Эстәлеккә күсергә

Гладкий тауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гладкий тауы
урыҫ Гора Гладкая
Төп мәғлүмәт
Майҙаны104 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
55°51′03″ с. ш. 57°57′56″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Гладкий тауы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Гладкий тауы

Гладкий тауы — Башҡортостан Республикаһы Дыуан районында урынлашҡан Салғыя рифынан ҡалған комплекслы, ботаник, геоморфологик төбәк тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июле ҡарары менән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе тип таныла[1].

Гладкий — Салғыя рифы, ҡалдыҡ тау, көньяҡ-көнбайыш өлөшө — тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Башҡортостан Республикаһы Дыуан районындағы Ярославка һәм Салғыя ауылдары араһында Мәләкәҫ йылғаһының уң ярында, Ярославка ауылынан 300 метр төньяҡҡа урынлашҡан.

Абсолют бейеклеге — 364,6 метр. Тауҙың формаһы конусты хәтерләтә, түбәһе яҫы. Битләүҙәре текә.

Ташҡа әйләнгән диңгеҙ риф фаунаһы ҡалдыҡтары менән көңгөр ярусының карбонатлы тоҡомдарынан тора.

Дөйөм майҙаны — 104,0 гектар[1].

Ландшафы кәҫле көлһыу, болон ҡара тупрағындағы һәм һоро урман тупрағындағы ысын һәм ҡоро болондарҙан, ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: ҡаурый ҡылған, Крашенинников минуарцияһы, ҡылсыҡлы аҡтамыр осрай[1][2].

  • Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/ 2023 йыл 16 ғинуар архивланған.

С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др.

  • Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)

Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364

  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010): 413
  1. 1,0 1,1 1,2 Гладкий тауы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Гора Гладкая. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).

заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).