҡаҙанлыҡ террасалы һыу баҫҡан туғайлыҡтағы ултырмаларҙа барлыҡҡа килгән[3] [4].

Ағын күл — унан Ҡарамалы йылғаһы (Ашҡаҙар ҡушылдығы) ағып сыға. Күл мезотрофлы, йәғни уның һыуында органик һәм биоген минерал матдәләр уртаса миҡдарҙа.

Күлдең тирә-яғы ландшафты һыубаҫар урмандарҙан һәм (ҡайын, ҡарама, тал, балан, ерек, уҫаҡ, муйыл) туғайҙарҙан тора. Күл яр буйында һыу боросо, зәһәр лютик, күрән, уҡъяпраҡ, күрән, ҡырҡбыуын йәки шыршы үләне һ. б. үҫә.

Күл һыуында табан балыҡ сазан балыҡ, алабуға, ҡорман йәки таран, һыла, йәйен, опто тереклек итә, һуна өйрәк, ҡуҡый, аҡсарлаҡтар, сүрәгәй өйрәк һ.б. ҡоштар йәшәй.

Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ООПТ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡлау объекттары:[5]

  1. Башҡортостан Республикаһының биотөрлөлөгө менән айырылып торған иң эре күлдәренең береһе;
  2. Шул урында тереклек итеүсе типик һәм Һирәк осрай торған хайуандар һәм ҡоштар (ҡондоҙ, ондатра, һыу ҡоштары).

Һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ОПТ) — 1567,0 га.

  1. 1,0 1,1 Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  3. Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть. 102ozera.ru. Дата обращения: 15 июнь 2019. 2016 йыл 7 март архивланған.
  4. 2016 йыл 7 март [https://web.archive.org/web/20160307165735/http://102ozera.ru/index.php?option=com_content&task=view&id=7&Itemid=1 архивланған. Белое (Аккуль) — Озера Башкирии — Там где можно отдохнуть
  5. CD Econet. Дата обращения: 3 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 25 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 25 ғинуар архивланған.